Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Салауат ЮЛДАШБАЕВ: “Актер менән тамашасы бер бөтөн булырға тейеш”
Ул уйнаған һәр образында мәғәнә күрә.

Йыл аҙағында М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры үҙ тамашасыһын сираттағы премьера менән ҡыуандырҙы: Зәйнәб Биишеваның әҫәре буйынса ҡуйылған “Мөхәббәт һәм нәфрәт” (режиссеры – Рөстәм Хәкимов) спектакле сәхнәгә сыҡты. Тәү сиратта Ел-дауыл ролендәге Салауат Юлдашбаев уйнау оҫталығы менән иғтибарҙы йәлеп итте, тамашала күптәр уның менән бергә янып көйҙө. Шуға ла Салауаттың үҙе менән ҡорған әңгәмәлә,тапалғаныраҡ булһа ла, ошо һорауҙы бирмәйенсә булдыра алманым:

– Ни өсөн тап актер һөнәрен һайланың? Бала саҡтан яралған хыялыңмы, әллә?..
– Мин ғаиләлә беренсе бала. Атай-әсәйем, һөнәрҙәре башҡа булһа ла, сәнғәттән алыҫ китмәгән кешеләр. Әсәйем шәфҡәт туташы булып эшләне, әммә бейеүгә лә оҫта, шуға күрә ритмика яғынан әсәйемә оҡшағанмын. Атайым милиция хеҙмәтендә тир түкте, шул уҡ ваҡытта йырсы ла, мәрәкәсе лә ине, баянда ла һыҙҙырҙы. Шуға өйҙән йыр-моң өҙөлмәне. Эштән ҡайтыр ҙа, төпкө бүлмәгә инеп, баянында уйнай башлар ине. Шунан әсәй килеп сығыр ҙа: “Ошо ерендә дөрөҫөрәк алмайһың бит”, – тип уны төҙәтер ине (көлә – авт.).
Үҙемә килгәндә, ошоларҙың бары­һын да күҙәтеп үҫтем, әммә мәктәптә уҡыған ваҡытта сәхнә тормошонда әүҙем ҡатнаштым, тип әйтә алмайым. Күберәк спорт менән шөғөлләнә торғайным. Уҡыу яғынан отличник та булманым, ҡайһы ваҡыт шаян ҡылыҡтарым өсөн мәктәп директоры кабинетын тапарға ла тура килде.

– Шулай ҙа актер булыу теләге ҡасан, ҡайҙан яралды?
– Ете-һигеҙҙәрҙә уҡығанда, күрше Сирғол ауылына (Салауат үҙе Ейәнсура районының Саҙалы ауылынан – авт.) Сибай театры килде. Улар ҡуйған спектакль үтә лә күңелемә ятты, тап шунда актерлыҡ һөнәре аша кешеләрҙә кешелеклелек сифаттары уятыу мөмкинлеген аңланым. Актер булыу кешегә киң офоҡтар аса, ул уйнаған һәр образға мәғәнә һалынған. Быларҙың барыһын да мәктәпте бөткәнсе күңелемдә йөрөттөм. Актер һөнәренән тыш, хирург булырға ла уй бар ине, сөнки биология һәм химия фәндәрен яҡшы белдем, әммә был һөнәр өсөн түҙемлек кәрәк икәнен аңланым.

– Һөнәр һайлағас, үкенгән саҡтарың булманымы?
– Үкенгән саҡ булмаһа, ҡыҙыҡ түгел дә ул... Үкенестәр бөтәһендә лә була, әммә был ваҡыт – бер мәл генә. Барыһы ла хаталарҙан килеп сыға, ә тормошта хаталанмайынса дөрөҫлөктө табып булмай.
Мәктәпте бөтөр алдынан бер нисә һөнәр һайлау алдында торғанда, күңе­лемә спорт та, табип һәм милиционер һөнәре лә яҡын булған саҡта, актер булып, ошо һөнәрҙәрҙе берҙәмләштерә алыуым хаҡында башыма барып етте һәм күңелемдә тыныслыҡ яралды.

