Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бар тормошо – халҡына хеҙмәт итеү
Танылған журналист Нияз Сәлимов тураһында шулай тип әйтһәм, һис тә хата булмаҫ. Исеме бөтә республикаға яҡшы таныш һабаҡташым менән хаҡлы ғорурланам. Халҡыбыҙ, туған телебеҙ мәнфәғәтендә ул башҡарған изге эштәрҙе һанап сығыу мөмкин түгел.

Балалар шағиры булараҡ, ул кескәйҙәргә башҡорт теленең матурлығын шиғри юлдар аша еткерһә, журналист-публицист булараҡ иһә туған телебеҙ яҙмышы тураһында уҡыусыларҙы тәрән уйланырға мәжбүр итә.

Бөгөнгөләй хәтеремдә: “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррире булып эшләгән сағында Нияз Сәлимов “Башҡорт теленә – дәүләт статусы!” тигән рубрика асып ебәрҙе. Был өндәмә барлыҡ халыҡты – олоһон да, йәштәрҙе лә – изге көрәшкә әйҙәне. Гәзит биттәрендә башҡорт теленә дәүләт статусы талап итеп яҙылған бихисап хат, бик күп ҡултамға ҡуйылған мөрәжәғәттәр, ғалимдарҙың төплө мәҡәләләре донъя күрҙе. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне: 1999 йылда башҡорт теле йәнә юғары кимәлгә күтәрелеп, дәүләт теле хоҡуғына эйә булды. Был оло еңеүҙә, һис шикһеҙ, халыҡ араһында популярлыҡ ҡаҙанған “Йәшлек” гәзитенең һәм уның батыр йөрәкле баш мөхәррире Нияз Сәлимовтың хеҙмәте бик ҙур. Был тарихи дәлилде танырға һәм уларға рәхмәтле булырға тейешбеҙ.

Үҙ принциптарына тоғро ҡалып, Нияз Сәлимов “Башҡортостан” гәзитенә етәкселек иткән осорҙа ла башҡорт телен һаҡлау, уны камиллаштырыу һәм үҫтереү мәсьәләләрен һәр саҡ иғтибар үҙәгендә тотто. Редакцияла телсе-ғалимдар, баш мөхәррирҙәр, туған тел уҡытыусылары ҡатнашлығында үткәрелгән ҡорҙарҙа, “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә туған тел яҙмышына бәйле уй-фекерҙәр уртаға һалып тикшерелде, башҡорт теленең ҡулланыу даирәһен киңәйтеү, мәктәптәрҙә һәм юғары уҡыу йорттарында уны өйрәнеү проблемалары тураһында етди һөйләшеүҙәр ойошторолдо. Быларҙың барыһын да беҙ “Башҡортостан” гәзитенән уҡып-белеп барҙыҡ.

Башҡорт әҙәби теленең публицистик стилен төплө өйрәнгән ғалим Н.Б. Сәлимов үҙен дә оҫта публицист булараҡ танытты. Һуңғы йылдарҙа уның документаль ерлектә яҙылған күләмле мәҡәләләре республика һәм төбәк гәзиттәрендә даими баҫылып тора. Архив сығанаҡтарына таянып, тарихыбыҙҙың “аҡ биттәр”ен ентекле тикшереп, уҡымлы мәҡәләләр яҙған журналистар бөгөн әҙ. Ә бит бындай материалдарҙы һәр кем айырыуса ҡыҙыҡһынып уҡый.

“Башҡортостан”, “Йәшлек”, “Кызыл таң”, “Киске Өфө” гәзиттәрендә донъя күргән очерк, һүрәтләмә һәм публицистик мәҡәләләрендә Н.Б. Сәлимов тарихи шәхестәрҙең, бөгөнгө замандаштарыбыҙҙың тулы образын асып, уларҙың Башҡортостандың үҫешенә индергән өлөшөн, йәмғиәттә тотҡан ролен күрһәтеүгә өлгәшә. Гәзит уҡыусыларҙа, айырыуса йәштәрҙә илһөйәрлек һәм телһөйәрлек сифаттары тәрбиәләүҙе лә маҡсат итеп ҡуя тынғыһыҙ ижадсы.

Ҡыҫҡаһы, бөгөнгө заман проблемалары тарихи күҙлектән сығып баһаланған, башлыса Башҡортостандың 100 йыллығына арналған аналитик мәҡәләләр авторы, милли матбуғатты үҫтереүҙә танылыу яулаған билдәле публицист-тарихсы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы Н.Б. Сәлимов Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға күптән лайыҡ.

Асылда ул бөгөнгө киң ҡырлы эшмәкәрлеге менән дә, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Терминология хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары булараҡ та ниндәйҙер кимәлдә Шәһит Хоҙайбирҙиндың эшен дауам итә, тип әйтергә мөмкин.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы

Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Бурандарҙа сыныҡҡан... Әбйәлил районының Ишҡол ауылына, Шәйехзада Бабич исемендәге республика...

Тотош уҡырға 43

Ветеран (Хикәйә)

Ветеран (Хикәйә) 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Иртә менән оператив кәңәшмәгә баш мөхәррир бүлмәһенә йыйылып, түрҙәге йомшаҡ креслоһына сумып...

Тотош уҡырға 72

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 47

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 96

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 107

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 147

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 128

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 331

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 163

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 117

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 69

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 126