Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ә мин уға оҡшарға тырыштым!

“Яҡшылыҡ булһын атығыҙ!”
Яҙыусы Али Карнайҙың тыуыуына – 115 йыл


1987 йыл. Мәктәпкә барыр алдынан әсәйем Дәүләкән ҡалаһына миңә яңы кейем алырға тип алып барҙы. Шатланып, дәртләнеп ҡалала йөрөп ятам, ул мине гелән шулай үҙе менән төрлө сәфәргә алып сыға. Минең өсөн юл йөрөү үҙе бер ҡыуаныс ине. Шул саҡ ҡала баҙары эргәһендә яҙылған йорттағы яҙманы күреп ҡалдым: “Был йортта 1930 йылда башҡорт яҙыусыһы Али Карнай эшләгән һәм ижад иткән”. Бала саҡтан беҙҙең өйҙә китап культы, яҙыусылар рухы менән йәшәнеләр, шуға күрә был яҙыусының тап минең тыуған яғымда эшләп китеүен белгәс, бәләкәй булыуыма ҡарамаҫтан, аптырауым әле лә хәтеремдә. Ауылға ҡайтып еткәс, китапханаға барып, теге яҙыусының китаптарын эҙләп таптым һәм уның ысынлап та тыуған яғымда ижад итеүен, йәшәүен белдем. Ә инде йылдар үткәс, 1930 йылда, Дәүләкән районында тракторсы булып эшләп, “Далалағы уттар” повесын уҡыным.

Али Карнай (Зөлҡәрнәев Имамғәли Мөхәмәтдин улы) тормош ялҡынында ҡайнап, үҙе әүҙем тормош алып барған шә­хестәрҙең береһе була. Ул яҙыу­сылар съезында, ҙур төҙө­лөш­тәргә, ялан-баҫыуҙарға үҙе­беҙ сығып эшләп, тормошсан әҫәрҙәр, очерктар ижад итергә тейешбеҙ, тигән ялҡынлы саҡырыуы менән үҙ шәхесенә, ижадына мине лә йәлеп итте. “Далалағы уттар” тигән повесынан тыш, “Ишембай” (1933) очеркы — нефтселәр менән эшләү дәүерендә тыуған кисереш­тәре­нән яҙылған әҫәрҙәр. Әҙип үҙенең бер хәтирәһендә, хатта әҫәрҙә­ренең жанрын әҙәби йәки публицистик жанр тип билдәләргәме икән, тип hорау ҡуя, сөнки уларҙа сағылдырылған хәлдәр, геройҙар – әҙәби алымдар менән әҙәби мөхиткә күсерелгән тормоштағы ваҡиға­лар, кешеләр. Бына ошо хаҡта ҡыҙыҡһынып, студент йылдарымда журналистика, публицистика өлкәһендә Али Карнай минең өсөн кумирға әйләнде. Мин уға оҡшарға тырыштым хатта.

Курс эшемдең етәксеhе – хөрмәтле кураторыбыҙ, профессор Миҙхәт Fәйнуллиндың (йәне йәннәттә булһын) кәңәше менән яҙыусының тыуған яҡтарында булып, Мишкә районының Оло Шаҙы ауылындағы музейҙағы “Али Карнай” мөйөшөн ҡарап, урындағы кешеләрҙең хәтирә­ләрен тағатып ҡайтҡайным. Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияhы сафында Бөйөк Ватан hуғышында ҡат­нашҡан әҙип яуҙа саҡта “Ҡыҙыл атлылар” гәзитен нәшер итеүгә күп көс hала, бер нисә имза менән яугирҙәрҙе рухландырырҙай мәҡәләләр баҫтыра. Башҡорт кавалерия дивизияhының иҫән ветерандары аша Мөхәммәт Усманов олатай менән таныштым. Ул яҙыусының hуңғы көндәре ха­ҡында hөйләне. Мөхәммәт олатай “Ҡыҙыл атлылар” гәзитенең фотографы булған. Осрашыу, аралашыу иҫтәлеге итеп “Фотографии периода Отечественной войны и однополчан” фотоальбомын бүләк итте. Ул альбомдағы фотоларҙы әленән-әле эш барышында ҡулланып торабыҙ.

Мишкә районының Оло Шаҙы ауылындағы музейҙа әҙиптең ҡыҙы менән улының кескәй саҡта төшкән фотолары ла бар ине. Ана шул рәсемдәр Али Кар­найҙың балаларын эҙләү теләген уятты. Был эштә миңә Оло Шаҙы мәктәбенең башҡорт теле hәм әҙәбиәте уҡытыусыhы Әнисә Закирова ярҙам итте. “Әҙиптең ҡыҙы йәшләй үлеп ҡалған, тиҙәр, ә улының адресы ошо булыр”, – тип Ялталағы йорто, фатиры адресын яҙып ебәрҙе. Рәхмәт уға. Ана шул рәүешле, башта ситтән тороп булhа ла, яҙыусының улы менән таныштыҡ. Ә инде осрашыу теләге бик ҙур булдымы икән инде, 2016 йылда Сарим Карнай менән Ялтала осрашырға насип итте.

Быларҙы тәфсирләп яҙыуым бушҡа түгел, яңыраҡ Дим биҫ­тәһендә урынлашҡан данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында Али Карнайҙың тыуыуына 112 йыл тулыу уңайынан “Али Карнай – һуғыштағы журналист” тип аталған сара үтте. Үрҙә яҙылған фекерҙәремде осрашыуға килгән 102-се башҡорт гимназияһы уҡыусыларына ла һөйләнем.

