Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Башҡортостандың һөйөклө рәссамдары”
Проекттың маҡсаты – башҡорт ҡылҡәләм оҫталары менән киңерәк таныштырырға.

Наил Мәхмүтовтың ошо исем менән донъя күргән китабында мәшһүр Ҡасим Дәүләткилдеев, Әхмәт Лотфуллиндан башлап, һынлы сәнғәт күгендә яңы ғына ҡабынған йәш “йондоҙҙар”ҙың да эштәре, улар хаҡында мәҡәләләр урын алған.

“Башҡортостандың һөйөклө рәс­сам­дары” проектының төп маҡсаты – республикала ғына түгел, Рәсәй, донъя киңлек­тәрендә мөмкин тиклем күберәк кешене башҡорт рәссамдары менән таныштырыу.

“Киң даирә өсөн” тиелә ки­таптың үҙендә. Тимәк, ул һынлы сәнғәт менән ҡыҙыҡ­һыныусылар өсөн генә түгел, ғөмүмән, сәнғәткә, матурлыҡҡа ғашиҡ һәр кемгә лә ҡыҙыҡлы. Шулай булмай ни, башҡорт рәссам­да­рының иң сағыу картиналарын да, улар хаҡында бик йылы яҙылған мәҡәләләрҙе лә туплаған ул.

“Башҡортостан рәссамдары... Халыҡ һөйөүен яулаған һоҡ­ланғыс оҫталар ҙа, һәләтле йәштәр ҙә етерлек. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был тема, йола буйынса, һаман “һайлан­ма кешеләр” өсөн булып, ту­лыһынса асылмай, респуб­ликабыҙҙағы күп­селек өсөн “аҡ тап” булып ҡала килде. Мәк­тәптәрҙә лә, юғары уҡыу йорттарында ла (махсус факультет­тарҙан башҡа) арҙаҡлы рәссам­дарыбыҙҙың ижады өйрәнел­мәй, уларҙың иң билдәле эштәре менән бик әҙҙәр таныш.

Был “белмәү феноменында”, әл­биттә, рәссамдарҙың ғәйебе юҡ. Уларҙың эше – үҙ-үҙҙәрен пиарлау түгел, ә картина яҙыу. Ғәйеп – матди байлыҡ, ваҡыт­лыса төшөнсәләр артынан ҡыуып, мәңгелек ҡиммәттәрҙе күреү, тойоу, аңлау һәләтенән мәхрүм булған йәмғиәттә”, – ти Наил Мәх­мүтов китабының баш һүҙендә.

“Башҡортостандың һөйөклө рәс­самдары” китабы – үҙенең эсенә йыл ярым ваҡытты, 30 район һәм ҡаланы, тулы бер команда эшен йыйған оло проекттың ижад емеше ул. Рәссам­дарҙан, йырсы-му­зыканттарҙан торған ижади төркөм республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә була, күргәҙмәләр һәм осрашыуҙар ойоштора, концерттар ҡуя. Был сәфәрҙәр уларға күп яңы танышыуҙар һәм асыштар бүләк итә. Былар хаҡында ла китапта фото­һүрәттәргә һәм юл хәтирәләренә айырым урын бирелгән.

“Легендалар” тигән бүлектә ба­ҫылған Ҡасим Дәүләткилдеев, Әхмәт Лотфуллин, Әҙиә Сит­диҡова, Николай Пеганов, Йә­лил Сөләймәнов һәм башҡалар хаҡында Георгий Калитов, Эльвира Кәримова, Елена Синицына, Надежда Смирнова һәм башҡа авторҙарҙың йәнле очерктары бер тынала уҡыла.

“Башҡортостандың һөйөклө рәс­сам­дары” бәйгеһенең иң өлкән ҡат­нашыусыһы ул”, – тиелә Фәниә Шевчук хаҡында. Уның ҡатмарлы ла, нурлы ла яҙмышы хаҡында Эльвира Кәримова китапта бына ни тип яҙа:
“...Ҡайҙалыр, офоҡ аръяғын­да – тыуған ауылы Мортаза, уның алыҫ сәфәренең юл башы. Тәүге мәктәбе, ҡайтмаҫҡа киткән уҡытыусылары, ерҙе һөрөр өсөн ҡырҡылған хозур ҡайын сауҡа­лыҡтары. Өфөнөң үҙенән килгән рәссам ҡыҙ уның һүрәттәрен күреп ғәжәпләнә: “Һиңә мотлаҡ һүрәт төшөрөүеңде дауам итергә кәрәк!” Аҙаҡ, 37-селә, алыҫ Себергә, ата­һына, мих­нәтле юл; әсәһе менән уны аслыҡтан ҡотҡарған бер тоҡсай сохарый...”

Артабан Фәниә Әкрәм ҡы­ҙының тормош юлы менән бер рәттән уның ижад шишмәһенең башланғысы, тулы һыулы ҙур йылғаға әүерелеүе шиғри тел менән тасуирланған. “ДДТ” төркөмө солисы, шулай уҡ һәләтле рәссам Юрий Шев­чуктың ижадын үҙ итеүселәр ҙә уның хаҡында ҡыҙыҡлы мәғ­лүмәт табасаҡ.

