Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы

Бурандарҙа сыныҡҡан...

Әбйәлил районының Ишҡол ауылына, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Гөлназ Ҡотоева призына шиғыр һөйләүселәр бәйгеһенә, саҡырыу алғас, шағирә, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Тамара Юлдашева, ошо сараның сәбәпсеһе – шағирә, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева менән юлға сыҡтыҡ. Сәфәребеҙ фәһемле аралашыуға, ҡыҙыҡлы осрашыуҙарға бай булды.

Әбйәлилдәр – рухлы халыҡ

Иң тәүҙә беҙҙе уҙған йылдың октябрен­дә генә Әбйәлил районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнгән Илдар Нафиҡов ҡабул итте. Илдар Таһир улының милли матбуғатҡа, әҙәбиәт һәм мәҙәниәткә битараф булмауы, яуаплы вазифаға йәштәрсә сәм, дәрт, аныҡ маҡсаттар менән тотоноуы ҡыуандырҙы. Ул уҡытыусылар ғаиләһендә үҫеүе, ата-әсәһенең башҡорт телендә сыҡҡан гәзит-журналдарҙы күпләп алдырыуы, үҙенең дә шул рухта тәрбиәләнеүе хаҡында һөйләне.

– Әлбиттә, һәр төбәк, һәр етәксе өсөн иҡтисади күрһәткестәр, етештереү күләм­дәре – мөһим төшөнсә. Әммә беҙ тормо­шобоҙҙоң рухи яғын – мәҙәниәтте, әҙәбиәт­те, милли матбуғатты ла онотмаҫҡа тейеш­беҙ, сөнки халыҡтың йәшәйешен тулыраҡ, сифатлыраҡ итеүҙә тап шуларҙың роле баһалап бөткөһөҙ. Районыбыҙ таланттарға бай, билдәле шәхестәребеҙ күп. Был эштә беҙ тап уларға таянырға, улар менән бергә эшләргә уйлайбыҙ, – тип уй-ниәттәре менән уртаҡлашты йәш етәксе.

Ул һәр баҫманың – “Башҡортостан” гәзитенең, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Аҡбуҙат” журналдарының тиражы менән ҡыҙыҡ­һынды, район күләмендә уларҙы киңерәк таратыу юлдарын барланы. Шағирә юлдаштарым башлыҡҡа үҙҙәренең китаптарын бүләк итте, ә беҙ Әбйәлил районында республиканың төп баҫмаһына яҙылыуҙы тотороҡло һаҡлағаны өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙыҡ.

Алдыбыҙҙа ҡапыл ҡалҡты йәйғор

Шиғриәт бәйгеһе үтәсәк Ишҡол тауҙар араһында урынлашҡан. Гөлназ Мират ҡыҙы тыуған төйәгенең һәр мөйөшөнөң тарихы, ер-һыу атамалары менән таныштыра барҙы. “Ана, минең яратҡан тауым – Сыбартүбәм”, – тиеүгә, ҡаршыбыҙҙағы тау өҫтөнә эленгән ҡышҡы йәйғорҙо күреп таң ҡалдыҡ. Быны изге билдә, сараның матур үтәсәгенә ишара тип ҡабул иттек.

Ауылдаштары шағирә ҡыҙын да, ҡу­наҡтарҙы ла яҡты йөҙ, ихлас күңел менән ҡаршы алды. Ишҡол урта мәктәбендә үткән осрашыуҙа шиғырҙар, күптән түгел күркәм ғүмер байрамын билдәләгән Гөлназ Мират ҡыҙына матур теләктәр яңғыраны, милли матбуғат, әҙәбиәт хаҡында фәһемле фекерҙәр әйтелде. Уҡыусылар Тамара Ишбулды ҡыҙының “Аҡбуҙат” журналы хаҡында һөйләгәндәрен мауығып тыңлаһа, уҡытыусылар коллективы “Башҡортостан”, “Башҡортостан ҡыҙы” баҫмалары хаҡында әңгәмә ҡорҙо.

