Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Кәмһетелгәндәр” сәхнәгә сыҡты

Йәштәр театрының ижад өлгөләре.


Театр сәнғәтендә ҙур ваҡиға – М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Зәйнәб Биишеваның “Яҡтыға” трилогияһының беренсе романы буйынса “Кәмһетелгәндәр” спектакленең премьераһы булды. Ҡуйыусы режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөсәлим Күлбаев.

Башҡорт рухы – рус телендә

Спектакль рус труппаһы тарафынан ҡуйылып, рус телендә барыуына ҡарамаҫтан, башҡорт рухы менән һуғарылған. Граждандар һуғышы, революция йылда­рын­дағы төпкөл башҡорт ауылында барған ваҡиғаларҙы һүрәтләү тағы шуныһы менән алдыра: әҫәрҙә ҡайғылы, аяныслы хәлдәр күп булһа ла, ижади төркөм тама­шасыларға башкөллө төшөнкө­лөккә бирелергә юл ҡуймайынса, урыны-урыны менән көлкөлө мәлдәр, сатирик образдар тыуҙы­рыуға өлгәшкән.

“Кәмһетелгәндәр” романын бала саҡта уҡығайным, ҡайһы бер мәл­дәре хәтерҙән юйылып та бөткәйне. Йәштәр театрына рәх­мәт – тамаша барышында бары­һын да бермә-бер хәтергә төшөрөп ултырҙым. Был спектаклде сәхнәләштереүҙең уңышлы булыуы һәм уның авторҙарының ике сәғәт эсенә әҫәрҙең мөһим хәл-ваҡиғаларын һыйҙыра алыуы хаҡында һөйләй.

Апалы-һеңлеле Емеш (Зарема Сәйетмәмәтова), Йәнеш (Элина Гусева), Бибеш (Светлана Бронникова) – әҫәрҙең төп геройҙары. Актри­саларҙың шул заман шаң­дауын, бала күңелен тойоп уйнауы һоҡландыра. Ҡыҙҙарҙың атаһы Байгилдене һынландырған Салауат Нурисламовтың уйыны ла ышандыра – уға ҡарайһың да ярлылығы арҡаһында мөмкинлеге сикләнгән, ерһеҙ йонсоған, балалары өсөн үҙәге өҙөлгән, илдәге үҙгәрештәргә лә битараф ҡала алмаған, яңы ҡатыны Сәрбиямал­ға ла ярарға тырышып, ҡырҡҡа ярылған шул дәһшәтле ваҡыттар­ҙағы ирҙең хәсрәтен тойғандай булаһың.

Сәрбиямал тигәндән, Карина Фәтхиеваның ошо ролдә сағыу образ тыуҙыра алыуы күңелгә ятты. Үгәй әсә – Зәйнәб Биише­ваның трило­гияһында иң яһил, иң кире геройҙар­ҙың береһе. Әҫәрҙе уҡыу менән, ул елле кәүҙәле, киң яурынлы, тупаҫ йөҙлө ҡатын булып күҙ алдына баҫа. Спектаклдә беҙ бының киреһен күҙәтәбеҙ – Сәрбиямал нескә билле, һылыу йөҙлө, әммә был уның яуыз күңелен, яһиллығын аҡла­май. Был йәһәттән актрисаның һөнәри талантын билдәләмәү мөмкин түгел.

Романды уҡыған һәр кем Сәлимә менән Хамматтың һоҡ­лан­ғыс та, тетрәнгес тә мөхәббәт тарихын иҫләйҙер. “Кәмһетел­гәндәр” спектаклендә был сюжет һыҙы­ғына ла айырым иғтибар бүленгән. Сая, тура һүҙле, ҡыйыу, алсаҡ, изге күңелле Сәлимәкәйҙе Аида Күлбаева башҡарһа, батыр, ғәҙел, халҡының яҡты киләсәге өсөн йәнен-тәнен аямаған Хамматты Вадим Ҡылысов уйнаны.

