Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ил яҙмышын, заманалар айышын тойоп

“Вокзал”дан сыҡҡан әҙип.

Арҙаҡлы ил уҙаманы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, филология фәндәре докторы, профессор, атҡаҙанған фән эшмәкәре, Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Рауил Төхвәт улы Бикбаевҡа 80 йәш тула. Әҙип оло юбилейын байтаҡ ҡына яңы китаптарын нәшер итеп, һүнмәҫ-һүрелмәҫ ижади ялҡында, йәштәрҙе лә сәмләндерерлек дәрт менән ҡаршылай.


Башҡортостан Өфө тауынан башлана

Рауил Бикбаев хәҙер минең өсөн берҙән-бер яҡын дуҫ, үҙ күргән шағирым булып ҡалды (Тимер, Сафуан, Ирек, Әсхәлдәр баҡыйлыҡҡа күскәндән һуң): уға “яҡын барып”, һүҙ ҡушып, уй-фекерҙәрең менән уртаҡлашып була. Был йәһәттән ул замандашым тигәндән дә былайыраҡ ҡәҙерле, үҙ кеше. Бер ҡорға тупланған, бер рух менән һуға­рылған осорҙаштар булып йәшәйбеҙ. Беҙҙең быуын башҡорт әҙәбиәтенә килгәндән һуң (уҙған быуаттың 60-сы йылдарынан) Рауилдың һәр китабы күҙ алдыбыҙҙа донъя күрә килде. Мин уның иң тәүге “Дала офоҡтары” (1964) йыйынтығынан алып күптән түгел үҙе бүләк иткән “Ете йөҙ етмеш ете хәҙис” китабынаса (2018) – бөтәһе менән дә танышмын, һәммәһе лә үҙ мәле менән шәхси китапханамды тулыландыра барҙы...

Ул әҙәбиәтебеҙгә сал Ырымбур далаларының күк әрем еҫен дә, һаумал ҡымыҙы тәмен дә алып килеүе менән бергә, вокзалдарҙың ауыр ишектәрен шар асып, баш ҡалабыҙ Өфөгә данлы ла, шанлы ла Каруанһарайҙың киске аҙаны кеүек моңло ла, һағышлы ла сихри сәләмдәрен еткерҙе.

Олораҡ ҡәләмдәштәренең уны: “Рауил Бикбаев башҡорт әҙәбиәтенә вокзалдан килеп инде!” – тип шаяртҡанын хәтерләйем. Был кинәйәләп әйтелгән һүҙҙә, әлбиттә, ниндәйҙер кимәлдә хаҡлыҡ та бар. Ырымбурҙан Өфөгә, боронғолоҡ еҫе һеңгән вокзалдарҙы үтеп, тимер юлынан киленһә, үҙенең йәшлек эҙҙәре ҡалған ошо иҫтәлекле юлда алған ярһыу хис-тойғоһон, образдарға бай тәьҫораттарын тәүге поэмаһы – “Вокзал”ына туплап, күңелен бушатып, Башҡортостан Яҙыусылар союзында беренсе тапҡыр шиғри өлгөр­гәнлеккә “имтихан” тота: ҡәләмдәштәре алдында тәүге ҙур күләмле эпик әҫәрен уҡып ишеттерә. Союздағы бына ошо шиғри кис 23 йәшлек Рауил Бикбаевҡа ныҡлыҡҡа һынау ҙа, оло әҙәбиәт донъяһына юллама ла була.