Иғтибарымды Гөлназ Ҡотоеваның ижадына арнап әҙерләнгән күргәҙмә, дөрөҫөрәге, бынан тиҫтә йыл самаһы элек ҡатын-ҡыҙҙар баҫмаһында баҫылған мәҡәлә йәлеп итте. “Һәм алдымда ҡапыл ҡалҡты йәйғор...” тип атала ине ул. Был юлдар – Гөлназдың шиғырынан. Бөгөн дә бит беҙҙе уның ғәзиз тыуған ере Сыбартүбә өҫтөнә йәйғор элеп ҡаршы алды. Шиғриәттең илаһи ҡөҙрәте, күрәҙәлек тылсымы шулдыр, күрәһең.

“Тыуған ерем – моң даръяһы”

Ишҡол ауыл мәҙәниәт йортонда үткән йырлы-моңло сараның беренсе өлөшөндә яҡташтары Гөлназ Мират ҡыҙын матур ғүмер байрамы менән тәбрикләне. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Ирек Мусин, Әбйәлил башҡорттары ҡорол­тайы етәксеһе, “Осҡон” район гәзите мөхәррире Вил Илһамов, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Лениза Сәғәҙиева, Мәҙәни ял үҙәге директоры Элиза Ҡунафина, Үҙәк район китапханаһы директоры Зөлхиә Исхаҡова, “Йәйғор” әҙәби берекмәһе етәксеһе Зөһрә Кашапова, Магнитогорск ҡалаһынан “Аҡ ҡауырһын” әҙәби берек­мәһе етәксеһе Сәфинә Хәкимова, Рауил ауыл советы хакимиәте башлығы Абдул­хаҡ Солтанов, уҡытыусылары, туғандары шағирәгә ихлас теләктәрен еткерҙе.

Гөлназ Ҡотоева призына “Тыуған ерем – моң даръяһы” тип аталған шиғыр һөйләүселәр конкурсында 40 кеше ҡатнашырға теләк белдергәйне. Уларҙың сығыштарын абруйлы жюри ағзалары баһаланы. 14-35 йәшкә тиклемге шиғыр һөйөүселәр, конкурс шарттарына ярашлы, үҙҙәре яҙған һәм Гөлназ Ҡотоеваның ижадынан бер шиғыр һөйләп ишеттерҙе.

Кисәлә яңғыраған шиғырҙарҙың күбеһе шиғриәттең мәңгелек темаларына – мөхәббәткә, тыуған төйәк матурлығына, ҡатын-ҡыҙҙың сер тулы күңел донъяһына, изге әсәлек хистәренә арналды.

“Ҡыҙыл ғына буйын ҡыҙырам шул,
Йөрәккенәм тулы уй-һағыш.
“Һинең бала сағың!” – тип һонола
Баҫыуҙарҙа үҫкән көнбағыш...” – тип уйсан ғына итеп шиғыр һөйләгән аҡ алъяп­ҡыслы, етен сәсле ҡыҙыҡай Гөлназдың бала сағы булып баҡҡандай булды.

“Башҡорт телем минең, аҫылым,
Балҡып ҡына китер асылым,
Башҡортсалап берәү өндәшһә,
Йәнем ирей.
Телем, мең йәшә!”
– ошоноң ише ғәзиз туған телебеҙ байлығына, тыуып үҫкән еребеҙ матурлы­ғына арналған шиғырҙар күңелде ғорурлыҡ һәм һоҡланыу хистәре менән тултырҙы.

Конкурста мәктәп уҡыусылары ғына түгел, студенттар, китапханасылар, уҡы­тыусылар ҙа ҡатнашты.

