Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
"Һунарсы"Был тирәлә минең ауылдаш ише атаҡлы һунарсы бармы икән? Кит, юҡтыр ул. Булһа, моғайын, ҡасан да бер ҡолаҡҡа салынмай ҡалмаҫ ине. Ә бына уның тураһында белмәгән кеше юҡ, тиһәм дә, һис ҡупыртыу булмаҫ. Хәҙер күптәр уның әсәһе ҡушҡан исемен онотоп та бара шикелле: барыһы ла үҙен ҙурлап, хөрмәтләп “Һунарсы” ти ҙә ҡуя. “Һунарсы” тигәс тә, елкәһенә мылтыҡ аҫып, бау-бау патронташ тағып, тау артынан тау артылып йөрөй тиһегеҙме әллә? Юҡ! Ҡайҙан! Мылтыҡты ҡулына тотоп ҡарағаны ла юҡтыр әле. Ә шулай ҙа, ҡәһәрең, сәпкә ҡайһылай төҙ тоҫҡай.
Йылдың һәр миҙгелендә лә ул яратҡан шөғөлөнә сыҡмай ҡалмай. Бөтөн донъяһын күмеп китерҙәй булып аҡман-тоҡман ҡоторамы, биҙрәләп ямғыр ҡоямы – һәр ваҡыт үҙ урынында. Һине күреп ҡалыу менән сәпкә эләктереп тә ала. Ике күҙен мөлдөрәтеп, йәлләткес итеп ҡарай ҙа “тәтегә” баҫа.
— Ҡа-ҡа-на, егерме һум ғына биреп тор әле...
— Ҡу-ҡу-ҡу-стым, яртыға шул сама ғына етмәй...
— Туғаным, туғаным, үлтермә-үлтермә инде...
Бар үҙенә: “Юҡ” тип баш тартып ҡара! “Ҡустым, эшләп йөрөйһөң түгелме ни, нисек инде юҡ, аҡсаһы булмаған кеше магазинға йөрөйҙөр шул”, – тип оялтыр үҙеңде!
Был юлы ла ул һунар урынында — магазин алдында тап булды. Мине, әллә ҡасандан күрмәгән яҡын туғанын осратҡандай, ҡосаҡлап уҡ алды. Ауыҙынан борҡолған әллә ниндәй “хуш” еҫтәрҙән күңелем болғанып, уҡшып, саҡ тәгәрәп китмәнем. Ҡыуанысы шул тиклем ҙур булғандыр инде: салышайып бөткән ауыҙы менән йылмайғандай итте, унан һарғайып, сереп бөткән икеме-өсмө теше күҙгә салынды. Күрәһең, өҙлөкһөҙ һунар тип сабыулап, үҙен ҡарарға ваҡыты ла ҡалмай торғандыр.
— Оһо-һо-һо, ҡустыбай ҡайтҡан да. Арыуҙармы әле? Нишләп йөрөш?
Мин дә:
— Үҙегеҙ ни хәлдәрҙә һуң? – тип һорағанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.
Һунарсы, шуны ғына көткәндәй, “һорама ла” тигәнде аңлатып, ҡулын ғына һелтәне лә күҙенән атылып килеп сыҡҡан күҙ йәштәрен иңе менән һыпырып алды.
— Әсәй, бахыр, үлеп бара бит. Үҙен район духтырҙарына алып барырға ине лә, бер тин дә аҡса юҡ. Хәҙер бит аҡсаһыҙ бер аҙым да атлармын, тимә.
Бисараны йәлләп, кеҫәмдән илле һумлыҡты сығарып ҡулына тотторҙом да ары китергә уйлағайным, еңемдән эләктереп:
— Ҡусты, быға ғына нимә эшләй алам, йөҙ ит тә ҡуй, – тимәһенме! Йәнә лә кеҫәмә һонолдом....
Ә кисенме? Кис уның урам буйлап йырлап йөрөгәнен күреп ҡалдым. Моғайын, бөгөнгө һунары ла бик уңышлы булып, шуны йыуып йөрөй торғандыр.
Венер ИСХАҠОВ



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 53

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 67

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 49

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 154

Беҙ – бер “Тулҡын”да!

Беҙ – бер “Тулҡын”да! 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм, ғөмүмән, ижад юлында төрлө ауырлыҡтар була. Ә ижадтың башында торған, һәләтле...

Тотош уҡырға 50

Зәки ӘЛИБАЕВ: “Яҙыусы – рухиәт донъяһының илсеһе”
Ағайым мәҙәктәре

Ағайым мәҙәктәре 19.03.2019 // Әҙәбиәт

...Йомортҡа ла ашаманы...

Тотош уҡырға 114

"Әйлеләрҙең оранынан яралдым"

"Әйлеләрҙең оранынан яралдым" 17.03.2019 // Әҙәбиәт

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов шиғырҙарын яттан һөйләүселәр араһында...

Тотош уҡырға 77

Гонаһ шомлоғо (Юмореска)

Гонаһ шомлоғо (Юмореска) 15.03.2019 // Әҙәбиәт

Кисә генә күршеләренә инеп: – Уй, минең иремдең ҡулы алтын, ана, мунсаны нисек ҡойоп ҡуйҙы. Тәтәй...

Тотош уҡырға 339

Әхмәт Сөләймәновты иҫкә алабыҙ

Әхмәт Сөләймәновты иҫкә алабыҙ 15.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, башҡорт әҙәбиәте ғилеме белгесе, фольклорсы, юғары мәктәп...

Тотош уҡырға 80

Ысын ир-егеттән дан ҡала

Ысын ир-егеттән дан ҡала 13.03.2019 // Әҙәбиәт

Ул шәхестәр беҙҙең аранан киткәнгә апаруҡ ваҡыт үткән, шуға күрә улар хаҡында календарға ғына...

Тотош уҡырға 130

НОВЕЛЛАЛАР

НОВЕЛЛАЛАР 08.03.2019 // Әҙәбиәт

Туғандарың ҡәҙере...

Тотош уҡырға 164