Асылда һәр кеше өсөн дә вокзал – кем менәндер осрашыр йә ғәзиз кешең менән хушлашыр урын. Вокзал – юл башы ла, сәфәрҙең осо ла; яҙмыш­тарҙың ҡауышыуы ла, һағыштарҙың яңырыуы ла... Рауил Бикбаев ошо поэмаһы менән ғүмер, көрәш, һуғыш, еңеү, тормош һәм яңы быуындар сылбыры (“күк вагондар”) хаҡында киң планда фәлсәфә ҡора. Уның ҡайнар кисерештәре, гүйә, тере йәндәр кеүек ҡыбырлап ятҡан шпалдарға һибелә. Һәм ышандыра. Шағир “Вокзал”ы уйлы уҡыусыны тетрәндерерлек тәрән дөйөмләштереүҙәргә алып килә:
Күп күрергә тырышһам да, ҡыймам
Йөрәгемә
Вокзал тигән исем тағырға.
Вокзал кеүек күпте күреү – бәхет,
Ғәмһеҙ булыу – үлем шағирға...
Ни мәғәнә минең йәшәүемдән,
Тамыҙмаһам ергә тамсы тир?
Был донъялар миңә вокзал түгел,
Мин дә түгел ерҙә пассажир...
(“Вокзал”, 1961).
Бына шулай Рауил Бикбаев Ырымбурҙан Башҡортостанға, баш ҡалабыҙ Өфөгә, тимер юл вокзалы аша күңелендә шаулай-ҡайнай башлаған “Вокзал” поэмаһы менән килеп инде.

Ырымбур далаларынан килгән егеткә Башҡортостан Өфө тауынан башланғандыр, ихтимал. Ә инде байтаҡ йылдар үткәс һәм күренекле шағир булып киткәс, Рауил Бикбаев “Башҡорт­остан бында башлана” тигән шиғы­рында (1974) республикабыҙҙың географик сиктәрен йылғалар менән билдәләне: “Яйыҡ туғайынан Сөн ярына” (көнсығыш – көнбайыш), “Юшатыр­ҙан Әйгә ҡәҙәрле” (көньяҡ һәм төньяҡ). Дүрт тарафты билдәләүҙә гидроним­дарҙы файҙаланыу – ул реаль тор­мошобоҙҙоң тарихи тамғалары. Ысынлап та, борон шәжәрәләрҙә ырыу ерҙәренең сиктәрен йылға, күл, шишмә, тау, урман, үҙәк һәм башҡалар менән тамғалап (межалап) айырыр булғандар.

Шиғырҙың төп лейтмотивы, әлбиттә, ул түгел, фекер тәрән дә, киңерәк тә: ҡайҙарҙа ғына булмаһын, башҡорт тыуған ерен йөрәгендә йөрөтә. Һәм уны автор Тыуған ерҙең үҙ “ауыҙынан” әйттерә:
– Мин бит башланамын һинән, унан,
Кешеләрем, һеҙҙән башланам!
Юлдар һеҙҙе ҡайҙа ғына илтмәй,
Яҙмыш һеҙҙе ҡайҙа ташламай...

“Башҡортостан бында башлана” шиғырын уҡығанда боронғо Тарихи Башҡортостан да күҙ алдына баҫа. Әхмәтзәки Вәлиди олатайыбыҙ һыҙған карта буйынса унда хәҙерге Силәбе, Свердловск, Һамар, Һарытау, Ҡурған, Ырымбур өлкәләренә, Татарстан, Удмурт республикаларына, Пермь крайына ҡараған башҡорт ерҙәре ингән (“Боронғо замандарҙан беҙҙең көндәргә тиклемге Башҡортостан тарихы”. 2-се том. Өфө, “Китап”, 2006, 3–181 б.). Һәм был төбәктәрҙә бөгөн дә милләттәштәребеҙ үҙҙәренең боронғо тарихи төйәктәрендә йәшәп ята. Шулай булғас, Башҡортостандан ситтә йәшәгән башҡорттарҙан да башланалыр ул Башҡорт иле.

Урал тауҙан алып Алтайғаса
Йәйрәп ята башҡорт далаһы.
Йырҙарың күп һинең, моңдарың күп,
Әйҙә моңлан, башҡорт балаһы, –
тип йырлаған дабаһа борон йыраусыла­рыбыҙ. Ә бөгөнгө юбиляр шағирыбыҙ:
Айҙа табыр төҫлө космонавт
Олатайҙар атҡан уҡтарҙы.
Күсенһә лә улар дала буйлап,
Булмаған һис дала ҡамғағы,
Төнгө күккә баҡһам, уйлап ҡуям:
Етегән йондоҙ – ете ырыуымдың
Күккә тишеп һалған тамғаһы... –
(“Уҡ”. 1966–1968).
тип белдерә икән, күктәге йондоҙҙарҙың да башҡорттарҙыҡы булыуына бер ишарамы, юғиһә?!

