Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сағыу әҙәбиәт баҡсаһына рәхим итегеҙ!
Яңы йылға аяҡ баҫыр алдынан Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә мәшһүр яҙыусы Зәйнәб Биишеваның “Дуҫ булайыҡ” тигән китабы донъя күрҙе. Хәҙерге мәҙәни тормошобоҙҙа оло ваҡиға тип баһаларлыҡ был һоҡланғыс баҫма Башҡортостандың беренсе халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыуҙы тағы бер тапҡыр ололоҡлап һәм бик уңайлы итеп иҫкә төшөрҙө.

Китап — үҫмер балаларға, мәктәп уҡыусыларына ысын-ысындан ҙур бүләк. Нәшриәт­тең был яңы хеҙмәте — Башҡортостанда китап баҫып сығарыу сәнәғәтенең оло ҡаҙанышы, һәр йәһәттән һоҡ­ланғыс баҫма. Иң тәүҙә шуны­һы ғәжәп һәм ҡыҙыҡлы: повесть башҡорт һәм рус телдәрендә баҫылған.

Яңы китап юғары полиграфик кимәлдә башҡарылған. Тыш­лығында ла, эске биттәрендә лә әҫәр геройҙарын, ваҡиға­ларҙы, тәбиғәт күренештәрен күҙ алдына баҫтырған тиҫтәләрсә зауыҡлы һүрәт урын алған. Улар повестың тәьҫир көсөн, ылыҡтырыу ҡеүәһен бермә-бер арттыра. Биҙәлеш мөхәррире А. Мөхтәруллин, мөхәрририәт Р. Зәйтүнова, Ә. Хөснөтдинова, корректорҙар З. Камалова, А. Хәкимова, Г. Попова, Г. Әхмәлетдинова, Р. Әхмәтйәнова китапты юғары сифатлы итеп сығарыуға күп көс һалған. Тиражы – биш мең дана.

Ул тәрән йөкмәткеле, уҡымлы инеш мәҡәлә менән асыла. Авторы — яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор, Зәйнәб Биишева, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премиялар лауреаты Тимерғәле Килмөхәмәтов. Аңлайышлы телдә, фәнни тәрәнлектә яҙылған был мәҡәләлә Зәйнәб Биишеваның бөтә ижадына ҡыҫҡаса күҙәтеү яһала, башҡорт балалар әҙәбиәтендәге данлыҡлы “Дуҫ булайыҡ” әҫәренең бай әҙәби-эстетик донъяһына ентекле анализ һәм баһа бирелә.
Венер ИСХАҠОВ



Зәйнәб Биишева — әҙәбиәттең бөтә жанрҙарында ла бына тигән әҫәрҙәр яҙған күренекле прозаик. Уның иң ҙур әҫәре — “Бер ғүмерҙең тарихы” тигән трилогияһы “Кәмһетелгәндәр”, “Уяныу”, “Яҡтыға” романдарын үҙ эсенә ала. Улар Мәскәүҙә рус телендә баҫылып сығып, төрлө милләт кешеләренең яратып уҡыған китаптарына әүерелде. Эйек йылғаһы (яҙыусының бала сағы үткән ер) Һаҡмарға ҡарай аҡҡан кеүек, Зәйнәб Биишева ижады күп милләтле совет (Рәсәй) әҙәбиәтенә барып ҡушыла.

Әҙәби сифаттар

Зәйнәб Биишева — оҙайлы тормош юлы үткән яҙыусы. “Бер ғүмерҙең тарихы” тигән трилогиянан тыш, “Сәйер кеше”, “Уйҙар, уйҙар”, “Көнһылыу”, “Дуҫ була­йыҡ” повестары, “Ҡайҙа һин, Гөлниса?”, “Далала таң” хикә­йәләре, “Мөхәббәт һәм нәфрәт”, “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикә­йәттәре, “Тылсымлы ҡурай”, “Нә­ҙер” пьесалары, “Салауат аманаты” поэмаһы, күп шиғыр­ҙары, тәнҡит һәм публицистик мәҡәлә­ләре, “Үткән юлдар, уҙған йылдар...” исемле автобиографик яҙмалары бар.

Үҫмер балалар тормошон са­ғылдырған “Дуҫ булайыҡ” повесы рус, шулай уҡ башҡа күп телдәрҙә баҫылып сыҡты, төрлө милләт балаларының яратып уҡыған әҫәренә әүерелде. “Кирәй Мәр­гән”, “Ел-ел арбам”, “Бәхет ҡыҙы” әкиәттәрен дә кескәйҙәр һәр ваҡыт үҙ китабы тип иҫәпләй.