Бибеш менән Хисбулланың ғаилә тарихы ла ҡыҙыҡлы: йәшләй генә көсләп кейәүгә бирелгән Бибеш тәүҙә бейеме тарафынан ҡыйырһытылып йәшәй, Хисбулла менән дә аралары тейешле юлға төшкәнсе ярайһы уҡ ваҡыт үтә. Әммә тора-бара улар араһында бер-береһенә иғтибар, ихтирам арҡылы һөйөү хистәре ярала. Бибеш ейән табып биргәс, Таибә лә килененә мөнәсәбәтен үҙгәртә. Романда һүрәтләнгән ваҡиғалар­ҙың барыһы ла һыйған спектаклгә. Хисбулла ролендәге Заһир Ярул­линға, Таибәне уйнаған Альбина Кашановаға оҫталыҡтары өсөн афарин тип кенә әйтергә ҡала.

Иштуғандың (Дмитрий Гусев) яныу-ярһыуҙары, уның дуҫы Әхәт (Евгений Лопатин) менән революцияны ҡуш ҡуллап ҡаршы алыуҙары, Айһылыу (Иванна Калмыкова) менән мөхәббәте, ауыл йәштәре менән бергәләп Муллаға (Марат Сәйфуллин) ҡаршы тороу­ҙары киҫкен ваҡиғалар аша ма­уыҡ­тырғыс итеп һынландырылған.

Һатыбал (Азат Маликов), Әхмәт­ша (Рәмзил Сәлмәнов) кеүек кире геройҙар спектаклгә, руссалап әйткәндә, “борос” өҫтәп ебәрҙе, әҫәрҙең төп идеяһының береһе яҡшылыҡ менән яманлыҡ көрәшен тулыраҡ һынландырырға ярҙам итте.

Өммөкәйҙе уйнаған Гөлшат Ғайсина спектаклде музыкаль яҡтан биҙәүсе төп көс булып торҙо. Уның моңло тауыш менән баш­ҡорт халыҡ йырҙарын баш­ҡарыуы тамашаны мәғәнәүи яҡтан тулы­ландырҙы, башҡорт халҡы­ның ул ваҡыттағы ғөрөф-ғәҙәттәрен сәхнәләштерергә ярҙам итте.
Ғөмүмән, премьера уңышлы уҙҙы. Тамаша һуңында “Ниңә спектакль башҡорт телендә түгел?” тигәнерәк фекерҙәр ишетелде. Уларға яуап итеп шуны әйтер инем: Зәйнәб Биишеваның мәш­һүр романын, башҡорт халҡы­ның шул замандағы көнкүрешен, зарлы йәшәйешен, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының революцияға тиклемге ауыр тормошон, етем ҡалған балаларҙың аяныслы бала сағын мөмкин тиклем күберәк кеше ҡараһа, насармы ни?!


Сәй табынындағы әңгәмә

Театр үҙ тамашасыһын икенсе яңы спектакль менән ҡыуандырмаҡсы: башҡорт труппаһы Зәйнәб Биише­ваның әҫәре буйынса “Мөхәббәт һәм нәфрәт”те сәхнәгә сығарасаҡ. Әле спектакль өҫтөндә ҡыҙыу эш бара.
М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры режиссер­ҙары һәм актерҙары сәй табынында журналистар менән осрашыуҙа ошо хаҡта һөйләште.

– Беҙ башта был әҫәрҙе мюзикл булараҡ ҡуйырға уйлағайныҡ, – ти режиссеры Рөстәм Хәкимов, – әммә уны уҡып сыҡҡас, күберәк хикәйә­ләүгә ҡоролғанын аңланыҡ. Беҙҙең алға ла ҙур күләмле әҫәрҙе нисек бер спектаклгә һыйҙырырға, тигән һорау килеп баҫҡас, “Титаник” фильмындағы алымды ҡулланырға булдыҡ – бер мөхәббәт тарихы фонында – ҙур фажиғә. “Мөхәббәт һәм нәфрәт”тә мөхәббәт – үҙе бер стихия. Диңгеҙ, Ел, Ай, Ҡояш – барыһы ла беҙҙең спектаклдә тере йән эйәләре.

