Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Балалар өсөн кем шулай оҫта яҙа?
Балалар өсөн кем шулай оҫта яҙа?

Һәр бер шиғыры йырлап тора уның.


Айһылыу Йәғәфәрова Һаҡмар башы янында урынлашҡан Әхмәт ауылы ҡыҙы булғанғалыр, холҡонда ғына түгел, ижадында ла тыуған яғының сағыу биҙәктәре сағыла. Уның тәбиғәткә һөйөүе, һәр нимәгә иғтибарлы, ихтирамлы булыуы әҙәбиәт донъяһына алып килгәндер.

Айһылыуҙың ҡыҙыҡлы ла, серле лә әкиәттәрен балалар яратып уҡый. Боронғоларҙың “Кейеменә ҡарап ҡаршы алалар” тигән әйтеме бар. Ысынлап та, һәр кем китапты ҡулына алғас, иң алда уның һүрәтен ҡарай. Балалар бигерәк тә. Минең ҡулыма яңы ғына нәшер ителгән “Сәпәкәй” китабы килеп эләкте. Иҫ китмәле матур һүрәттәр! Хатта автор үҙе лә, бишектәге баланы ҡулыма алып, һөйөп-яратҡым килде, ти. С. Маршактың “Бирсәткә” шиғырындағы бесәй балаларының ҡараштары урамға ташланған йән эйәләрен күҙ алдына баҫтыра. Йәнлектәр, хайуандар, ҡоштар, башҡорт балалары хәҙер китап биттәренән килеп сығыр кеүек. Ҡыҙыҡһынып, рәссамын ҡарайым, ул — Хаят Йәрмөхәмәтова.

Бына күҙ алдыма 1986 йылда татар яҙыусыһы Фәтих Әмирхандың “Хаят” повесындағы күңелемә уйылып ҡалған һылыу ҡатын-ҡыҙ образы килеп баҫты. Хаят исеме бик һирәк.

Күңелендә изгелек, матурлыҡ булғандар ғына ошондай мөғжизә тыуҙыра алалыр. Балаларҙы йәлеп иткәндәй, әҫәрҙәге образды һүрәттә сағылдырыу өсөн ҙур талантҡа эйә булыу кәрәк. Рәссам менән биҙәлеш мөхәрриренең тырышлығы китаптың ярты уңышын тәшкил итә. Бигерәк тә балалар өсөн ижад ителгән китапта. “Сәпәкәй”ҙә өйөрөлөп бейегән матур күлдәкле, ысынбарлыҡтағы бейеү хәрәкәттәрен сағылдырған апаһына ғына түгел, малай, китаптың биҙәлешенә, эстәлегенә ҡыуанып, “сәпәкәй” итә кеүек.

Айһылыу Йәғәфәрованың “Әкиәттәр” иленә юлланайыҡ:
“Тирмәкәй” тора яланда,
Тирмәне лә янында.
(“Әлифба”ға бүләк”).
***
Әтәс ҡойма башында,
“Алтын тараҡ” башында.
Йоҡонан тора иртүк,
Ҡысҡыра: “Ки-ки-ри-күк!”
(“Беҙҙең ишек алдында”).
“Ҡыҙыл ҡанатлы, алтын суҡышлы ҡошсоҡ” һәр яңы көндө “Сәләм таратып, йыр яңғырата”
(“Ауыл йыры”).
Һаҡмар буйы һары тал,
“Һандуғас моңо”на ҡолаҡ һал.
(“Әлифба”ға бүләк”).

“Килендәр” көйәнтәләп һыуға бара, уларҙан “Ҡыпсаҡ ҡыҙы” ла ҡалмаған. Шул саҡ “Һайыҫҡан — почтальон” ҡунаҡ килеүен шыҡырлап хәбәр итә. Быны ишетеп, терпе “Сәнскеле күлдәк” кейә, ә “Зәңгәрсәс” матур булһын тип, “Муйынса” тағып ҡуя. Көтмәгәндә “Ҡойон батшалығында”ғы ҡара болоттар килеп сығып, ямғыр яуып үтә. “Йәйғор” ҡалҡа, үҙе бер мөғжизә иле. Быға шатланып, “Бөҙрәкәй” ҙә урынында һикергеләп бейеп ала. Ышанмаһаң, “Кил һин беҙҙең Тирмәгә”.

Юғарыла һаналған китаптарҙы алып, балаларға уҡып ҡара! Айһылыу Йәғәфәрова — күп яҡлы талант эйәһе.

Асҡарҙың Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимов исемендәге гимназия уҡыусылары осрашыуҙан һуң: “...Әҫәрҙәрегеҙҙе бик яратып уҡыйбыҙ. Уларҙы иҫтә ҡалдырыу еңел, уҡыуы күңелле!” — тип яҙған. Был — уның әҫәрҙәрен уҡығандарҙың фекере. Мәҫәлән,
Бер, ике —
Уңға борол!
Бер, ике —
Һул яҡҡа!
Бер, ике —
Ҡулдарыңды
Тейҙереп ал аяҡҡа!
(“Мин кем?” пьесаһы).
Ҡыҙыҡ күреп, дүрт йәшлек балаға уҡығайным, отоп та алды.