“Дуҫ булайыҡ” повесы 1952 – 1954 йылдарҙа яҙылған. Үҫмер балалар, мәктәп уҡыусылары өсөн тәғәйенләнһә лә, был әҫә­рен яҙыусы айырыуса етдилек, яуаплылыҡ менән ижад иткән тип әйтергә кәрәк. Повестың күп әҙәби сифаттары шул хаҡта һөйләй. Тәүҙә иң шәп һандар иғтибарҙы тарта: әҫәр яҙыу ике йыл дауам иткән. Повеста бөтә­һе 28 бүлек. Балалар һәм үҫмер­ҙәр әҙәбиәте өсөн был, һис шик­һеҙ, ғәҙәти булмаған ҙур күләм, ҙур үлсәүҙәр, һөҙөмтәлә киң ҡоласлы, текем­ләп, тәфсир­ләп яҙылған, эҙмә-эҙлекле композицион ҡоролошло, бер-береһен үҫтереп, дауам иттереп килгән өс тиҫтәгә яҡын бүлектән бер бөтөн булып ойош­ҡан киң тар­маҡ­лы, иркен һулыш­лы, хәрәкәт­сән ынтылышлы эпик полотно барлыҡҡа килгән.

Әҫәр үҙәгендә ике герой — Юлдаш менән Ҡыҙырас. “Ауылда тәүге кис” исемле беренсе бүлектә улар — дүртенсе класты тамамлап, бишенсегә күскән малайҙар. Икеһе ике яҡтан: Юлдаш — Ишембай ҡалаһынан, Ҡыҙырас — Октябрьскийҙан. Уҡыуҙар тамамланып, каникул башланғас, йәйен ял итергә тип, атайҙары уларҙы ауылға өлә­сәйҙәренә алып ҡайтҡан. Бер ауылда, күрше ике ғаиләлә ял көндәрен башлап ебәрә малай­ҙар. Әҫәр аҙағында иһә улар — өлгөргәнлек аттестаты алған үҫмер егеттәр.

Ошо биш-алты йыл арауығын­да Юлдаш менән Ҡыҙырастың башынан үткән ваҡиғалар барышында яҙыусы, хәтергә һеңеп ҡалырлыҡ ҡыҙыҡ һәм ҡыҙғаныс хәл-күренештәрҙе күргәҙмәле тасуирлап биреп, үҫмер малай­ҙарҙың аңлы һәм белемле кеше булып етешеүен күҙ алдына баҫ­тыра. Малайҙарҙың бер-бере­һенә үҙ-ара мөнәсә­бәтендә лә, тирә-йүнгә ҡараш-бәйләнеш­тәрендә лә киң тәрбиәүи мәсьә­лә-мәғәнәләр төҫмөрләнә. Ошо нигеҙҙә әҫәр­ҙең тәрбиәүи-эстетик әһәмиәте һәм тәьҫире барлыҡҡа килә.

Юлдаш менән Ҡыҙырас ял итергә килеп төшкән өләсәйҙәр ауылы донъяның хайран хозур ере икән: яҡында ғына — кү­гелйем Талҡаҫ күле, ҡаршыла ғына — Ирәндек тауы, тирә-яҡ йәшел урман менән ҡапланған.

Ә кешеләре ниндәй! Сәлмән бабай йырлай, Хәмит ағай ҡурай тарта. Юлдаштың өләсәһе Зө­ләйха әбей, Ибраһим, Хәсән бабайҙар — әүрәткәс һүҙ оҫта­лары. Уларҙың һөйләгәнен тың­лап, Юлдаш тылсым донъяһына сумып, ҡайҙа баҫырға, ни эш­ләргә белмәйсә, албырғап ҡала. Ишеткән, тыңлаған һүҙ-хәбәр араһынан Зөләйха инәйҙең “Уртаташ утрауындағы алтын хази­наһы” әкиәте малайҙарҙы айырыуса шаҡ ҡатыра. Кистән йоҡ­ларға ятҡас, ишеткән ошо әкиәт иртәгәһенә таң атҡас, Юлдаш менән Ҡыҙырасты, әйтер­һең дә, бөтөнләй яңы, икенсе донъяға кергән кеше шикелле итә.

Малайҙар ғәжәпкә ҡала. Зөләйха инәйҙең һөйләгәне әкиәт тиһәң — ысын кеүек, ысын тиһәң — әкиәт һымаҡ.
Дөрөҫө лә шулай. Талҡаҫ күле — бар. “Уртаташ” утрауы — бар. Былары — ысын бит. Ә бына утрауҙа алтын барлығы — әллә ысын, әллә уйҙырма. Ул алтынды, имештер, төндә генә күрергә була икән, ти. Ҡом араһынан ай нурында һары төҫтә ялтырап күренеп ята икән, ти.

Нимә яҡшы, нимә насар?

