Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәхнәлә улар үҙе бер мөғжизә ине
Курсташтарым Әсғәт Йәнбәков һәм Рәмзиә Ҡудашева менән Өфө дәүләт сәнғәт институтының актерҙар бүлегендә бергә уҡып, бергә тамамлаһаҡ та, һуңынан бик күп йылдар беҙгә төрлө театрҙа эшләргә тура килде. Улар Сибай дәүләт башҡорт драма театрына, тыуған яҡтарына ҡайтһа, мин инде Салауат дәүләт башҡорт драма театрына ебәреүҙәрен һораным. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт осрашып, аралашып торҙоҡ. Бер-беребеҙҙең шатлығын уртаҡлашып, спектаклдәрен ҡарап, уңыштарыбыҙ өсөн шатланып, бинаһыҙ театрҙарҙың ижад ауырлыҡтарын тойоп, йыл әйләнәһенә “тәгәрмәс өҫтөндә” гастролдәрҙә, ҡойма ямғырға, әсе буранына ҡарамай, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып ижад иттек. 1996 йылда беҙҙе яҙмыш яңынан осраштырҙы. Инде беҙ ижадыбыҙҙы яңы театрҙа — Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрында дауам иттек.

Артист. Ниндәй оло мәғәнә ята был һүҙҙә! Һәр бер оҫта башҡарылған эш — артистарса, ә үҙ һөнәренең оҫтаһы булған кешене артист тиҙәр... Әлбиттә, беҙҙең өсөн артист — иң беренсе йырлай, бейей белгән, йор һүҙле, гармун-ҡурайҙа уйнаған кеше. Ә бына Башҡортостандың халыҡ артисы Әсғәт Йәнбәковта был һөнәрҙең барыһы ла тупланған, ул ысын артист — халыҡ артисы! Йәне-тәне менән театр сәнғәтенә мөкиббән бирелгән кеше ине.
Әсғәт Йәнбәковтың тормош юлы бай һәм үҙенсәлекле булды. Талант тыуған тупраҡта ярала, тиҙәр. Һуңынан, ул кешеһенә ҡарап, уңдырышлы ергә төшкән орлоҡ кеүек, шытып сыға, үҫә, нығына, тарала. Һәр күренекле шәхестең ижады, тормошо менән танышҡан саҡта иң элек уның тыуған ере менән ҡыҙыҡһынаһың. Әсғәт Йәнбәков данлы Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылында тыуып, ишле ғаиләлә үҫә. Атаһы Ҡотлоғужа ағайҙы ауылында ғына түгел, тирә-яҡта башҡорт йырҙарын иҫ киткес матур башҡарыусы, дәртле бейеүсе, өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнаусы итеп хәтерләйҙәр. “Атанан күргән — уҡ юнған” тиҙәр бит халыҡта. Беҙҙең Әсғәт тә атаһынан күрмәк был һөнәрҙе бәләкәйҙән үҙләштерә. Биш-алты йәштә ҡурай, гармун уйнарға өйрәнә. Атаһына оҡшатып халыҡ көйҙәрен һуҙа. Бына шул бала сағынан инеп ултырған “сәнғәт шайтаны”, Баймаҡ мәктәп-интернатында унынсы класты тамамлағандан һуң, уны Өфө дәүләт сәнғәт институтына алып килә лә инде. Әммә ул һуңлай. Шуға ҡарамаҫтан, комиссия Әсғәткә үҙенә генә имтихан тапшырырға рөхсәт итә. Күпте күргән тәжрибәле уҡытыусылар — имтихан комиссияһы ун ете йәшлек һап-һары теремек йәш егеттә буласаҡ халыҡ артисын күргәндер. Шуға ла уны бер һүҙһеҙ театр факультетына ҡабул итәләр.
