Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин,
Саф хистәрҙән генә яралған.
Йәнем аҡ нур минең,
Ә нурҙарға
Ғашиҡ булмағандар һарандар.
Бәрәкәтле ерҙә тыуғанмын мин,
Йәйге муллыҡтан мин яралған.
Йәнем йомарт шуға.
Ул ваҡытта
Иген тулы булған яландар.
Ҡанлы яуҙан аҙаҡ тыуғанмын мин –
Тик именлек өсөн яралған.
Йәнем кенә тотмай.
Ситһенмәгеҙ,
Ергә һоҡланыуҙан таң ҡалһам.
Мөхәббәттән генә тыуғанмын мин,
Бәрәкәтле ерҙә яралған.
Йәнемә бит ерҙе,
Кешеләрҙе
Яратыуым ғына моң һалған.
Мин мөхәббәт өсөн яралған.

Бер иларға ине

Их, ҡысҡырып бер иларға ине,
Әсәйемдең ятып ҡулына.
Ул йөрәге менән аңлар ине –
Ниндәй ҡайғы төшкән улына.
Илап булмай,
Йылға ташы һымаҡ
Юшҡындарҙан күңел ҡатҡанға.
Йыйнай алмай оҙон уйҙарымды,
Уяу ятам таңдар атҡанда.
Йөрәк тырнап торған шиктәремде,
Һағыштарым кемгә һөйләйем?
Тамырҙарға ҡаным һыймағанда,
Ҡайһы көйҙө икән көйләйем?
Дуҫ-иш яҡын – донъя малы барҙа,
Һибелә икән ҡайғы килгәндә.
Кем күрһәтер йырып сығыр юлды –
Шик-шөбһәле һаҙлыҡ тирәмдә.
Әсәкәйем минең, берҙән-берем,
Алтындарҙан-алтын әсәйем,
Ниңә шулай хисле йөрәк бирҙең –
Моң-һағыштарымдан сәсәйем!
Их, ҡысҡырып бер иларға ине
Әсәйемдең ятып ҡулына.
Ул йөрәге менән аңлар ине –
Ниндәй ҡайғы төшкән улына.

Яратам!

Мин, әсәһе, тағы ғашиҡ булдым!
Беләм, мәңге ғәфү итмәҫһең.
Ҡарғарһың да хатта ҡыҙып китеп,
Бәлки, хатта өйгә кер(е)тмәҫһең.
Мин, әсәһе, ғашиҡ булдым уның
Нәҙек ҡаштарына, күҙенә,
Буй-һынына, атлап йөрөшөнә,
Ғашиҡ булдым уның үҙенә.
Мин, әсәһе, түҙә алмам, ахыры,
Ишетмәйсә уның тауышын.
Һарғайырмын көҙгө япраҡ төҫлө,
Яҙмағанын беләм ҡауышыу.
Мин, әсәһе, йәшлегемде күрҙем –
Бәлки, уны шуға яратам.
Мин, әсәһе, һиңә ҡара ҡайғы,
Йәлләһәм дә, юҡ, юҡ, алдамам!
Йөрәгемде әрлә, күҙҙәремде –
Матурлыҡҡа ғашиҡ мин һаман!
Матурлыҡты һаман яратам!

Кисер, һылыу!

Һин йылмайып ҡарап уҙҙың тағы,
Йә, ниңә һуң серле ҡараштар?
Мөхәббәттән төңөлөп бөттөм,
Ә хистәрем китеп аҙашҡан.
Шул хистәрҙе ҡабат йыйнамайса,
Ҡайтмайынса ҡабат хыялға –
Һин теләгән наҙҙар бирә алмам,
Наҙһыҙ һөйөү булыр зыянға.

