Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәртәбәле исемгә күптән лайыҡ
Мәртәбәле исемгә күптән лайыҡ
Хәсән Назар! Уның менән осрашһам йә иҫкә килеп төшһә, күңелде үкенес тойғоһо семетеп алғандай. Ғүмере буйы халҡым, илем, телем тип янып йәшәгән һәм ижад иткән, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты булған атаҡлы шағирыбыҙға әле булһа “Башҡортостандың халыҡ шағиры” тигән мәртәбәле исем бирелмәүенә үкенес тойғоһо ул!
Хәсән ағай Назарҙың шиғриәте тураһында яҙып тороуҙың кәрәге юҡ, минеңсә: был ижад күптән инде халҡыбыҙҙың аҫыл хазинаһына әйләнгән, уның исеме “халыҡ шағиры” булып кешеләрҙең йөрәгенә һеңгән, әҫәрҙәрендәге шиғри юлдар һеңгәҙәтә бәрер һүҙ ҡоралына әүерелгән. Ә инде Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Рауил Бикбаев кеүек әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалдары Хәсән Назар ижадын юғары баһалаған тос һүҙҙәрен күптән әйтте. Был, әлбиттә, минең генә теләгем түгел, “Башҡортостан” гәзите редакцияһына килгән бихисап хаттар ҙа раҫлай быны. Шуларҙың бер нисәһен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.
Салауат ӘБҮЗӘР,
шағир.

* * *
Хәсән Назар менән миңә бергә эшләргә лә тура килде. Шиғри йәнле кеше ул. Ысын мәғәнәһендә — халҡыбыҙҙың улы. Шиғырҙарындағы образдарға, фәлсәфәүи фекерҙәргә һоҡланмау мөмкин түгел.
Әҫәрҙәре юҡҡа ғына мәктәп программаһына индерелмәгән! Ләкин оло шағирыбыҙҙың әле булһа “Башҡортостандың халыҡ шағиры” тигән маҡтаулы исеме юҡлығына йән әсей.
Лира ФӘЙЗУЛЛИНА,
Башҡортостандың
халыҡ артисы.


* * *
Мин Хәсән Мөҙәрис улын халыҡ шағиры тип уйлай инем. Күптән түгел уға был исемдең бирелмәгәнен белеп, хайран ҡалдым. Шундай ялҡынлы шиғырҙар яҙған шағир был исемгә, һис шикһеҙ, лайыҡ!
Нурия ИБРАҺИМОВА,
пенсионер.
Өфө ҡалаһы.


* * *
Шиғриәтте мин ғүмер буйы үҙ иттем, шуға ла фекеремде белдерергә хаҡлымындыр. Хәсән Назарҙы башҡорт әҙәбиәтенең сағыу вәкиле тип икеләнмәй әйтә алам. Уның шиғырҙарын уҡып күңелемә дауа табам, рухиәтемде байытам. Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев кеүек оло быуын ижадсылар рәтенә ҡуям Хәсән Назарҙы.
Бөгөн дә уның дәртләнеп ижад итеүе, яңынан-яңы китаптары донъя күреүе беҙҙе ҡыуандыра. Тыуған илде, телебеҙҙе һөйөргә өйрәткән, иманға һәм әҙәпкә әйҙәгән әҫәрҙәре шул тиклем тәрбиәүи көскә эйә.
Бар ғүмерен кешелеккә хеҙмәт итеүгә арнаған шағирҙың ижады лайыҡлы баһаланырға тейештер. Шәхсән мин Хәсән Назарҙы күптән халыҡ шағиры тип иҫәпләйем.
Нәсимә ӘМИРСӘНИЕВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.

* * *
Хәсән Назарҙың исеме шиғриәт һөйөүселәрҙең күңелендә ныҡлы урын алған. Быны мин, китапхана мөдире булараҡ, уның шиғри йыйынтыҡтарын халыҡтың йыш һорауынан сығып әйтәм. Хәсән Назарҙың осрашыуҙарҙа, ижади кисәләрҙә, телевидение аша сығыштарында аҙ һөйләп тә, күпте аңлатҡан фәһемле телмәрен йотлоғоп тыңлайым. Шөкөр, уның әҫәрҙәре лә һутлы, тос фекерле.
Ғәҙелһеҙлеккә әсенеп, кире күренештәргә түҙә алмай, әрнеп яҙған шиғырҙары үҙәктәргә үтә.
Ағыу ҙа ул, дарыу ҙа ул тибеҙ.
Эсә белеп кенә эс, тибеҙ.
Эсә белеп кенә эсә торғас,
Ҡырыла бит милли күсебеҙ.
Ә Ватаныбыҙ, туған телебеҙ хаҡындағы шиғырҙары алтындан ҡиммәтлерәк.
...Күңелең киң,
рухың бөркөткә тиң,
Моңоң тәрән һинең,
башҡортом.
Тел ҡеүәһе ниндәй,
һүҙ ҡеүәһе! —
Йөрәгемде шулар яҡтыртты.
Хәсән Назар әҙәбиәт һөйөүселәргә оҫта тәржемәсе булараҡ та киң билдәле. А. Пушкин, А. Блок, Р. Ғамзатов, И. Гете, Н. Некрасов, А. Твардовский, А. Филиппов кеүек әҙиптәрҙең әҫәрҙәренең башҡорт теленә тәржемәһен дә яратып уҡыйбыҙ.
Илен, телен хәстәрләп, ҡурсалап йәшәгән шәхестәребеҙҙе иҫән-һау сағында ҡәҙерләргә кәрәк. Ижадына тоғро ҡалған, донъя ауырлыҡтарына бөгөлөп төшмәгән, халҡына, иленә фиҙаҡәр хеҙмәт иткән күренекле замандашыбыҙ, тере классик Хәсән Назар күптән инде халыҡ шағиры исеменә лайыҡ.
Хөрмәтле уҙаманыбыҙға ошо исем бирелһә, уның тағы ла илһамланып яҙылған яңы шиғырҙарын уҡырға насип булыр. Беҙ һеҙҙең урынлы һәм үткер һүҙегеҙгә мохтажбыҙ, хөрмәтле Хәсән ағай!
Сәлиә МӘХМҮТОВА,
ауыл китапханаһы мөдире.
Белорет районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 78

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 91

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 121

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 107

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 304

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 150

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 105

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 62

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 115

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Мәшһүр шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлиди, эмиграцияға китер алдынан “Башҡорт халҡына хушлашыу хатын” яҙып,...

Тотош уҡырға 150

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..”

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..” 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнөндә, шәхестең ижадына, тормош...

Тотош уҡырға 158

Беҙ бәхетле милләт булырбыҙ

Беҙ бәхетле милләт булырбыҙ 08.02.2019 // Әҙәбиәт

Рустар олоғая барған һайын “Старость – не радость” тигән һүҙҙәрҙе йышыраҡ ҡабатлай. Үҙебеҙсә...

Тотош уҡырға 122