Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Урғыл шишмә моңдары

Мираҫы йылдар шауҡымына бирешмәй.

Һөнәрҙәре лә, ҡылыҡ-фиғелдәре лә, донъяға ҡарашы һәм яҙмыштары ла төрлөсә әҙәм балаларының, шуға күрә тормошта йәшәү рәүештәре лә оҡшаш түгел. Берәүҙәр йәштән үк уның өсөн бүтәндәр һалып ҡуйған әҙер һуҡмаҡҡа төшөп ала ла, һәр төрлө ҡыйынлыҡтарҙы – кәртәләр һәм упҡындарҙы урап үтеп, рәхәт ғүмер кисерә. Бындай ғүмерҙе мин ниңәлер яҙын соҡорҙан шаулап-гөрләп аҡҡандан һуң ҡороп ҡалған ҡар һыуҙарына оҡшатам. Ә бына икенселәр ғүмер баҡый эҙләнеп йәшәй, тормоштоң алтын тамырын табырға, тау-таштар үтеп булһа ла, ерҙә үҙ һуҡмағын ҡалдырырға тырыша.

Һағышлы хәтирәләр

Әллә ниндәйерәк фәлсәфә­ләргә бирелеп киттем, шикелле. Хәйер, кеше ғүмере, уның эштәре тураһында фекер туплағанда, ниндәй генә уй­ҙарға тарымайһың. Оҙаҡламай Ғәли ағай Ибра­һи­мовтың тыуыуына 100 йыл тула­сағы иҫкә төшкәс, оҙаҡ йылдар бергә эшләп, бергә йәшәгән өлкән ҡәләмдәшем, яҡташым ха­ҡындағы хәтер төйөндәрем сиселде һәм бөтәһе лә берәм-берәм күҙ алдынан үтә башланы.

Ғәли ағайҙы тәүге тапҡыр Стәрле­тамаҡ институтында уҡып йөрөгән саҡта күргәйнем. Уны уҡы­тыусыбыҙ Хәким Ғиләжев башҡорт теле һәм әҙәбиәте бү­легендә уҡыған студенттар менән осрашыуға алып килгәйне. Шул саҡта Ғәли Ибраһимов һуғыш тураһында роман өҫтөндә эшләүе, күптән түгел “Совет Башҡорт­ос­таны” гәзитенең командиров­каһы буйынса “Волга-Дон” каналы төҙө­лөшөндә булыуы, был бөйөк тө­ҙөлөштә атлап йөрөүгә һәләтле экскаваторҙарҙы һәм башҡа төрлө заман техникаһын күреүе, төрлө кешеләр менән аралашы­уы тура­һында ҡыҙыҡлы итеп һөйләне.

Бер нисә йыл үткәс, мин гәзит редакцияһына эшкә килгәндә, Ғәли ағай унда әҙәбиәттән бөтөнләй йыраҡ сәнәғәт бүлегендә мөдир ине. Һуңынан белдем – уның өсөн был өлкә һис тә ят түгел икән – нефть техникумын бөткән, эшләп тә алған. Журналист булараҡ, нефть промыслаларына йыш килә һәм нефтселәр тураһында очерктар яҙа ине. Ана шул саҡта ул, бәлки, нефтселәр тураһында килә­сәктә яҙыласаҡ романына материал туплағандыр.

Хәтер биттәрен берәмтекләп асып, бөтәһен дә һөйләп бөтөп булмаҫ, шулай ҙа уның менән һуңғы осрашыу мәлдәре күңелгә яҡты ла, һағышлы ла хәтирә булып уйылған.

Китап нәшриәтендә эшләп йө­рөгән саҡ. Берҙән-бер көн әҙәбиәт бүлегенең мөдире Раил Байбулатов:
– Ғәли ағай эргәһенә барып сыға­быҙ­мы? – тине. – Бына “Кинйә”нең икенсе китабының автор даналары килде, шуларҙы алып барырбыҙ.
Мин, әлбиттә, һис һүҙһеҙ риза. Беләм бит инде, яңы китабыңды тәүләп ҡулға алыу – оло шатлыҡ, ә Ғәли Ибра­һимов кеүек бер нисә ай сирләп ятҡан кеше өсөн ул икеләтә ҡыуаныс буласаҡ.

Ишекте Зөһрә апай асты.
– Әйҙәгеҙ, ҡустылар, үтегеҙ, – тип, хәле бигүк шәптән бул­маһа ла, яҡты йөҙ күрһәтергә тырыша.

