Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Республика тарихының аҡ таптары: фотоһүрәт тарих һөйләй

Һәр рәсем – үҙе бер асыш.

Фотоһүрәттәр тарихты өйрәнеүҙә ҡиммәтле сығанаҡтарҙың береһе булып тора. Улар аша беҙ үткәндәрҙәге тарихи ваҡиғалар, билдәле шәхестәрҙең тормошо тураһында бай мәғлүмәт алабыҙ. Ғөмүмән, фотография тарихты объектив күҙалларға мөмкинлек бирә, шуға күрә лә табылған һәр бер нөсхә – үҙе бер асыш. Бигерәк тә билдәле тарихи ваҡиға йәки арҙаҡлы шәхестәр менән бәйле булһа. Мәҫәлән, башҡорт халҡының бөйөк улы, Башҡортостан Республикаһына нигеҙ һалған Әхмәтзәки Вәлидиҙең автономия өсөн көрәш осорондағы фотоһүрәттәре күп тип әйтә алмайбыҙ. Әлегә тиклем уның ошо осорға ҡараған өс фотографияһы билдәле.


Болоттар ҡуйырған осорҙа

Өсөһө лә Вәлидиҙең “Хәтирәләр”ендә баҫылған. Береһендә ул хәрби кейемдә төшкән. Һүрәт 1919–1920 йылдарға ҡарай. Был осорҙа Зәки Вәлиди Башҡортостандың хәрби комиссары булараҡ, ғәскәр эштәре менән мәшғүл була һәм, әлбиттә, хәрби кейемдә йөрөй.
Ә ҡалған ике фотоһында ул беҙҙең күҙ алдына Башҡортостан хөкүмәтенең рәйесе булараҡ баҫа. Унда хәрби формала түгел, ә штатский кейемдә (ҡәҙимге костюмда). Фотографияларҙың бере­һендә уның төшөрөлгән урыны һәм ваҡыты ла билдәле: Стәрлетамаҡ ҡалаһы, 1920 йылдың 25 феврале. Икенсеһендә “1920 йылдың ҡышы” тип билдәләнгән. Уныһы ла шул ваҡытҡа ҡарайҙыр, тип уйлайым.

1920 йылдың ғинуарында Башҡортостан хөкүмәте рәйесе Харис Йомағолов, коммунистар менән даулашып, Мәскәүгә саҡыртып алынғас, уның урынына Зәки Вәлиди һайлана, йәғни Вәлиди хәҙер хәрби комиссар ҙа, хөкүмәт рәйесе лә булып китә. Тап ошо осорҙа Башҡортостандың баш ҡалаһы Стәрлетамаҡта төшкән фотолар был.

Үкенескә ҡаршы, Зәки Вәлидиҙең көрәштәштәре менән төшкән бер фото­һы ла әлегә тиклем осрағаны булманы. Милли хәрәкәт эшмәкәрҙәре һынланған коллектив фотоһүрәттәрҙә лә ул күрен­мәй. Бының сәбәптәре нимәлә һуң? Вәлиди фотоға төшөргә яратмағ­ан­мы? Юҡ, улай түгел, әлбиттә. Фотографиялар булған, әммә, 1920 йылда большевик­тарҙың алдаҡ сәйәсәтенә ҡаршы риза­һыҙлыҡ белдереп Төркөстанға сығып киткәс, ул большевиктарҙың дошманына әүерелә. Уҙған быуаттың 20-се йылдар аҙағында Советтар уның Башҡортос­танда ҡалған көрәштәштәрен эҙәрлекләй башлай. Ошо хәл-ваҡиғалар һөҙөмтә­һендә элекке милли хәрәкәт эшмәкәр­ҙәре Вәлиди менән бергә төшкән фотоларҙы йәшерә йәки юҡ итә, сөнки уларҙың “вәлидиселектә” ғәйепләүҙә төп сығанаҡҡа әйләнәсәге көн кеүек асыҡ була. Шул сәбәпле Башҡортос­танда Вәлидиҙең көрәштәштәре менән төшкән бер рәсем дә ҡалмай.