– З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында белем алғанһың...
– Эйе, уҡырға инеү тарихын уҡытыусыларым әле лә көлөп иҫкә ала. Матур кейенергә яратыуым арҡаһында, имтихандарға костюм-салбарҙа, аҡ күлдәктә килдем, аяҡта – ап-аҡ ойоҡ, ялтырап торған ботинка (көлә – авт.)... “Был үҙе бер әҙер персонаж бит” тип уйлап ҡуйған имтихан алыусылар. Тәрбиәле, тыйнаҡ булғас, сәхнәлә асылып китеү ҡыйыныраҡҡа тура килде. Сәхнәлә актер ағым һыу һымаҡ булырға тейеш. Ә мин вазаға ҡойолған һыу халәтендә инем. Тәрбиә­лелегем арҡаһында уйнаған ролдә­ремә ҡарата ҡаршылыҡлы уйҙар тыуа торғайны, әммә уҡытыусыларыма рәхмәт – улар асылып китергә ярҙам итте.

– Тәүге спектакль, тәүге уйнаған ролең ниндәй?
– Актерлыҡ һөнәрен өйрәнгәндә, һәр кем тәүҙә ябайыраҡтарҙан, үҫем­лек һәм хайуан ролдәренән башлай. Тора-бара төрлө сәхнә әҫәрҙәренән өҙөктәргә күсәләр. Мин Антон Чехов­тың “Платонов” пьесаһындағы Трилецкий роленән башланым. Актерға үҙен күрһәтер өсөн эске энергети­каһына тура килгән ролдәрҙе уйнарға кәрәк. Тап Трилецкий образы мине актер булараҡ аса алды, тип әйтергә мөмкин. Аҙаҡ “Платонов”ты спектакль булараҡ “Әрем төҫөндәге йәй” тигән исем менән сәхнәгә сығарҙыҡ. Һабаҡ­таш­тарым Илгиз Таһиров, Роберт Йыл­ҡыбаев, Шәһит Хамматов, Лилиә Исҡу­жина, Ләйсән Мәжитова һәм башҡалар өсөн тап ошо спектакль ижади баш­ланғысҡа ныҡлы нигеҙ булып торҙо.
Шулай уҡ А. Дюманың “Өс мушкетер” әҫәренән Д’Артаньян ролен билдәләр инем. Уны уйнар өсөн миңә ҡыйыуһыҙлығым аша атларға тура килде.

– Килеп сыҡтымы?
– Эйе, сөнки был роль минән артыҡ ҡыйыулыҡ талап итһә лә, эске энергетикама тап килә. Минең менән бергә башҡа мушкетерҙарҙы уйнаған Илгиз Таһиров, Роберт Йылҡыбаев, Шәһит Хамматов ҡатнашлығында иҫ киткес тамаша булды был: шпагалар менән алыш ойошторҙоҡ, бейеүҙәр һалынды, йырҙар яҙылды. Ғөмүмән алғанда, заманса рухтағы шоу килеп сыҡты. Д’Артаньян роле мине үҙемде еңергә ярҙам итте, яңы бейеклектәргә ҡанат­ландырҙы.

– Бөгөн репертуарыңда, үҙең әйткәнсә, эске энергетикаға, күңел торошоңа тап килгән роль ниндәй?
– Аныҡ ҡына әйтеп булмай. Актер һәр ролде яҡшы энергетика менән, үҙенеке итеп башҡарырға тейеш. Яуабым күпселек актерҙарҙыҡына оҡшар, бәлки, һәр ролде ысын күңелдән уйнайым. Нимәлер килеп сыҡмай икән, йән көйә, ҡан ҡыҙа, күңелемдә Салауат баш күтәрә, уны тыйырға тура килә.

– Теге йәки был роль өҫтөндә эш процесы нисегерәк бара?
– Тәү башлап әҫәрҙе уҡығанда, миңә уйнаясаҡ, асып һаласаҡ образым бик оҡшай. Аҙаҡ эш барышында төрлө ҡаршылыҡтар килеп сы­ға, әлеге лә баяғы йәнем әрней башлай. Был ярһыулыҡ ҡайһы ваҡыт бик ярап ҡала, ҡайһы ваҡыт режис­серға уны баҫырға тура килә. Ул роль өсөн актерҙы ҡамыр һымаҡ әүәләй, әммә кәрәк ваҡытта актер уға ҡаршы тора, үҙенекен дәлилләй белергә тейеш. Спектакль тамаша ваҡытында түгел, ә репетиция мәлендә ярала. Һөнәри актер репетицияла ла, спектакль барышында ла даими рәүештә үҙ өҫтөндә эшләргә бурыслы, был – иң мөһиме, туҡтап ҡалһа, 3-5 йыл эсендә юҡҡа сығасаҡ. Был актерҙарға ғына түгел, барыһына ла ҡағыла.

