Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Әхирәттәр
Класташтарҙың осрашасағы хаҡында хәбәр иттеләр. 30 йыл үтеп киткән икән, шул ваҡыт эсендә бер ҙә күрмәгәндәре бар, ҡайһы берҙәре менән интернет аша бәйләнеш тотабыҙ. Отпуск мәленә лә тура килгәс, ҡайтырға йыйындым.

Ауылда туғандар ҡалмағас, алдан һөйләшкәнсә, бергә үҫкән Дамира әхирәтемә килдем. Иртәгә­һенә уның менән йыйылыу урынына йүнәлдек. Осрашып, күрешеп, хәл-әхүәлде һорашып бөткәс, арабыҙҙа өс класташыбыҙҙың юҡлығын белдем: икәүһе эскелек арҡаһында үлеп ҡалған, ә береһе — Ҡәҙриәнең әхирәте — Гүзәл килмәгәйне. “Ҡайҙа әхирәтең?” — тип һораным, гел етәкләшеп, бер төрлөрәк кейенеп йөрөгән ҡыҙҙарҙы күҙ алдына килтереп. Ә теге бер ни өндәшмәй, минән алыҫҡараҡ барып баҫты. Дамира: “Аҙаҡ һөйләрмен”, — тип шыбырланы.

...Гүзәл менән Ҡәҙриәнең дуҫлы­ғына көнләшмәгән, һоҡланмаған кеше булмағандыр, моғайын. Улар үҙҙәрен белә-белгәндән гел бергә йөрөнө: уйнағанда ла, һыуға барғанда ла, мәктәпкә төшкәс тә, ҙурая килә клубҡа сығып әхритә һуҡҡанда ла. Хатта төндә лә айырылыша алмай йә береһендә, йә икенсеһендә ҡуна ҡала инеләр. Гел етәкләшеп йөрөгәнгә, уларҙан “тоташ һауыттар” тип көлә торғайнылар. Төҫкә-башҡа икеһе ике төрлө ине улар: Гүзәл зәңгәр күҙле, ҡыҫҡа һары сәсле, һомғол буйлы, ә Ҡәҙриә ҡараҡай, түңәрәк йөҙлө, оҙон толомло, тумалағыраҡ.
Холоҡтары ла айырыла ине: Гүзәл тыныс, ипле, тыйнаҡ, аҙ һүҙле, эрерәк булып иҫтә ҡалған, ә Ҡәҙриә, яңғыҙ үҫкәнгәме, иркә, алсаҡ, ҡайһы ваҡыт бошмаҫыраҡ та тойолоп китә торғайны. Бәлки, холоҡ-фиғелдәре төрлө булғанға, көслө дуҫлыҡ хисе тыуғандыр араларында.

Гүзәл яҡшы уҡыны, Ҡәҙриәгә уҡыу ауырыраҡ бирелде, әммә әхирәте ярҙамында яҡшылар иҫә­бендә йөрөнө (контроль эштәрҙе дуҫынан күсереп кенә яҙа ине). Шулай ҙа оҡшаш яҡтары ла булған икән: уларһыҙ бер ниндәй мәҙәни сара ла үтмәне, сөнки икеһе лә йырлай ҙа, бейей ҙә, Ҡәҙриә көслө тауышы менән концертты ла алып бара ине.

Мин, туғыҙынсынан һуң мәктәп-интернатҡа китеү сәбәпле, әхирәт­тәрҙең мәктәптә уҡыған саҡтарын ғына беләм икән, ә ҡалған хәлдәрҙе Дамира әхирәтем һөйләне.

Унынсынан һуң ҡайҙа барырға тип оҙаҡ баш ватмай ҡыҙҙар: икеһе лә бухгалтерҙар әҙерләй торған курста уҡыуын дауам итә. Хәҙерге заманда бик кәрәкле һөнәр, эшһеҙ ҡалмаҫбыҙ, тип һөйләшә улар.

Ҡалалағы ике йыл тиҙ генә үтеп тә китә. Машиналар мыжғып торған ҙур ерҙә төпләнгеләре килмәй, уҡып бөткәс, кире ауылға ҡайталар һәм бер үк ваҡытта тиерлек кейәүгә сығалар. Гүзәл ауылдың иң шәп егеттәре рәтендә йөрөгән, үҙе көрәшсе, үҙе гармунсы булып даны таралған Урал тигән егетте һайлай. Ә Ҡәҙриә күршеләрендә йәшәгән үҙенән күпкә өлкән шымыҡай ғына ирҙең һоратыуына ризалығын бирә.