Хәтер кисәһендә А. Карнай исемендәге Мишкә районының Оло Шаҙы мәктәбе директоры ла ҡатнашты. Ул яҙыусының ижади ҡаһарманлығы хаҡында һөйләне һәм музейға Оло Шаҙы ауылынан яуға киткәндәрҙең исемлеген туплаған очерктар йыйынтығын бүләк итте. Ауылдың Хәрби һәм хеҙмәт даны музейы методисы Эльвира Шәйҙуллина Мишкә районында Али Карнайҙың иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлауҙарын әйтте, был музейҙа ойошторолған сара өсөн рәхмәтен еткерҙе.

Әйткәндәй, Оло Шаҙылағы музейҙа Али Карнайға арналған мөйөш әле лә бар, йылдың-йылы саралар ойошторолоп тора, ә 100 йыллыҡ юбилейы тыуған яғында, республика мәктәптәрен­дә нисек киң бил­дәләнгәйне. Теге ваҡыт Ялтаға барғас, Сарим ағайға ошо хаҡта әйткәйнем, ул берсә ҡыуанып, берсә ғәжәпләнеп тыңлағайны. “Мин беҙҙе күптән онотҡан­дарҙыр тигәйнем”, – тине. Хәйер, бәлки, Сарим ағай үҙе әҙәбиәт белгесе булмағас, ата­hының башҡорт әҙәбиәте клас­сикта­рының береhе икәнен белеп тә бөтмәйҙер. “Беҙ ҡайтырбыҙ, Али Карнай” тигән әйтемгә әйләнгән hөйләм үҙе генә ни тора! Уны hаубуллашҡанда, хушлаш­ҡанда күптәрҙең шаярыу ҡатыш әйт­кәнен ишеткәнем бар.

Әйткәндәй, әҙиптең hуңғы hәм күләмле әҫәре, ғүмере өҙөлөү сәбәпле, беренсе китапта ғына туҡталған. Унда Октябрь революцияhы, совет власын урынлаштырыу йылдары hүрәтләнә. Әҙәбиәт белгестәре әҫәр ха­ҡында: “Ваҡиғалар драматизмы, характерҙар байлығы, хи­кәйәләү ыҡсымлығы менән айырылып тора”, – тип яҙҙы. Кү­ре­некле әҙиптәр, ғалимдар F. Хө­сә­йенов, С. Агиш, М. Минhажетдинов, Б. Бикбай, Ә. Чаныш, Х. Зин­нәтуллина, С. Сафуанов Али Карнайҙың ижадын өйрәнеп, Башҡортостан матбуғатында мәҡәләләр, айырым китаптар баҫтырҙы. Әҙиптең “Йәмле Ағи­ҙел буйҙары” тигән пьесаhы ла бар. Яҙыусы — шулай уҡ әҙәби тәнҡит, теоретик мәҡәләләр, урыҫ, сит ил яҙыусылары әҫәрҙәренең башҡорт теленә тәржемәләре авторы.

Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Али Карнай. Үлеме лә бик серле генә була, был темаға нөктә ҡуйылмаған әле.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы хеҙмәткәре Алина Дәүләтгәрәева уҡыусы­ларға Али Карнайҙың яҙмышына бәйле һуғыш ваҡиғаларын һөй­ләне: ул фронт гәзите хәбәрсеһе булараҡ, яугирҙәрҙең батырлы­ғын һү­рәтләп очерктар яҙыуын, Тыуған илгә һөйөү, ватансылыҡ тойғо­лары менән һуғарылған мәҡә­ләләр баҫтыры­уын әйтте. Бер өҙөк тә уҡыны:
“Әле беҙҙең күҙ алдында дошман тарафынан яндырылған утарҙар, станицалар яна. Һәм беҙҙең йөрәктәрҙә немец ян­уарҙарына нәфрәт уты дөрләй. Беҙ, Данко йөрәгендәге ут һымаҡ, нәфрәт утында янабыҙ!”

Был яҙыусының һуңғы яҙма­ларының береһе... 1943 йылдың 16 июнендә Али Карнай яу яланында һәләк була. Әммә уның ижады, башҡорт әҙәбиәтенең ял­ҡынлы вәкиленең уты, башҡорт халҡы йәшәгәнсә йәшәйәсәк. Али Карнай, әйтерһең, Урал батыр ва­сыятына тоғро ҡалып, “Яҡшы­лыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ!” тип изгелек ҡылыу ме­нән бергә, ошо ерҙә йәшәү дауам итһен өсөн һәләк булған әҙип.

Башҡортостан “Юлдаш” теле­видениеһында барған “100 шә­хес” проектында уның хаҡында ла яҡты хәтирәле сюжет әҙер­ләнде. Эйе, уның кеүек шәхес­тәр – Башҡорт автоно­мияһы уңайынан булдырылған “100 шә­хес” проектының ҡаһар­мандары.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы

Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Бурандарҙа сыныҡҡан... Әбйәлил районының Ишҡол ауылына, Шәйехзада Бабич исемендәге республика...

Тотош уҡырға 0

Ветеран (Хикәйә)

Ветеран (Хикәйә) 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Иртә менән оператив кәңәшмәгә баш мөхәррир бүлмәһенә йыйылып, түрҙәге йомшаҡ креслоһына сумып...

Тотош уҡырға 17

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 45

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 95

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 105

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 141

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 125

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 328

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 163

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 113

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 69

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 124