Әммә, бәхеткә күрә, бөтә фотографиялар ҙа юҡ ителмәгән икән. Вәлиди төшкән бер һүрәт уның арҙаҡлы көрәштәштәре, яҡташтары, данлыҡлы Ишмырҙиндар ғаиләһендә һаҡланып ҡалған. Әүхәҙей менән Сөләймән Ишмырҙиндар – Ишембай районының Кинйәбулат ауылынан. Беренсе донъя һуғышынан офицер булып ҡайтҡас, Башҡортостан автономияһы өсөн көрәшкә ҡушылалар. 1918 йылда Әүхәҙей Ишмырҙин – 6-сы Башҡорт уҡсы полкына, ҡустыһы Сөләймән 1-се Башҡорт уҡсы полкына етәкселек итә.

1919 йылда ҡыҙылдар яғына сыҡҡас, Әүхәҙей Ишмырҙин Зәки Вәлидиҙең урынбаҫары, йәғни Башҡортостандың хәрби комиссары урынбаҫары булып хеҙмәт итә. Әүхәҙей башҡорт ғәскәрҙәрен ойоштороу эшенә туранан-тура етәкселек итә. Зәки Вәлиди был осорҙа дөйөм дәүләт эштәре менән мәшғүл була. 1920 йылдың мартында Зәки Вәлиди Мәскәүгә саҡыртып алынғас, Әүхәҙей Ишмырҙин Башҡортостандың хәрби комиссары вазифаһын башҡара. Вәлиди үҙенең хәтирәләрендә уны “Башҡортостандың хәрби комиссары” тип яҙа.

Ҡустыһы Сөләймән ҡыҙылдар яғына сыҡҡас, шулай уҡ 1-се Башҡорт уҡсы полкы командиры вазифаһында була. 1919 йылдың йәйендә башҡорт полк­тары Көньяҡ фронтҡа (Украина) Дени­кинға ҡаршы ебәрелгәс, унда Айырым башҡорт бригадаһына етәкселек итә. Аҡтар менән ҡанлы яуҙарҙа ҡатнаша. Ул башҡорт ғәскәре һалдаттарында оло ихтирам ҡаҙана.

Зәки Вәлиди Сөләймән Ишмырҙинды Көньяҡ фронттан Башҡортостанға ҡайтарта. Бында уны яңы ойошторола башлаған 3-сө Башҡорт кавалерия полкына командир итеп тәғәйенләй. Башҡорт һалдаттары уны фронтҡа кире ҡайтарыуҙы һорап Башҡортостан хөкүмәтенә мөрәжәғәт итә. Был осорҙа башҡорт ғәскәрҙәре Петроградҡа ебәрелә, ә С. Ишмырҙин республикала ғәскәрҙәрҙе аҙыҡ-түлек тәьмин итеү эше менән шөғөлләнә.
Петроградта башҡорт ғәскәрҙәрен ойоштороуҙа Әүхәҙей Ишмырҙин ҙур фиҙакәрлек өлгөһө күрһәтә. Юденич армияһы ҡыйратылғас, Михаил Калинин РСФСР хөкүмәте исеменән Әүхәҙейгә исемле ҡылыс бүләк итә. 1920 йылда Совет хөкүмәте, 1919 йылдағы Киле­шеү­ҙе боҙоп, Башҡортостан мөхтә­риәтенең хоҡуҡтарын милли-мәҙәни автономия кимәленә ҡалдырғас, Зәки Вәлиди һәм уның көрәштәштәре боль­ше­виктарға протест белдереп, эштәрен ҡалдырып, Төркөстанға сығып китә.

Вәлиди менән Әүхәҙей Ишмырҙин да китә. Сөләймән тороп ҡала, 1922 йылда ул һәләк була. Уның улы Исхаҡты ҡустыһы Сөләймән тәрбиәләй. Башҡортостанда болоттар ҡуйыра башлағас, Мәскәүгә йүнәлә. Әммә бында ла Сталин репрессияһынан ҡотола алмай. Сөләймән менән Әүхәҙей Ишмырҙиндың фотографиялары, документтары Ишембай районында ағайҙары Ишбулды Ишмырҙиндың улдары-ейәндәрендә һаҡланып ҡала. Ишбулды Ишмырҙин үҙе лә 30-сы йылдарҙа золом ҡорбаны була.

