Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Яҡшылыҡ булһын атығыҙ!”

“Урал батыр” спектакле ошо һүҙгә тоғро ҡалдымы?

“Урал батыр” эпосы – ул башҡорт халҡының йәшәү рәүеше, тәғлимәте, донъяға ҡарашы, уның боронғолоҡ паспорты. Унда халҡыбыҙҙың барлыҡҡа килеүенән алып, ошо Йыһанда тотҡан урыны, ил-йорт тип яныуы айырым асыҡ әйтелгән. Яңыраҡ М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры “Урал батыр” эпосы буйынса премьераны сәхнәгә сығарҙы. Режиссеры – Яҡут Республикаһынан килгән танылған режиссер Андрей Борисов.

Премьераның тәүге көнөнән үк интернет шаулап торҙо. Сәбәптәре — фекерҙәр төрлө булды, ризаһыҙлыҡ белдергәндәре лә байтаҡ ине. Шәхсән ҡабул итмәгән урындары хаҡында баш һүҙҙә үк әйтеп киткем килә. Ни эшләп әле Урал батыр бығаулы тора? Ул бит тыумыштан Алып булып яралған, ул донъяға килгәндә дейеүҙәрҙең ҡоттары осҡан батыр рухлы ир-егет. Ул – һайланмыш яҙмышлы, халыҡты ойошторған, киләсәккә юлын күрһәткән, йола буйынса йәшәргә, яҡшылыҡ ҡылырға васыят итеп ҡалдырған герой. Әҫәрҙең төп фекере лә бит ошо хаҡта.
Икенсе көндә барып ҡарарға насип булды был сәхнә әҫәрен. Унда мин “Урал батыр” эпосын өйрәнгән филология фәндәре докторы, ғалимә Фәнүзә Нәҙершинаны ла тап иттем. Фольклорҙы, халыҡ ижадын белгән, оҙаҡ йылдар ошо мәғлүмәттәр менән шөғөлләнгән ғалимәнән фекерҙәрен уртаҡлашыуын һораным. Сөнки “Урал батыр”ҙы сәхнәгә, киң аудиторияға, халыҡ-ара кимәлгә сығарыу алдынан унда мотлаҡ үҙгәртеүҙе талап иткән урындар бар. Ошо хаҡта ғалимә нимәләр уйлай икән?


– Фәнүзә Айытбай ҡыҙы, һеҙ премьеранан ҡәнәғәтһегеҙме?
– Һорауығыҙҙы бигерәк ҡәтғи рәүештә ҡуйҙығыҙ, Лариса һылыуым, уға өҙөп кенә яуап биреүе ауыр, “эйе” йәки “юҡ” тип кенә әйтеү килешмәҫ кеүек. “Урал батыр” – тәрән фәлсәфәүи йөкмәткеле, күп ҡатлаулы эпос. Уны сәхнәләштереү еңелдән булмағандыр, моғайын. Етмәһә, персонаждары ла – төрлө ҡиәфәткә инә алған аждаһа, йыландар, дейеү-пәрейҙәр, ендәр. Геройҙары ла ҡәҙимге түгел, киң арауыҡта хәрәкәт иткән мифик образдар. Шуға күрә “Урал батыр”ҙы балет театры сәхнәләрендә генә ҡуйырлыҡ әҫәр тип уйлай инем, яҙып та сыҡҡайным хатта. Ниһайәт, әлеге спектаклде ҡарағас, фекерем үҙгәрҙе: заманса технология алымдары, дөйөм алғанда, ыңғай һөҙөмтәләр биргән. Бер үк ваҡытта үҙемдең балет спектаклен күреү хыялымды ла инҡар итмәйем.