Ғәли ағай төпкө бүлмәлә ята. Эргәһен­дәге ултырғыста – ҡулъяҙма өйөмө. Типография буяуының еҫе аңҡып торған китабын ҡулына алғас, уның тышына төбәлеп ятты, бит­тәрен асҡылап ҡараш­тырҙы ла һәр саҡтағыса баҫалҡы итеп:
– Рәхмәт, – тине. – Быныһы булды инде. Бынау өсөнсөһөн бөтөрә алһам... – Ул эргә­һендәге ҡулъяҙма өйөмө яғына эйәк ҡаҡты. – Ҡараламаһы яҙып бөтөлгән, тип әйтергә мөмкин. Яртыһын ҡайтанан ҡарап та сыҡтым, хәл юғыраҡ бит, оҙағыраҡ аҡҡа ҡараһам, күҙ алды сыбарлана ла китә.

Башҡорт теленә байлыҡ өҫтәне

Ғәли ағай аяҡтарынан яфа сигә ине. Бала саҡта күргән ыҙаларының зәх­мәтеме, һу­ғышта йөрөгәндәге өшөп-туңыуҙарҙың хикмәте үҙен белдерәме, әллә гәзиттә эш­ләгән йылдарында редакция йомоштары менән меңәрләгән саҡрым юлдар үтеү бәкәленә һуҡтымы – айырып ҡына әй­теүе ҡыйын. Ул күп ваҡыт өйөндә лә быйма кейеп йөрөнө. Әммә уның ауырыу-һыҙла­ныу­ҙарға бирешмәүен, һуңғы йыл­дарҙағы ҡаты сире тураһында һөйләргә яратмауын, теш ҡыҫып, ең һыҙғанып, үҙенең төп китабы – “Кинйә”нең өсөнсө өлөшө өҫтөндә эшләүен белә инек.
– Өсөнсө китабығыҙҙы ла бөтөрһөгөҙ, яңылары ла тыуыр, ағай, – тимен.

– Яңыларын яҙып өлгөрөп булмаҫ, – ти ул уғата ғәҙәти, көндәлек мәшәҡәттәр хаҡында һүҙ барған кеүек тыныс ҡына. – Өсөнсө китапты бөтөрөргә тырышам, көн һайын ике-өс сәғәт эшләй алам әле. – Әҙерәк һүҙһеҙ ятҡас, өҫтәп ҡуйҙы: – Тағы ла берәй йыл ғүмер кәрәк ине лә…

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның был теләге ҡабул булманы. Беҙ барғандан һуң, күп тә үтмәй, Ғәли ағай Ибраһимов вафат булды. Эргәһендәге ултырғыста яҙылып бөтмәгән романының ҡулъяҙмаһы ятып ҡалды. “Кинйә”нең өсөнсө китабы өҫтөн­дә ул ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем, ҡулынан ҡәләме төшөп киткәнсә, күҙе тамам томаланғанға тиклем эшләне. Әжәл тигәнең бик изге эш менән мәшғүл кешене лә аяп тормай икән…
Башҡорт әҙәбиәтенең күген биҙәгән яҡты йондоҙҙарҙың береһе – “Кинйә” романына борма-борма ижад юлдары үтеп килде Ғәли Ибраһимов. Тәүге “Бер полк кешеләре” романын ул һуғыш ҡырҙарында дары еҫе һеңгән шинелен һалмаҫ борон уҡ яҙа башлай. Ҡабат-ҡабат эшләй әҫәре өҫтөндә. Роман донъя күргәнгә тиклем ун йыл самаһы ваҡыт үтеп китә. Был уның ижад юлында алған тәүге сынығыуы була. Ә инде “Кинйә”не яҙырға әҙерлек осоро тарихи темалар өҫтөндә эшләгән яҙыусылар өсөн дәреслек булырлыҡ.

Ғәли Ибраһимов кәрәкле тарихи материалдарҙы үҙенә генә хас ны­ҡышмалылыҡ менән берәмтекләп йый­ҙы. Эштән сыға ла республика китап­ханаһына йә архивҡа китә ине. XVIII бы­уаттағы башҡорт тормошона ҡағы­лышлы һәр яҙманы ентекләп өйрәнде. Шул осорҙағы башҡорт ихтилалдары тураһында яҙған ғалимдар – Әбүбәкер Усманов, Ирек Аҡ­манов, Әнүәр Әсфән­диәровтар менән сәғәттәр буйы һөйләшеп ултырыр, үҙен ҡыҙыҡһын­дыр­ған тарихи материалдар, шә­хестәр тураһындағы белеш­мәләрҙе уларҙан әкренләп, берәмтекләп “һурыр” ине.