“Ҡыҙыл ғына буйын ҡыҙырғанда,
Ҡыҙыл баландарға ылығам.
Ауыр һүҙҙе элек саҡ үткәрһәм,
Хәҙер бурандарҙа сынығам...” – былары инде тормоштоң ағын да, ҡараһын да, әсеһен дә, сөсөһөн дә татып утыҡҡан, үҙе әйтмешләй, “бурандарҙа сыныҡҡан” шағирә лирикаһынан. Ғөмүмән, был кисәлә шиғри һүҙҙең ҡөҙрәте, тылсымлы тәьҫире башҡарыусыларҙы ла, залдағы тамашасы­ларҙы ла бер бөтөн итеп, берсә илһам­ландырҙы, берсә күҙҙәргә йәш эркелдерҙе.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса I урынға Нәркәс Ҡәйепҡолова менән Резеда Ниғмәтуллина лайыҡ булды. II урында Гөлфиә Ниғмәтуллина, Гөлнур Замалетдинова, Вилдан Батталов, Светлана Килмөхәмәтова билдәләнде. III урынды Зарема Мөхәмәҙиева, Зарема Ғайсина, Әдилә Нафиҡова, Нәркәс Баймырҙина, Әлиә Өмөтҡужина уртаҡлашты. Ә инде бәйгенең төп призы Гран-приға Атауҙы ауылынан Нияз Замалетдинов лайыҡ булды. Башҡа конкурсанттар араһынан төрлө номинацияла еңеүселәр һайлап алынды. Ете йәшлек Гөлнәзирә Моталова “Иң бәләкәй ҡатнашыусы” булып танылды.

Сараны Айгөл Ишбулатова менән Роза Хәйруллина башҡарыуында Гөлназ Ҡотоева һүҙҙәренә яҙылған йырҙар, Тәпән, Рауил ауылы ҡатын-ҡыҙҙарының бейеүҙәре, Ишҡол ауылының “Йәнгүзәл” фольклор төркөмөнөң сығыштары биҙәне.

Шиғриәт конкурсын ойоштороуға, ғөмүмән, ошо йырлы-моңло кисәне юғары кимәлдә үткәреүгә Ишҡол ауылы китап­ханаһы мөдире Руфина Ирғәлина, Рауил ауыл Советына ҡараған ауылдарҙың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, алып барыусылар Тәлғәт Мөхәмәҙиев менән Айһылыу Мөхә­мәтдинова ҙур көс һалды. Әбйәлилдәр яҡташ шағирәһен ҙурлап, уның исемендәге призға шундай матур конкурс ойоштороп, тәү сиратта үҙҙәрен ололаны. Шәхестәрен күтәрә белгән халыҡ – үҙе лә бөйөк ул, тип мәғрифәтсебеҙ юҡҡа әйтмәгән бит.

Яҙыусы рухына тоғролоҡ

Артабан ҡар-буранлы ҡышҡы юлдар беҙҙе Белорет ҡалаһына – бындағы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһына илтте. Белем усағы коллективы һәм тап ошо көндә “Йыл уҡытыусыһы” конкурсына йыйылған уҡы­тыусылар, мәктәп директорҙары менән осрашыу ҙа эшлекле шарттарҙа үтте. Гимназияға быйылғы уҡыу йылында ғына директор итеп тәғәйенләнгән Сулпан Мәү­ләүи ҡыҙы Уйылданова беҙҙе яңылыҡ­тары, уңыш-ҡаҙаныштары менән таныш­тырҙы. Ә улар етерлек: робот техникаһы йүнәлешендә 16 миллион һумлыҡ грант алып, ошо йүнәлештә бик ҙур эштәр башлап торалар. Башланғыс кластар ҙа, олораҡтар ҙа иҫтәре китеп мауыҡҡан был шөғөл өсөн заманса ҡорамалдар, йыһаздар, кәрәк-яраҡ һатып алғандар. Шулай уҡ гимназияла биотехнологик парк булдырылған. Бында балалар тәүге тәжрибәләрен уҙғарып ҡарай, төрлө йүнәлештәге тикшереү эштәре алып бара.