– Ә образдар? Һеҙ уларҙы мифологияға бәйле тинегеҙ. Улар нисек һынландырылған, бигерәк тә төп геройҙар?
– “Урал батыр” – игеҙәктәр тураһындағы бик боронғо мифтарға нигеҙләнгән эпос. Уның төп геройҙары Урал менән Шүлгән игеҙәк итеп һүрәтләнмәһә лә, холоҡ-фиғелдәре, ҡылған эштәре башҡа халыҡтарҙағы игеҙәктәр образына ауаздаш (бер-береһенә ҡаршы ҡуйылған ике улан тураһындағы мифтар). Уйлап ҡараһаң, йәшәйештә һәр нәмә ҡаршылыҡҡа ҡоролған бит: иртәнең кисе, алдың арты, уңдың һулы… бар. Урал менән Шүлгән дә үҙҙәренә юл һайлай. Алдарында ике юл саты: береһенә – уңға, икенсеһенә һулға китергә кәрәк. Уралдың яҡты күңеле, Шүлгәндең ҡараңғы эске торошо (хәрәмләшеүе) ошонда уҡ күҙаллана. Үлемде үлтереү ниәте менән юлға сыҡҡан ике уландың береһе артабан бөйөк эштәр башҡара, икенсеһе яуызлыҡтар ҡыла. Эпоста Урал – кешеләр, халыҡ тормошон яйға һалыусы батыр ғына түгел, ул тәбиғәт объекттарын барлыҡҡа килтергән герой. Фәндә бындай типтағы образдарҙы демиург, йәки мәҙәни герой, тиҙәр.

– Шул тиклем тәрән мәғәнә һалынған батыр образы күрендеме сәхнәнән?
– Күренеүен-күренде ул, әммә тәрәндән асылманы. Геройҙың тәбиғәтендәге көслө энергетика тейешенсә сағылдырылманы, минеңсә. Был бигерәк тә Ҡатил батша һарайында егеттең ташҡа беркетелгән сылбырҙан ысҡынырға тырышҡан мәлендә асыҡ күренде. Дөрөҫ, унда Урал әле йәш, батыр исемен алып өлгөрмәгән. Ҡуйыусыларҙың ҡобайырҙағы: “Анау саҡта, ай, батшам, бер йәш бала тыуғанда, аның тауышы килгәндә, күктә осҡан дейеүҙәр бары ҡолап төшкәйне” тиелгән юлдарҙы иҫкә алмауы ғәжәпләндерә. Әлбиттә, сәхнәләге таш формаһына килтерелгән әйберҙе күсереү өсөн көс ҡулланыу кәрәкмәгәнлеген аңлайым, тик актерҙың хәрәкәт оҫталығы тигән төшөнсә лә бар бит әле. Был йәһәттән Шүлгән ролен уйнаған актерҙың сәхнәлә хәрәкәт итеүе бик уңышлы тойолдо миңә.

– Ҡобайырҙа Урал сылбырлап ҡуйыл­маған. Уны бығаулап ҡуйырға Ҡатил батша бойора, ә бығауҙан ысҡыныу тураһында бер һүҙ ҙә юҡ.
– Эпоста һәр нәмәне деталләштереү алымы мотлаҡ ҡулланыла торған алым түгел, айырыуса беҙҙең “Урал батыр”ҙа. Ҡобайыр поэтик эшләнеше яғынан шундай камил, уның һәр юлы алтынға бәрәбәр. Ундағы фекерҙәрҙе оҙонға һуҙып ҡуйыртып тороу бер ҙә кәрәмәй. Ә инде “бығау” һүҙенә килгәндә, геройҙың шул уҡ ерҙә – Ҡатил батша ерендә – бер үк ваҡытта яуыз көстәрҙе еңеп, кешеләрҙе иреккә сығарыуын күҙ уңында тотһаҡ, бығаулау эпизодына баҫым яһамай, икенсерәк ысул менән күрһәтергә булыр ине.

– Эпостың боронғолоғон асҡан күренештәр текста нисек бирелә?
– Төрлөсә бирелә. “Урал батыр”ҙа улар бик күп. Мәҫәлән, улдарын Йәншишмәне эҙләтеп юлға сығарыр алдынан Йәнбирҙенең ҡоштарҙы йыйып, бик тәрән мәғәнәле кәңәш ҡороу эпизоды бар. Унда Үлем тигән яуызды табып, уны юҡ итеүҙә ҡоштарҙың ҡатнашыу-ҡатнашмауы тураһында һүҙ бара. “Мин Үлемде табыуҙан Бер ҙә ҡурҡып тормайым. Әммә тотоп биреүгә Һис ҡасан да күнмәйем”, – ти Ҡоҙғон. Шунда уҡ сәбәбен аңлата: “Мин ҡан эсмәй, ит еймәй Үләкһәнең күҙ майын Өс көндә бер соҡомай Һис донъяла тора алмам”. Артабан фекерен киңәйтеп, былай ти:
Көсө еткән көсһөҙгә Һис һунарлыҡ ҡылмаһа,
Әсәнән тыуған берәү ҙә Был донъяла үлмәһә,
Ер уттары, ағастар заңына буйһонмаһа,
Үҙ миҙгеле еткәндә, Көҙгө ҡырау төшмәһә,
Йәшеллек һис бөтмәһә, Анда беҙгә ни файҙа?
Ярым бушҡа туҙа тип, Һис бер йылға аҡмаһа,
Ерҙәге һыу тынсыһа, Шул саҡта беҙ
нишләрбеҙ?
Ҡайҙан утты табырбыҙ, Һыуҙы нисек
эсербеҙ?