“Уның яратҡан Есенины “шиғырҙар менән һүрәт төшөрөп була” тигән, ә Бурзянцев үҙе һынлы сәнғәтте шиғриәткә әүерелдергән” тип яҙа шул уҡ Эльвира Кәримова БАССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәс­самы, Салауат Юлаев исе­мендәге дәүләт премияһы лауреаты Александр Бурзянцев хаҡында. Сығышы менән Йылайыр районы Балаҡар ауылынан булған рәссамдың бар ижады бөгөнгө көндә тулыһынса өйрәнелмәгән әле.

Китапҡа ингән “Умырзаялар мәле”, “Ағиҙел өҫтөнән”, “Ҡандры”, “Йылайыр”, “Иҫке Өфө. Тәүге ҡар” картиналары Александр Бурзянцевтың ысынлап та тылсымлы ҡәләме хаҡында һөйләй. Ул йырып сыҡҡыһыҙ Урал урманының бар мөһабәтлеген дә, тәүге ҡар хөрмәтенән биҙәкле күлмәк кейгәндәй ҡупшы күренгән Өфө урамдарын да берҙәй оҫта сағылдырып ҡына ҡалмай, уларға үҙенән ҡабатланмаҫ биҙәктәр өҫтәй. “Күберәк на­тураға түгел, рәсемеңә ҡара, ҡайын һәр саҡ рәссамға ҡайҙа кәрәк, шунда үҫә”, – тимәй уға юҡҡа ғына остазы Иван Горюшкин-Сорокопудов.

Һупайлы биҫтәһендәге таш йорт диуары буйына эшләнгән Юрий Гагарин портретын, “Йәшел сауҡа­лыҡ”тағы шулай уҡ туғыҙ ҡатлы йорт дәүмә­лендәге “Башҡорт ҡыҙы бейе­үе”н кем генә күреп һоҡланмаған икән... Һынлы сәнғәттең яңы төрө – стрит-артҡа ла урын бүленгән китапта.
Исеменән үк билдәле булыуынса, был сәнғәт төрө урам һүрәттәренә ар­налған. Был өлкәлә уңышлы ижад иткән Артур Лукьянов, Артур Нурадинов хаҡында ҡы­ҙыҡлы мәғлүмәттәр, уларҙың эштәренең фотоһүрәттәре “Актуаль сәнғәт” бүлегенә туп­ланған. Был Наил Мәхмүтовтың китапты төҙөгәндә йәштәр ижадына ла лайыҡлы иғтибар һәм баһа биреүе хаҡында һөйләй.

Юғарыла һанап үтелгән­дәренән тыш, китапта “Оҫталар” һәм “Аҫыл­таштар” исемле бүлектәрҙә шулай уҡ сағыу исемдәр, һәләтле эштәр туп­ланған. Һәр береһе гәзит биттә­рендә айырым мәҡәлә булып сығырға лайыҡлы. Шуныһы ҡыуан­дыра: “Аҫылташтар” бү­легенә ингән ҡәләм тирбә­теү­селәр – халыҡ араһынан сыҡҡан һәүәҫкәр рәссамдар. Был “Баш­ҡортостандың һөйөклө рәссам­дары” проектының һынлы сән­ғәттә тәүге аҙымдарын яһау­сыларға артабан юл ярыуға терәк-таяныс булыуы хаҡында һөйләй.

Бар булмышы менән сәнғәткә ғашиҡ кеше ул Наил Мәжит улы. Ошо һөйөүе арҡылы ул үҙен уратып алған мөхитте, рес­публикаһын, уның хал­ҡын ошо тылсымлы донъяға этәрергә теләй. Күптән түгел Х. Әхмәтов исе­мендәге Башҡорт дәүләт филар­монияһында үткән кита­бының исем туйында ул һәр тамашасыға китабын бүләк итеп кенә ҡалманы, кисә һуңында ваҡытын, көсөн, иғтибарын йәл­ләмәй, шул китаптарҙың һәр береһенә үҙенең теләктәрен яҙып ҡалдырҙы.

Башҡортостандың һөйөклө рәс­самдарының тәүге осошо был, тәүге китабы. Яулар үрҙәр, табыр яңы һәләттәр, күрһәтер сағыу картиналар алда, тимәк, был изге башланғыс киләсәктә мул емеш бирәсәк әле.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 61

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 76

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 97

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 96

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 296

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 150

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 101

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 60

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 111

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Мәшһүр шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлиди, эмиграцияға китер алдынан “Башҡорт халҡына хушлашыу хатын” яҙып,...

Тотош уҡырға 148

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..”

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..” 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнөндә, шәхестең ижадына, тормош...

Тотош уҡырға 151

Беҙ бәхетле милләт булырбыҙ

Беҙ бәхетле милләт булырбыҙ 08.02.2019 // Әҙәбиәт

Рустар олоғая барған һайын “Старость – не радость” тигән һүҙҙәрҙе йышыраҡ ҡабатлай. Үҙебеҙсә...

Тотош уҡырға 120