Былтыр, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының “Башҡортостан Республикаһына нигеҙ һалған 100 шәхес” проекты сиктәрендә Ырымбур өлкәһенең Мерәҫ ауылында милли хәрәкәт эшмәкәрҙәре Сәғит Мерәҫов менән Кәрим Иҙелғужинға иҫтәлекле таҡтаташ асҡан мәлдә Ишмырҙиндарҙың яҡташы, ауылдашы Гөлимә апай Жанғабилева менән Ишмырҙиндарҙың исемдәрен мәңгеләш­тереү тураһында фекер алышҡайныҡ. Гөлимә апай – Ырымбур ҡалаһында “Ҡаруанһарай” башҡорт йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе. Заманында даулашып, Ырымбурҙағы данлы Ҡаруан­һарай мәсетен башҡорттарға ҡайтарған арҙаҡлы апай ул. Бөгөн “Ҡаруанһарай” ойошмаһына етәкселек итә.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы проектының шулай тормошҡа ашыуын күргәс, Ишмырҙиндарҙың исемен мәңгеләштереү идеяһы менән янып китте. Кинйәбулат ауылы ҡыҙы булараҡ, уларҙың нәҫелдәре менән яҡшы таныш икән. Гөлимә апай миңә Ишмырҙин­дарҙың ейәндәрендә һаҡланған ҡыҙыҡлы фоторәсемдәрҙе ебәрҙе. Шуларҙың иң ҡиммәтлеһе, әлбиттә, Зәки Вәлиди көрәштәштәре менән төшкәне булып сыҡты.

Асыҡлыҡ индергән мәғлүмәттәр

Мин милли хәрәкәт темаһы менән 15 йылдан ашыу шөғөлләнәм, бигерәк тә фотоһүрәттәргә иғтибар итәм. Әммә, үрҙә әйтеп үтеүемсә, Вәлидиҙең арҡаҙаштары менән төшкән бер рәсемен дә осратҡаным юҡ ине. Бына, ниһайәт, үҙемә тарихи асыш яһаным. Фотоһүрәт бик ҡыҙыҡлы булып сыҡты. Унда автономия тип янып йөрөгән ир-азаматтар, тәбиғәт ҡосағында ялда төшкән. Граждандар һуғышы барған осорҙа бындай күренеште күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын, әлбиттә. Әммә ниндәй генә ауыр, ҡатмарлы, һуғыш шарттарында ла ябай тормош дауам иткән. Кешеләр күңел асырға ла ваҡыт тапҡан.

Шулай итеп, беҙ бында мәшһүр Зәки Вәлидиҙе үҙенең көрәштәштәре менән күрәбеҙ. “Был фото ҡайҙа, ҡасан төшөрөлгән, унда ниндәй байрам, күңел асыу һүрәтләнгән” тигән һорау тыуа, сөнки был фотография тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ. Ул булмаһа ла, милли хәрәкәт тарихы менән байтаҡ шөғөлләнгән кеше булараҡ, был һүрәттең ҡайҙа һәм ҡасан, ни сәбәпле төшөрөлгәнен бер күреүҙә аңланым.


Асыҡлыҡ индергән мәғлүмәтте Зәки Вәлидиҙең хәтирәләренән табырға була. Унда “Саранскиҙа Исмәғил Муһлиә менән Мәрйәм ханымдың туйы” исемле фотография бар. “Бөгөн Мордва йөмһү­риәтенең үҙәге булған Саранскиҙа беҙ ҙур ауырлыҡтар кисереп хәлһеҙләнгән ғәскәрҙәребеҙҙе тәптипкә килтереү менән шөғөлләндек. Ғәскәр составын­дағы 1-се һәм 2-се йәйәүле, 1-се һәм 2-се кавалерия полктары хеҙмәтте ҡәҙимгесә дауам итте. Йыйылыштар, күңел асыуҙар, туйҙар уҙғарылды. Икенсе рәсемдә һүрәтләнгән, бөгөн юғары белем алған балалары менән бергә Анкарала йәшәгән Исмәғил Муһлиә менән Әфифә (фотола Мәрйәм тип яҙылған) ханымдың никахы айҡанлы тантана булды”, – тип яҙа Вәлиди хәтирәләрендә. Һүрәттә Башҡортостан хөкүмәте ағзалары, башҡорт ғәскәрҙәре офицерҙары төшкән. Фото 1919 йылдың май айында төшөрөлгән булһа кәрәк.

