Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Гонаһ шомлоғо (Юмореска)
Кисә генә күршеләренә инеп:
– Уй, минең иремдең ҡулы алтын, ана, мунсаны нисек ҡойоп ҡуйҙы. Тәтәй бит, тәтәй! Теләһә кем улай булдыра алмай, – тип һыу тейҙермәй маҡтаған ирен Мәмдүҙә бөгөн өҙгөсләп ташларҙай хәлдә ине.

– Кит, ғибрәт, тағы аҡса һорайһыңмы ул? – ҡатын иренә осҡон сәсеп торған күҙҙәренең ағы менән зәһәр сәнсеп ҡараны. Тегеһе нимәлер аңлатырға тип ауыҙын асҡайны ғына, йәнә шул килеш өнө тығылды. – Нимә аҡшайҙың? Ниндәй бөткөһөҙ теләнселәү, ти, ә? Ана аша­рыңа һалдым, аҡса бөтөрөп әбиткә йөрөйһө түгел. Һаҫыҡ-һоҫоҡ ысталауай ашын ашамаһын тип торам үҙеңде. Бензинға кәрәк тиһеңме? Ай, Аллам, әллә шул нәмәне үҙең эсәһеңме? Запчасть тиһеңме? Йә, Хоҙай! Былтыр ғына әллә күпме запчасть алып бирҙем. Таҡырға таяндыраһың бит, ә!

Ҡатын урынында түҙмәй, еңмешлеген күрһәтеп, аяҡтары менән тыпырсынып-тыпырсынып алды. Бер аҙ тын ҡалып, нимәнелер иҫенә төшөргәндәй итте лә, йәнә төкөрөктәрен сәсә-сәсә иренә ташланды:
– Шул машинаң берәй ҡасан туя беләме, бер аҙна элек заправить иттем бит, әллә үҙең эсәһеңме? Былай булһа, донъя көтөрһөң һинең менән. Бына минең өҫкә алмаш күлдәгем юҡ. Ә һин көн дә, шунса-шунса аҡса кәрәк, тип муйындан быуып алып бараһың! Нимә-нимә, кисә генә 30 мең аҡса апҡайттым тиһеңме?! Ай, Алла, берәү эшләй, ыуаҡай. Башҡа ирҙәр кеүек йөҙәр меңләп алһаң, бер хәл. Вис үҙеңә китеп тора бит. Шул өс бөртөк аҡса эсеңде көтөрҙәтеп тик торҙо инде. Ни хәл таң аттырҙың әле?! Шул аҡса тип көн дә талайһың бит. Тамам наҙайыл, түҙерлек әмәл ҡалма­ны. Ана, кеше ирҙәре әллә нисә эштә эшләй. Ә һин ҡайтаһың да һуҙылып ятаһың. Ялҡау! Өй һалам тиһеңме? Нимә-нимә, эшләмәйһең тиһеңме?! Әллә минең ер һөрөүемде теләр инең­ме? Ана, егәрлене алаһы ине. Мин һиңә йәбешеп сыҡманым.

Ир машинаһының асҡысын күтәреп бәрҙе лә йәйәү атланы – эшенә барыуын-барып етер ҙә ул, ҡайтҡанда бензины бөтөп ултырһа, “тимер ат”ын ҡала урамында ҡалдырып китһенме ни!

– Абау, шайлы кеше ни, ҡәбәхәт! – Ярһыған ҡатын күҙ алдынан юғалғансы ирен йыуан беләктәре менән болғай-болғай әрләп кинәнде. Унан, ни өсөн мин генә ҡайғырырға тейеш әле, тип уйлап, ҡәйнәһенә, туғандарына шылтырата башланы:
– Тамам биҙрәтте һеҙҙең шул нәмә­геҙ. Аҡса тиһәң, йәнен бирергә әҙер. Шул оңҡот ҡайҙан ғына юлыма осраған, кәпичник. Таңдан бар кәйефемде боҙоп сығып китте. Кәрәкмәй миңә һеҙҙең туҡал һыйырығыҙ, килеп апҡайтығыҙ. Бутта унһыҙ йәшәй алмайым. Хәстрүш, берәү инженер, имеш. Аҡсаһын муйынына баулап йөрөтһөн. Ҡәбәхәт!