Аңлашыла ки, ҡарт Ҡоҙғон үҙе хаҡында ғына һөйләмәй: Тәбиғәттәге ритм боҙолоуынан, тереклектең саманан тыш күбәйеп китеүенән донъя кимәлендәге һәләкәт килерен, йәғни үлемдең тәбиғилеген, үлем булмаһа, йәшәү ҙә булмаҫ ине, тигән фәлсәфәне иҫкәртә.
“Урал батыр” ҡобайырындағы кәңәш эпизоды – типологик күренеш, ул башҡа халыҡтарҙың эпик әҫәрҙәрендә лә осрай. Тик уларҙа күберәген хайуандар йәки ҡоштар түгел, ә кешеләр (кешеләштерелгән Аллалар, ырыу башлыҡтары, король, батшалар) сығыш яһай. Беҙҙең эпоста кәңәш һәм ҡайһы бер башҡа күренештәр әкиәти планда сағылдырылған. Был иһә эпостың барлыҡҡа килеүендә батырҙар тураһындағы боронғо әкиәттәрҙең йоғонтоһо менән аңлатыла. Әммә шуныһы: әкиәти фантастика эпоста, уның жанр тәбиғәтенә ярашлы, эпик донъя дөрөҫлөгө рәүешендә яҡтыртыла.

Шунан “Урал батыр” ҡобайыр-эпосында борон­ғо мифологик ҡараштарҙы сағылдырған әүерелеү (персонаждарҙың төрлө ҡиәфәткә инә алыуы) мотивтары бик көслө. Заманалар үтеү менән архаик ҡараштарҙың тоноҡланыуы, хатта онотолоуы ла ихтимал, әммә эпостың үҙәк йүнәлеше итеп билдәләнгән яҡшылыҡ менән яуыз­лыҡ/яманлыҡ тураһындағы кинәйәгә ҡоролған әхлаҡи-эпик фәлсәфә бер ҡасан да иҫкермәй.

– Спектаклдә әүерелеү мотивтары бармы, булһа, улар нисек күрһәтелгән?
– Улар театр сәхнәһе мөмкинлектәренән сығып яҡтыртылған. Сәнғәти алымдар (кейем, битлектәр) ярҙамында. Ыңғай образды Аҡҡош- Ҡыҙ Һомай сағылдырһа, төрлө ҡиәфәткә инә алған яуыз йән эйәләре йылан, дейеүҙәр, Ҡәһҡәһә, Әзрәҡә биләмәләрендә хәрәкәт итә. Эпоста Һомай – төп геройҙарҙың береһе. Йәшәү – үлем, яҡшылыҡ – яманлыҡ тураһындағы ҡараштарҙың фәлсәфәһен еткереү буйынса сәсәндәр уны Урал батыр менән бер киңлеккә ҡуйған. “Илдә егет үлмәҫлек, Үлемгә буй бирмәҫлек, Бик борондан донъяла Йәшәп килгән яҡшылыҡ”, – ти ул Ҡыҙ сүрәтендә Урал батыр менән тәүге осрашыуында. Йәншишмәнең ҡайҙа булыуы хаҡында ла Йәнбикә менән Йәнбирҙе, Урал тәү башлап Һомай-Аҡҡош ауыҙынан ишетә. Һәр осраҡта ла Һомай – ғәҙеллек үрнәге. Ул Урал менән Шүлгән араһындағы ҡаршылыҡтарҙы яйларға тырыша. Үҙенә йәр һайлау эпизодында ла уның ғәҙел асылы сағыла, уның теләге алғы планға сығарыла.

Мифологик ҡараштарҙың сағылышы булып әҫәрҙә ныҡ кәүҙәләнеш тапҡан антропоморфизм – “тәбиғәтте йәнләндереү”, “кешеләштереү” күренеше тора. Ай һәм Ҡояш ҡоштар батшаһы Самрауҙың ике кәләше итеп һынландырыла, ә уның ҡыҙҙары Һомай һәм Айһылыу, әйткәнемсә, — үҙҙәренең ҡиәфәттәрен үҙгәртә алған илаһи заттар. Төрлө демонологик йән эйәләре (дейеү, йылан, аждаһалар), ҡоштар һәм хайуандар шулай уҡ кешеләрсә һөйләшеү “һәләтенә” эйә.

