Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Театр – ул сәнғәт һарайы!”

Йоҡомһораған аҡыл һәм йөрәкте ҡуҙғытып ебәреүсе тылсымға эйә ул...

Һәр шәхестең үҙенә генә хас яҙмышы булған кеүек, Стәрлетамаҡ рус драма театрының ҡабатланмаҫ ижад юлы бар. Утыҙынсы йылдар аҙағында Белоретта барлыҡҡа килгән рус драма театры 1946 йылда Стәрлетамаҡта гастролдә йөрөгәндә даими эшкә ошо ҡалаға беркетелә. “Стәрлетамаҡ драма театры” исемен ала, ә труппаға элекке Белорет, Бөрө театрҙарының һәм Башҡорт дәүләт филармонияһы эргәһендәге оперетта ансамбле хеҙмәткәрҙәре инә.

Бөгөн театр – Бө­тә Союз һәм Бөтә Рәсәй смотрҙары дип­ломанты, төр­лө фес­ти­вал­дәр лауреаты, шул иҫәптән Че­хос­ло­вакия, Австрия сәхнәләрендә уңыш ҡаҙанды. Ошо ваҡыт эсен­дә Рәсәй һәм донъя драма­тургияһы мотивтары буйынса 600-ҙән ашыу сәхнә әҫәре ҡуйыла. Жанрҙар киң ҡоласлы: трагикомедия, трагедия, фарс-раунд, әкиәттәр, рок-притча һәм башҡалар.

Хәҙерге ваҡытта Мәскәү, Тү­бән­ге Новгород, Орел, Санкт-Петербург ҡалала­рынан оҫта, талантлы режиссерҙар әҫәр­ҙәр ҡуйыуға йыш йәлеп ителә. Кол­лек­тивтың алыштырғыһыҙ ойош­тороусыһы, етәксеһе Баш­ҡортостандың атҡаҙанған мәҙә­ниәт хеҙмәткәре Виктория Александровна Замесина классик театрҙың традицияларына тоғ­ро, тәжрибәле өлкән быуын артистарын һәм эксперименттарға ҡыйыу тотонған дәртле йәш­тәрҙе бер усҡа туплай алған. Уңыш сере ниҙә икән?

– Виктория Александровна, һеҙҙең драма театры тура­һын­да һүҙ сыҡҡанда ҡала чи­новниктарының береһе “ул – беҙҙең ҡалабыҙҙың тынғы­һыҙ йөрәге”, тип атағайны. Ет­меш йылдан ашыу сәнәғәт ҡалаһының сәнғәт үҙәге булыу – үтә яуаплы бурыс. Ошо юғарылыҡты намыҫ менән даи­ми тотоу, театрға һуҡ­маҡ­тың өҙөлмәүе өсөн коллек­тивҡа ниндәй булырға кәрәк?

– Театрҙы бөтә йөрәгең ме­нән яратырға! Тамашасының күңеле бик һиҙгер бит, уны алдаштырыу мөмкин түгел. Ни өсөн беҙ, ҡайһы бер театр­ҙар­ҙағы кеүек, үҙебеҙҙә банкеттар, туйҙар үткәреүҙән, аҡса эшләү­ҙән баш тартҡанбыҙ? Театр бит ул ысын мәғәнәһендә сәнғәт һа­райы, ғибәҙәтхана булырға тейеш. Тамашасы беҙгә буш ваҡы­тын уҙғарырға ғына түгел, донъя мәшәҡәттәренән арынып ял итергә, үҙен борсоған һорау­ҙарға яуап эҙләргә, күңелен яңыртырға тип килә. Театр ишек төбөнән, ҡунаҡсыл фойенан, алсаҡ йөҙҙәрҙән башлана. Һәр кем бында үҙен көтөп алынған ҡунаҡ итеп тойһон өсөн мөмкин булған бөтә уңайлыҡтарҙы булдырғанбыҙ.
– Ә тамашасы һеҙҙең ошо тырыш­лыҡты баһалай, күрә беләме?