Бите ҡыҙарып бүрткән ҡатын ярһый-ярһый күршеләренә юлланды.

– Анауҙы әйтәм, асҡысын бәреп сығып киткән булды. Ҡайтһын әле, күрһәтермен әле үҙенә. Асыуымды килтерһә, өйгә керетмәҫ тә ҡуйырмын. Шашып киттең! Бынан һуң ашатырмын әле мин һиңә. Әтеү кеше танымай башланың....

Бер нисә сәғәттән ул баҙарҙа шәшке тундарының әле береһен кейә, әле икенсеһен сисә ине.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ағайым мәҙәктәре

Ағайым мәҙәктәре 19.03.2019 // Әҙәбиәт

...Йомортҡа ла ашаманы...

Тотош уҡырға 40

"Әйлеләрҙең оранынан яралдым"

"Әйлеләрҙең оранынан яралдым" 17.03.2019 // Әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов шиғырҙарын яттан һөйләүселәр араһында...

Тотош уҡырға 69

Әхмәт Сөләймәновты иҫкә алабыҙ

Әхмәт Сөләймәновты иҫкә алабыҙ 15.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, башҡорт әҙәбиәте ғилеме белгесе, фольклорсы, юғары мәктәп...

Тотош уҡырға 67

Ысын ир-егеттән дан ҡала

Ысын ир-егеттән дан ҡала 13.03.2019 // Әҙәбиәт

Ул шәхестәр беҙҙең аранан киткәнгә апаруҡ ваҡыт үткән, шуға күрә улар хаҡында календарға ғына...

Тотош уҡырға 107

НОВЕЛЛАЛАР

НОВЕЛЛАЛАР 08.03.2019 // Әҙәбиәт

Туғандарың ҡәҙере...

Тотош уҡырға 150

Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ

Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ 05.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалы районы мәктәптәрендә Халыҡ-ара туған тел көнөн тантаналы билдәләү матур йолаға әүерелгән....

Тотош уҡырға 96

Бер тел дә башҡаһынан кәм түгел

Бер тел дә башҡаһынан кәм түгел 05.03.2019 // Әҙәбиәт

Нефтекама ҡалаһының электрон модель китапханаһында “Туған тел – туған телмәр” тип аталған фольклор...

Тотош уҡырға 81

Ниғмәтиҙән Шәрәфигә тиклем...

Ниғмәтиҙән Шәрәфигә тиклем... 01.03.2019 // Әҙәбиәт

Яҙҙың тәүге көнө тарихи ваҡиға менән башланып китте: "Юлдаш" радиокомпанияһы "Тыуған илкәйемде...

Тотош уҡырға 136

Яҙыусы исемен – лицейға!

Яҙыусы исемен – лицейға! 01.03.2019 // Әҙәбиәт

Февраль урталарында Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала күренекле башҡорт яҙыусыһы Ғәли...

Тотош уҡырға 187

Ветеран (Хикәйә)

Ветеран (Хикәйә) 01.03.2019 // Әҙәбиәт

Өсөнсө көн тигәндә мәҡәлә гәзиттең беренсе битендә донъя күрҙе. Һүҙ менән һаҡ эш иткән тәжрибәле...

Тотош уҡырға 200

Ир әйтерҙе кем әйтһен

Ир әйтерҙе кем әйтһен 01.03.2019 // Әҙәбиәт

Бәндәгә илһам биргән сығанаҡтар. Бөгөнгө йәшәү торошо ярайһы ҡатмарлы заманда әҙәбиәт, шиғриәт...

Тотош уҡырға 226

“...Аяҡ осона һаҡ баҫып, ҡарап тора һымаҡ яҙ”

“...Аяҡ осона һаҡ баҫып, ҡарап тора һымаҡ яҙ” 01.03.2019 // Әҙәбиәт

Февраль әле. Бары февраль. Ә күктәр шундай аяҙ. Аяҡ осона һаҡ баҫып, Ҡарап тора һымаҡ яҙ....

Тотош уҡырға 201