Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Урал батыр”ҙы белгән балала өмөт бар

Улар булғанда илдең киләсәге ҙур.

Һеҙҙең бер урында шундай күп талантлы, белемле, аҡыллы балалар йыйылғанын күргәнегеҙ бармы?
Ә бөтәһенең дә шартлатып тороп башҡортса һөйләшеүе уларға тағы ла һоҡланыбыраҡ ҡарарға мәжбүр итә. Өфөләге Конгресс-холға бөтә республиканан башҡорт телен өйрәнеүҙә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән, төрлө конкурстарҙа еңгән балалар
йыйылды.


Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән Мәғариф министрлығы уңышлы балаларҙы бүләкләү өсөн был көндө осраҡлы һайламаған. Республикала йыл һайын 14 декабрь Башҡорт теле көнө булараҡ билдәләнә. Байрамды бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә үткәреү ҙә символик мәғәнәгә эйә.

Конгресс-холға йәмғеһе 227 бала һәм үҫмер килгәйне. Улар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы интернет аша ойошторған әкиәттәр һөйләү, инша яҙыу, тәржемәләр эшләү, видеороликтар һәм плакаттар төшөрөү буйынса еңгән, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындарға лайыҡ булған. Шулай уҡ Мәғариф министрлығы ойошторған саралар еңеүселәре лә бер юлы бүләкләнде.
Тирә-яҡты иғтибарлап ҡараһаң, йөҙҙәре республикала ғына түгел, ә бөтә илгә таныш балалар ҙа күренә. Шундайҙарҙың береһе – Ләйсән Золотарева. Ул былтыр Рәсәй телеканалының “Синяя птица” проектында ҡатнашып, ҙур уңыш ҡаҙанғайны. “Йондоҙсоғобоҙҙо” урап үтә алманыҡ, әлбиттә.

– Әле бында килеүемдең сәбәбе – йәй көнө уҙған сәсәндәр бәйгеһендә Гран-при яулауым. “Урал батыр” эпосын яттан һөйләнем. Мин уның барлыҡ 4500 юлын да беләм. Шулай уҡ рус телендә лә күп өҙөктәрен ятлағанмын, – тине ҡыҙыҡай.

Ул ошо көндәрҙә Мәскәүҙә Рус география йәмғиәте ғалимдарын бүләкләү тантанаһында ил Президенты Владимир Путин менән оборона министры Сергей Шойгу алдында ла сығыш яһап ҡайтҡан.
– Владимир Владимирович алдында сығыш яһау бик оҡшаны, ул миңә ҡарап йылмайып ултырҙы, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашып та өлгөрҙө Ләйсән.


Башҡорт милли кейемендәге тағы ла бер бәләкәй ҡыҙыҡай иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Биш йәшлек Өфө ҡыҙы Индира Теүәлбаева баш ҡаланың Затон биҫтә­һендә урынлашҡан 18-се балалар баҡсаһына йөрөй, “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсында икенсе урын алыуға өлгәш­кән.

– Башҡорт балалар баҡсаһының башҡорт төркөмөндәбеҙ. Тәрбиәсебеҙ Зөбәржәт Солтанованан шул тиклем уңдыҡ. Ихлас күңелдән балаларҙы туған телебеҙгә өйрәтә, улар менән бик төплө шөғөлләнә. Бәләкәй ҡыҙымды ла, йәше еткәс, ошо уҡ тәрбиәсегә бирергә уйлай­быҙ, – тине ҡыҙыҡайҙың әсәһе Гөлгөнә Теүәлбаева.

Өфөлә йәшәһәләр ҙә, балаларын тик башҡортса һөйләшергә өйрәтә Теүәлбаев­тар. Әле “Тамыр” студияһына шөғөллә­нергә, “Сәңгелдәк” тапшырыуына йөрө­тәләр икән. Артабан уҡырға мотлаҡ башҡорт гимназияһына бирергә әҙерлә­нәләр. Индира бәйгелә “Ярыҡ ялғаш” әкиәте менән сығыш яһаған.

– Мин үҙем Ҡыйғы районынан, иптәшем Өфөнөкө. Өйҙә үҙ-ара ла, балалар менән дә тик башҡортса һөйләшәбеҙ. Уҡытыу­сылар түгелбеҙ, башҡорт теле өлкәһендә лә эшләмәйбеҙ. Бары тик үҙ илебеҙҙең, телебеҙҙең патриоттары, – тип көлә Гөлгөнә.

Балалар өсөн Конгресс-холдағы сара ҙур бер йыйынға әүерелде. Республика­быҙҙың йәш “йондоҙо”, талантлы йырсы Наҙгөл Отузова, “Мин – башҡорт” йырын башҡарып, күптәрҙе рухландырҙы. Көн дауамында балалар өсөн башҡорт телендә алдынғы уҡытыусылар һәм студенттар интерактив майҙансыҡтарҙа шөғөлләнде. Һәр кем үҙенә оҡшаған тема буйынса интеллектуаль уйында ҡатнашты, тағы ла белемен камиллаштырҙы, йәштәштәре менән танышып аралашты.

Балаларға бүләктәрен Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин, республиканың мәғариф министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айбулат Хажин тапшырҙы. Сара матур концерт менән үрелеп барҙы. Күркәм йыйын күңелдә бик матур тойғолар ҡалдырҙы, ысын мәғәнәһендә рухты күтәрҙе.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 78

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 60

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 70

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 96

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 58

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 214

Беҙ – бер “Тулҡын”да!

Беҙ – бер “Тулҡын”да! 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм, ғөмүмән, ижад юлында төрлө ауырлыҡтар була. Ә ижадтың башында торған, һәләтле...

Тотош уҡырға 57

Зәки ӘЛИБАЕВ: “Яҙыусы – рухиәт донъяһының илсеһе”
Ағайым мәҙәктәре

Ағайым мәҙәктәре 19.03.2019 // Әҙәбиәт

...Йомортҡа ла ашаманы...

Тотош уҡырға 128

"Әйлеләрҙең оранынан яралдым"

"Әйлеләрҙең оранынан яралдым" 17.03.2019 // Әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов шиғырҙарын яттан һөйләүселәр араһында...

Тотош уҡырға 84

Гонаһ шомлоғо (Юмореска)

Гонаһ шомлоғо (Юмореска) 15.03.2019 // Әҙәбиәт

Кисә генә күршеләренә инеп: – Уй, минең иремдең ҡулы алтын, ана, мунсаны нисек ҡойоп ҡуйҙы. Тәтәй...

Тотош уҡырға 348

Әхмәт Сөләймәновты иҫкә алабыҙ

Әхмәт Сөләймәновты иҫкә алабыҙ 15.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, башҡорт әҙәбиәте ғилеме белгесе, фольклорсы, юғары мәктәп...

Тотош уҡырға 93