Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шағир рухын шатландырып...
Шиғриәтте яратҡан һәр кем Рәшит Назаров ижады менән таныштыр. Уның фәлсәфәүи шиғырҙарын уҡып, берсә уйланаһың, берсә ғәжәпләнәһең. Ижады аша донъя, йәшәү матурлығын тояһың, үҙең эҙләгән һорауҙарға яуап табаһың.

Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылы халҡы бөйөк шағир ерендә йәшәүе менән үтә лә бәхетле. Рәшит Назаровтың илһам сығанағы булған йәмле Өршәк буйҙарын күреү, ярындағы серле ҡамыштарына һоҡланыу, ялан-ҡырҙарын гиҙеү, шағир йөрөгән юлдарҙан йөрөү – ҙур ғорурлыҡ ул.

Зыялы ауылдаштары, яҡташтары әҙәбиәт күгендәге яҡты йондоҙға тиң таланттың ижадын үлемһеҙ итеү теләге менән янып йәшәй. Уның тормош юлын сағылдырған стендтар райондағы музей­ҙар­ҙы биҙәй, ижадына арналған бихисап саралар мәктәптәрҙә, китапханаларҙа ойошторола.
Быйыл да, былтырғы башланғысты дауам итеп, Талбазы башҡорт гимназияһында “Назаров уҡыуҙары” үтте. Әлшәй, Ҡырмыҫ­ҡалы, Ғафури, Дәүләкән райондарынан һәм Стәрлетамаҡ, Ишембай ҡалаларынан оҫта шиғыр һөйләүсе йөҙгә яҡын уҡыусы килде. Был мәртәбәле сараға Өфө ҡалаһынан яҙыусылар, билдәле шәхестәр саҡырылды.

Тәүҙә “Киң мәғлүмәт сараларының үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙәге роле” темаһы буйынса фекер алышыу эшлекле һәм йәнле барҙы. “Башҡортостан уҡытыу­сыһы” журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов үҙ сығышында уҡытыусы­ларҙы журнал биттәрендә аралашыуға саҡырҙы.

– Иҫәп өсөн генә яҙылыуҙы хупламайым, журналды бөтә педагогтар өсөн тәжрибә майҙансығына әйләндереү – беҙҙең төп бурыс. Интернет селтәрендә булмаған мәғлүмәтте бары беҙҙең журналдан табырлыҡ итеп эште ойошторғанбыҙ, – тине ул.

Тиражы ун дүрт мең данаға еткән был баҫма уҡытыусыларҙың өҫтәл китабы, педагогик эшмәкәрлектә ҙур таяныс булып тора. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ж. Кейекбаев исемендәге гимназия уҡытыусыһы, журналдың әүҙем хәбәрсеһе З. Шәрәфет­динова: “Йәш уҡытыусыларға ярҙамға килерлек материал күберәк булһын ине”, – тигән теләк белдерҙе. “Ағиҙел” журналының проза бүлеге етәксеһе Салауат Әбүзәров журналдың уҡытыусылар өсөн әһәмиәтен һәм әҙәби әҫәрҙәрҙең ҙур тәрбиәүи сара икәнен билдәләне.

– “Аҡбуҙат” журналы – балаларҙың яратҡан баҫмаларының береһе. Ул сағыу төҫө, мауыҡтырғыс йөкмәткеһе менән кескәйҙәр күңеленә үтеп инә.
Редакция коллективы журналды ҡы­ҙыҡлы һәм уҡыусының иғтибарын йәлеп итерлек итеп сығарыуға ҙур көс һала. Тик ҡайһы бер ғаиләләр, журналға яҙылмайса ҡалып, балаһын рухи аҙыҡтан мәхрүм итеүен аңламай, – тине баш мөхәррир Тамара Юлдашева.

Талбазы башҡорт гимназияһы уҡытыу­сыһы Айгөл Сатлыҡованың уҡыусылары – журналдың яҡын дуҫтары. Улар ижад ит­кән әкиәттәр, хикәйәләр, шиғырҙар, һүрәттәр журнал биттәрендә донъя күрә.

– Был балаларҙы дәртләндерә, төрлө кон­курстарҙа еңеп призлы урындар яулау яңы үрҙәргә ҡанат ҡуя, – тине Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы.
Конференцияны алып барыусы БДУ- ның Стәрлетамаҡ филиалы доценты Ләйлә Солтаҡаева гәзит-журналдарҙың беҙҙең йәмғиәттә ҙур роль уйнауы хаҡында һөйләне, һуңғы йылдарҙа тираждарының кәмеү сәбәптәрен барланы.

– Һәр яҙыусыға фатиханы гәзит-журнал бирә. Кешелек йәмғиәте ниндәй осорҙа йәшәһә лә, идеология менән йәшәй һәм эшләй, – тине Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы. – Шуның өсөн дә тормош уртаһында булам тиһәң, гәзит һәм журналдар уҡыу мотлаҡ.

Конференцияла ҡатнашыусылар Рәшит Назаровтың ижадына арналған күргәҙмә­ләр менән танышты, үҙенсәлекле ҡул эштәре менән бөтә республикаға танылған яҡташыбыҙ Гөлфиә Ханнанованың эштә­ренә һоҡланды.