Ошо “Уҡ” шиғырында Р. Бикбаев “Боронғонан алыҫлашҡан һайын, Яҡыныраҡ миңә уҙғандар” тип һығымта яһай. Уның был фекере бик тә аңлашыла һәм күңелдә рухи яҡынлыҡ тыуҙыра, сөнки уҙғандарһыҙ бөгөнгөбөҙ ҙә, киләсәгебеҙ ҙә юҡ.

Хаҡлыҡ тантанаһы

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы алдынан арҙаҡлы шәхес­тәребеҙҙе, шул иҫәптән Әхмәтзәки Вәлидиҙе лә хөрмәтләп иҫкә алыу хаҡлы ла, урынлы ла, сөнки ул Башҡорт иленең үҙаллылығы өсөн генә түгел, ә, алда әйткәнебеҙсә, Оло Башҡорт­остандың бөтөнлөгө, еребеҙҙе, телде һәм динде һаҡлау өсөн дә көрәшкән.

Әлеге “Вокзал”ынан “сыҡҡандан һуң” 40 йыл үткәс, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев Төркиәлә Ә. Вәлиди ҡәберенә зыярат ҡыла. Был хаҡта шағир бына ниндәй юлдар теркәп ҡуйған: “Зәки Вәлиди Истанбулдың Ҡараса Әхмәт тигән иң ҙур зыяратында күмелгән. Атаҡлы яҡташыбыҙ ерләнгән урынды оҙаҡ эҙләп йөрөргә тура килмәне. Беҙҙе алып килгән егеттәр юлды яҡшы белә, тиҙ таптыҡ. Таштағы “Туған ғаиләһе” тигән яҙыу алыҫтан уҡ күренде. Ҡәбер ташына “Көҙәнле башҡорт профессор Зәки Вәлиди Туған” тигән һүҙҙәр яҙылған. Янына күптән түгел вафат булған ҡатыны Нәзмиә ханым, ҡәйнәһе ерләнгән. Тыныс, матур урын. Нисәмә көн балҡып торған алтын көҙҙөң төҫө бөгөн бөтөнләй башҡаса.
Күкте болоттар ҡаплап алған, зыяраттағы ағастарға, ҡыуаҡтарға шыптыр-шыптыр ямғыр һибәләп үтә. Ваҡ ҡына ямғыр әле туҡтап, әле һибәләп үткәндә, баш­тарыбыҙҙы эйеп, бөйөк милләттә­шебеҙҙең ҡәбере янында баҫып торабыҙ. Көн болоҡһоу, күңел бойоҡ. Ҡайһы саҡта тәбиғәт күренештәре менән кешенең кисерештәре ғәжәп тап килә, әлеге һымаҡ улар бер-береһен аңлаған, үҙ-ара ҡушылған һымаҡ була...

Ҡәбер ташындағы яҙыуҙарҙы ҡат-ҡат күҙҙән кисерәм, ә ҡолағымдан Зәки Вәлидиҙең бынан бер көн элек кенә беҙ тыңлаған тауышы һаман да китмәй. Ап-асыҡ итеп башҡортса һөйләгән һүҙҙәре, яңынан ҡабат­ланып, ишетелеп тик тора: “Япраҡҡа инеп, юҡ булдым...”, “Япраҡҡа инеп, юҡ булдым...”

Төркиәгә барып, Зәки Вәлиди зыяратына баш эйеү сәйәхәтемдең төп маҡсаттарының береһе ине, әлбиттә. Ләкин бында килеп, уның тауышын ишетермен тип бөтөнләй көтмәгәйнем...” (Рауил Бикбаев. Сәфәрҙәргә сығам сәхәрҙәрҙән. Өфө, “Китап”, 2002. 342-343-сө биттәр).