Уның шул замандағы халыҡ­тың һөйләү телен өйрәнеүе бик тә фә­һемле. Ул тарихи документтарҙы, шәжәрәләрҙе, дини китаптарҙы уҡыған саҡта тотоп алған, өлкәнерәк кеше­ләрҙән ишеткән һүҙҙәрҙән үҙе өсөн тулы бер аңлатмалы һүҙлек төҙөгәйне. Улай ғына ла түгел, Ғәли ағай кәрәк урында яңы һүҙ яһау менән дә шөғөлләнде. Уларҙың күбеһе уҡыусы тарафынан ҡәҙимге һүҙ һымаҡ ҡабул ителде, башҡорт теленә байлыҡ өҫтәне.

Ижады – шишмә кеүек…

Ғәли Ибраһимов “Кинйә”ләге ваҡи­ғалар барасаҡ урындарҙа күп тапҡырҙар булды, ундағы ауылдар тарихын, топономик, географик атамаларҙы ныҡлап өйрәнде, Кинйә Арыҫлановтың ҡан-ҡәрҙәштәрен табып, улар­ҙың шәжәрә тармаҡтары буйынса тарихты, шул заман тормошон, үҙ геройҙарының тыш­ҡы ҡиәфәтен, эске донъяһын төҫмөрләргә тырышты. Ғөмү­мән, Ғәли Ибраһи­мовтың “Кинйә” романын яҙырға әҙер­лек осорон ысын мәғәнәһендә титаник хеҙмәт тип әйтергә мөмкин. Быны беҙ романдың өсөнсө китабының ентекле ҡаралама эш планы тәүҙә “Ағиҙел” журналында, унан китап булып баҫылып сыҡҡас, бик асыҡ күрҙек. Мин, ғөмүмән, башынан алып аҙағына тиклем төҙөлгән шундай ентекле план буйынса әҫәр яҙған бүтән яҙыусыны белмәйем.

Был яҙмаларҙы уҡыусыға еткереүҙә Ғәли ағайҙың ҡыҙы Һөйөклө бик ҙур тырышлыҡ күрһәтте. Үрҙә әйтеүебеҙсә, карауат эргәһендә ятып ҡалған ҡулъяҙ­маларҙы тәртипкә килтереп, бер епкә теҙеү оло бер эш ине. Был тәңгәлдә уға арабыҙҙан иртәрәк киткән яҙыусы Марсель Искәндә­ровтың ҙур ярҙам күрһәтеүен дә оноторға ярамай. Әгәр Ғәли ағай Ибраһимов, үҙе әйткәнсә, йәнә бер йыл ғына йәшәһә лә, әҙә­биәтебеҙ тарихына йылдар шауҡымына ла бирешмәҫ затлы мәҙәни байлыҡ өҫтәлгән булыр ине.

Ғәли Ибраһимов – бик егәр­ле ижад иткән яҙыусы­ла­рыбыҙҙың береһе. Уның “Кин­йә”нән тыш тағы дүрт романы, повестары, ҡыҙыҡлы очерктары бар. Уларҙы айырым том­дарға туплап, һайланма әҫәр­ҙәрен сығарыу ҙа беҙҙең Яҙыусылар союзының бурысы булып ҡала.

Оло талант эйәһе Ғәли ағай Ибра­һимов, ана шулай ослан­маған байтаҡ эштәрен беҙгә ышанып ҡалдырып, ваҡыт­һы­ҙыраҡ китеп барҙы. Ваҡытһыҙ, сөнки яҙыласаҡ әллә ни хәтлем әҫәрҙәрен дә үҙенең бай һәм баҫалҡы күңелендә алып китте.

Ә мин уның тере һынын һаман төҫмөрләйем: арҡаһына ҡатмар­лы тормош һәм ижад йөгө тулы тоғон күтәргән та­лымһыҙ сәйә­хәтсе ҡаба­ланмай, ләкин ышаныслы атлап китеп бара. Ә уның ижады, ете ҡат ерҙе тишеп сыҡҡан саф һыулы урғыл шишмә кеүек, үҙе һалған киң үҙәндән шифалы һыуҙарын һаман океанға ташый…

Ул бер ваҡытта ла ҡоромаҫ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 86

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 175

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 176

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 68

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 150

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 125

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 118

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 172

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 111

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 302