Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ныҡ киптерелгән роман...
“Ағиҙел” журналының 2018 йылдың 11-се һанында донъя күргән “Ике-өс һүҙгә һыйған заман. Афоризм — ныҡ киптерелгән роман” исемле үҙенсәлекле жанрға ҡараған мәҡәләне ҡат-ҡат битләп сыҡҡас, ҡулыма ҡәләм алмай ҡала алманым. Уның һәр бүлегенә бирелгән исем бөгөнгөнөң башы аша үтеп, беҙҙе үҙ хал­ҡы­быҙҙың алыҫ үткәненә алып ҡайта, өгөт-нәсихәт бирә, нимәнәндер иҫкәртә һымаҡ тойолдо.

Хатта уларҙың ҡайһы берәүҙәрен дәүерҙең “иҫтәлеге” кеүек ҡабул иткәндәй булдым һәм шулай тип баһаларға ла әҙермен. Ғәмәлдә ул шулай ҙа. Улар — асылда халыҡ рухының көҙгөһө, уның үткәненең бөгөнгөһө, уға васыяты. Ошо йәһәттән уларҙың күпселегенең тәү көнө булһа ла, аҙағы юҡ һымаҡ, мәңгелеккә тартып кит­кәндәй итә, быуаттарҙың бер осон икенсеһенә килтереп бәйләй.

Шулай тип яҙып ҡуйғас та, әле һүҙ барған авторҙың ошо уҡ журналдың 9-сы һанында баҫылған интервью­һынан “һине уҡыусылар фәйләсуф (философ — З.Н.) итеп тә белә...” тигән һүҙҙәргә “2001 йылда мәрхүм ғалим, философия фәндәре докторы Дамир Вәлиев үҙенең етәкселегендә аспирантурала уҡырға тәҡдим иткәйне” тип яуап биреүе аңлашыла төшкәндәй була. Әле был һүҙҙәр үҙенсәлекле жанрға ҡараған мәҡәләнең авторы, танылған публицист, прозаик, бер үк ваҡытта шағир ҙа Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай исеменә ҡайтып ҡала. Беҙҙә лә уның ҡәләменән сыҡҡан ижади эште роман, повесть, хикәйә, мәҡәл кеүек айырым бер жанр рәүешендә ҡарау теләге уянды. Ул әле һүҙ барған эшкә бушҡа ғына үҙ халҡы аң-зиһенендә “уртаҡ тәжрибә, дөйөмләштерелгән фекер кимәленән үтеп, тотош дәүер идеяһына торошлолары бихисап” тип аңлатма бирмәй.

Әлбиттә, быуаттар төпкөлөнән, халыҡ көнкүрешенең рухи көҙгөһө сифатында, үҙен бөгөнгө быуынға һаҡлап алып килтереп еткерә алған аң-зиһендең тарихи әһә­миәте баһалап бөткөһөҙ. Һис шикһеҙ, ошо йәһәттән һүҙ көсөнөң айырым урыны бар. Ул иң элек халыҡтың үткәне менән бөгөнгөһөн бер бөтөн итә алыуы менән үҙенә генә хас рухи ҡеүәткә эйә, сөнки ул үткәнде бө­гөнгөләй үҙендә һаҡлап тотоу һәм уны бөгөнгөгә әүе­рел­дереү һәләтенә эйә. Ошо йәһәттән ул хатта Ваҡыттың үҙенән дә көслөрәк, сөнки был күҙлектән ул сик белмәй. Әле беҙ башлап торған һөйләшеү шуға ҡайтып ҡала ла.

Әҙәбиәттең бүтән жанрынан айырмалы, уның Ваҡытҡа мөнәсәбәте универсаль булыуынан киләлер был. Автор үҙе лә баштан уҡ шуны әйтеп ҡуймаҡсы: “Мәҡәл, әйтем — ике, өс һүҙгә һыйған заман”. Ошо, уларҙың бүтән әҙәби жанрҙарҙан айырмалы, Ваҡытҡа мөнәсәбәтен билдәләй ҙә, сөнки мәҡәл, әйтем был йәһәттән ирекле ҡошҡа тиң, теләгән бер жанр менән теләгән бер ваҡыт бәйләнешкә инә, уны үҙ итә, уға көс-ҡеүәт бирә ала. Шул уҡ ваҡытта үҙаллылығын һаҡлап, үҙе булып ҡала.

Шуға ла беҙ әле автор күтәргән теманы әҙәби күренешкә генә ҡайтарып ҡуймайынса, ул шаһиты булған бөгөнгөнөң көҙгөһө рәүешендә ҡабул итәбеҙ, сөнки әле телгә алынған мәҡәл-әйтемдәр – беҙҙең көндәлек тормошобоҙҙоң һәм бер үк ваҡытта үткәнебеҙҙең асылы. Әҙәбиәттең бүтән күренештәренән — роман, проза, повесть, хикәйә, поэма һымаҡ жанрҙарынан айырмалы, улар үткәнебеҙ менән бер үк ваҡытта бөгөнгөбөҙ, шуның шаһиты.