Рауил Төхвәт улының Зәки Вәлиди ҡәберен күреү теләгенең көслө булыуы һәм күптән килеүе юҡтан түгел, әлбиттә. Әҙип-ғалим әле уҙған быуаттың 70-се йылдарында уҡ Шәйехзада Бабич ижадын монографик планда өйрәнде. Тик ул ваҡытта бөтә нәмә ҡаты тыйыу аҫтында ине.
Үҙгәртеп ҡороу, демократия һәм Башҡортостан Республи­каһының үҙаллылыҡ алыу осорона килеп ингәс, Рауил Бикбаев беренсе­ләрҙән булып фекерен асыҡтан-асыҡ белдереү мөмкинлегенән файҙаланды: бик төплө һәм объектив фекерҙәр үткәргән “Вәлиди һәм Бабич” мәҡәләһен яҙҙы (1990), элек әйтергә мөмкин булмаған мәсьәләләрҙе ҡыйыу күтәреп сыҡты. Әйтәйек, Вәлидиҙең йәш Бабичҡа сәйәси һәм рухи йоғонтоһо бер яҡтан булһа, икенсе яҡтан, мәҡәлә авторы Бабичтың шундай болғансыҡ заманда (башҡорт ғәскәренең аҡтар яғынан ҡыҙылдарға сығыуы) башҡорт халҡына йәне-тәне менән бирелгән Вәлидиҙең тоғро юлбашсы булыуын үҙенең 1919 йылдың 25 февралендә яҙған “Большевиктар менән килешеү туралы башҡорт халҡына көйлө хитап” тигән атаҡлы әҫәрендә бик тапҡыр асып биреүен билдәләне.

Р. Бикбаевтың башҡорт һәм урыҫ телдәрендә донъя күргән китаптары аша (1981, 1995) Шәйехзада Бабич хаҡында һуңлап булһа ла юғары кимәлдәге фәнни һүҙҙең әйтелеүе, йәнә “Китап” нәшриәтендә популяр фотоальбомдың (1995) нәшер ителеүе меңләгән уҡыусыларҙың зиһенен байытып ҡына ҡалманы, ниһайәт, хаҡлыҡ тантанаһы булып та ҡабул ителде.

Заман һулышына һиҙгерлек

Рауил Бикбаев – шағир-трибун, шағир-философ булыуы өҫтөнә әҙәбиәт ғалимы, тәнҡитсе, публицист, йәмәғәт эшмәкәре. Әммә әҙәбиәткә иң тәүге аяҡ баҫҡан булмышы менән – нескә күңелле лирик шағир. Ул шау лирик шиғырҙарҙан төҙөлгән бер китабын “Лирика” (1971) тип тә атағайны.

Шағир йөрәген ҡапылғара аңлауы ла еңелдән түгел. Ул бер минут эсендә лә әллә күпме сүрәткә (образға) инә ала, бер юлы – ут та, һыу ҙа, гонаһһыҙ сабый ҙа, донъя күргән бабай ҙа...
Берсә ул:
Япа-яңғыҙ ҡалған саҡтарымда
Яндарымда йәшәү һуланы.
Мин ғүмерем буйы яңғыҙ булдым,
Мин ғүмерҙә яңғыҙ булманым, –
тип яҙа ла “Яңғыҙлыҡ” шиғырында (1990), унан һуң бер аҙҙан тағы:
Минме инде һине аңламаҫ йән,
Һинең хәлдә аҙмы ҡалғаным...
Бар ғүмерем – ҡуныр урын тапмай
Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны, –
тип ослай. “Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны” (1991).

Шағир барлыҡ халыҡ өсөн, киң ҡатлам уҡыусылар өсөн яҙа, әммә нәҡ ана шул мәлендә япа-яңғыҙы, бер үҙе генә була, сөнки ижад – бары тик берәүҙең генә күңел донъяһы, уның ғына фантазияһы. Шағир бер үҙе ҡалғанда ғына, халыҡ йөрәгенә етер һүҙе, ижад емеше, мөҡәддәс фекере ярала.

