Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Нәшриәттә – “Иҙел ҡыҙы”
Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә яҙыусы, педагог һәм журналист Земфира Аҡбутинаның “Иҙел ҡыҙы” исемле балалар өсөн өр-яңы китабы донъя күрҙе.

“Бер теләгемде
Тыя алманым.
Сыйырсыҡ өсөн
Оя яһаным!
Тик сыйырсығым
Оҙаҡ көттөрә.
Бер ҙә ашыҡмай
Килеп етергә”
тигән шиғыр юлдары менән башлана ул. Йыйынтыҡ дүрт бүлектән тороп, тәүгеһе “Балалар баҡса­һынан – мәктәпкә” тип атала. Бында мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн яҙылған шиғырҙары урын ала. Бәләкәс дуҫтарын ул “хә­рефтәр иле”нә алып инә, уларҙың иҫендә яҡшы ҡалырлыҡ һәр хәрефкә шиғыр юлдарын арнай. Шуныһы отошло: яҙыусы башҡорт теленең алфавитында сағылыш тапмаған “В (Уы)” хәрефенә лә урын бирә шиғырҙарында:
Ваҡ-төйәк менән булашып,
Вәли ваҡыт туҙҙыра.
Ватанға хеҙмәт итәм, тип
Вәкил спортта уҙҙыра!

Мәктәп йәшендәгеләрҙе Земфира Аҡбутина “Уҡытыусыма”, “Сығарылыш уҡыусыһына”, “Бү­ләк” һәм башҡа бик күп шиғыр­ҙары менән һөйөндөрә. Авторҙың һәр шиғыры оло ихласлыҡ, күтәренке кәйеф, тәрбиәүи алымдар менән яҙылған, тел байлығы ла бик үҙенсәлекле. Ритм-рифманы отошло, дөрөҫ, урынлы ҡуллана белгәнгәлер, яҙғандары хәтерҙә тиҙ ҡала һәм тиҙ өйрәнелә:
Балаларҙы эй көттөрөп,
Ергә Яңы йыл килә!
Ҡыш бабайҙы яһайым, тип
Һүрәтен эҙләй Зилә. (“Кескәй гәзит”).

Бәләкәстәрҙең күңелен үҫте­реүгә, йәшәйеш мәсьәләләрен аңлатыуға ҡоролған шиғырҙарҙы уҡыусылар төрлө сараларҙа, дәрестә ҡуллана ала.
Автор төрлө жанрлы һәм төрлө тематикаға ҡараған әҫәрҙәрҙе үҙ итә. Шуға күрә лә йыйынтыҡтың өсөнсө, дүртенсе бүлектәре тәүге икеһенән айырыла. Автор уларҙа балаларҙан ишеткән ҡыҙыҡлы хәбәрҙәрҙе хикмәтле хикәйәләр итеп тасуирлай, әкиәт итеп яҙа. Һуңғы бүлек иһә “Иҙел ҡыҙы” тип аталған автобиографик повесты эсенә ала. Ул 22 хикәйәнән тора, һәр береһенә исем бирелә. Әҫәр Әлфирә исемле ҡыҙ исеменән һөйләнелә. Биш йәшлек баланың оло тормош юлына баҫҡан мәл­дәрен, үҫмер саҡтарын яҙыусы ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп һүрәтләй.

Дөйөмләштереп алғанда, Земфира Аҡбутина яңы китабы менән кесе йәштәге уҡыусыларының күңелен арбап, уларҙың йөрәгенә онотолмаҫ юл ярҙы. Уның “Китап” нәшриәтендә “Нур усағы” йыйын­тығында донъя күргән “Ҡая сәс­кәһе” (2001) исемле шиғырҙар шәлкеме һәм “Атай кеүек булам мин” (2005) тигән айырым китаптары ла маҡтауға лайыҡ.

Сағыу һүрәттәр менән биҙәлгән баҫманы нәшриәттең фирма магазинынан йәки сайты аша (http://www.kitap-ufa.ru) һатып алырға була.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы

Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Бурандарҙа сыныҡҡан... Әбйәлил районының Ишҡол ауылына, Шәйехзада Бабич исемендәге республика...

Тотош уҡырға 43

Ветеран (Хикәйә)

Ветеран (Хикәйә) 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Иртә менән оператив кәңәшмәгә баш мөхәррир бүлмәһенә йыйылып, түрҙәге йомшаҡ креслоһына сумып...

Тотош уҡырға 72

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 47

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 96

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 107

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 147

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 128

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 331

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 163

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 117

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 69

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 126