Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡытайҙарҙы көлдөрөп...
Марсель Сәлимов Шанхайҙа халыҡ-ара әҙәби йыйында ҡатнашты.

Рәсәй яҙыусылары, шағирҙары, журналистары һәм ғалимдары төркөмө Ҡытай Халыҡ Республикаһында булды. Сәфәрҙе Рәсәй Яҙыусылар союзының Мәскәү ҡала ойошмаһы һәм Шанхай сит телдәр университетының Донъя әҙәбиәте институты ойошторҙо. Халыҡ-ара форумда төбәгебеҙҙән Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы-сатирик, шағир, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Марсель Сәлимов (Мар. Сәлим) ҡатнашты.

Делегацияға Мәскәүҙән һәм Мәскәү өлкәһенән күренекле яҙыусылар һәм шағирҙар инде.
Сәфәрҙең тәүге көнөндә Рәсәй ҡунаҡтарын Донъя әҙәбиәте институты директоры, филология фәндәре докторы, профессор Чжэн Тиу ҡабул итте. Шанхай университетында Рәсәй ҡәләм оҫталарының Ҡытай студенттары, уҡытыусылары, рус тәржемәселәре һәм белгестәре менән ижади осрашыуында тормошобоҙҙа әҙәбиәттең өлөшө, тотҡан урыны, тәржемә эшендәге проблемалар, әҙәби бәйләнештәрҙе үҫтереү һәм нығытыу мөмкинлектәре тураһында һүҙ барҙы.

Әҙәби форумға ярашлы Шанхай Әҙә­биәтселәр йортонда, Ҡытай яҙыусылары ҡулъяҙмалары китапханаһында, бөйөк ҡытай шағиры Лу Синдең йорт-музейында нәшриәтселәр, яҙыусылар һәм уҡыусылар менән ижади осрашыуҙар ойошторолдо. Марсель Сәлимов Башҡортостанда уҙғарылған халыҡ-ара әҙәби, мәҙәни саралар, республиканың Ҡытайҙағы айырым провинциялар менән ныҡлы иҡтисади бәйләнеше тураһында һөйләне. Шулай уҡ башҡорт һәм рус телендә шиғырҙар уҡыны, Шанхай китапханаларына китаптарын бүләк итте.

“Ҡытай дуҫтарыбыҙҙың хеҙмәт уңыштары ҡыуандырҙы, — тип һөйләне Марсель Сәлимов. — Шанхай – бик матур һәм уңайлы ҡала, асылда көньяҡ-көнсығыш Азияның мәҙәни үҙәге. Беҙгә, Рәсәй халҡына, бында бик йылы һәм дуҫтарса, туғандарса ҡарайҙар. Әҙәби десанттың Шанхайға бағлаған төп маҡсаты ғәмәлгә ашты – Рәсәй һәм Ҡытай яҙыусылары араһында тығыҙ ижади бәйләнештәр булдырылды”.

Әҙәби йыйында Мәскәүҙә өс мең дана булып сыҡҡан “Мәскәү – Шанхай. 2018” махсус йыйынтығының исем туйы уҙҙы. Унда Мар. Сәлимдең сатирик һәм юмористик хикәйәләре, шулай уҡ автор тураһында биографик мәғлүмәт баҫылған.

Автор: И. ХАҠОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы

Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Бурандарҙа сыныҡҡан... Әбйәлил районының Ишҡол ауылына, Шәйехзада Бабич исемендәге республика...

Тотош уҡырға 43

Ветеран (Хикәйә)

Ветеран (Хикәйә) 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Иртә менән оператив кәңәшмәгә баш мөхәррир бүлмәһенә йыйылып, түрҙәге йомшаҡ креслоһына сумып...

Тотош уҡырға 72

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 47

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 96

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 107

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 147

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 128

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 331

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 163

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 117

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 69

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 126