Тарихтан билдәле булыуынса, ул йылдың яҙында Колчак һөжүмгә күскәс, Башҡортостан хөкүмәте март аҙағында Темәстән Мораҡ ауылына (хәҙерге Күгәрсен районы үҙәге), шунан Иманғол ауылына (Ырымбур өлкәһе) күсә, артабан Тоцк ауылына барып урынлаша. Апрель аҙағында Саранск ҡалаһына эвакуациялана. Хөкүмәт менән бергә ғәскәрҙәр ҙә китә. Башҡортостан хөкү­мәте был ҡалала өс ай, 1919 йылдың май, июнь һәм июль айҙарында, була. Август башында Стәрлетамаҡҡа ҡайта.

Республика тарихының аҡ таптары:  фотоһүрәт тарих һөйләй

Тимәк, 1919 йылдың май айында Саранск ҡалаһында Исмәғил Муһлиә менән Мәрйәм ханымдың туйын байрам иткәндәр булып сыға. И. Муһлиә Зәки Вәлидиҙең адъютанты була. Вәлиди төшкән фотографияла тап ошо туйҙың дауамы, күрәһең. Йәғни туй барышында бер төркөм башҡорт эшмәкәрҙәре һәм офицерҙары ҡырға сыҡҡан булһа кәрәк.

Ә хәҙер фотографияла һүрәтләнгән кешеләргә күсәйек. Уртала беҙ Зәки Вәлидиҙе күрәбеҙ. Ул ҡулына ҡалаҡ менән йомортҡа тотҡан. Алда кәрзин өҫтөндә йомортҡа һалынған һауытты ла күрергә була. Вәлиди, ғәҙәттәгесә, хәрби кейемдә, гимнастеркала. Башҡортостандың хәрби комиссары шулай кейенергә тейеш, әлбиттә.


Был фотола тағы кемдәр һүрәтләнгән һуң? Баҫып торғандар араһында һулдан өсөнсө – Вәлидиҙең яҡын көрәштәш­тәренең береһе Хәлим Насретдин улы Әмиров. Ул бик ғорур ҡиәфәттә, уң терһәген күршеһенең яурынына, ә һул ҡулын бөйөрөнә ҡуйған. Күкрәгендә – Ҡыҙыл Армия офицеры билдәһе. Хәлим Әмиров – төньяҡ-көнбайыш башҡорт­тарынан сыҡҡан милли хәрәкәт эшмәкәре, Уран ырыуы башҡорто. Хәҙерге Яңауыл районына ҡараған Яңы Уртауыл ауылынан.

