Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәңге йәшәр сәсән рухы
Биш йыл рәттән районыбыҙҙа үткәрелеп килгән сәсәндәрҙең төбәк фестивале быйыл билдәле фольклорсы, драматург, халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналды.

Мәҙәни сара башҡорт лицейында башланды. Әйткәндәй, был белем усағы 2004 йылдан алып башҡорт әҙәбиәте классигының исемен йөрөтә. Халыҡ сәсәне бю­сы алдына сәскә һалыу тантана­һында сығыш яһап, билдәле фольклорсы, филология фәндәре докторы, яҡташыбыҙ Розалия Солтангәрәева: “Әҫәрҙәре ауыҙ-тел ижады ынйыларының алтын фондына ингән Мөхәмәтша Буран­ғоловтың баһалап бөткөһөҙ ижади эшмәкәрлеге башҡорт тарихынан, халыҡтың рухи донъяһынан айы­рыл­ғыһыҙ, бының өсөн ул хатта милләтселектә ғәйепләнеп, эҙәр­лек­ләүҙәргә дусар ителгән”, — тип билдәләне. Район хакимиәте баш­лығы урынбаҫары Закуан Әхмәтов та уҡыусыларҙы туған телебеҙҙе яратырға, тормош юлы һәм ижады ошо мәктәп менән тығыҙ бәйле мәшһүр сәсәндең иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡларға саҡырҙы.

Район мәҙәниәт һарайында фес­тивалде асыу тантанаһы бик сағыу тамаша менән башланды. Сәхнәлә ағинәйҙәр доға ҡылып, мөнәжәт әйтте. Бөйөк башҡорт сәсәндәре исемдәрен атап, ҡы­лыс­тан да үткер һүҙ көсөн, сәсән­лек рухын һаҡлау, уны быуындан быуынға тапшырыу тураһында ант биреү йолаһы атҡарылды. Киң майҙанға сыҡҡан бөгөнгө сәсән ижадын һаҡлаусылар ҙа был матур тамашаға ҡушылды.

Сәсәндәрҙең бишенсе төбәк бәйгеһендә Миәкә, Дәүләкән, Бүздәк, Бөрйән һәм Әлшәй райондарынан вәкилдәр ҡатнашты.

– Борондан сәсәндәр һәр йыйын­дың, һәр байрамдың биҙәге бул­ған, улар һабантуйҙарҙа, осра­шыу­ҙарҙа сығыш яһаған, илдә барған теге йәки был ваҡиғаға үҙ фекерен белдергән. Бөгөн ошо бәйгегә килеп, һүҙен әйткән, оҫталығын күр­һәткәндәрҙең һәр ҡайһыһына ихлас рәхмәтемде еткерәм. Иң ҡыуаныс­лыһы — ошо күркәм сарала өлкән быуын вәкилдәре менән бер рәттән балаларҙың да һынау тотоуы. Тимәк, сәсәнлек сәнғәте киләсәктә лә юғалмаясаҡ, – тине баһалама рәйесе Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы.

Сәсәндәр бәйгеһендә сәхнәнән халҡыбыҙҙың билдәле эпостары һәм риүәйәттәре, мөнәжәттәр, ҡобайырҙар яңғыраны, шулай уҡ үҙ ижад емештәрен тәҡдим итеү­селәр ҙә аҙ булманы. Бәйгеселәр 16 йәшкә тиклемге һәм унан өлкәнерәктәр төркөмөндә сығыш яһаны. Ҡармыш ауылынан алты йәшлек Әлмир Әхтәмов иң кескәй ҡатнашыусы булһа, Яңы Сәпә­штән Гөлсәмсә Әхмәҙиеваға 88 йәш ине.