Беҙҙеңсә, Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай ҙа әле беҙ һүҙ алып барған күп йәһәттән әҙәбиәт ғилеменә ҡараған мәҡә­ләһендә шул хаҡта өҙөп кенә әйтмәһә лә, һүҙ көсөнөң ошо һәләтен күҙ уңында тотҡандай була. Тотош заман­дың ике-өс һүҙгә һыйыуы ғәмәлдә шул турала ла. Ул иһә тотош халыҡтың үҙенең бер бөтөн итеп күҙал­ла­ныуынан килә. Авторҙың үҙенең әйтер һүҙенең тәүгеһен “Атаңдың ғына улы булма, халҡыңдың да улы бул” тигән бүлек менән башлауы ла шунандыр. Унан һуң килгән бүлеккә лә “Ағай-эне талашыр, атҡа менһә, ярашыр” тигән мәҡәлдең баш итеп алыныуы авторҙың уй-ниәтенең асылын тағы ла асыҡлай, тәрәнәйтә төшә.

Шулай итеп, Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай уҡыусыны башҡорт халыҡ ижадының үҙаллы өлкәһе булған мәҡәл-әйтемдәр донъяһына алып инеп китә һәм улар аша үҙ халҡының үткәнен бөгөнгөһө менән бер бөтөнлөктә күҙаллап, уның тарихы, тормош рәүеше һәм рухи донъяһы хаҡында тәрәндән, күп яҡлы һүҙ ҡуҙғата.

Шул уҡ ваҡытта автор мәҡәләһенең “Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел”, “Һуңғы ҡылысты ергә сап”, “Ҡар башына ҡар етә” кеүек бүлектәрендә эстәлеге һәм рухы менән ауаздаш булған мәҡәл-әйтемдәрҙең тотош бер шәлкемен телгә алыу аша улар ҡулланылған сикте тағы ла киңәйтә төшә, шуның менән уларҙың үткәнен бөгөнгөһө аша уҡыусыға ҡайтарып бирә, замандарҙы замандарға килтереп бәйләй.

Ошолай Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай үҙ халҡының быуаттар төпкөлөнән килгән тормош тәртибен, ғәҙәт-йолаһын, көнкүреше ҡиммәттәрен уның үлемһеҙ тарихы аша бөгөнгөһөнә алып сыға, шуның менән уны килер быуындарҙың рухи байлығына әүерелдерә, ошо күсәгилешлектә уның нигеҙендә ятҡан мәңгелекте күрә. Шул сәбәпле уҡыусыларға киң билдәле яҙыусы күтәргән теманы ошо мәңгелеккә үткән юлды күҙаллауҙа яңы һүҙ итеп ҡабул итеү хаҡ булыр. Автор вәғәҙә иткәнсә беҙгә уның дауамын көтәһе генә ҡала.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 37

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 60

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 47

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 138

Беҙ – бер “Тулҡын”да!

Беҙ – бер “Тулҡын”да! 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм, ғөмүмән, ижад юлында төрлө ауырлыҡтар була. Ә ижадтың башында торған, һәләтле...

Тотош уҡырға 48

Зәки ӘЛИБАЕВ: “Яҙыусы – рухиәт донъяһының илсеһе”
Ағайым мәҙәктәре

Ағайым мәҙәктәре 19.03.2019 // Әҙәбиәт

...Йомортҡа ла ашаманы...

Тотош уҡырға 110

"Әйлеләрҙең оранынан яралдым"

"Әйлеләрҙең оранынан яралдым" 17.03.2019 // Әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов шиғырҙарын яттан һөйләүселәр араһында...

Тотош уҡырға 76

Гонаһ шомлоғо (Юмореска)

Гонаһ шомлоғо (Юмореска) 15.03.2019 // Әҙәбиәт

Кисә генә күршеләренә инеп: – Уй, минең иремдең ҡулы алтын, ана, мунсаны нисек ҡойоп ҡуйҙы. Тәтәй...

Тотош уҡырға 333

Әхмәт Сөләймәновты иҫкә алабыҙ

Әхмәт Сөләймәновты иҫкә алабыҙ 15.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, башҡорт әҙәбиәте ғилеме белгесе, фольклорсы, юғары мәктәп...

Тотош уҡырға 76

Ысын ир-егеттән дан ҡала

Ысын ир-егеттән дан ҡала 13.03.2019 // Әҙәбиәт

Ул шәхестәр беҙҙең аранан киткәнгә апаруҡ ваҡыт үткән, шуға күрә улар хаҡында календарға ғына...

Тотош уҡырға 127

НОВЕЛЛАЛАР

НОВЕЛЛАЛАР 08.03.2019 // Әҙәбиәт

Туғандарың ҡәҙере...

Тотош уҡырға 160