Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Олатайым — “Ҡыҙыл Башҡортостан”дың мөхәррире
1940 — 1945 йылдарҙа гәзиттең яуаплы мөхәррире булып Ғәли Камал улы Зөлҡәрнәев эшләй. Быйыл уның арабыҙҙан китеүенә 30 йыл тулды. Бөгөн беҙ уның ейәне, иҡтисад фәндәре докторы Илдар Үзбәк улы Зөлҡәрнәй менән әңгәмә ҡорабыҙ.

— Илдар Үзбәк улы, олатайығыҙ менән тығыҙ аралаштығыҙмы? Уның хаҡында бер ни тиклем һөйләп үтһәгеҙсе.
— Яҙмыш ҡушыуы буйынса Ғәли Камал улы миңә атайымды алмаштырыусы кеше булды. Беҙ бергә йәшәнек, ул фани донъянан киткәндә 23 йәштә инем. Әле лә мин уның фатирында, Ленин урамындағы элек “белгестәр йорто” тип аталған өйҙә торам.
Бик бәләкәй саҡта олатайыма “атай” тип өндәшә инем. Шундай олатайым булыуы менән мин бәхетле. Ул кешеләргә — туғандарына, хеҙмәттәштәренә, күршеләренә ҡарата йомшаҡ күңелле булды. Кемделер әрләгәнен ишетмәнем. Олатайым хеҙмәт яратты. Хаҡлы ялда булыуына һәм һаулығының ҡаҡшауына ҡарамаҫтан, ҡағыҙ менән эшләне. Нимәнелер мөхәррирләне, башҡортсаға тәржемә итте. Ғүмеренең һуңғы осоронда һәйкәлдәрҙе һаҡлау йәмғиәтендә эшләне. Йәмғиәт ағзалары репрессияланған башҡорт яҙыусыларының исемен аҡлау менән дә шөғөлләнде. Ғәли Камал улының әүҙем ҡатнашлығында беҙҙең йортта Дауыт Юлтыйға арналған иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылғанын хәтерләйем. Әйткәндәй, Дауыт Юлтый 1920 йылдарҙа “Башҡортостан” гәзитенең мөхәррире вазифаһын үтәгән. Ғәли Камал улы үҙе лә абруйлы булды. Тыуған яғында — хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы ауылдарының береһендә — уны үҙ итеп “Ғәлекәй” тиҙәр ине. Яҙыусылар һәм журналистар “Ғәли ағай” тип йөрөттө.
Олатайым башҡорт халҡының ысын патриоты булды.
— Ғәли Камал улы “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзитенең яуаплы мөхәррире булып эшләгән осоро тураһында һөйләй торғайнымы?
— Олатайым бик баҫалҡы кеше ине. Үҙе тураһында һүҙ сурытырға яратманы, ләкин барлыҡ йәмғиәткә ҡағылышлы нәмәләр хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, һуғыштың тәүге йылдарында, фронтта хәлдәр ҡатмарлашҡас, Сталиндың совет кешеләрен фашистик Германияға ҡаршы көрәшкә туплау өсөн уларҙың милли һәм дини тойғоларын уятырға мәжбүр булыуын унан ишеттем. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән барлыҡ дини һәм милли йолаларға, милли батырҙарға иғтибар артҡан. Партия интернационализм һәм милләт-ара никахтар тураһында ғына түгел, уҙған быуаттарҙағы һәм ул саҡтағы милли геройҙар хаҡында ла яҙырға рөхсәт иткән. Тап шул осорҙа Кутузов, Суворов кеүек урыҫ полководецтарының исемен күккә күтәреп маҡтағандар, тейешле ордендар булдырылған. Башҡа халыҡтарға ла үҙ батырҙары хаҡында яҙыу рөхсәт ителгән.
Яуаплы мөхәррирҙең эше ҡатмарлы булған, сөнки һуғыш шарттарында һәр хата аҙым өсөн башың менән яуап бирәһең. Редакцияла тейешле органдарға мәғлүмәт еткереп тороусы информаторҙар эшләгән.
Олатайым миңә ҡыҙыҡлы документ — Ҡадир Даяндың 1944 йылдың 16 февралендә “Ҡыҙыл Башҡортостан”да сыҡҡан өс шиғырының урыҫ теленә һүҙмә-һүҙ тәржемәһен күрһәтте. Кемдер шиғырҙарҙы тәржемә итеп, 19 февралдә үк уларҙы партия өлкә комитетына ебәрә. Яҙыу машинкаһында баҫылған тәржемәлә ҡәләм менән: “Зөлҡәрнәев иптәш. Минең менән һөйләшегеҙ” тигән резолюция һәм ВКП(б) Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары С.Д. Игнатьевтың ҡултамғаһы тора. Датаһы — 1944 йылдың 20 феврале (һүрәттә).
Беренсе секретарь менән һөйләшеү нисек булғанын тәфсирләп һорашмағаныма хәҙер үкенәм. Олатайымдың, башҡорттарҙың фронттағы батырлыҡтары тураһында мәҡәләләр баҫтырыуҙы халҡыбыҙҙа ватансылыҡ тойғоһон күтәреү зарурлығы менән раҫларға кәрәк ине, тип һөйләгәнен генә хәтерләйем.
— Ҡағиҙә булараҡ, балалар, ейән-ейәнсәр ата-бабаның һөнәрен һайлай. Һеҙҙә, олатайығыҙҙың эшен дауам итеп, журналист булыу теләге булманымы?
— Профессиональ журналист һөнәрен һайламаным, ләкин олатайым миңә ҙур йоғонто яһаны. Мин быны йылдар үтеү менән генә аңланым. Киң мәғлүмәт сараларында, халыҡ алдында йыш сығыш яһайым, гәзиттәрҙә публицистик мәҡәләләрем дә ярайһы йыш баҫыла. Ниндәй һөнәр һайлауың, нимә менән шөғөлләнеүең мөһим түгел, эшеңде яратырға, яуаплылыҡ менән башҡарырға кәрәк. Шул саҡта ғына һинең профессиональ эшмәкәрлегеңдән йәмғиәткә файҙа буласаҡ. Бына ошо яуаплылыҡ тойғоһо күскән миңә олатайымдан. Бының өсөн уға рәхмәтлемен.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 79

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 91

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 121

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 108

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 304

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 150

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 105

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 63

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 117

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Мәшһүр шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлиди, эмиграцияға китер алдынан “Башҡорт халҡына хушлашыу хатын” яҙып,...

Тотош уҡырға 150

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..”

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..” 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнөндә, шәхестең ижадына, тормош...

Тотош уҡырға 159

Беҙ бәхетле милләт булырбыҙ

Беҙ бәхетле милләт булырбыҙ 08.02.2019 // Әҙәбиәт

Рустар олоғая барған һайын “Старость – не радость” тигән һүҙҙәрҙе йышыраҡ ҡабатлай. Үҙебеҙсә...

Тотош уҡырға 122