– Спектаклде әҙерләп сәхнәгә сығарғас, ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерәһеңме? Әллә шул уҡ эҙләнеү халәтендә тороп ҡалаһыңмы?
– Элегерәк шул ҡәнәғәтләнеүҙе көтә, кәрәк тип һанай торғайным. Был күренеште лә төрлөсә аңларға мөмкин. Беҙ тамашасы өсөн уйнайбыҙ. Уларҙа беҙ бирергә теләгән һорауҙар яралһа, шул һорауҙарға яуап табырға ынтылһалар – был беҙҙең өсөн бәхет. Был һорауҙар уларҙы яҡшылыҡҡа, изге эштәргә этәрһен, тип теләге килә. Сәнғәт донъяһының төп маҡсаты – әҙәм балаһында кешелеклелекте юғалтмаҫҡа ярҙам итеү. Үҙеңде актер итеп танытыу төп маҡсат түгел.

– Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына килгәс, һөнәри актер булараҡ, хеҙмәт юлыңды ниндәй спектаклдән, ниндәй ролдән башланың?
– Академияны тамамлағас, беҙҙе, әлеге лә баяғы дүрт егетте, әңгәмә­ләшеүһеҙ, һынауһыҙ тура театрға эшкә алдылар. Ең һыҙғанып эш башларға, тау күсерәбеҙ, бер тауҙы икәү итәбеҙ, тип килдек. Директор, режиссерҙар, актерҙар беҙҙе ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Шулай ҙа өмөттәр ҡапыл ғына аҡланманы.

– Сөнки тәүҙә төп ролдәр эләкмәнеме?..
– Юҡ, беҙ килгәс тә, ниндәйҙер яңы спектакль ҡуйылыр, тигән өмөттә инек. Етмәһә, академияла уҡыған саҡта актерлыҡ оҫталығы буйынса көнө-төнө эшләй торғайныҡ. Яңы сәхнә әҫәре өҫтөндә эште ярты йыл самаһы үткәс башланыҡ, ул Уильям Шекспирҙың “Ромео һәм Джульетта”һы ине. Миңә Меркуций роле эләкте. Ғөмүмән, миңә ғәҙәти булмағаныраҡ ролдәр бирергә яраталар шикелле (көлә – авт.)... Уйнаған ролем күңелемә ятты, уны кинәнеп башҡара торғайным. Был спектакль менән Алтайҙа фестивалдә лә ҡатнаштыҡ. “Ромео һәм Джульетта”ла ла шпагалар менән алыш булды, тап ошо алыш Мәскәүҙәге “Көмөш шпага” бәйгеһендә Гран-при яуланы.

– Һин тормошта ниндәй кеше?
– Тормошта мин улай уҡ асыҡ-ярыҡ түгел, Шәһит Хамматов һымаҡ, мәҫәлән (көлә – авт.). Әлбиттә, кемдер һүҙ ҡушһа, ярҙам һораһа, ситтә ҡалмайым. Әммә берәй таныш түгел кешеләр араһына барып ингәс, һәр береһе менән һаулыҡ һорашып, үҙ-ара һөйләшеп йөрөй алмайым. Бының өсөн ҡайһы берҙә үҙемә асыуланып та ҡуям. Кем минең менән ысын күңелдән, ихлас һөйләшә икән – уларға асыҡ йөҙлөмөн. Ә шулай ҙа актер кешегә һығылмалы булырға кәрәк.

– Актер өсөн тормошта ла кәрәк мәлдәрҙә уйнау мөһимме?
– Юҡ, тормошта уйнау кәрәкмәй. Актер һөнәрен һайлаған кеше тормошта үҙен сарыф итмәҫкә, сәхнә өсөн һаҡларға бурыслы. Был хәҡиҡәтте үҙем дә яңыраҡ ҡына аңланым. Шуны әйтергә кәрәк, быға актерҙар бер-береһен өйрәтмәй, кеше үҙ аңы менән төшөнөргә тейеш.

