Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы буйынса комиссия белдереүе
Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы буйынса комиссия сираттағы ултырышында конкурста ҡатнашыуға тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙе индереү-индермәү мәсьәләһен ҡараны. 2012 йылға Башҡортостан Республикаһының әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына түбәндәгеләр дәғүә итә:
1. Әҙәби-художестволы баҫма:
Арғымаҡ сапһын оҙаҡ: лирик, сатирик шиғырҙар. Мәҫәлдәр. Поэмалар. — Өфө: Китап, 2009. — 432 бит.
Дәғүәсе: Мифтахов Риф Фәйзрахман улы, пенсионер, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Күрһәтеүсе ойошма: Ишембай районының “Торатау” гәзите редакцияһы.
2. Башҡортостан юлдаш телевидение каналындағы “Историческая среда” телевизион проекты.
Дәғүәсе: Хәмиҙуллин Салауат Ишмөхәмәт улы, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы телевидение студияһының танып-белеү программалары редакцияһы етәксеһе.
Күрһәтеүсе ойошма: “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы.
3. Әҙәби-художестволы баҫмаларҙан торған трилогия-эпопея:
Яҙмыш ҡорбандары. Роман-хәтирә. — Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте. 1996. — 368 бит.
Ут эсендәге мөхәббәт. Роман-хәтирә. — Өфө: Китап, 2005. — 320 бит.
Ҡанлы бәхет. Роман-хәтирә. — Өфө: Китап, 2008. — 312 бит.
Дәғүәсе: Поварисов Суфиян Шәмсетдин улы, филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университетының татар филологияһы кафедраһы профессоры.
Күрһәтеүсе ойошма: “Өмет” гәзите редакцияһы.
4. Әҙәби-художестволы баҫма:
Одинокий дом в тумане: рассказы. — Уфа: Китап, 2010. — 456 с.
Дәғүәсе: Генатуллин Анатолий (Ғиниәтуллин Талха Йомабай улы), пенсионер, яҙыусы.
Күрһәтеүсе ойошма: “Учалы яҙыусылар ойошмаһы” йәмәғәт берекмәһе.
5. Әҙәби-художестволы баҫма:
Беҙ — улдары Башҡортостандың: шиғырҙар, йырҙар, поэмалар, юмор һәм сатира. Өфө: Китап, 2009. — 376 бит.
Дәғүәсе: Сиражи Муса (Сиражетдинов Муса Шәрәфетдин улы), пенсионер, шағир.
Күрһәтеүсе ойошма: “Кызыл таң” гәзите редакцияһы.
6. Әҙәби-художестволы баҫма:
Золото Алдана: роман в 2-х книгах. — Уфа: Китап, 2010. — 608 с.
Дәғүәсе: Йыһаншин Камил Фәрухша улы, “ШОК” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте предприятиеһы директоры.
Күрһәтеүсе ойошма: Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана.
7. Әҙәби-художестволы баҫма:
Тыуған йорт: шиғырҙар. Өфө: Китап, 2010. — 304 бит.
Дәғүәсе: Закиров Мөхәмәт (Закиров Миңлемөхәмәт Тәфтизән улы), пенсионер, шағир.
Күрһәтеүсе ойошма: “Йәшлек” гәзите редакцияһы.
8. Әҙәби-художестволы баҫма:
Ыласындар оса бейектә: Шиғырҙар, йырҙар, хикәйәттәр. Өфө: Китап, 2007. — 368 бит.
Дәғүәсе: Шәкүр Рәшит (Шәкүров Рәшит Закир улы), филология фәндәре докторы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт теле һәм уны уҡытыу методикаһы кафедраһы профессоры.
Күрһәтеүсе ойошма: “Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы.
9. Әҙәби-художестволы баҫма:
Халҡым хазинаһы: очерктар. Өфө: Китап, 2011. — 352 бит.
Дәғүәсе: Бәҙретдинов Сәлимйән Миңләхмәт улы, филология фәндәре кандидаты, “Ватандаш” журналының баш мөхәррире урынбаҫары.
Күрһәтеүсе ойошма: “Ватандаш” журналы редакцияһы.
10. Флорид Бүләковтың пьесаһы буйынса “Мәскәү-Васютки” спектакле.
Дәғүәселәр: Йыһаншин Азат Надир улы, Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрының художество етәксеһе, “Мәскәү-Васютки” спектакленең режиссер-ҡуйыусыһы;
Нестеров Альберт Валерьевич, Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрының баш рәссамы, “Мәскәү-Васютки” спектакленең рәссам-ҡуйыусыһы;
Бакирова Миңниса Миңлевәли ҡыҙы, Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрының драма артисы, “Мәскәү-Васютки” спектаклендә төп ролде башҡарыусы;
Бакиров Филарит Әбделғәзим улы, Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрының драма артисы, “Мәскәү-Васютки” спектаклендә төп ролде башҡарыусы.
Күрһәтеүсе ойошма: Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры.
11. Художестволы әҫәрҙәр циклы:
“Бабушкин Коран” (88 әҫәр), “Молитвы” (10 әҫәр), “Сестры Кусимовы” (12 әҫәр).
Дәғүәсе: Ханнанов Вәсил Миңғәзийән улы, Башҡортостан Республикаһының Н. Латфуллин исемендәге заманса сәнғәт музейы директоры, Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы.
Күрһәтеүсе ойошма: Башҡортостан Республикаһының Н. Латфуллин исемендәге заманса сәнғәт музейы.
12. Художестволы әҫәрҙәр циклы:
“Атайсал — Земля предков” (41 әҫәр).
Дәғүәсе: Сөләймәнов Йәлил Әхмәт улы, Башҡортостан Республикаһының Рәссамдар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы.
Мәжитов Әмир Миңлевәли улы, Рәсәй Рәссамдар союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе идараһындағы “Живопись” секцияһы етәксеһе, Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы.
Күрһәтеүсе ойошма: Рәсәй Рәссамдар союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе.
13. Художестволы әҫәрҙәр циклы:
“Песнь об Урале” (29 әҫәр).
Дәғүәсе: Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы, Рәсәй Рәссамдар союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе идараһындағы “Графика” секцияһы етәксеһе, Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы.
Күрһәтеүсе ойошма: Рәсәй Рәссамдар союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе.
14. “Аҡмулла” скульптура комплексы.
Дәғүәсе: Мәғәфүров Дамир Муса улы, “М.АРТ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры, “Аҡмулла” скульптура комплексының баш архитекторы;
Дворник Владимир Александрович, “М.АРТ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте скульпторы;
Ҡаһарманов Иршат Фәрит улы, “М.АРТ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте архитекторы;
Дворник Александр Александрович, рәссам, Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы.
Күрһәтеүсе ойошма: М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты.