1918 йылда ул Башҡортостан хөкүмә­тенең мәғариф бүлеге етәксеһе урын­баҫары булып эшләй. Үҙен яҡшы оратор, яҙышыуға оҫта сәйәси эшмәкәр итеп таныта. 1919 йылда ҡыҙылдар яғына сыҡҡас, Саранскиҙа Вәлиди уны Айырым башҡорт бригадаһының сәйәси комиссары итеп тәғәйенләй. Башҡорт ғәскәрҙәре составында 1919 йылдың йәйендә Көньяҡ фронтта Деникинға ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша, шул уҡ йылдың көҙөндә Башревком уны Петро­градҡа тупланған башҡорт ғәскәрҙәренә етәксе итеп тәғәйенләй. Хәлим Әмиров, Башҡортостан хөкүмәтенең хосуси вәкиле булараҡ, ғәскәр ойоштора, уларға етәкселек итеү эше менән мәшғүл була. Петроградтағы башҡорт ғәскәрҙәрен сәйәси йәһәттән нығытыу өсөн күп көс һала. Мәскәүҙә уҡып йөрөгән башҡорт курсанттарын, Петроградҡа һоратып алып, сәйәси вазифаларға тәғәйенләй. Мәҫәлән, Һиҙиәтулла Сәғәҙиев Башҡорт кавалерия дивизияһының сәйәси бүлеге мөдире итеп ҡуйыла, Ғабдулла Ибраһимов (яҙыусы Ибраһим Ҡыпсаҡ) Башҡорт уҡсы бригадаһының комиссары булып китә. Былтыр “У истоков Башкирской республики” китабында уның тураһында яҙып сыҡҡайным инде. Быйыл Хәлим Әмировтың яҡташтары, Яңауыл районы башҡорттары ҡоролтайы уға Яңы Уртауыл ауылында иҫтәлекле таҡтаташ асырға ниәтләй.

Фотографияла Хәлим Әмировтың эргәһендә Вәлидиҙең тағы бер яҡын арҡаҙашы һүрәтләнгән – үрҙә телгән алынған Әүхәҙей Ғәләүетдин улы Ишмырҙин. 1919 йылдың яҙында ул Зәки Вәлидиҙең урынбаҫары булып хеҙмәт итә. Башҡорт ғәскәрҙәренә дөйөм етәкселек, уларҙы ойоштороу, тәьмин итеү эше менән шөғөлләнә. Фотонан күренеүенсә, ул оҙон буйлы ир-уҙаман булған. Өҫтөнә, ғәҙәттәгесә, гимнастерка түгел, ә ҡара пинжәк һәм аҡ күлдәк кейгән. Түшендә Ҡыҙыл Армия офицеры билдәһе лә күренмәй. Тимәк, туйға байрамса кейенгән. Ҡулына стакан менән сәй тотҡан.


Баҫып тороусылар араһында уңдан бишенсе ҡатын-ҡыҙҙың артында, ҡулын ҡулына ҡуйып торған ир-уҙаман – шулай уҡ Вәлидиҙең яҡын көрәштәштәренең береһе, 2-се Башҡорт уҡсы полкы командиры Ибраһим Ейәнбай улы Исхаҡов. Офицер, башҡорт армияһы­ның штабс-капитаны. Уны Вәлидиҙең тән һаҡсыһы булған тип тә яҙалар.

Ибраһим Исхаҡов Стәрлетамаҡ районының Мырҙаш ауылынан. Был ауыл данлы Ҡаһым түрәнең (Ҡасим Мырҙашевтың) атаһы Мырҙаштың исемен йөрөтә. И. Исхаҡов 1918 йылдың ноябрендә 2-се Башҡорт уҡсы полкы командиры итеп тәғәйенләнә. Башҡорт­ос­тан мөхтәриәтен һаҡлап, күп кенә яуҙарҙа ҡатнаша. Ҡыҙылдар яғына сыҡҡас, үҙенең полкы менән Деникинға ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша, 1919 йылдың көҙөндә Петроградты Юденич армияһынан ҡурсалай, яралана.

1920 йылдың яҙында Зәки Вәлиди, Мәскәүгә саҡыртып алынып, Башҡортос­танға ҡайтарылғас, Әүхәҙей Ишмырҙин республиканың хәрби комиссары вази­фаһын башҡара. Үҙенең ярҙамсыһы, урынбаҫары итеп Ибраһим Исхаҡовты тәғәйенләй. Шул уҡ йылдың июнендә Үҙәк власть Башҡортостан мөхтәриә­тенең хоҡуҡтарын бөтөргәс, ризаһыҙлыҡ белдереп, икеһе лә Зәки Вәлиди янына Төркөстанға сығып китә. Ибраһим Исхаҡов, тәжрибәле офицер булараҡ, Төркөстанда офицерҙар курсы ойоштора, курсанттарҙы хәрби эшкә өйрәтә. 1921 йылда Бохара әмире яҡлы баҫмасылар курсанттары менән бергә үлтерелә.