Антропоморф персонаждар булараҡ, Ай менән Ҡояштың әҫәрҙәге ваҡиғалар ағышына туранан-тура ҡатнашлығы күрһәтелмәй, әммә улар хаҡында башҡа герой, персонаждар әйткән буйынса, был образдарға һалынған мәғәнәүи йөкмәткенең тәрәнлеген күрмәү мөмкин түгел.

Мәҫәлән, Һомайға бәлә килгәндә (уны әүермән Зәрҡум йота) Ҡояш тотола, ҡараңғы төшә. Ҡыҙы кейәүгә сыҡҡанда хаталаныуын белгәс, Ай-әсәнең йөҙө үҙгәрә /йәғни йыһан үҙгәрештәр кисерә (“Ҡайғы баҫты йөҙөн, //Миңдәр баҫты битен). Был миҫалдарҙа, төптән уйлап ҡараһаң, Ҡояш тотолоуының сәбәбен, Айҙағы таптарҙың барлыҡҡа килеүен аңлатҡан бик боронғо этиологик мифтарҙың алыҫтағы шаңдауы ята. Мифик ҡоштар, хайуандар, бигерәк тә демонологик йән эйәләре эпоста әүҙем роль уйнай, һәм әҫәр геройҙары улар менән һәр саҡ тығыҙ мөнәсәбәттә, һуңғылары менән көрәшеүгә иһә Урал батыр хатта ғүмерен һала. Ҡанбабалар, Тәңре һәм башҡа раббылар рухына кешене ҡорбан килтереү (тереләй күмеү, һыуға батырыу, яндырыу) мотивтарының тамырҙары ла тарихтың иң тәрән төпкөлдәренә тоташҡан, һирәк осрай торған архаик ауаздар.

— Урал батырҙың тәғәйенләнеше ниҙә?
– Ул турала әйттем, булһа кәрәк. Дауам итеп, ябай ғына былай тиергә мөмкин. Тәбиғәт донъяһын һәм кешелекте афәттән һаҡлау. Был, бер яҡтан, Уралдың Ҡатил батша илендә:
Мин ят йола белмәйем,
Үлем тигән яуызды
Үлтерергә эҙләйем.
Йоланан да ҡурҡмайым,
Үлемдән дә өркмәйем,
Кеше түгел, ҡошто ла,
Үлем килә ҡалдыниһә,
Килеп ҡулын һалдыниһә,
Уны биреп Үлемгә
Ҡул ҡаушырып тормамын! –
тигән һүҙҙәрендә сағылһа, икенсе яҡтан, уның үлер алдынан халыҡҡа әйткән васыятында күренә.

Шуны ла билдәләргә кәрәк, батырҙың юғары тәғәйенләнеше тураһындағы фекер эпостың иң башында уҡ, геройҙың тыуыу мәлендәге иртә батырлыҡ мотивында сағыла (яңы тыуған сабыйҙың тәүге илауының көсө, дейеүҙәрҙе ҡурҡыуға һалған ҡарашы тәрән символик мәғәнәгә эйә). “Урал батыр” эпосында йәшәү һәм үлем, мәңгелек вә фанилыҡ һәм улар менән тығыҙ бәйләнештә булған яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ темалары иң төп, мөһим урынды алып тора. Әҫәрҙең инеш өлөшөндә фәлсәфәүи планда ҡуйылған был темалар артабан геройҙарҙың башҡарған эштәре, ҡылыҡтары, уй-фекерҙәре менән асыла һәм раҫлана бара. Әйткәнемсә, ҡобайырҙа төп урынды Уралдың батырлыҡтарын һүрәтләү күренештәре биләй. Бөтә әҫәр сюжеты буйлап ҡыҙыл еп-лейтмотив булып геройҙың Үлемде табыу һәм юҡ итеү теләген белдергән һүҙ- рефрендар тора (“Шундай яуыз Үлем бар, ... шуны табып үлтереп, ил ҡотҡарыр уйым бар”).