Был көндә Әлшәй майҙанында һынау тотҡан һүҙ оҫталарының барыһына ла “Сәсәндәрем, килегеҙ!” төбәк фестиваленең иҫтәлекле бүләктәре тапшырылды. Ә номинацияларҙың иҫәбе-һаны юҡ ине. Хәйер, был әллә ни мөһим дә түгелдер, моғайын. Сәсәнлек рухына, туған телгә тоғролоҡ өсөн сәхнәгә сығып үҙ һүҙен әйткән һәр кем бүләккә лайыҡ, әлбиттә.

Автор: Фәнүзә СУФИЯНОВА
Фото: Әлшәй районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Әйлеләрҙең оранынан яралдым"

"Әйлеләрҙең оранынан яралдым" 17.03.2019 // Әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов шиғырҙарын яттан һөйләүселәр араһында...

Тотош уҡырға 59

Гонаһ шомлоғо (Юмореска)

Гонаһ шомлоғо (Юмореска) 15.03.2019 // Әҙәбиәт

Кисә генә күршеләренә инеп: – Уй, минең иремдең ҡулы алтын, ана, мунсаны нисек ҡойоп ҡуйҙы. Тәтәй...

Тотош уҡырға 267

Әхмәт Сөләймәновты иҫкә алабыҙ

Әхмәт Сөләймәновты иҫкә алабыҙ 15.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, башҡорт әҙәбиәте ғилеме белгесе, фольклорсы, юғары мәктәп...

Тотош уҡырға 62

Ысын ир-егеттән дан ҡала

Ысын ир-егеттән дан ҡала 13.03.2019 // Әҙәбиәт

Ул шәхестәр беҙҙең аранан киткәнгә апаруҡ ваҡыт үткән, шуға күрә улар хаҡында календарға ғына...

Тотош уҡырға 104

НОВЕЛЛАЛАР

НОВЕЛЛАЛАР 08.03.2019 // Әҙәбиәт

Туғандарың ҡәҙере...

Тотош уҡырға 142

Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ

Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ 05.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалы районы мәктәптәрендә Халыҡ-ара туған тел көнөн тантаналы билдәләү матур йолаға әүерелгән....

Тотош уҡырға 92

Бер тел дә башҡаһынан кәм түгел

Бер тел дә башҡаһынан кәм түгел 05.03.2019 // Әҙәбиәт

Нефтекама ҡалаһының электрон модель китапханаһында “Туған тел – туған телмәр” тип аталған фольклор...

Тотош уҡырға 76

Ниғмәтиҙән Шәрәфигә тиклем...

Ниғмәтиҙән Шәрәфигә тиклем... 01.03.2019 // Әҙәбиәт

Яҙҙың тәүге көнө тарихи ваҡиға менән башланып китте: "Юлдаш" радиокомпанияһы "Тыуған илкәйемде...

Тотош уҡырға 132

Яҙыусы исемен – лицейға!

Яҙыусы исемен – лицейға! 01.03.2019 // Әҙәбиәт

Февраль урталарында Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала күренекле башҡорт яҙыусыһы Ғәли...

Тотош уҡырға 184

Ветеран (Хикәйә)

Ветеран (Хикәйә) 01.03.2019 // Әҙәбиәт

Өсөнсө көн тигәндә мәҡәлә гәзиттең беренсе битендә донъя күрҙе. Һүҙ менән һаҡ эш иткән тәжрибәле...

Тотош уҡырға 192

Ир әйтерҙе кем әйтһен

Ир әйтерҙе кем әйтһен 01.03.2019 // Әҙәбиәт

Бәндәгә илһам биргән сығанаҡтар. Бөгөнгө йәшәү торошо ярайһы ҡатмарлы заманда әҙәбиәт, шиғриәт...

Тотош уҡырға 223

“...Аяҡ осона һаҡ баҫып, ҡарап тора һымаҡ яҙ”

“...Аяҡ осона һаҡ баҫып, ҡарап тора һымаҡ яҙ” 01.03.2019 // Әҙәбиәт

Февраль әле. Бары февраль. Ә күктәр шундай аяҙ. Аяҡ осона һаҡ баҫып, Ҡарап тора һымаҡ яҙ....

Тотош уҡырға 198