Һәм бөгөн беҙ, уның күп һанлы талапсан уҡыусылары, инде байтаҡ йылдар үткәс, Рауил Бикбаевтың күкрәп үҫкән ижадын барлап, күҙ алдынан кисереп, шуны әйтә алабыҙ: үҙең теләп иңеңә һалған аманат-һынауҙы тоғро үттең, халҡыңдың ышанысын аҡланың, Шағир! Ижадың халҡың рухына ауаздаш, ҡыуған юлың – халҡың ҡыуған юл!

Уңыштарҙы барлағанда оло ижадташ замандаштарының һәм ҡәләм­дәш­тәренең – Б. Бикбай, М. Кәрим, Ғ. Хө­сәйенов, Ғ. Рамазанов, Р. Ғарипов, К. Әх­мәтйәнов, Ә. Хәкимовтың өмөт тулы фатихалары, әле башланғыс ижадында уҡ йәш бөркөттө яңы бейек­лектәргә ҡанатландырыр-дәртләндерер изге теләктәре, ышаныс һүҙҙәре барлығын да иҫкә алыу фарыздыр.

Ә иң мөһиме – шағир күкрәгендә Әсә һөтө менән ингән, бишек йыры менән күңеленә һеңгән, тыуған тупрағы менән ҡөҙрәтләнгән, заман елдәренә дөрләп-ялпылдап асылған талант уты ҡабынғайны.

Рауил Бикбаевтың шиғриәтенә хас булған төп идея-тематик мотивтар китаптан-китапҡа тәрәнәйә, заман һулышына һиҙгерлеге арта. Уның тормошо һәм ижады хаҡында махсус китап яҙған, фекер ҡеүәтенең ижадының төрлө амплитудаларҙа тирбәлеүенә иғтибар йүнәлткән академик Ғайса Хөсәйеновтың билдәләүенсә, шағир Ер шарының һәр тарафынан иҫкән ҡаты елдәрҙе, тетрәнеүҙәрҙе йәһәт тоя, шатлыҡлы һәм хәүефле өн-тауыштарҙы сос ишетә, хәл-ваҡиға­ларҙы зирәк күрә. Ул планетабыҙҙың бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн изге ғәм менән янған илаһи бер затҡа әйләнә.

Йәшәүҙәр юҡ хәҙер күңелдәрҙе
Вайымһыҙлыҡ менән иркәләп,
Бөгөн әгәр күҙһеҙ, телһеҙ булһаҡ,
Күҙһеҙ, телһеҙ булыр Иртәгә.
“Мәңгелек мәл” (1985).
Шағирҙың көн ҡаҙағына һуғыр эпик ҡоласлы “Ностальгия”, “Барокамера”, “Мөсәл ярым ғүмер”, “Мәңгелек мәл”, “Халҡыма хат”, “Һыуһаным – һыуҙар бирегеҙ!”, “Система”, “Хазина” кеүек поэмаларындағы юғары гражданлыҡ тойғоһо, публицистик үткерлек, ювелирҙарса эшләнеүҙән балҡып торған образдар муйынсағы, көслө уй-фекерҙәр үҫеше уның тынғыһыҙ эҙләнеүҙәре, күңел һыҙланыуҙары, йөрәк ярһыуҙары һәм һағыштары емеше булып тыуғандыр. Уның шиғриәте күп ҡырлы, төрлө йүнәлешле, тәрән мәғәнәле.

Һүҙ уңайында ғына булһа ла әйтеп киткәндә, уның фәлсәфәүи лирикаһы үрнәктәре (“Кеше йылы”, “Ностальгия”, “Эҙләйем”, “Каруанһарай”, “Мөсәл ярым ғүмер”, “Мәңгелек мәл” поэмалары, “Там­ғалы уҡ” хикәйәте, “Йыр” балла­даһы һәм күп шиғырҙары), ғөмүмән, бөтә ижады кеүек үк, махсус өйрәнеүҙе көткән айырым бер өлкә, күтәрелмәгән сиҙәм.

