Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Мин һеҙгә ғашиҡ булдым!”
Күңелгә һағыш оялаған да аҡ ҡағыҙға шиғыр юлдары булып теҙелә. Ә шиғырҙар үҙенә уҡыусылар, тың­лау­сы­лар һорай... Мин үҙем “Көҙ­гө нағыш... Әллә һа­ғыш?” әҙәби кисәһе тип янам.

Инде дүртенсе йыл рәттән йәш шағирҙар тарафынан ойошторола был сара. Ул минең һағышымдың да, шиғырҙарымдың да һыуһынын ҡандыра, күңелде тынысландыра. Әллә быға сараның шиғырҙарға шәм яҡтыһы, йылы сәй, гитара моңо ҡушылыуы булышлыҡ итәме? Әллә үҙем кеүек үк шиғриәт тип янып йөрөгән кешеләр менән осрашыуым, аралашыуым шулай тәьҫир яһаймы?

“Көҙгө нағыш... Әллә һағыш?” шиғриәт кисәһе аудиторияһының йылдан-йыл киңәйеүе ҡыуандыра. Тимәк, халыҡҡа оҡшай, һәм беҙ дөрөҫ юлдан барабыҙ. Быға тама­шасыларҙың кисәнән һуң рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәүе — тағы бер дәлил. Һуңынан бер нисә көн буйы телдән төшөрмәй һөйләйҙәр. Хатта йыл буйы киләһе “Көҙгө нағыш... Әллә һағыш?” сараһын махсус көтөүселәр ҙә бар. Арттырмайым, шундайҙар менән арала­шырға насип булды.

Уларҙың араһында байрамы­быҙға мәртәбә өҫтәп, уның кимәлен яңы баҫҡысҡа күтәргән халыҡ ша­ғир­ҙары Рауил Бикбаев, Ҡәҙим Арал­бай, Яҙыусылар союзы идара­һы рәйесе Зәки Әлибаев, йәш ҡәләм тибрәтеүселәрҙең күптән яҡын дуҫына әйләнгән, уларҙың һәр башланғысын хуплаған шағирә Лариса Абдуллина, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы Луиза Сәмситова һәм башҡа ҡунаҡтар кисәгә йәм, ғәм өҫтәне.

Рауил Бикбаев үҙ сығышында йәштәрҙең ошолай шиғыр уҡырға йыйылыуын, шиғри кисәләр ойоштороуын хупланы, хәҙерге заманда ижад итеү өсөн уңайлы шарттар булыуын билдәләне. Ҡәҙим Аралбай ошондай сараның Аҡмулла исемен йөрөткән уҡыу йортонда уҙғарылыуының осраҡлы түгел икәнен билдәләне, сөнки Аҡмулла мәғрифәтсе генә түгел, мәшһүр шағир ҙа булған.

“Ҡош юлы” башҡорт бард фес­тивале йәштәр араһында бик популяр. Унда ҡатнашыусылар иһә бөтә республикабыҙға билдәле йондоҙҙарға әүерелде. Шул йондоҙ­ҙар бөгөн “Көҙгө нағыш... Әллә һағыш?” сараһының сәхнәһендә лә балҡыны. Тимур Йосопов, Миңзәлә Яхина, Ренат Абдулов барыһын да йырлы күстәнәстәре менән һыйла­ны. Шул уҡ “Ҡош юлы” бард фес­тивале сиктәрендә уҙғарылған, яңы исемдәр асҡан шиғриәт бәйгеһендә еңеүселәр Ғәзиз Әбделмәнов, Нәркәс Ҡәйепҡолова, Лилиә Ҡаһар­манова, Руфина Лоҡманова йөрәк һүҙҙәре менән уртаҡлашты.

БДПУ-ның “Тулҡын” һәм БДУ-ның “Шоңҡар” әҙәби берекмәләре араһында күптән дуҫлыҡ күпере һа­лынған. Ике берекмәнән дә ҡыҙ­ҙар-егеттәр шиғырҙарын уҡыны, өмөтлө, тырыш йәш шағир Артур Ғабдуллин барыһын да үҙенең ижад кисәһенә саҡырҙы.

