Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Елене еткән һарығы көтөүҙән ҡайтманы Әхтәмдең. Был хәлде бисәһе менән төрлөсә юраны улар. Ни тиһәң дә, туйға әҙерлек осорона тура килде бит был һарыҡ бәләһе. Ырым-шырымға ышанып барған Әхтәм борсоуға ҡалды – ғәзиз ҡыҙы уңмаҫҡа итәме әллә? Елене еткән һарыҡ – байлыҡ, муллыҡ билдәһе ләбаһа, уйлай китһәң! Әллә был яңы ҡоҙалар шулай ҡоро булмаҡсымы? Буласаҡ кейәү йорт-ҡураларының ырыҫын алып китмәксеме?!

Төнө буйы ошоларҙы уйлап таң аттырҙы Әхтәм. Иртән иртүк көтөүсегә һарыҡтарҙы ҡыуырға булышты, бер ыңғайҙан үҙенекен дә ҡараштырҙы.
– Кисә быуаҙ һарығым ҡайтманы, – тине ул көтөүсегә. – Әллә яланда ҡалдымы икән бәрәсләп-нитеп, йылда игеҙҙе килтерә ине, – тип һөйләнде ул.

– Юҡ, ағай, барыһын да ауылға тиклем алып төштөм,– тип ышандырҙы көтөүсе егет.
Кис еткәнен түҙемһеҙлек менән көтөп алды Әхтәм.

– Юҡ, быны былай ҡалдырырға ярамай! – тине ул бисәһенә. – Хәҙер үк эҙләргә китәм, оят булһа булыр, тик һәр ҡураға кереп, малдарҙы барлайым.

Ниңә, шулай итмәй ни! Беренсенән, аҫраған һарығы йәл, икенсенән... насар билдә был – туй алдынан мал юғалтыу. Табырға, һис шикһеҙ, табырға! Әхтәм ныҡлы аҙымдар менән ауылдың осона ыңғайланы. “Урамдың башынан уҡ төшәйем, ауыл ҙур түгел, тиҙ үк ҡарап әйләнермен”, – тип уйланы ир.

Ауылдаштары мул аҫрай малды. Тырыш, уңғандарҙың биш-алты һыйыр, унлап ат тотҡандары ла бар. Ә һарыҡтарҙың иһә иҫәбе-һаны юҡ – утыҙ-ҡырҡ башҡа ла етәлер. Ҡош-ҡортто кемуҙарҙан ярышып үҫтерәләр.

Тәк-тәк... Әхтәм, бер-бер артлы йорттарға кереп, хужаларының рөхсәте менән аҙбарҙағы һарыҡтарға күҙ һалды. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, бөтә ауылдаштары ла ҡуш ҡуллап, яҡты сырай менән ҡаршыламаны уны.

– Кеше малын бикләп ҡуйырға мине кем тип беләһең? – тип екеренде остан бишенсе өйҙөң хужаһы.
– Улай ышанмағас, милиция менән йөрөргә ине, – тип яғалашты уның өй аша күршеһе.
– Әйҙә-әйҙә, рәхим итеп ҡарап сыҡ, ағай, – тип өндәште бәғзеләре.

Эйе, үҙенә лә уңайһыҙыраҡ инде Әхтәмдең, нисектер уғрылыҡта ғәйепләгән төҫлө килеп сыға бит ауылдаштарын.
– Бәлки, күп һарыҡ араһында күрмәй ҡалғанһыңдыр сит малды, – тип аҡланды ул ҡайһы бер “тешләшергә” яратҡандарға.

Тик күпме генә йортҡа инмәһен, барыбер эҙенә төшә алманы бит һарығының! Мәхлүк, бәлки, һыу эсергә тип, йылғаға аҡҡандыр... Әхтәмдең күҙенә йәш эркелде. Бөтә ауылды әйләнеп сыға яҙҙы, бер генә лә күреүсе юҡ, исмаһам. Урамда ҡалып, әллә берәйһенең эте тамаҡланымы? Анау, чубакабра тигән яуыз йөрөй тип тә әйтәләр тирә-яҡта.

– Һауғынамы, ҡоҙа!
Ҡапыл ишетелгән тауыш Әхтәмдең уйҙарын бүлде.

– Бәй, буласаҡ ҡоҙаларының өй тәңгәленә килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған бит! Иргә уңайһыҙ булып китте, ике-өс көндән туғанлашаһы кешеләр бит улар!

– Бик шәп кенә әле, үҙең ни хәлдә? – тине Әхтәм, ул-был һиҙҙертмәй.
Хәл-әхүәл һорашып, туй мәжлесендә күрешергә һүҙ ҡуйышып хушлашты ҡоҙалар.