Бына, ниһайәт, бәйге һөҙөмтәләре лә билдәле булды. Еңеүселәрҙе ҡотлау хо­ҡуғы хөрмәтле ҡунаҡтарға бирелде. Ҡыр­мыҫҡалы районынан килгән уҡытыусылар һәм уҡыусылар үҙҙәрен иң оҫта шиғыр һөйләүселәр итеп танытты. Иҫке Бәпес урта мәктәбенән Ләйсән Ирмәкова төп призға лайыҡ булды. Малай ауылы мәк­тәбенән Динис Ҡоҙаҡаев “Башҡорт” шиғы­ры менән беренсе урынға сыҡты. Шулай уҡ уҡытыусылар араһынан Шәрипҡол мәктәбенән Рәйхана Хәмитова, “Әсә һүҙҙәре” циклынан өҙөктө сәхнәләштереп, бөтәһен дә һоҡландырҙы.

Ғафури районының Красноусол башҡорт гимназияһы уҡыусылары Динә Урманшина, Алһыу Әбделмәнова, Илнара Иҙрисова призлы урындар яуланы.

“Минең ғаиләм башҡорт телендә ши­ғырҙар уҡый” тигән исем аҫтында видеосюжеттар конкурсы ла йәнле уҙҙы. Был бәйгелә Талбазы башҡорт гимназияһынан Булат Бикәнәсовҡа тиңләшеүсе булманы.

Конференцияла Рәшит Назаровтың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән Талбазы башҡорт гимназияһына шағирҙың исемен биреү, уның исемендәге урам, махсус пре­мияһын булдырыу тәҡдиме лә яңғыраны.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Кудакаев Динис
    Кудакаев Динис от 13.12.2018, 19:50
    Минең исемемде инеп ҡалған икән. Рәхмәт!






"Әйлеләрҙең оранынан яралдым"

"Әйлеләрҙең оранынан яралдым" 17.03.2019 // Әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов шиғырҙарын яттан һөйләүселәр араһында...

Тотош уҡырға 59

Гонаһ шомлоғо (Юмореска)

Гонаһ шомлоғо (Юмореска) 15.03.2019 // Әҙәбиәт

Кисә генә күршеләренә инеп: – Уй, минең иремдең ҡулы алтын, ана, мунсаны нисек ҡойоп ҡуйҙы. Тәтәй...

Тотош уҡырға 267

Әхмәт Сөләймәновты иҫкә алабыҙ

Әхмәт Сөләймәновты иҫкә алабыҙ 15.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, башҡорт әҙәбиәте ғилеме белгесе, фольклорсы, юғары мәктәп...

Тотош уҡырға 62

Ысын ир-егеттән дан ҡала

Ысын ир-егеттән дан ҡала 13.03.2019 // Әҙәбиәт

Ул шәхестәр беҙҙең аранан киткәнгә апаруҡ ваҡыт үткән, шуға күрә улар хаҡында календарға ғына...

Тотош уҡырға 104

НОВЕЛЛАЛАР

НОВЕЛЛАЛАР 08.03.2019 // Әҙәбиәт

Туғандарың ҡәҙере...

Тотош уҡырға 142

Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ

Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ 05.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалы районы мәктәптәрендә Халыҡ-ара туған тел көнөн тантаналы билдәләү матур йолаға әүерелгән....

Тотош уҡырға 92

Бер тел дә башҡаһынан кәм түгел

Бер тел дә башҡаһынан кәм түгел 05.03.2019 // Әҙәбиәт

Нефтекама ҡалаһының электрон модель китапханаһында “Туған тел – туған телмәр” тип аталған фольклор...

Тотош уҡырға 76

Ниғмәтиҙән Шәрәфигә тиклем...

Ниғмәтиҙән Шәрәфигә тиклем... 01.03.2019 // Әҙәбиәт

Яҙҙың тәүге көнө тарихи ваҡиға менән башланып китте: "Юлдаш" радиокомпанияһы "Тыуған илкәйемде...

Тотош уҡырға 132

Яҙыусы исемен – лицейға!

Яҙыусы исемен – лицейға! 01.03.2019 // Әҙәбиәт

Февраль урталарында Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала күренекле башҡорт яҙыусыһы Ғәли...

Тотош уҡырға 184

Ветеран (Хикәйә)

Ветеран (Хикәйә) 01.03.2019 // Әҙәбиәт

Өсөнсө көн тигәндә мәҡәлә гәзиттең беренсе битендә донъя күрҙе. Һүҙ менән һаҡ эш иткән тәжрибәле...

Тотош уҡырға 192

Ир әйтерҙе кем әйтһен

Ир әйтерҙе кем әйтһен 01.03.2019 // Әҙәбиәт

Бәндәгә илһам биргән сығанаҡтар. Бөгөнгө йәшәү торошо ярайһы ҡатмарлы заманда әҙәбиәт, шиғриәт...

Тотош уҡырға 223

“...Аяҡ осона һаҡ баҫып, ҡарап тора һымаҡ яҙ”

“...Аяҡ осона һаҡ баҫып, ҡарап тора һымаҡ яҙ” 01.03.2019 // Әҙәбиәт

Февраль әле. Бары февраль. Ә күктәр шундай аяҙ. Аяҡ осона һаҡ баҫып, Ҡарап тора һымаҡ яҙ....

Тотош уҡырға 198