– 350 урынлыҡ залыбыҙ һәр кис тамашасы менән тулы. Ижад һәм шиғриәт кисәләре гөрләп уҙа. Минеңсә, тамашасы һөйөүе тап ошондай аншлагтар менән үт­кән сараларҙа күренә лә инде. Беҙ бөгөн сәх­нәлә үҙебеҙҙе бор­соған, тулҡын­лан­дырған күре­неш­тәр тураһында һөйләр­гә теләйбеҙ. Бик күптәрҙе яҡшы яҡҡа үҙгәрт­кән һәм шуға күрә үтә мөһим тойолған пьесаларҙы уйнайбыҙ. Бер ниндәй өгөт-нәси­хәтһеҙ, һәр кемгә аңлайышлы телдә – кеше күңеле телендә һөйләйбеҙ.

Яңы йылдың тылсымлы һу­лышын һиҙәһегеҙме? Һауала өйөрөлгән аҡ ҡар бөртөктәре, ҡаланы балҡытҡан байрам би­ҙәктәре, гирлянда, иллюминация... Барыбыҙ ҙа ошо осорҙа бала саҡтағылай мөғжизәгә ыша­нып, ҙур өмөттәр бағлап, өр-яңы Яңы йылды ҡаршыларға әҙер­ләнәбеҙ. Ҡыш бабайҙың байрам мәшәҡәт­тәре йырып сыҡҡыһыҙҙыр? Хәйер, беҙҙең хәстәрҙәребеҙ ҙә уныҡынан һис кәм түгел. Һәләтле артис­тары­быҙ тамашасыла­рыбыҙҙы тылсымлы Яңы йыл әкиәттәре менән ҡыуандырыу өсөн ҡа­натланып эшләй. Затлы, матур костюмдарыбыҙ ҙа оҡшар. Ынйылай ҡар бөртөктәре лә бер иш була алмағандай, бер-береһенә оҡшаш әкиәт сюжеттары ла юҡ. Был батшалыҡта бәхетһеҙҙәр, уҫалдар һәм кәмһетел­гәндәрҙең булыуы мөмкин түгел, унда бары һөйөү йәшәй. Бала саҡ иленә ҡайтып әйләнгегеҙ килһә, беҙҙең театрға рәхим итегеҙ!
– Театр уттары балҡып торһон өсөн нимә мөһим?

– Труппала йәштәр артыу менән уларҙың ынтылышына, булмышына ярашлы репер­ту­арҙы яңыртыу дөрөҫ юл булды. Хәҙерге заман драматург­та­ры­ның пьесаларын сәхнә­ләш­тереү йәштәрҙе йәлеп итергә ҙур мөм­кин­лек бирҙе. Шуныһын да бил­дәләргә кәрәктер: үҙ өҫтөндә даи­ми эшләгән алдынғы театр коллективында хеҙмәт хаҡының лайыҡлы булыуы мө­һим. Ул яҡ­тан үпкәләрлек урын юҡ беҙҙә. Ғөмүмән, мәҙәниәт тор­мошо ҡай­нап торған театр бер кемдә лә йәлләү тойғоһо тыуҙырырға тейеш түгел. Заманында уны ҡар­ғанылар, күрә алманылар, тыйҙылар, эҙәрлеклә­неләр, сир­кәүҙән айырҙылар, әммә һы­нау­ҙар, бәлә-ҡазалар уның тор­мош­ҡа һәләтле­леген һын­дыра алманы. Театр кешегә һәр саҡ кә­рәк, ул бит тормош мәк­тәбе, иң боронғоһо, иң ғәжә­бе һәм иң тә­рән хис-тойғолоһо. Күңелде сафландырыусы, йо­ҡом­һораған аҡыл һәм йөрәкте ҡуҙғытып ебә­реүсе тылсымға эйә ул театр...



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 30

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 84

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 95

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 132

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 110

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 316

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 155

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 109

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 64

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 119

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Мәшһүр шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлиди, эмиграцияға китер алдынан “Башҡорт халҡына хушлашыу хатын” яҙып,...

Тотош уҡырға 152

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..”

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..” 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнөндә, шәхестең ижадына, тормош...

Тотош уҡырға 163