Был — Айһылыуҙың оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһында эшләү һөҙөмтәһе. Ул балалар телендә һөйләшә белә. Күп милләт йәшәгән “Красная Башкирия” совхозында тик рус телендә аралашҡан осорҙа ла автор ике телгә лә ҙур иғтибар бирҙе. Ул Магнитогорск ҡалаһы ойошмалары менән дә хеҙмәттәшлек итә. Ҡаланың элекке етәксеһе Е.Н. Тевтелевтан, МКУК директоры Э.А. Пота­пованан, Ғ. Туҡайҙың юбилейына ар­налған “Туған тел” конкурсында ҡат­нашып, Н.Б. Туҡаеванан маҡтау ҡа­ғыҙ­ҙарына лайыҡ булған. “Йән­шиш­мә”, “Аманат” менән хеҙмәттәшлеген өҙмәй.

Ул бер ваҡытта ла үҙен күрһәтергә тырышмай. Уны ошо яғы менән Һәҙиә Дәүләтшинаға оҡшатам. Тәүҙә ауылдашы­быҙ Ш.И. Ишбулатов уның “Ырғыҙ” романын нәшер итә. Ул турала “Баҫалҡы тәбиғәтле әҙибә ине” тигән хәтирәһе лә бар. Һуңғы килгәндә Һәҙиә Дәүләтшина: “Ҡыҫ­ҡарта торғас, “Ырғыҙ” ошолай ғына булып ҡалды. Мин уны атай-олатайҙар телендә ижад итергә тырыштым. Ярай, ҡустым, китап итеп сығарырға тырыш инде”, — тигән.

Айһылыу ҙа “Килендәр” романын 25 йә­шендә башлап, 35 йәшендә яҙып бөтә. Дүрт томлыҡ роман, ҡыҫҡарта торғас, 1993 һәм 1995 йылдарҙа ике том булып нәшер ителә, йәғни Айһылыуға 45 йәш тул­ғас. Китапханаларҙа иң күп уҡылған әҫәр ул.

А.С. Пушкиндың “Әкиәттәр”енең тәрже­мәһе 2007 йылда уҡ сыҡты. Ул әҫәр күптән Һәҙиә Дәүләтшина премияһына лайыҡ.
Дөйөмләштереп, шуны әйтергә теләйем: Өфөлә йәшәп ижад иткәндәр генә түгел, ә ситтә йәшәгән талант эйәләренең дә хеҙмәтен юғары баһаларға кәрәк. Оҙаҡ йылдар мәктәптә эшләгән осорҙа Айһылыу Йәғәфәрова менән Гөлфиә Юнысованың балалар өсөн ижад иткән әҫәрҙәре минең өҫтәлдә булды. Улар кеүек талант эйәләре бик һирәк.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 30

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 37

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 111

Беҙ – бер “Тулҡын”да!

Беҙ – бер “Тулҡын”да! 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм, ғөмүмән, ижад юлында төрлө ауырлыҡтар була. Ә ижадтың башында торған, һәләтле...

Тотош уҡырға 40

Зәки ӘЛИБАЕВ: “Яҙыусы – рухиәт донъяһының илсеһе”
Ағайым мәҙәктәре

Ағайым мәҙәктәре 19.03.2019 // Әҙәбиәт

...Йомортҡа ла ашаманы...

Тотош уҡырға 88

"Әйлеләрҙең оранынан яралдым"

"Әйлеләрҙең оранынан яралдым" 17.03.2019 // Әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов шиғырҙарын яттан һөйләүселәр араһында...

Тотош уҡырға 74

Гонаһ шомлоғо (Юмореска)

Гонаһ шомлоғо (Юмореска) 15.03.2019 // Әҙәбиәт

Кисә генә күршеләренә инеп: – Уй, минең иремдең ҡулы алтын, ана, мунсаны нисек ҡойоп ҡуйҙы. Тәтәй...

Тотош уҡырға 331

Әхмәт Сөләймәновты иҫкә алабыҙ

Әхмәт Сөләймәновты иҫкә алабыҙ 15.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, башҡорт әҙәбиәте ғилеме белгесе, фольклорсы, юғары мәктәп...

Тотош уҡырға 70

Ысын ир-егеттән дан ҡала

Ысын ир-егеттән дан ҡала 13.03.2019 // Әҙәбиәт

Ул шәхестәр беҙҙең аранан киткәнгә апаруҡ ваҡыт үткән, шуға күрә улар хаҡында календарға ғына...

Тотош уҡырға 123

НОВЕЛЛАЛАР

НОВЕЛЛАЛАР 08.03.2019 // Әҙәбиәт

Туғандарың ҡәҙере...

Тотош уҡырға 157

Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ

Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ 05.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалы районы мәктәптәрендә Халыҡ-ара туған тел көнөн тантаналы билдәләү матур йолаға әүерелгән....

Тотош уҡырға 99