Уҡытыусылар менән ойошторолған осрашыу ике яҡ өсөн дә тәьҫирле, фәһемле булды. Мөғәллимдәр милли матбуғаттың өҫтөнлөклө бурыстары, журналис­тарҙы борсоған мәсьәләләр тураһында хәбәрҙар булды, ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, баҫ­маларыбыҙҙың иң тоғро уҡыусылары һаналған һөнәр эйәләренән фекерҙәр һәм тәҡдимдәр ишетеп ҡыуандыҡ. Абҙаҡ мәктәбе директоры Гөлшат Йомағужина, күптән түгел Учалыла булған фажиғәле хәлдәргә бәйләп, йәмғиәттә, тәү сиратта ғаиләлә, ҡатын-ҡыҙҙы яҡлау йәһәтенән аныҡ закондарға нигеҙләнгән маҡсатлы эш алып барыу, был мәсьәләне матбуғатта даими яҡтыртыу зарурлығы тураһында әйтеп үтте. Ул шулай уҡ быйыл үтәсәк Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ла, ошо проблемаға тейешле иғтибар биреп, ҡарарҙар сығарыр, улар республика парламентарийҙарының да күҙ уңынан ситтә ҡалмаҫ, тигән ышаныс белдерҙе. Белорет ҡалаһындағы 20-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зәйнәп Собханғолова милли матбуғаттың уҡытыу-тәрбиә эшендәге, ғөмүмән, тормош көткәндәге роле тураһында бик ҡыҙыҡлы итеп һөйләне.

Башҡорт халҡының арҙаҡлы яҙыусыһы Яныбай Хамматов исемен йөрөткән гимназиялағы осрашыуҙан күңелебеҙгә йылылыҡ, артабанғы эшебеҙ өсөн дәрт һәм илһам алдыҡ. Әҙип рухына тоғролоҡ һаҡлап, уның исеменә тиң булырҙай шәхестәр тәрбиәләүҙе маҡсат итеп алған гимназия коллективына, ең һыҙғанып “Йыл уҡытыусыһы” конкурсын тантаналы ябыу сараһына әҙерләнгән уҡытыусыларға уңыштар теләп, ҡайтыр юлға ҡуҙғалдыҡ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 53

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 67

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 49

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 154

Беҙ – бер “Тулҡын”да!

Беҙ – бер “Тулҡын”да! 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм, ғөмүмән, ижад юлында төрлө ауырлыҡтар була. Ә ижадтың башында торған, һәләтле...

Тотош уҡырға 50

Зәки ӘЛИБАЕВ: “Яҙыусы – рухиәт донъяһының илсеһе”
Ағайым мәҙәктәре

Ағайым мәҙәктәре 19.03.2019 // Әҙәбиәт

...Йомортҡа ла ашаманы...

Тотош уҡырға 114

"Әйлеләрҙең оранынан яралдым"

"Әйлеләрҙең оранынан яралдым" 17.03.2019 // Әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов шиғырҙарын яттан һөйләүселәр араһында...

Тотош уҡырға 77

Гонаһ шомлоғо (Юмореска)

Гонаһ шомлоғо (Юмореска) 15.03.2019 // Әҙәбиәт

Кисә генә күршеләренә инеп: – Уй, минең иремдең ҡулы алтын, ана, мунсаны нисек ҡойоп ҡуйҙы. Тәтәй...

Тотош уҡырға 339

Әхмәт Сөләймәновты иҫкә алабыҙ

Әхмәт Сөләймәновты иҫкә алабыҙ 15.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, башҡорт әҙәбиәте ғилеме белгесе, фольклорсы, юғары мәктәп...

Тотош уҡырға 80

Ысын ир-егеттән дан ҡала

Ысын ир-егеттән дан ҡала 13.03.2019 // Әҙәбиәт

Ул шәхестәр беҙҙең аранан киткәнгә апаруҡ ваҡыт үткән, шуға күрә улар хаҡында календарға ғына...

Тотош уҡырға 130

НОВЕЛЛАЛАР

НОВЕЛЛАЛАР 08.03.2019 // Әҙәбиәт

Туғандарың ҡәҙере...

Тотош уҡырға 164