Йәштәр өйҙө лә бер тирәгә күтәрә. Бер йыл эсендә йорттарын йәшәрлек итеп, матур ғына донъя көтә башлай күршеләр. Бында ла һәр эште бергәләп, кәңәшләшеп башҡара улар. Береһе ике уллы, икенсеһе ике ҡыҙлы булып китә. “Ҡоҙағый булышырбыҙ”, — тип хыяллана әхирәттәр.
Шулай һәүетемсә йәшәп ятҡан­да, Ҡәҙриәнең ғаиләһенә ҡайғы килә: ире аварияға осрап һәләк була. Ауыр ҡайғыны йән дуҫтары бергә күтәрешә.

Гүзәлдең ире хәҙер ике ғаиләгә утын-бесән эшләй, ташый, ваҡ-төйәк эштәрҙә лә ярҙам итә. “Бына нисек була ул ысын дуҫлыҡ!” — ти ауылдаштары һәм балаларына был ғаиләнең үҙ-ара мөнәсәбәтен өлгө итеп ҡуя. Көнләшеүселәр ҙә табыла инде: “Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа”, — ти улар.

Бер ваҡыт Гүзәл ауырып китә, ауыл фельдшеры уға район үҙә­гендәге дауаханаға йүнәлтмә бирә һәм, ятып һаулығыңды нығытып алырға кәрәк, тигән кәңәшен әйтә. Балалары өсөн дә, мал-тыуары өсөн дә ҡайғырмай Гүзәл, сөнки ире былай ҙа ҡулына эш тейҙерт­мәй, ә ашарға бешерергә әхирәте бар. Тыныс күңел менән сығып китә ҡатын өйҙән. Һөйөклө ире, автобус туҡталышына оҙатып: “Мин һине әле үк һағындым”, — тип ҡала.

Тик дауаханала урын булмау сәбәпле, шул кискә үк юл ыңғай осраған машинаға ултырып ҡайтып төшә Гүзәл. Үҙҙәренең өйөндә ут һүнгән була, Ҡәҙриәләрҙең бер тәҙрәһенән генә урамға яҡтылыҡ төшөп тора. Инеп хәлемде һөйләп сығайым әле, тип Гүзәл әхирәтенең өйөнә йүнәлә. Ишеге асыҡ була, балалары йоҡлаһа, уятмайым тип, ипләп кенә эскә үтә, аш бүлмәһе ҡараңғы, тимәк, Ҡәҙриә төпкө бүлмәлә. Гүзәл шым ғына баҫып шунда йүнәлә. Әхирәтен шаяртайым тип, өндәшмәй генә шаршауҙы аса һәм... күргәненә ышанмай оҙаҡ итеп ҡарап тора. Карауатта уның һөйөклө ире менән мәңге ҡатышып йәшәрбеҙ тип анттар бирешкән, серҙәр уртаҡлашҡан, ышанған әхирәте ярым-шәрә ҡосаҡлашып ята...

Үҙ өйөнә нисек ҡайтып ингәнен хәтерләмәй Гүзәл. Күргәнен аңы ҡа­бул итә алмай. Уның артынса уҡ, арлы-бирле кейенеп, ире ҡай­тып инә. “Ғәфү ит, кәләш, яңылыштым. Сәмәйенә алдандым”, — тип тубыҡланып теҙләнә.

Иртәгәһенә Гүзәл, улдарын алып, тәүҙә ата-әсәһенә, бер аҙҙан алыҫ ҡалаға сығып китә. Уның артынан, әлбиттә, ире лә эйәрә. Барып төпләнгәс, донъя кәрәк-ярағын килтерә ире.