Мәкерле Шүлгән, аждаһалар, дейеүҙәр менән бәйләнешкә инеп, күп яуызлыҡтар ҡылған мәлдә Урал батыр ҙур ҡыйынлыҡтар кисереп, ул хәшәрәттәрҙе юҡ итә, кешеләргә азатлыҡ килтерә, Һомай менән Аҡбуҙат ярҙамында Йәншишмәне эҙләп таба. Батырҙың Аҡбуҙаты менән үткән ерҙәрҙә бейек тауҙар хасил була, уларҙың итәктәрендә кешеләр көн итә башлай. Урал батыр үҙе тапҡан тере һыуҙы эсмәй, ә тирә-яҡҡа һирпә, шул саҡта ҡороп барған бар тәбиғәт йәнләнә, йәшелләнә һәм мәңгелек булып ҡала. Батыр үҙе үлә, әммә Ер йөҙөнән юғалмай — мәғрур Уралтау булып ҡалҡа. Йәшәү һәм Үлем серҙәренә төшөнгән Урал батырҙың үлер алдынан әйтелгән васыяты — шулай уҡ тау һымаҡ, мәңгелек васыят һәм мәңгелек аманат:
Халҡым, һеҙгә шуны әйтәм,
Уландарым, һеҙгә әйтәм:
Уйым-уйым күлдәрҙең
Барында дейеү буласаҡ.
Уҫаллығын ҡыласаҡ,
Эсегеҙгә керәсәк.
Дейеүҙәрҙең ҡоһоро
Барығыҙға тейәсәк,
Шунан барың үләсәк.
Күлдең һыуын эсмәгеҙ,
Хараплыҡҡа төшмәгеҙ.
Барығыҙға шуны әйтәм:
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ;
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ!
Ҡасандыр Йәншишмә һыуын эсеп, үлә алмай интегеп йөрөгән ҡарт һәм Урал батырҙың асылда бер йүнәлештә яңғыраған һүҙҙәрендә эпостың бөйөк фәлсәфәүи эстәлеге асыла. Ҡобайыр геройы ҡылған яҡшылыҡтарҙың масштабы ифрат ҙур. Уларҙың бөтәһе лә — Ер-һыу, ил, ил-йорт, кешеләр йәшәйеше хаҡына атҡарылған дөйөм кешелек әһәмиәтендәге яҡшылыҡтар.
Урал тауы буйында кешеләрҙең күбәйеүенән эсәр һыу етмәй башлағас, демиург атамала­рының юлын уландары — Иҙел, Яйыҡ, Нөгөш, Шүлгәндең улы Һаҡмар дауам итә: Урал батыр­ҙан ҡалған булат ҡылыс менән тауҙарҙы яра сабыуҙан мул һыулы йылғалар хасил була, йәғни уландар ҙа тәбиғәт объекттарын барлыҡ­ҡа килтергән мәҙәни геройҙар, демиургтар.
“Дүрт батырҙың исеме Дүрт йылғаға ат булып, Онотолмаҫ зат булып, Быуын-быуын ҡалғандар”, — тип тамамлана эпос. Бына нисек тәғәйен исемдәр, топонимик атамалар менән боронғо ата-бабаларыбыҙҙың тәү төйәгенә тамға һалынған.

– Сәхнәләге Сәсән образы һеҙҙең тарафтан нисек ҡабул ителде?
– Ҡуйыусылар тарафынан был образға төрлө характерҙағы бурыстар йөкмәтелгән: ул – юл сатында Урал менән Шүлгәнгә кәңәш биргән ҡарт та, эпостың төп идеяһын үҙенең һүҙҙәре менән әйткән сәсән дә. Шул образ аша Йәншишмәнең һыуын эсеп, мәңге үлә алмай интегеп йөрөгән ҡарт та сағыла. Һуңғыһын айырым, икенсе актер уйнауы аша күрһәтергә кәрәк ине, минеңсә. Саманан тыш вазифа йөкмәтелеү сәсәндең образын бер аҙ тоноҡландырған. Өҫтәүенә тамашасы Сәғиҙулланы күберәге эстрада артисы тип белә.

– Кейемдәр нисек?
– Кейемдәр буйынса өҙөп кенә әйтә алмайым, яҡындан ҡарау мөмкинлеге лә булманы. Шулай ҙа бында, күрәһең, үҙебеҙҙең башҡорт милли кейеме хаҡында ғына һүҙ алып барылмай, сөнки Урал батыр төрлө илдәр аша үтә. Белеүебеҙсә, ул хаҡтағы мәғлүмәт ҡобайырҙа Урал батырҙың үҙ һүҙҙәре менән еткерелә. Шул илдәрҙәге төрлө ҡәүемдәрҙең кейемдәрен сағылдырырға тырышҡандыр, бәлки, ҡуйыусылар. Ә Урал батырҙың үҙенең кейеме хәҙер сәхнәләрҙә кейелә торғандан әллә ни айырылмай.

