Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мостай Кәрим фекерҙәре

– Һөйөү нимә? – тинем ир кешегә.
– Ҡатын өсөн тамуҡтарҙы үтеү.
– Һөйөү нимә? – тинем мин ҡатынға.
– Ғаләмдәрҙә янып көлгә ҡалған ирҙе көтөү.

* * *

Ғишыҡ тотоп йәшәр өсөн бихисап түҙемлек, сабырлыҡ кәрәк. Түҙемһеҙ кеше ғишыҡ тотоп маташмаһын да ул.

* * *

Төҙәлә. Бөтәһе лә төҙәлә. Тик өҙөлгән өмөт менән ҡалған хәтер генә төҙәлмәй.

* * *

Һабантуй митинг та, театр ҙа түгел. Ул – кешеләрҙең күңелен хистәрҙән юғары күтәргән иң бейек, илаһи күренеш (илһөйәрлек тураһында).

* * *

Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ.
Үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап
Тарих арбаһында барасаҡбыҙ.

* * *

Мәңгелек өсөн дә, миҙгел өсөн дә закон бер. Был йәһәттән мин үҙ милләтем тураһында уйлайым. Рухи йәшәйешендә ул юғары күтәрелеш­тәргә лә ирешкән, ҡуңалтаҡлыҡ та кисергән. Шулай ҙа оҙон-оҙаҡ тарих юлында үҙенең ижади ҡеүәтен, һәләтен, илһамын юғалтмай һаҡлап килгән.

* * *

Кешеләрҙән уңдым. Улар мине
Өйрәтте, тик юҡҡа ҡаҡманы.
Дуҫтарымдан уңдым. Улар керҙе
Ҡағып тормай ғына ҡапҡаны.

* * *

Ололай бел хужа хаҡын, хөрмәт күрәм тиһәң, маҡта уның атын.

* * *

Аяҡ баҫһаң үләндәре
Торғаны бәрхәт инде,
Шул тупраҡта тыуып үҫеү
Үҙе бер бәхет инде.

* * *

Ғәҙәт – ҡылыҡтың энеһе.

* * *

Ваҡытҡа ҡояш баш түгел,
Уға мөхәббәт хужа.

* * *

Әҙәми заттың ер тетрәүҙән, туфан ҡалҡыуҙан, йыһанда килеп тыуған фажиғәләрҙән түгел, хатта атом һуғышынан да түгел, ә араҡынан, наркотиктарҙан, ядро ҡалдыҡта­рынан, зарарлы газдарҙан, компьютер нурҙары ағымынан, рухи тарҡалыуҙан һәләк булыуы ихтимал, әгәр бөгөн аҡылыбыҙға килмәһәк.

* * *

Һәр кем үҙ тауына үҙ мәлендә менергә тейеш.

* * *

Егеттәр теле әйткән һүҙ – ҡырҡылып ауған имән.

* * *

Ирҙәрҙең күбеһе мөхәббәт ағасын ҡарарға, үҫтерергә, һаҡларға атлығып бармай, бары емешен генә өҙөргә ярата. Мөхәббәттең яуаплылығынан, хатта мәшәҡәтенән ҡурҡа улар. Был тәңгәлдә ҡатын-ҡыҙҙарҙың өстән икеһе тәүәккәл булһа, ирҙәрҙең шул саҡлыһы уҡ ҡурҡаҡ.

* * *

Алыҫ юлға эйәрләйҙәр аттарҙың иң яҡшыһын, ҙур йомошҡа ебәрәләр ирҙәрҙең иң затлыһын.

***

Тәкәбберлек! Һинән башҡа ла бар
Был донъяла байтаҡ нәмәләр –
Ерҙә йөрөй әле йәйәүлеләр,
Һыуҙа йөҙә әле кәмәләр.

Фото: mustai.ru


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы

Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Бурандарҙа сыныҡҡан... Әбйәлил районының Ишҡол ауылына, Шәйехзада Бабич исемендәге республика...

Тотош уҡырға 38

Ветеран (Хикәйә)

Ветеран (Хикәйә) 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Иртә менән оператив кәңәшмәгә баш мөхәррир бүлмәһенә йыйылып, түрҙәге йомшаҡ креслоһына сумып...

Тотош уҡырға 67

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 45

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 95

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 107

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 142

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 127

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 331

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 163

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 114

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 69

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 125