* * *
Комиссия әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өкләһендәге ижади ойошмаларға, йәмәғәт берекмәләренә, белгестәргә, 2012 йылғы Башҡортостан Республикаһының әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына конкурста ҡатнашҡан әҫәрҙәр һәм авторҙар коллективтары тураһында фекер белдереүҙәрен үтенеп мөрәжәғәт итә.
Конкурста ҡатнашыуға индерелгән әҫәрҙәрҙе тикшергәндә комиссия түбәндәге мәсьәләләргә иғтибар бирергә тәҡдим итә:
әҫәрҙең йәмәғәтселектә (республикала, башҡа төбәктәрҙә, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәрҙә) танылыу дәрәжәһе;
төп ижади ойошмалар, билдәле ижади хеҙмәткәрҙәр (үҙебеҙҙең һәм сит илдәрҙең) тарафынан әҫәрҙәргә бирелгән баһа;
Башҡортостан Республикаһының рухи-мәҙәни үҫеше, йәш быуынға тәрбиә биреү йәһәтенән әҫәрҙең әһәмиәте.
Әҫәрҙәр һәм авторҙар коллективтары буйынса баһаламаларҙы, тикшереү материалдарын һәм иҫкәрмәләрҙе 2012 йылдың 1 сентябренә тиклем комиссияға ебәреүегеҙҙе һорайбыҙ. Адресы: Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, Башҡортостан Президенты Хакимиәте, 328, 419-сы бүлмәләр. Белешмәләр өсөн телефондар: 280-80-93, 280-80-75.
Был мәғлүмәт Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең www.presidentrb.ru сайтында урынлаштырылған.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы

Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Бурандарҙа сыныҡҡан... Әбйәлил районының Ишҡол ауылына, Шәйехзада Бабич исемендәге республика...

Тотош уҡырға 88

Ветеран (Хикәйә)

Ветеран (Хикәйә) 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Иртә менән оператив кәңәшмәгә баш мөхәррир бүлмәһенә йыйылып, түрҙәге йомшаҡ креслоһына сумып...

Тотош уҡырға 125

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 53

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 107

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 114

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 155

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 137

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 342

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 173

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 122

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 76

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 135