Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңеле тулы һөйөү ине...
Ул “мөхәббәт шағиры” булды.

Күренекле шағир, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева һәм Шәһит Хоҙай­бирҙин исемендәге премиялар лауреаты Рәмил Йәнбәк 1952 йыл­да Күгәрсен районының Дауыт-Ҡайып ауылында тыуған.

Уға ете йәш ярым булғанда һу­ғыш яраларынан атаһы үлеп китә.

Өфө ҡалаһының 1-се мәктәп-интернатын тамамлағас, бер йыл ауылда уҡытып ала. БДУ-ның V курсында саҡта Рәмилде “Башҡортостан пионеры” гәзите редакцияһына эшкә саҡыралар.

Бында 18 йыл эшләп, хәбәрсенән баш мөхәрриргә тиклем арауыҡты үтә.

Артабан “Китап” нәшриәтендә баш мөхәррир, директор була, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесенең урынбаҫары вазифаһында, “Ағиҙел” журналында баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй.

2017 йылдың 10 ғинуарында, йөрәге тотоп, ҡапыл ғына мәрхүм булып ҡалды. Ул, үҙенең ихтыярына ярашлы, тыуған ауылы Дауыт-Ҡайып зыяратында атаһы, әсәһе һәм Венер ағаһы янында ерләнде.

Һуңғы йылда өҙөлөп һөйгән ҡатыны Зилә мәр­хүмә булғас, көн йә төн тип тормай беҙгә, Сибайға, бик йыш шылтыратты.

Ҡысҡырып көлөр ҙә эсендә булған бөтә серен түкмәй-сәсмәй асып һалыр ине. Самаһыҙ ихлас, үтә лә асыҡ ине дуҫыбыҙ: шатланғанда йөрәген өҙөп бирергә әҙер, йәне көй­гәндә ҡылыслы-һөңгөлө башҡорт батыры кеүек ине. Бер ваҡытта ла күңелендә асыу, үпкә һаҡла­маны, кешегә ҡарата ниндәй генә мөнәсәбәт күрһәтһә лә, уның ыңғайы йылмайып-көлөп, күңелен аяй белде, ҡайтымһаҡ булды. Былар барыһы ла уның асылының сафлығы, эскерһеҙлеге тураһында һөйләй ине.

Рәмилдең һаулығына зарланғанын ғүмеремдә лә ишеткәнем булманы. Ауырығанын да иҫлә­мәйем. Шулай ҙа... Ноябрь аҙаҡтары ине булһа кәрәк, буранлы, толҡаһыҙ бер кистә көтмәгәндә шылтыратты.

— Фәрит дуҫ, яңы ғына Ғәлим менән (Ғәлим Хисамов – яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты) Фәрит ағай Бикбулатовты ҡуйып ҡайттыҡ, – тине бойоҡ ҡына. – Күптән түгел Әхмәт Сөләймәновты оҙаттыҡ, хәҙер Фәрит ағай... Китә ағайҙар, китә... Сират беҙгә лә етте түгелме?!

— Кит, Рәмил, һин ни һөйләйһең?! Беҙ бит уларҙан күпкә йәш... Малайҙар ғына... Юҡты һөйләмә! – тип әрләп ташланым.

— Беҙгә сират, Фәрит дуҫ, беҙгә!

Яратҡан ағайҙарының вафатынан һуң ике ай ҙа йәшәй алмай ҡалды... Кеше “китерен” алдан һиҙә тиҙәр. Әллә ысынлап та белдеме икән? Шунан 30 декабрҙә кис шылтыратты. Матур итеп Яңы йыл менән ҡотланы.

— Рәмил, ниңә ҡаба­ланаһың? Яңы йылға теүәл бер тәүлек бар бит әле, — тинем, шаяртып.

— Донъя хәлен белеп булмай, иртәгә әллә шылтыратып була, әллә юҡ, — тине бойоҡ ҡына.

Ысынлап, бүтән шылтыратыша алманыҡ. Ошо һөйләшеү һуңғыһы булған икән.

10 ғинуар кисендә ҡот осҡос хәбәр еткерҙеләр...

Хаҡлы ялға ла сығырға өлгөрмәгән Шамил аға­һының, университет тамамлап, диплом яҡларға әҙерләнеп кенә йөрөгән Ләйсән ҡыҙы менән кейә­үенең, Венер ағаһының (билдәле шағир Венер Йәнбәков), һөйөклө ҡа­тыны Зиләнең үлеме, алтмыш йәше тулыр-тул­маҫтан яратҡан эшен юғалтыуы... Йыл һайын тигәндәй бер-бер артлы килгән ошо сама ҡайғыны шағирҙың хисле йөрәге нисек күтәрә алһын инде?!

Беҙ уны яратып “Мө­хәббәт шағиры” тип йөрөттөк. Ул барлыҡ донъяны, матурлыҡты яратты, барыһы менән дуҫ була белде. Күңеле тулы һөйөү ине. Эйе, ул һөйөү йырын йырлар өсөн тыуғайны, тик тормош ҡына уны аңламаны...



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 53

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 67

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 49

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 154

Беҙ – бер “Тулҡын”да!

Беҙ – бер “Тулҡын”да! 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм, ғөмүмән, ижад юлында төрлө ауырлыҡтар була. Ә ижадтың башында торған, һәләтле...

Тотош уҡырға 50

Зәки ӘЛИБАЕВ: “Яҙыусы – рухиәт донъяһының илсеһе”
Ағайым мәҙәктәре

Ағайым мәҙәктәре 19.03.2019 // Әҙәбиәт

...Йомортҡа ла ашаманы...

Тотош уҡырға 114

"Әйлеләрҙең оранынан яралдым"

"Әйлеләрҙең оранынан яралдым" 17.03.2019 // Әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов шиғырҙарын яттан һөйләүселәр араһында...

Тотош уҡырға 77

Гонаһ шомлоғо (Юмореска)

Гонаһ шомлоғо (Юмореска) 15.03.2019 // Әҙәбиәт

Кисә генә күршеләренә инеп: – Уй, минең иремдең ҡулы алтын, ана, мунсаны нисек ҡойоп ҡуйҙы. Тәтәй...

Тотош уҡырға 339

Әхмәт Сөләймәновты иҫкә алабыҙ

Әхмәт Сөләймәновты иҫкә алабыҙ 15.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, башҡорт әҙәбиәте ғилеме белгесе, фольклорсы, юғары мәктәп...

Тотош уҡырға 80

Ысын ир-егеттән дан ҡала

Ысын ир-егеттән дан ҡала 13.03.2019 // Әҙәбиәт

Ул шәхестәр беҙҙең аранан киткәнгә апаруҡ ваҡыт үткән, шуға күрә улар хаҡында календарға ғына...

Тотош уҡырға 130

НОВЕЛЛАЛАР

НОВЕЛЛАЛАР 08.03.2019 // Әҙәбиәт

Туғандарың ҡәҙере...

Тотош уҡырға 164