– Театр һәм кино. Ике донъя. Әммә актер ошо ике донъя эсендә лә ҡайнай...
– Театр менән кино – ике төрлө әйбер, ләкин икеһендә лә тамашасы күңел кисерештәре көҫәй. Театрҙа ул кисерештәр бер башҡа, кинола – бөтөнләй икенсе төрлө.

– Театр һәм кино сәнғәтендә шул кисерештәрҙе тамашасыға еткереү ысулдары үҙ-ара нимәһе менән айырыла?
– Театрҙа бер башлаған хәрәкә­теңдән туҡтарға, һөйләгән һүҙеңдән баш тартырға тейеш түгелһең. Кино төшөргәндә шул һүҙеңде үлсәп әйтеү мөмкинлеге бар. Спектакль барышында тамашасы актер кисерештәрен шул уҡ секунд-минутында күрә, ул алдай ҡалһа, быны ла тоя. Театр – ул күңел. Ә кино барыбер техникаға ҡоролған. Кино индустрияһында актер камераны һиҙергә, үҙен кадрҙа саҡта күҙ алдына килтерә белергә тейеш. Кино төшөрөп бөткәс, актер роленә киренән ҡайта алмай, шуға ла ул образы өҫтөндә бик ентекле эш алып барырға бурыслы. Театрҙа спектаклде ҡуйған һайын, уйнаған ролде эшкәртеп, камиллыҡҡа еткерергә була.

– Ниндәй кинокартиналарҙа төшөү бәхете тейҙе?
– “Өйҙәштәр” ситкомында, “Бабич” кеүек фильмдарҙа, төрлө ҡыҫҡа метражлы картиналарҙа, йыр клиптарында төштөм.

– Актерҙың уйнау оҫталығына килгәндә, шәхсән мине гел бер кү­ренеш борсой: күп актерҙар, бигерәк тә башҡорт кинематографияһында, фильмдарҙа театрҙағы кеүек артыҡ ҡыланып уйнай. Ни өсөн? Айырма тоймауҙан киләме был?
– Бында күп факторҙар роль уйнай. Шуны билдәләп үтке килә: актер уйлай, фекер йөрөтә белергә тейеш. Беҙҙең актерҙарҙа, бигерәк тә оло йәштә­геләрендә, мин-минлек күҙгә ташлана: йәнәһе, мин актер һәм нисек уйнарға икәнлекте үҙем беләм. Үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап, уйнау тактикаһын үҙгәр­тергә теләмәүе ошондай һөҙөмтәләргә алып килә. Кемдер ҡурҡыу хәлендә, баҙап ҡалыуы арҡаһында уйын стилен үҙгәртергә теләмәй. Кинола башҡаса төрлө уйнарға кәрәклеген дә беләләр, маташып та ҡарайҙар, әммә килеп сыҡмай, өйрәнелмәгән, сөнки уйын театр системаһына ҡоролған. Ә ҡайһы берәүҙәр, ысынлап та, актер уйынының был ике төрлөлөгөндә айырма тоймай.

– “Мөхәббәт һәм нәфрәт” спектакле. Ел-дауыл образы. Уның өҫтөндә эш нисегерәк барҙы? Ғәҙәти булмаған образ бит был.
– Ел-дауылға килгәндә, ул ябай кешеләрҙең хистәренә ауаздаш. Был образ өҫтөндә миңә әле эшләргә лә эшләргә. Ҡуйған һайын спектакль дә үҙгәрә, уның менән бергә Ел-дауыл да мәғәнәлерәк, камилыраҡ булырға тейеш. Был образ миңә ихласлығы менән яҡын.

– Шәхсән һинең уйыңса, ниндәй герой ул, ыңғаймы, әллә киреме?
– Ыңғай ҙа, кире лә тип әйтә алмайым, әммә мин уның дөрөҫ юлға баҫырына ышанам. Ел-дауылдың насарлыҡ эшләргә лә хоҡуғы бар, әммә ул был аҙымды сараһыҙлыҡтан, күңеле һыҙланыуҙан башҡара. Бер урында тормай ул. Үҙенең мөхәббәтенә көйәләнә, уны әрләй, уны һәләк итә, шунан тағы ғашиҡ була. Быларҙың барыһын да ысын күңелдән башҡара. Тормошта ла шундай кешеләр бар бит. Беҙ уларҙы әрләйбеҙ, ләкин яратабыҙ.