Ҡатынға әйтер серем

Бик һағынам һине, бик һағынам,
Һин янымда көйө һағынам.
Күҙҙе наҙлар күпме һылыуҙар бар,
Ә мин бары һиңә табынам.
Табынырға Хоҙай түгелһең дә...
Илаһиә түгел... Ябайһың!
Илаһиә булһаң, һөймәҫ инем –
Ябайлығың менән арбайһың.
Арбайһың һин минең зиһенемде,
Күңелемде нурға күмәһең.
Һыуһынымды әммә ҡандырмайһың –
Сарсай бирһен, тиһең, күрәһең.
Сарсаймын шул, янып барам һәр саҡ
Йөрәгемдә янған ялҡынға.
Осҡондары күҙҙәремә бәрә,
Йәнем килә яҙа алҡымға.
Йәнем һин минең, йәрем дә һин,
Йән өрөүсе миңә – һүнгәндә.
Туҡтатыусым – артыҡ шашынғанда,
Наҙ биреүсем – һағыш күмгәндә.
Наҙҙарыңды йәшлек яҙҙарынан
Бағышланың миңә, тилегә.
Мин ҡабатлап һине һөйөр инем,
Йәшлек ҡайтһа әгәр киренән!

Әллә һинме?!

Әллә белеп, әллә белмәй,
Ҡағылдың ҡулдарыма.
Аҙап ҡалдым, йөрәк тертләп,
Йөҙөм ут булғанына.
Шыптырлаҡ күңелгә – осҡон:
Бер һирпелеп ҡараның.
Әммә нисек үтергә һуң
Күҙ ҡарашы араһын?!
Һинең ялҡында янамын,
Бәлки, йылыныр йәнем?
Әллә һинме, орсоҡтай ҡыҙ,
Мәңге эҙләгән йәрем?!

Белмәйем

Яратмағас ярһып-шашып
Һөйҙөң ни, һөймәнең ни!
Аҡылымдан яҙҙырмағас,
Килдең ни, килмәнең ни!
Ҡуй, ҡыланма! Хисһеҙ көйө
Һөйҙөң ни, һөймәнең ни!
Бөгөн төндә ҡуйынымда
Булдың ни, булманың ни!
Йөрәгем мөхәббәт көтә –
Һөйҙөң ни, һөймәнең ни!
Эргәңдә матур ҡыҙ барҙа –
Көйҙөң ни, көймәнең ни!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 53

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 67

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 49

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 154

Беҙ – бер “Тулҡын”да!

Беҙ – бер “Тулҡын”да! 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм, ғөмүмән, ижад юлында төрлө ауырлыҡтар була. Ә ижадтың башында торған, һәләтле...

Тотош уҡырға 50

Зәки ӘЛИБАЕВ: “Яҙыусы – рухиәт донъяһының илсеһе”
Ағайым мәҙәктәре

Ағайым мәҙәктәре 19.03.2019 // Әҙәбиәт

...Йомортҡа ла ашаманы...

Тотош уҡырға 114

"Әйлеләрҙең оранынан яралдым"

"Әйлеләрҙең оранынан яралдым" 17.03.2019 // Әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов шиғырҙарын яттан һөйләүселәр араһында...

Тотош уҡырға 77

Гонаһ шомлоғо (Юмореска)

Гонаһ шомлоғо (Юмореска) 15.03.2019 // Әҙәбиәт

Кисә генә күршеләренә инеп: – Уй, минең иремдең ҡулы алтын, ана, мунсаны нисек ҡойоп ҡуйҙы. Тәтәй...

Тотош уҡырға 339

Әхмәт Сөләймәновты иҫкә алабыҙ

Әхмәт Сөләймәновты иҫкә алабыҙ 15.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, башҡорт әҙәбиәте ғилеме белгесе, фольклорсы, юғары мәктәп...

Тотош уҡырға 80

Ысын ир-егеттән дан ҡала

Ысын ир-егеттән дан ҡала 13.03.2019 // Әҙәбиәт

Ул шәхестәр беҙҙең аранан киткәнгә апаруҡ ваҡыт үткән, шуға күрә улар хаҡында календарға ғына...

Тотош уҡырға 130

НОВЕЛЛАЛАР

НОВЕЛЛАЛАР 08.03.2019 // Әҙәбиәт

Туғандарың ҡәҙере...

Тотош уҡырға 164