Ишеткәнде, аптыратҡанды үҙ күҙҙәре менән күрергә теләп, кәмәлә йөҙөп малайҙар “Урта­ташҡа” килә. Ҡояшлы аяҙ көн. Ошо утрауҙа улар төндө көтөп алырға тейеш. Теге алтын тигән хазина төндә айҙың яҡты нурында ғына ялтырап күренәсәк бит... Оҙон көн башлана. Тәүҙә балыҡ ҡармаҡлайҙар. Асыҡҡас, балыҡ таҙартып, усаҡта көй­ҙөрөп ашайҙар. Бер саҡ күк болотлай, ел йүгереп үтә. Ямғыр күҙе төшә. Күл өҫтөн­дә тул­ҡындар күренә. Ҡыҙы­рас, ҡото осоп, ҡайтырға ашҡына башлай. Әйҙә, тиҙерәк бул, ҡайтайыҡ, тип өтәләнеп, кәмәгә һикерә. Улар ҡаршы яҡ ярға ҡарай-ҡарай кәмәне ишә. Ел шәбәйгәндән-шәбәйә, аҡ башлы тулҡындар кәмәне бәүелтеп уйната. Күл өҫтөндә ғәрәсәт башлана. Юлдаш, кәмәне тулҡынға ҡаршы тоторға тырышып, бөтә кө­сөнә ишә. Ҡыҙырас иһә, курт­ка­һы менән бөркәнеп, кәмәнең башына барып бөршәйеп ята. Кәмә етенсе тулҡын бәреп ныҡ сай­ҡалған саҡта, улар һыуға тәгә­рәп төшә. Тулҡындар менән көрә­шеп, Юлдаш тырышып-тырмашып кәмәгә күтәрелә, һуңынан Ҡы­ҙырасты эҙләп табып, кәмәгә ала.

Был хәлде Юлдаш менән Ҡыҙырас бер кемгә лә һөйлә­мәй. Икеһе лә эстән үҙ алдына уйлана. Ҡыҙырастың Юлдашҡа асыуы килә: “Ерле юҡты уйлап сығарып, “Уртаташҡа” ҡыҙыҡлы сәйәхәт ойоштороп, мажара яһатты”, — ти. Үҙенең шулай ҡурҡаҡ йән булып сығыуына, ғәрәсәт ҡупҡас, тиҙ үк ҡаушап төшөүенә, ышаныс­һыҙ кеше хәленә ҡалыуына үртә­нә. Хәҙер Юлдаш бик маһайыр, уға түбән­һетеп ҡарар, бөтөнләй өндәшмәҫ инде тип уйлай.

Ә Юлдаш үҙенсә ҡайғыра: өләсәһенә, күрше-тирәләге ағай-бабайҙарға кәңәш итмәйенсә, башбаштаҡланып сәйер сәйәхәт ойоштороп йөрөүе үҙҙәрен үлемесле һәләкәткә юлыҡтыра яҙғаны өсөн көйөнә.

Повестың башында уҡ киңәй­теп тасуирланған ошо ваҡиға әҫәрҙең төп идея-тематик йөк­мәт­ке­һен төҫмөрләтә. Нимә яҡ­шы, нимә насар? Юлдаш менән Ҡыҙырастың Талҡаҫ ваҡиғаһын­дағы холоҡ-ҡылығы уҡыусыла үҙенән-үҙе ошо һорауҙы тыу­ҙыра. Юлдаш — яҡшы малай, ышаныслы дуҫ, ә Ҡыҙырас — насар малай, ышаныс­һыҙ юлдаш. Бына ошо фекер артабанғы бүлектәрҙә яңынан-яңы ваҡи­ғалар ағышында үҫтерелә, киңәйтелә бара.

Малайҙар икеһе лә үҙ юлын үҙен­сә дауам итә. Юлдаш яҡ­шынан-яҡшыға табан атлай. Ҡы­ҙырас үҙ холҡон ҡыуа, кирелән­гәндән-киреләнә бара. Хатта ул класташтарынан бер үҙе пионер­ға алынмай йөрөй. Шулай ҙа уны малайҙар, ҡыҙҙар бөтөнләй ташлап ҡуймай. Ҡы­ҙырастың күңе­ленә иң кәрәкле асҡыс-һүҙҙе уҡытыусыһы Ғәбит ағай таба: “Тырышһаң, һин бөтә нәмәне булдыра алаһың, — тип баҫалҡы ғына мөрәжәғәт итә ул. — Мин ышанам һиңә, Ҡыҙырыс... Һин үҙгәрерһең...” — ти.