– Спектаклдәр мәлендә импро­ви­зацияға урын ҡаламы? Ҡул аҫты­нан ысҡынып, сценарийҙан тай­пылған ваҡыттар булғаны бармы?
– Беләһеңме, был осраҡта бик һаҡ булырға кәрәк, сөнки бындай хәлдәрҙә партнерҙарҙың үҙ-ара мөнәсәбәте боҙолорға мөмкин. Сәхнәлә саҡта актер асыуын күрһәтмәҫкә тейеш. Шаршау артында була, үҙемдең дә академияла уҡыған саҡтарҙағы сығыш­тарҙа, мәҫәлән, кулиса артына сығып, йоҙроҡ менән стена төйгән мәлдәр булды. Импровизацияға унан сығып, ҡыҙыҡ хәлдәргә лә урын ҡала.

– Ҡыҙыҡ хәл, тигәндәй... Йәштәр театрында яңыраҡ сәхнәгә сыҡҡан “Үәт, исмаһам, ахырызаман!” спек­такленең премьераһында иренең “Кил, үҙеңде бер ҡосаҡлап үбәйем!” тигәненә ҡатыны: “Кит, анау сама кеше ҡарап ултырғанда!” – тип яуап­ланы ла ҡуйҙы. Ире: “Кем булһын, беҙ икәү бит!” – ти. Шундай хәлдәр булғаны бармы һинең менән?
– Бар, әлбиттә. Әммә был күренештәр менән мауығырға ярамай, сөнки спектаклдең мәғәнәһе юғалыуы бар. Шулай ҙа, иҫләйем, “Аҡса булһа бер муҡса” спектаклендә Приказчик менән Сөмбөләнең осрашыу мәле. Сөмбөләне уйнаған Алтынай Юны­соваға мунсаҡ тотторам тип, йәнәһе лә, яңылыш уның этенә әҙерләнгән муйынсаҡты сығарам. “Юҡ, был һиңә түгел, был теге бар нәмәне лә кире төкөргән этеңә”, – тигән һүҙҙәр менән “төкөрөп” күрһәтеп, башты борҙом, һәм тамашасы залындағы бер ҡатын күҙемә салынды. “Ғәфү итегеҙ, һеҙгә теймәнеме?” – тип әйтеүемде һиҙмәй ҙә ҡалдым (көлә – авт.)...

– Был хәлде һөйләгәндән һуң, “дүртенсе диуар” хаҡындағы һорауҙы бирмәйенсә булдыра алмайым. Бармы ул, әллә актер барыбер спектакль барышында тамашасыны күрәме?
– Төрлө спектаклдәр була. Ҡайһы берҙә тамашасының күҙенә ҡарап уйнағы, уға төп фекерҙе еткерге, уның менән уртаҡлашҡы килә. Комедиялар ваҡытында тамашасының хәл-ваҡиғалар эсенә инеп китә алмауын тойған саҡтар була, уларҙы ылыҡтыра башлайһың. Артабан энергетика менән бүлешеү, аралашыу яҡшы мәғәнәлә ярыш төҫөн ала: “Ошо ерен аңланыңмы? Ә был ерен?” Һәр хәлдә, актер тамашасыны һиҙә. Һәм ошо миҙгелдең ҡиммәте, ҡәҙере баһалап бөткөһөҙ. Ошондай ваҡыттарҙа ғына актер – тере. Ул ҡоро хәрәкәт итергә, ҡоро һүҙ һөйләүгә ҡайтып ҡалмаһын, һүҙендә лә, хәрәкәтендә лә мәғәнә булһын ине. Актер менән тамашасы бер бөтөн булырға тейеш...



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы

Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Бурандарҙа сыныҡҡан... Әбйәлил районының Ишҡол ауылына, Шәйехзада Бабич исемендәге республика...

Тотош уҡырға 38

Ветеран (Хикәйә)

Ветеран (Хикәйә) 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Иртә менән оператив кәңәшмәгә баш мөхәррир бүлмәһенә йыйылып, түрҙәге йомшаҡ креслоһына сумып...

Тотош уҡырға 67

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 45

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 95

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 107

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 142

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 127

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 331

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 163

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 114

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 69

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 125