Ауылда был ваҡиға тураһында хәбәр бик тиҙ тарала — был өсәү араһындағы хәл хаҡында кемдең ауыҙынан сыҡҡанлығы билдәһеҙ. Ҡәҙриә оялышынанмы, ҡайғыһы­нанмы, өйҙән бер нисә көн сыҡмай ята. Кемдер Ҡәҙриәнең, йәнәһе, “беренсе тапҡыр ғына булманы ул осрашыу” тигәнен ишеткән — быныһы ысынмы-бушмылыр инде. Ҡәҙриә һурығып, һарғайып китә, барыбер ғәйеп тойғоһо эстән кимергәндер инде. Гүзәлдең генә түгел, үҙенең туғандары ла ситләшә унан.

Ҡәҙриә тәүҙә кеше күҙенә күре­нергә лә оялып өйөнән бик сыҡма­һа, аҙаҡ инде үҙе ҡыуған сәмәйен һуғып алып, ҡайғыһын онотоп, бер ни булмағандай йөрөй. Бөтә ир-ат эшен шул шайтан һыуы ярҙамында эшләтергә өйрәнеп ала...

Ошоларҙы һөйләне миңә Дамира класташым киске сәй ваҡытында һәм: “Ғәйепле булһа ла, мин Ҡәҙриәне йәлләйем, ныҡ ғазаплана ул”, — тип тамамлап ҡуйҙы. Ә Гүзәл шул хәлдән һуң ауылына бер тапҡыр ҙа ҡайтмай, әхирәтен кисерә алмай.

Был тарих шулай күңелһеҙ бөтөр, Ҡәҙриә менән Гүзәлдең нисә быуын туғандары аралашмай, ҡатышмай бер-береһен урап йөрөр инде, тип уйлағайным, әммә дауамы булды уның.

Теге ваҡыт тағы биш йылдан һуң осрашырға һөйләшкәйнек. Был юлы мин ҡайта алманым. Аҙаҡ ишеттем: Гүзәл осрашыуға килгән! Ул ғына ла түгел, тәүҙә элекке йән дуҫына ингән, нимә һөйләшкән­дәрҙер, аҙаҡ бөтә кешене аптыратып, сәхнәгә сығып, хас та элеккесә, “Игеҙәктәр” бейеүен башҡарғандар. Тел сарларға яратҡан ауыл халҡы ауыҙын асҡан да шунда уҡ кире япҡан. Моғайын, күптәр әхирәттәр­ҙең бер-береһен кисереп, яңынан аралаша башлауына шатланып, минең кеүек үк еңел тын алып ҡуйғандыр.

Автор: Р. ҒИБӘТОВА
Район: Өфө ҡалаһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 37

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 60

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 47

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 138

Беҙ – бер “Тулҡын”да!

Беҙ – бер “Тулҡын”да! 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм, ғөмүмән, ижад юлында төрлө ауырлыҡтар була. Ә ижадтың башында торған, һәләтле...

Тотош уҡырға 48

Зәки ӘЛИБАЕВ: “Яҙыусы – рухиәт донъяһының илсеһе”
Ағайым мәҙәктәре

Ағайым мәҙәктәре 19.03.2019 // Әҙәбиәт

...Йомортҡа ла ашаманы...

Тотош уҡырға 110

"Әйлеләрҙең оранынан яралдым"

"Әйлеләрҙең оранынан яралдым" 17.03.2019 // Әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов шиғырҙарын яттан һөйләүселәр араһында...

Тотош уҡырға 76

Гонаһ шомлоғо (Юмореска)

Гонаһ шомлоғо (Юмореска) 15.03.2019 // Әҙәбиәт

Кисә генә күршеләренә инеп: – Уй, минең иремдең ҡулы алтын, ана, мунсаны нисек ҡойоп ҡуйҙы. Тәтәй...

Тотош уҡырға 333

Әхмәт Сөләймәновты иҫкә алабыҙ

Әхмәт Сөләймәновты иҫкә алабыҙ 15.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, башҡорт әҙәбиәте ғилеме белгесе, фольклорсы, юғары мәктәп...

Тотош уҡырға 76

Ысын ир-егеттән дан ҡала

Ысын ир-егеттән дан ҡала 13.03.2019 // Әҙәбиәт

Ул шәхестәр беҙҙең аранан киткәнгә апаруҡ ваҡыт үткән, шуға күрә улар хаҡында календарға ғына...

Тотош уҡырға 127

НОВЕЛЛАЛАР

НОВЕЛЛАЛАР 08.03.2019 // Әҙәбиәт

Туғандарың ҡәҙере...

Тотош уҡырға 160