Уҡытыусыһының бөтөнләй көтөлмәгәнсә һүҙен ишеткәс, башынан йомшаҡ ҡына һыйпауын татығас, Ҡыҙырас сикһеҙ һөйө­нөс кисерә, кирелеген бөтөрөп, яҡшы Ҡыҙырас булырға тырышыу юлына баҫа. Үҫмер кешене һәм, ғөмүмән, кешене, дөрөҫ юлға баҫтырыу, рухландырыу өсөн, тимәк, уны тәнҡит итеү генә түгел, хуплау, кәңәш биреү һүҙҙәре лә бик кәрәк икән. Балалар һәм үҫмерҙәр психоло­гияһын бик яҡшы белә яҙыусы. Был тәбиғи ҙә: Зәйнәб инәй тормош иптәше Ғәзиз ағай менән, ата-әсә була­раҡ, өс ул тәрбиәләп үҫтергән. Тельман, Юлай, Дарвин аҡыллы, тырыш, эшһөйәр егеттәр булып үҫкән. Юғары уҡыу йорттарында белем алып, ғаилә абруйын, Биишевтар юғарылығын һаҡлап һәм үҫтереп йәшәүсе шәхестәр булып танылған.

Иң мөһиме – Кеше бул!

Эпилогта мәктәп директоры Сәлимов ағай әле генә аттестат алған уҡыусыларға былай тип мөрәжәғәт итә:
— Уҡы, тырыш, эшлә! Фәндә, хеҙмәттә яңы юғарылыҡтар яула. Бығаса күрелмәгән, һыналмаған яңы бөйөклөктәрҙе ас! Үҙ зама­ныңа торош итерлек кеше бул. Иң мөһиме — һәр ерҙә, һәр ҡасан, ниндәй шарттарҙа ла кеше булып, ысын Кеше булып ҡал.

Был һүҙҙәрҙә яҙыусының әҫә­ре аша уҡыусының аҡылына һәм күңеленә еткерергә теләгән иң мөҡәддәс маҡсаты әйтеп бирел­гән: тыуған илеңә, туған халҡыңа, заманыңа торошло кеше булып йәшәү. Мәшһүр яҙыусы Зәйнәб Биишеваның йөрәк һәм аҡыл көсө, илһамлы ҡәләме менән йән өрөлгән “Дуҫ булайыҡ” повесы – бәхетле һәм оҙон ғүмерле әҫәр. Илленсе йылдар башында ижад ителеп, тәүге тапҡыр донъя күр­гән был повес­ты инде нисәмә-нисә быуын балалар һәм үҫмер­ҙәр уҡып кинә­нес кисергән, аҡыл байытҡан.

Хәҙер бына егерме беренсе быуат уҡыусыһы ҡулын ала был һоҡланғыс бай йөкмәткеле, уҡым­лы китапты. Зәйнәб Бии­шеваның сағыу әҙәбиәт баҡ­саһына рәхим итегеҙ, ҡәҙерле дуҫтар!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 30

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 37

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 111

Беҙ – бер “Тулҡын”да!

Беҙ – бер “Тулҡын”да! 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм, ғөмүмән, ижад юлында төрлө ауырлыҡтар була. Ә ижадтың башында торған, һәләтле...

Тотош уҡырға 40

Зәки ӘЛИБАЕВ: “Яҙыусы – рухиәт донъяһының илсеһе”
Ағайым мәҙәктәре

Ағайым мәҙәктәре 19.03.2019 // Әҙәбиәт

...Йомортҡа ла ашаманы...

Тотош уҡырға 88

"Әйлеләрҙең оранынан яралдым"

"Әйлеләрҙең оранынан яралдым" 17.03.2019 // Әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов шиғырҙарын яттан һөйләүселәр араһында...

Тотош уҡырға 74

Гонаһ шомлоғо (Юмореска)

Гонаһ шомлоғо (Юмореска) 15.03.2019 // Әҙәбиәт

Кисә генә күршеләренә инеп: – Уй, минең иремдең ҡулы алтын, ана, мунсаны нисек ҡойоп ҡуйҙы. Тәтәй...

Тотош уҡырға 331

Әхмәт Сөләймәновты иҫкә алабыҙ

Әхмәт Сөләймәновты иҫкә алабыҙ 15.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, башҡорт әҙәбиәте ғилеме белгесе, фольклорсы, юғары мәктәп...

Тотош уҡырға 70

Ысын ир-егеттән дан ҡала

Ысын ир-егеттән дан ҡала 13.03.2019 // Әҙәбиәт

Ул шәхестәр беҙҙең аранан киткәнгә апаруҡ ваҡыт үткән, шуға күрә улар хаҡында календарға ғына...

Тотош уҡырға 123

НОВЕЛЛАЛАР

НОВЕЛЛАЛАР 08.03.2019 // Әҙәбиәт

Туғандарың ҡәҙере...

Тотош уҡырға 157

Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ

Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ 05.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалы районы мәктәптәрендә Халыҡ-ара туған тел көнөн тантаналы билдәләү матур йолаға әүерелгән....

Тотош уҡырға 99