Шулай уҡ “Ни өсөн театрҙа балалар өсөн әкиәттәр башҡорт телендә түгел?” тигән бик етди һорау күтәрелде һөйләшеүҙә. Театр директоры Азат Йыһаншин был һорауҙың урынлы икәнен билдә­ләне. Проблеманың төп сәбәбе – тамашасы булмауҙа. Театр өсөн план үтәлеүе мөһим, ә был тулы зал йыйыуҙы талап итә.

– Был мәсьәлә өсөн беҙҙең дә йөрәк әрней. Башҡорт телен үҫтереү хаҡында һүҙ бара икән, был йәһәттән ошондай күренештәргә лә иғтибар бүлергә кәрәктер, – тине Азат Нәзир улы.

– Бындай хәл үҙебеҙҙең әүҙем булмағанлыҡтан килә, – тине Милли йәштәр театрының әҙәби-драматургия бүлеге етәксеһе Шәүрә Шәкүрова. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең халыҡҡа һүлпәнлек хас. Башҡорт әкиәттәренә йөрөмәү, башҡорт китаптарын һатып алмау ҙа ғәҙәти.

Төбөнә төшөп уйлап ҡарағанда, был – бик етди проблема, һәм ул баш ҡалабыҙҙың ғына түгел, республикабыҙҙың башҡа милли театрҙарына ла ҡағыла. Был осраҡта “балыҡ башынан серей” тигән әйтем урынлылыр, сөнки ба­лаһына башҡорт телен өйрәтмәгән, милли рухта тәрбиә бирмәгән ата-әсә уны башҡорт телендә үткән мәҙәни сараларға ла йөрөтмәйәсәк. Театрҙарҙың Өфөлә генә түгел, хатта шул уҡ Сибайҙа башҡорт әкиәттәренә тулы зал йыя алмауы – бик аяныслы күренеш. Һәм мәсьәлә хәл итеүҙе талап итә.

Һөйләшеүҙә ҡатнашҡан актерҙар Илгиз Таһиров, Рәмзил Сәлмәнов, Алтынай Хамматова, Зарема Сәйетмәмәтова һәм башҡалар үҙҙәренең яратҡан сәхнә әҫәрҙәре менән уртаҡлашты.

– Мин дә, башҡалар кеүек, үҙ театрымдың патриоты, бында ғәжәпләнерлек урын юҡ, тип уйлайым, – тине Алтынай һәм театр ҡуйған спектаклдәрҙе ҡат-ҡат ҡарауы хаҡында әйтеп үтте.

– Миңә үҙебеҙҙә барған “Левушка” спектакле оҡшай, – тине Рәмзил Сәлмәнов, – яңыраҡ уны ҡарағанда ошондай хәл булды: минән артта ултырған оло йәштәге ике апай, спектаклдә христиан динлеләр хаҡында һүҙ барһа ла, уның мосолмандар тураһында ла икәне хаҡында һөйләшеп ултыр­ҙылар. Ҡыҙығып китеп диктофонымды ла ҡабыҙҙым хатта.

Милли йәштәр театры журналист халҡына айырыуса иғтибарлы һәм ихтирамлы. Сәй табынында ошондай йәнле һөйләшеүҙәр хеҙмәт­тәшлек ептәрен нығытыуға булыш­лыҡ итә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 34

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 85

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 97

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 135

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 113

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 318

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 157

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 109

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 65

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 120

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Мәшһүр шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлиди, эмиграцияға китер алдынан “Башҡорт халҡына хушлашыу хатын” яҙып,...

Тотош уҡырға 152

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..”

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..” 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнөндә, шәхестең ижадына, тормош...

Тотош уҡырға 165