“Ат алһаң – яҡындан ал, килен алһаң – алыҫтан ал” тигән мәҡәлде белеп әйткәнме боронғолар, белмәйем, иллә-мәгәр ҡоҙалар ауылдан булһа – шәп бит ул! Ашың да, эшең дә бергә, тигәндәй.

Өйөнә әйләнеп ҡайтҡанда, Әхтәмдең күңелһеҙ уйҙары бер аҙ таралғайны.
– Ярай, киләһе ҡаза шуның менән бөтһөн, яҙмағандыр, ахыры, – тип бисәһен йыуатты ир.

...Эх, күңелдәрҙе елкендерә, йөрәктәрҙе моңға күмә бит ул туй! Сибәр кәләш, ҡупшы кейәү, аллы-гөллө кейенгән, йөҙҙәре алһыуланған ҡунаҡтар!

– Бәхетле булығыҙ, балалар! Киленгә бер һарыҡ! Әйҙә, хәҙер үк ҡуранан иң еллеһен һайлап ал, – тип Әхтәмде саҡырҙы ҡыҙмаса булып алған төп ҡоҙа.

– Шөкөр, арыу ергә төштө ҡыҙы, ҡоҙалар итәғәтле, хәлле йәшәйҙәр, – тип шатланды Әхтәм. Ана бит, ҡура тулы мал-тыуар!
– Бына, ошоноһон инселәйек, – тип көр генә бәрән һарыҡҡа күрһәтте ҡоҙа кеше.

Тик Әхтәмдең күҙе мөйөштә көйшәп ятҡан һарыҡҡа төшкәйне. Был бит уның юғалған һарығы! Ул үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы, шатлығынан телһеҙ ҡалды. Аһ-аһ, ҡоҙаһы әллә… Әхтәмдең башында шомло уйҙар өйөрмәһе хасил булды. Харап ҡына итте бит ҡыҙын, былайға китһә. Уғрылар өсөн ҡыҙ үҫтерҙеме ни ул?

Ләкин ҡоҙаһының тыныс тауышы бөтә шик-шөбһәләрен елгә осорҙо:
– Көтөү артынан көскә һөйрәлеп килгән был малды ҡыҙғанып алып индек, – тип һөйләне ҡоҙаһы. – Меҫкенкәй, өс бәрәс килтерҙе шул төндә. Ныҡ ҡына сирләне, төн буйы ҡоҙағыйың менән ҡарап, тәрбиәләп сыҡтыҡ. Бына хәҙер арыуланды, көйшәй башланы. Иртәгәләргә хужаһын табырға кәрәк булыр инде, – тип хәбәрен теҙҙе ул.

...Туй мәжлесе тамамланғас, күңелле йыр көйләгән ике ҡоҙа өс бәрәсен эйәрткән һарыҡты үҙ ҡураһына ҡыуа ине.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 30

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 37

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 111

Беҙ – бер “Тулҡын”да!

Беҙ – бер “Тулҡын”да! 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм, ғөмүмән, ижад юлында төрлө ауырлыҡтар була. Ә ижадтың башында торған, һәләтле...

Тотош уҡырға 40

Зәки ӘЛИБАЕВ: “Яҙыусы – рухиәт донъяһының илсеһе”
Ағайым мәҙәктәре

Ағайым мәҙәктәре 19.03.2019 // Әҙәбиәт

...Йомортҡа ла ашаманы...

Тотош уҡырға 88

"Әйлеләрҙең оранынан яралдым"

"Әйлеләрҙең оранынан яралдым" 17.03.2019 // Әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов шиғырҙарын яттан һөйләүселәр араһында...

Тотош уҡырға 74

Гонаһ шомлоғо (Юмореска)

Гонаһ шомлоғо (Юмореска) 15.03.2019 // Әҙәбиәт

Кисә генә күршеләренә инеп: – Уй, минең иремдең ҡулы алтын, ана, мунсаны нисек ҡойоп ҡуйҙы. Тәтәй...

Тотош уҡырға 331

Әхмәт Сөләймәновты иҫкә алабыҙ

Әхмәт Сөләймәновты иҫкә алабыҙ 15.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, башҡорт әҙәбиәте ғилеме белгесе, фольклорсы, юғары мәктәп...

Тотош уҡырға 70

Ысын ир-егеттән дан ҡала

Ысын ир-егеттән дан ҡала 13.03.2019 // Әҙәбиәт

Ул шәхестәр беҙҙең аранан киткәнгә апаруҡ ваҡыт үткән, шуға күрә улар хаҡында календарға ғына...

Тотош уҡырға 123

НОВЕЛЛАЛАР

НОВЕЛЛАЛАР 08.03.2019 // Әҙәбиәт

Туғандарың ҡәҙере...

Тотош уҡырға 157

Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ

Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ 05.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалы районы мәктәптәрендә Халыҡ-ара туған тел көнөн тантаналы билдәләү матур йолаға әүерелгән....

Тотош уҡырға 99