И. Исхаҡовтың ғаиләһе Башҡортос­танда ҡала. Уның ейәнсәре бөгөн Күмертау ҡалаһында йәшәй. 2009 йылда “Киске Өфө” гәзитендә тәүге тапҡыр Ибраһим Исхаҡов тураһында яҙып сыҡҡас, ейәнсәре ныҡ ҡыуанғайны. “Атайым совет осоронда олатайым Ибраһим Исхаҡов тураһында йәшереп кенә һөйләй торғайны”, – тип хәтерләне. И. Исхаҡовтың яҡташтары ла күптән уның исемен тыуған ауылы Мырҙашта мәңге­ләштерергә уйлай. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы айҡан­лы ниәттәре тормошҡа ашыр, тип өмөт итәм.

Милли хәрәкәт эшмәкәрҙәренең яҙмышы


Тағы бер тапҡыр фотоға күҙ һалайыҡ. Уңдан өсөнсө (ҡулына стакан менән сәйен күтәреп торған) офицер – Хәлил Фәйзрахман улы Әлишев. Батша армияһы подпоручигы. Башҡортостан мөхтәриәтенә фиҙакәр хеҙмәт иткән мишәр офицеры, Татарстандың Октябрь районы Иҫке Әлмәт ауылынан.

Әлишевтәр тамырҙары менән Ҡасим ханлығы мишәрҙәренән (башҡорт булыуы ла ихтимал), сөнки Ҡасим ханлы­ғында башҡорттар ҙа күпләп йәшәгән­леге билдәле. “Үҫәргәндәр” риүәйәтендә Үҫәргән ырыуы башҡорттарының Ҡасим ханлығына барып төпләнеүе һәм мишәрҙәрҙең үҫәргәндәр менән туған­даш булыуы тураһында бәйән ителә. Был турала мин заманында “Шоңҡар” журналында яҙып сыҡҡайным.

Мишәр офицерҙарының башҡорт милли хәрәкәтендә ҙур ихласлыҡ менән, фиҙа­кәр хеҙмәт итеүе билдәле. Оҙаҡ йылдар хәрби ҡатлам булараҡ (Баш­ҡорт-мишәр ғәскәрен иҫәпкә алғанда), мишәрҙәр менталитеты буйынса баш­ҡорт халҡына яҡын торғандарҙыр, күрәһең.

Хәлил Әлишев 1918 йылда башҡорт армияһы сафына алына. Тәүҙә Туҡ-Соран кантоны ирекле отряды (мили­цияһы) етәксеһе булып хеҙмәт итә.

1918 йылдың көҙөнән 2-се Башҡорт кавалерия полкында эскадрон командиры, 1919 йылда башҡорт ғәскәрҙәре ҡыҙылдар яғына сыҡҡас, 2-се Башҡорт кавалерия полкы командиры итеп тәғәйенләнә. Башҡорт бригадаһы сос­тавында 1919 йылдың йәйендә Украинала Деникин армияһына ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. Шул уҡ йылдың көҙөндә Реввоенсовет рәйесе Троцкий фарманы буйынса башҡорт ғәскәрҙәре Петроградҡа ебәрелгәс, бында уны Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Фронтта Петроградты һаҡлаған башҡорт ғәскәрҙәренә етәкселек итә. Күп кенә башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәрҙәренең яҙмышы кеүек үк, Хәлил Әлишевтең дә ғүмере ҡәһәрле 1937 йылда өҙөлә.


Фотоның уң яғында – ҡулына таянып ятҡан башҡорт офицеры Тәҡиулла Әбделханнан улы Әлиев. Шулай уҡ Вәлидиҙең яҡын көрәштәштәренең береһе, Минзәлә башҡорттарынан, Яңы Зиәш исемле башҡорт ауылынан. Ҡазан хәрби училищеһын тамамлаған, Беренсе донъя һуғышында Кавказ фронтында була. 1918 йылда башҡорт армияһы са­фына алына. Ырымбурҙа Ҡаруан­һа­рай­ҙа Башҡортостан хөкүмәтен һаҡ­ла­ған комендант ротаһына етәкселек итә.