Шағир – үҙе тасуирлаған хәл-ваҡиғаларҙың тәбиғәтенә, рухына ҡулай килгән поэтик формалар, шиғри саралар, ритмик моңон-көйөн табыу йәһәтенән дә гел эҙләнеүсән, уңышлы асыш-табыштарға юлығыусан новатор әҙип тә. Ул башҡорт халыҡ ижадының ҡобайыр кеүек классик өлгөләренән алып, М. Аҡмулла, Ш. Бабич, М. Ға­фури, М. Буранғолов һәм хәҙерге заман шағирҙарының поэтик үрнәктәренәсә иғтибарлы булып, Б. Бикбай, Башҡорт­остандың халыҡ шағирҙары Р. Ниғмәти, М. Кәрим, Н. Нәжми, Р. Ғарипов традицияларын яңы бейеклеккә күтәреп, бары тик үҙенә генә хас образлылыҡ, стиль, форма төрлөлөгө йәһәтенән үҫтереүҙә арымай-талмай эшләй.

Рауил Бикбаевтың ХХI быуат башында яҙған поэмаларының береһе “Хазина” тип атала. Лиро-эпик пландағы был әҫәр З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары тарафынан ҙур сәхнәлә ҡуйылды – “шиғри театр” булараҡ яңғыраны (ҡуйыусыһы – профессор Т. Д. Бабичева), Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә “Бүләккә – китап” сувенир серияһында айырым баҫылып та сыҡты.

Киң ҡатлам уҡыусыларҙың ихтирамын яулаған “Хазина” поэмаһы әлеге осорҙоң ярһыу кисерештәрен билдәләй торған әҫәр булып та иҫтә ҡалды.
“Һуғыш йә йот булмаған имен көндәрҙә лә күпме хәтәр юғалтыуҙар аша табылғас, ысынмы әле ул – йәшәү тигән был бәхет, именме һуң әле көндәребеҙ?” тип ирекһеҙҙән уйға ҡала лирик герой.

Төҙөгән ырыу шәжәрәһендә теркәл­гән улы менән киленен юғалтҡан, аҙаҡ ейәненән дә яҙған Юлдаш бер үҙе тороп ҡалғас, һуңғы ҡыпсаҡ – һуңғы башҡортҡа ишара түгелме поэманың финалы? Күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй генә уйланырға саҡыра беҙҙе халыҡ шағиры. Ана уның ҡорҙашы – Юлдаш та әсе төтөн, күҙ йәштәре аша “баҡса тулып алма тумалғанын” күрә. Алға ҡарап, шөкөр итәйек.

Дәүләтте дәүләт иткән бына ошо Ер, Ил, Тел, Рух – үҙен башҡортмон тип һанаған ватандаштарыбыҙҙың береһен дә битараф ҡалдырмай торған мәңгелек төшөнсәләр. Ул – намыҫ та, бурыс та, оло гражданлыҡ яуаплылығы ла.

* * *
Халыҡ шағиры һәм күренекле ғалим Рауил Бикбаевтың ижады – барлыҡ башҡорт әҙәбиәтенең, бөтә башҡорт милли һүҙ сәнғәтенең мәртәбәһе, меңләгән әҙәбиәт һөйөүселәребеҙҙең, тимәк, барлыҡ халҡыбыҙҙың һүнмәҫ-һүрелмәҫ рухи ҡаҙанышы ул.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев үҙенең күп яҡлы, күп ҡыллы, моңло һәм нурлы, тәрән һәм яҡты ижады менән туған халҡын, меңләгән шиғыр йәнле уҡыусыларын артабан да һөйөндөрөр, башҡорт әҙәбиәтен күп милләтле Рәсәй әҙәбиәте киңлектәренә – яңы бейеклектәргә әйҙәр.

Данлы юбилейың менән, башҡорт әҙәбиәтенең һаман да “төпкә егелгән йөк аты”, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы азаматы, йәмғиәтебеҙҙең тынғыһыҙ аҡһаҡалы!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 34

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 85

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 97

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 135

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 113

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 318

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 157

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 109

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 65

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 120

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Мәшһүр шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлиди, эмиграцияға китер алдынан “Башҡорт халҡына хушлашыу хатын” яҙып,...

Тотош уҡырға 152

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..”

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..” 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнөндә, шәхестең ижадына, тормош...

Тотош уҡырға 165