Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көнсығыш моңдары яңғыраны
Өфөлә Азия халыҡтарының милли мәҙәниәте фестивале уҙҙы.

Алтын көҙҙө алтын нурҙарына ҡойондорған йылы ял көнөндә баш ҡаланың И. Якутов исемендәге паркында “Азия моңдары һәм ритмдары” Азия халыҡтарының милли мәҙәниәте фестивале уҙҙы.

Республиканың Мәҙәниәт министр­лығы тарафынан Халыҡтар дуҫлығы йорто, “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә ойошторолған был сара ҡала халҡы өсөн моңло көйҙәргә бай оло байрамға әүерелде. Сарала милли-мәҙәни йәмәғәт ойошмаһы етәкселәре, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары, юғары һәм урта махсус белем биреү уҡыу йорттарында белем алған төрлө милләттән булған студенттар ҡатнашты. Тамашасыларға Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты Лилиә Мөхәмәҙиева, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Фирзинә Абдуллина дәртле йырҙарын бүләк итте. Баш ҡаланың йәмле паркына ял итергә килгән халыҡ башҡорт, татар, ҡырғыҙ, үзбәк, тажик, әрмән, төркмән, ҡаҙаҡ, корей халыҡтарының йырҙарын тыңлап, бейеүҙәрен ҡарап һоҡланды, Азия халыҡтарының милли йолалары, илдәрҙең мәҙәниәте менән танышты, күңел зауығын ҡандырҙы.

Сараға мәртәбә өҫтәп, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты, “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина, республика Мәҙәниәт министрлығының сектор мөдире Айгөл Зөлҡәрнәева, Өфө ҡалаһы мәғариф идаралығының телдәр сәйәсәте бүлеге етәксеһе Зөлфиә Ханнанова, “Ала тоо Ҡырғыҙ мәҙәниәте үҙәге” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Соно Алиева, Башҡортостан Республикаһының “Берҙәмлек” төркмән милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Сапармурат Шанглиев ҡатнашты. Улар фестивалдә ҡатна­шыусыларға дипломдар тапшырҙы.

– Барығыҙҙы ла ысын күңелдән тәбрикләйем. Республикабыҙҙа төрлө халыҡтарҙың ошолай үҙҙәренең йолаларын һәм мәҙәниәттәрен һаҡлап, телдәрен үҫтереп, ерле халыҡ менән бергә татыулыҡта йәшәүҙәре ҡыуаныс ул. Бөгөн иһә сәхнәлә төбәктең төрлө уҡыу йорттарында белем алған сит ил студенттарының – йәш быуындың милли йолаларын ихтирам итеүе, туған телдәрендә матур итеп сығыш яһауын күреү икеләтә ҡыуаныслы. Тимәк, халыҡтарҙың киләсәге ышаныслы һәм өмөтлө ҡулдарҙа. Барса милләттәргә лә изгелек, именлек һәм үҫеш теләйем. Байрам мөбәрәк булһын! – тине Зөлфиә Миңдебай ҡыҙы, тамашаға килеү­селәрҙе тәбрикләп.

Башҡортостан — башҡа илдәрҙән уҡырға, эшләргә, йәшәргә килгән йөҙҙән ашыу милләт вәкилен ҡабул иткән ҡунаҡсыл дәүләт. Күп быуаттар дауамында ерле халыҡ менән улар ҙа дуҫлыҡта һәм татыулыҡта милли мираҫтарын ихтирам итеп, аралашып йәшәй. Республикала ошо юҫыҡта “Наурыҙ”, милли телдәр, беҙҙең илдә йәшәгән Азия халыҡтарының милли мәҙәниәте көндәре уҙғарыла. Бөгөнгө сара – ул халыҡтар берҙәмлеге байрамы. Күркәм сара олоһона ла, кесеһенә лә оло шатлыҡ һәм ял бүләк итте.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы

Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Бурандарҙа сыныҡҡан... Әбйәлил районының Ишҡол ауылына, Шәйехзада Бабич исемендәге республика...

Тотош уҡырға 43

Ветеран (Хикәйә)

Ветеран (Хикәйә) 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Иртә менән оператив кәңәшмәгә баш мөхәррир бүлмәһенә йыйылып, түрҙәге йомшаҡ креслоһына сумып...

Тотош уҡырға 72

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 47

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 96

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 107

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 147

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 128

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 331

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 163

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 117

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 69

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 126