– Көйҙәр?
– Урал Иҙелбаев – профессиональ кимәле юғары булған талантлы композитор. Минеңсә, әлеге спектаклде ҡарағанда ла был бик яҡшы аңлашылды. Эпоста үтә лә дәһшәтле көстәр хәрәкәт итә: Ҡәһҡәһәнең төкөрөгө ташҡа сәсрәһә — таш ярыла, һыуға төшһә — һыу ҡайнай; Урал батыр дейеүҙәр батшаһы Әзрәҡә менән алышҡанда хатта ер һелкенгәндәй була. Бындай хәлдәрҙе сәхнәлә күрһәтеп тә булмайҙыр, әммә музыка ярҙамында улар асыҡ сағылдырылған. Музыкаль биҙәлеш өсөн халыҡ көйҙәре файҙаланылған эпизодтар ҙа бар. Ниңә шул осраҡтарҙа уларҙың боронғораҡтары һайланмаған икән, тигән һорау ҙа тыуҙы.

Лариса һылыуым, әлеге һөйләшеүебеҙҙә “Урал батыр” эпосының йөкмәткеһенә, унда сағылған мифологик ҡараштарҙың ҡайһы берҙә­ренә баҫым яһалды. Ауыҙ-тел ижады әҫәрҙә­рендә, бигерәк тә эпос кеүек күләмлеләрендә төрлө, хатта һуңғы дәүерҙәргә ҡараған хәл-ваҡиғаларҙың художестволы һүрәтләнеше була. Шуға ла текстар менән эш иткәндә, әҫәрҙе сәхнәләштергәндә ошо күренеш мотлаҡ иҫтә тотолорға тейеш. Юғиһә, тәрәндәге тамырҙарҙы тоноҡландырып, һуңғараҡ яралған ҡараштарға өҫтөнлөк бирелһә һәм ул тора-бара традицияға әйләнһә, архаик мотивтарға нигеҙләнгән эпосыбыҙҙы “йәшәртеп” ебәреүебеҙ бар. Ә ул кәрәкме?..

Форсаттан файҙаланып, тағы ла бер һүҙ әйтәйем әле. Ул “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса үткәрелгән конкурстарҙы ойоштороуҙағы ҡайһы бер самаһыҙлыҡтарға бәйле. Ҡобайырыбыҙҙы беҙҙең телебеҙгә телдәре яҡын булған ҡәрҙәш милләт балаларынан йылдар дауамында ятлата башлаһаҡ, “Уҙаҡ менән Туҙаҡ — балабәшнәк ярсығы” эпосындағы яңғыҙ Уҙаҡ хәленә төшмәҫбеҙме? Ул бит үҙ ерен эҙләп йөрөгәндә хатта ҡуянға ла: “Һин булаһыңмы Ер-һыу?” — тип өндәшә. Шуның шикелле киләсәктә: “Ҡайҙа икән беҙҙең “Урал батыр”ыбыҙ?” — тип аптырап ултырмаҫбыҙмы? Шулай тинем дә ҡылт итеп Әбүстең: “Йыр телендә — илең эс-бауыры, Ҡәҙерен белеп, күҙҙәй һаҡлаһағыҙ”, — тигән шиғыры иҫемә төштө. Был һүҙҙәр ҡобайырыбыҙға ла берҙәй ҡағыла.
— Уйландырырлыҡ һорау ҡуйҙығыҙ, Фәнүзә Айытбай ҡыҙы.
— Аҡыллыға — ишара, тиҙәр бит.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 61

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 76

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 97

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 96

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 296

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 150

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 101

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 60

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 111

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Мәшһүр шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлиди, эмиграцияға китер алдынан “Башҡорт халҡына хушлашыу хатын” яҙып,...

Тотош уҡырға 148

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..”

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..” 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнөндә, шәхестең ижадына, тормош...

Тотош уҡырға 151

Беҙ бәхетле милләт булырбыҙ

Беҙ бәхетле милләт булырбыҙ 08.02.2019 // Әҙәбиәт

Рустар олоғая барған һайын “Старость – не радость” тигән һүҙҙәрҙе йышыраҡ ҡабатлай. Үҙебеҙсә...

Тотош уҡырға 120