1919 йылдың ғинуарында Зәки Вәлиди Башҡорт корпусын киренән тергеҙгәс, Т. Әлиевте Башҡорт ғәскәр­ҙәре (Башҡорт корпусы) коменданты итеп тәғәйенләй. Ҡыҙылдар яғына сыҡҡас, Әлиев Башҡорт хәрби комиссариатында өлкән адъютант булып хеҙмәт итә, йәғни Вәлидиҙең ярҙамсыһы була. 1920 йылдың апрелендә уны Мәскәүгә Хәрби академияға уҡырға алалар. Әммә бер йылдан тикшереү барышында уның аҡтар армияһында хеҙмәт иткәнен белеп ҡалып, академиянан сығалар.

Тәҡиулла Әлиев аптырап ҡалмай, Мәскәү университетының электр техникаһы факультетына уҡырға инә. Башҡортостан хөкүмәтенең ҡушыуы буйынса 1923 йылда Мәскәүҙә тәүге ауыл хужалығы күргәҙмәһендә БАССР павильонын әҙерләүҙә ҡатнаша. Күргәҙмә етәкселеге Әлиевтең хеҙмәтен юғары баһалай, туған халҡының көнкүрешен яҡшы белеүен билдәләй. “За организацию башкирских павильонов, за успешные работы по постройке башкирской усадьбы и за объяснения, являющие большое знание родного быта и сельского хозяйства”, тип уға диплом тапшыралар. Университетты тамамла­ғас, ул Башҡортостанда һәм СССР-ҙың башҡа төбәктәрендә хужалыҡ эшендә була. 1943–1945 йылдарҙа Свердловск ҡалаһында беренсе троллейбус линия­һын төҙөү эшенә етәкселек итә. 1957 йылда ошонда вафат була. 2000 йылда Екатеринбург башҡорттары ҡоролтайы тырышлығы менән ҡалала бер урамға Тәҡиулла Әлиевтең исеме бирелә.

Фотола Тәҡиулла Әлиевтең артында был тантананың төп сәбәпселәре – никахлашҡан парҙар – Мәрйәм ханым ме­нән Исмәғил Муһлиә һүрәтләнгән. Мәрйәм ханым башына яулыҡ ябынған (ҡатын-ҡыҙҙар янында), иптәше ситтәрәк Т. Әлиевтең янындағы офицерҙың артын­да ултыра, ҡулына сәй тотҡан булһа кәрәк.

Исмәғил Муһлиәнең исеме Зәки Вәлиди хәтирәләрендә шулай уҡ йыш телгә алына. Ул Польша мосолмандарынан. Вәлидиҙең яҡын көрәштәш­тәре­нең береһе. Башҡорт милли хәрәкәтендә 1918 йылдың йәйенән, Силәбелә башҡорт армияһы төҙөлә башлаған мәлдән әүҙем ҡатнаша. Батша армияһы поручигы Исмәғил Муһлиә тәүҙә 1-се Башҡорт пехота полкына хеҙмәткә алына. 1918 йылдың 7 июленән Башҡорт хәрби шураһында Вәлидиҙең өлкән адъютанты була. Ҡыҙылдар яғына сыҡҡас, Башҡорт хәрби комиссариатында секретарь булып хеҙмәт итә. 1919 йылдың июленән Юрматы кантоны хәрби комиссары, августан Тамъян-Ҡатай кантоны хәр­би етәксеһе була. 1920 йылда Вәлиди менән киткән, ахыры. Һуңынан Төркиә­лә йәшәй. Вәлиди яҙы­­уынса, 60-сы йыл­дар аҙағында Анкарала вафат булған.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 30

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 84

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 95

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 132

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 110

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 316

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 155

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 109

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 64

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 119

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Мәшһүр шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлиди, эмиграцияға китер алдынан “Башҡорт халҡына хушлашыу хатын” яҙып,...

Тотош уҡырға 152

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..”

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..” 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнөндә, шәхестең ижадына, тормош...

Тотош уҡырға 163