Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бала саҡ иле баҫмаһы
Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы журналдың тәүге һанын ҡулына ала. Киләһе йылына уның исеме “Пионер” тип үҙгәртелә һәм 1991 йылға тиклем, “Аманат”ҡа әйләнгәнсә, ошо исем менән нәшерләнә. Бөгөн дә ул республика балаларының яратҡан баҫмаларының береһе булып ҡала.

Уҙған быуаттың 30-сы йылдарында “Пионер” журналы башланғыс һәм урта класс уҡыусылары өсөн уҡыу әсбабы булараҡ файҙаланыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында баҫма үҙ эшмәкәр­леген туҡтатып торорға мәжбүр була һәм 1952 йылда ғына яңынан тергеҙелә.

“Аманат”тың тәүге мөхәррирҙәренең береһе Башҡортостандың халыҡ яҙыу­сыһы Зәйнәб Биишева була. Ә Баш­ҡорт­остандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим тап ошо баҫмала хеҙмәт юлын баш­лай. Билдәле яҙыусыларҙың күбеһенең ижад инеше “Пионер” – “Аманат” журналынан юл алған. Был исемлектә Рәшит Ниғмәти, Шәриф Бикҡол, Муса Ғәли, Кәтибә Кин­йәбулатова, Фәүзиә Рәхимғолова, Абдул­хаҡ Игебаев, Әнүәр Бикчәнтәев, Булат Рафиҡов, Марат Кәримов, Сафуан Әли­баев, Динис Бүләков, Рауил Шаммас, Гөлфиә Иҙелбаева һәм башҡа бик күптәр бар.

Унда 90 йыл дауамында егермеләп мөхәррир алмашына. Уларҙың һәр береһе балалар журналының үҫешенә, йөкмәткеһен байытыуға үҙ өлөшөн индерә. Бөгөн “Аманат”ҡа билдәле журналист, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы, Ш. Хоҙай­бир­ҙин исемендәге Башҡортостан Хөкүмәте премияһы лауреаты Сәлмән Ярмуллин етәкселек итә.

– Йәше туғыҙ тиҫтә менән билдә­лә­неүгә ҡарамаҫтан, журнал һәр ваҡыт ба­ла саҡ илендә йәшәй, үҙенең ҡыҙыҡһы­ныусан, шуҡ, дәртле уҡыусылары менән бергә атлай. Бәләкәй генә, әммә берҙәм коллективыбыҙ ҡыҙҙар һәм малайҙар “Аманат”тың һәр һанын көтөп алһын, яратып уҡыһын, аң-белемгә ынтылып, лайыҡлы алмаш булып үҫһен өсөн тырышып эшләй, – ти Сәлмән Шәкирйән улы.

Журнал коллективы һәр төрлө кон­курстарҙа, ижади бәйгеләрҙә ҡатна­шып, үҙен лайыҡлы таныта, дәүләт кимә­лен­дәге гранттар яулай. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙағы еңеүҙәрен барлағанда Башҡорт дәүләт педагогия университе­тының Мифтахетдин Аҡмулла исе­мендәге премияһы, “Алтын Урал” халыҡ ижады премияһы лауреаты булыуын билдәләп үтергә мөмкин.

Халҡыбыҙҙың бөйөк мәғрифәтсеһенең “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” тигән ҡанатлы һүҙҙәрен девиз итеп алған “Аманат” журналы киләсәктә лә йәш быуынды аң-белемгә әйҙәһен, уларҙы ата-бабалар аманатына тоғро йәшәргә өйрәтһен һәм ошо изге юлда уға уңыштар юлдаш булһын!

Билдәле шәхестәр журнал хаҡында

“Бик тә яҡын минең өсөн журнал. Хеҙмәт кенәгәмдә беренсе эшем “Пионер”ҙа – әҙәби хеҙмәткәр” тип теркәлгән. Был журнал — туған телдә сыҡҡан баҫма ғына түгел, ә аҡыллы тәрбиәсе лә. Ул – йәш быуынды тәрбиәләү өлкәһендә матур­лыҡтың көҙгөһө, шул гүзәллекте әленән-әле яңыртып торған көмөш шишмә...”
Мостай КӘРИМ.

* * *
“Пионер”ҙың юлы – беҙҙең балалар әҙәбиәтенең тотош бер осоро, ҙур юлы ул”.
Муса ҒӘЛИ.

* * *
“Был журнал сыҡмаһа, кем белә, мин, ихтимал, балалар әҙәбиәтенә килә алмаҫ инем”.
Әнүәр БИКЧӘНТӘЕВ.

* * *
“Башҡорт әҙәбиәтендә бөгөн төп көс булып танылыу дәрәжәһенә күтәрелгән бик күп әҙиптәрҙең формалашыуында “Пионер” журналының хеҙмәте ифрат ҙур”.
Шәриф БИКҠОЛ,
“Пионер” журналының 1952–1962, 1968–1977 йылдарҙағы
баш мөхәррире.


* * *
“Сабый тыуғас та тәү башлап “әсәй” тигән ҡәҙерле һүҙҙе әйтергә өйрәнә. Үҫә төшкәс, аң-белемгә ынтыла. Ә инде ана шул аң-белемгә илткән сығанаҡтар аша ул Ватан, тыуған ер, дуҫлыҡ, тыныслыҡ тигән төшөнсәләрҙең ни тиклем бөйөк, ни тиклем изге икәнлеген аңлай. Ана шул белем сығанаҡтарының береһе – “Пионер” журналы ла үтелгән ғүмере эсендә төрлө быуын балалары күңеленә бик күп изгелек орлоҡтары сәсте. Улар араһында хәҙер илебеҙ өсөн файҙалы кешеләр булып китеүселәр ифрат та күп”.
Динис БҮЛӘКОВ, 1977–1986 йылдарҙағы баш мөхәррир.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 91

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 269

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 178

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 72

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 151

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 125

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 120

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 173

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 111

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 302

Беҙ – бер “Тулҡын”да!

Беҙ – бер “Тулҡын”да! 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм, ғөмүмән, ижад юлында төрлө ауырлыҡтар була. Ә ижадтың башында торған, һәләтле...

Тотош уҡырға 106