Быйылғы “Көҙгө нағыш... Әллә һағыш?” уҙған быуаттың 30-сы йылдарындағы романтикаһы менән юҡҡа ғына һуғарылмаған. Есенин, Маяковскийҙы ярата йәштәр, күп кенә шиғырҙарын яттан белә. Лилиә Хәлилова Маяковскийҙың “Лиличке” шиғырын үҙе тәржемә итеп уҡыны, һәләтле ҡыҙ ябай ғына телдә шиғырҙың мәғәнәһен асып һалыуы менән арбаны.

Был саралағы мөхиттән күңел майшәм менән бергә ирей... Иремәһә, Рауил Бикбаев кисә аҙағында: “Мин һеҙгә ғашиҡ булдым!” — тип әйтер инеме?

Кисәлә оло шағирҙарҙың булыуы юҡҡа түгел. Йәш ижадсылар менән өлкән быуын һүҙ оҫталары араһын­дағы күперҙе нығытыу мөһим, сөнки уларға йәштәрҙең, иғтибары, ә беҙгә кәңәштәр кәрәк. Был йәш ижад­сы­ларға әҙәбиәт донъяһында үҙҙә­рен ҡыйыуыраҡ тоторға ярҙам итер ине.
“Көҙгө нағыш... Әллә һағыш?” шиғри-акустик кисәһендә мөһим күренештәрҙең береһе — “Ҡыл” йәш шағирҙар хәрәкәте төҙөлөүе хаҡында хәбәр иттек. “Ҡыл” – шағирҙың һәр донъяуи күренештән моң сығарыусы күңел ҡылы ғына түгел, әҙәбиәтебеҙҙе яңы кимәлгә күтәрерлек эштәр ҡылыу ҙа ул. “Көҙгө нағыш... Әллә һағыш?” шиғриәт кисәһе һәр йылдағыса ҡанатландырҙы, илһамландырҙы ғына түгел, быйыл яңы кимәлгә күтәрелеүе менән ҡыуандырҙы, уны ойошторған йәштәрҙең ҡыйыу аҙымдары менән хайран ҡалдырҙы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 37

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 60

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 47

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 138

Беҙ – бер “Тулҡын”да!

Беҙ – бер “Тулҡын”да! 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм, ғөмүмән, ижад юлында төрлө ауырлыҡтар була. Ә ижадтың башында торған, һәләтле...

Тотош уҡырға 48

Зәки ӘЛИБАЕВ: “Яҙыусы – рухиәт донъяһының илсеһе”
Ағайым мәҙәктәре

Ағайым мәҙәктәре 19.03.2019 // Әҙәбиәт

...Йомортҡа ла ашаманы...

Тотош уҡырға 110

"Әйлеләрҙең оранынан яралдым"

"Әйлеләрҙең оранынан яралдым" 17.03.2019 // Әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов шиғырҙарын яттан һөйләүселәр араһында...

Тотош уҡырға 76

Гонаһ шомлоғо (Юмореска)

Гонаһ шомлоғо (Юмореска) 15.03.2019 // Әҙәбиәт

Кисә генә күршеләренә инеп: – Уй, минең иремдең ҡулы алтын, ана, мунсаны нисек ҡойоп ҡуйҙы. Тәтәй...

Тотош уҡырға 333

Әхмәт Сөләймәновты иҫкә алабыҙ

Әхмәт Сөләймәновты иҫкә алабыҙ 15.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, башҡорт әҙәбиәте ғилеме белгесе, фольклорсы, юғары мәктәп...

Тотош уҡырға 76

Ысын ир-егеттән дан ҡала

Ысын ир-егеттән дан ҡала 13.03.2019 // Әҙәбиәт

Ул шәхестәр беҙҙең аранан киткәнгә апаруҡ ваҡыт үткән, шуға күрә улар хаҡында календарға ғына...

Тотош уҡырға 127

НОВЕЛЛАЛАР

НОВЕЛЛАЛАР 08.03.2019 // Әҙәбиәт

Туғандарың ҡәҙере...

Тотош уҡырға 160