Тәмәке, араҡы тигән нәмәне танып та белмәгән, ҡыҙҙар һүҙ ҡушһа, ҡып-ҡыҙыл булып оялған йәш егет өсөн армия үтеп ҡайтҡан ағайҙары алдында тәүҙәрәк, бәлки, уңайһыҙыраҡ та булғандыр. Шуғалыр ҙа актер оҫталығы буйынса уҡытыусыбыҙ Р.М. Әйүпов ағай, студенттарҙы каникулға оҙатҡанда, Әсғәткә айырым эш биреп ҡайтара торғайны: “Әсғәт ҡустым, һин һүгенергә өйрәнеп кил. Бер ҙә булмаһа, яңғыҙың мунсаға инеп биклән дә һүген”, — ти торғайны. Егеткә ҡыйыулыҡ өҫтәргә тырышҡандыр инде мәрхүм. Ә Әсғәттең ҡыйыулығы, илһамы йылдан-йыл үҫә барҙы. Уҡыуҙы тамамлап, ҡулына театр һәм кино артисы тигән диплом алғас, Әсғәттең алдында ҡайҙа барырға тигән уй торманы. Ул бер һүҙһеҙ тыуған яғына, Сибай башҡорт драма театрына эшкә ҡайтты. Улар араһында Ауырғазы районының Мораҙым ауылында тыуып үҫкән Рәмзиә Ҡудашева ла бар ине.
Сибай сәхнәһендә Әсғәт Йәнбәковтың иң тәүге роле булып М. Ғәлиҙең “Аҫыл ҡоштар”ында Рифай роле һаналһа, унан инде Г. Әхмәтшиндың “Туй күлдәге”ндә Ғәфүр булды. Шул ваҡытта ул үҙ яҙмышын да хәл итергә өлгөрә: курсташы Рәмзиә менән (Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмзиә Ҡудашева) бына тигән донъя ҡороп ебәрәләр. Артабан ҡыҙҙары Розалия донъяға килә. Театрҙа Әсғәттең дәрәжәһе лә, уға ҡарата ышаныс та арта. Хәҙер инде ҙур ролдәрҙе лә ышанып тапшыралар. Улар араһында Ә. Мирзаһитовтың “Әсәйемдең сал сәстәр”ендә — Арыҫлан, “Утлы өйөрмә”лә — Ильяс. Әйткәндәй, улы тыуғас, Әсғәт уға яратҡан роле хөрмәтенә Арыҫлан тип исем ҡуша. Һуңыраҡ ҡыҙҙары Яҙгөл донъяға килде.
“Ул саҡта минең кеүек йәш артист өсөн И. Лазутиндың “Кем ғәйепле” спектаклендә — Орлоҡ, Г. Әхмәтшиндың “Ялҡын”ында И. Якутов ролдәрендә уйнау ауыр ҙа, ҡатмарлы ла һәм яуаплы ла һынау булды. Ә шулай ҙа режиссер Ф. Ғәләүетдинов ағайға рәхмәтлемен, миңә үҙемде һынап ҡарарға, ышаныс, көс табырға ярҙам итте”, — ти торғайны.
Артист — авторҙың һәм режиссерҙың фекерен тамашасыға еткереүсе, сәхнә менән залды бәйләүсе, мөғжизә барлыҡҡа килтереүсе ул. Беҙҙең Әсғәт тап шундайҙарҙың береһе ине. Ҡурай уйнаһа, зал тын ҡала, йырын йырлап бөтһә — зал алҡыштарға күмелә. Йәшермәйем, комик ролдәрҙе бик яратып башҡармаһа ла, драматик, трагик, дөрөҫөрәге, психологик ролдәрҙә бөтә йөрәге, йәне-тәне менән бирелеп, тамашасының ихтирамын тиҙ яулай ине.
Стәрлетамаҡта башҡорт театры барлыҡҡа килгәс тә, Йәнбәковтар өсөн уның ишектәре асыҡ ине. Шуға күрә лә, 1996 йылда Стәрлетамаҡҡа күсеп, бергә ижад иттеләр. Талантлы артистар Әсғәт Йәнбәков һәм Рәмзиә Ҡудашева килеү менән ижадҡа сумды. Ә бына ниндәй күтәренке күңел, дәрт менән үткәрҙе улар үҙҙәренең 50 йәшлек юбилейҙарын!
Әсғәт һәм Рәмзиә өсөн театр яңы тамаша — драматург Х. Ибраһимовтың “Ҡатыным — алтыным” комедияһын сәхнәләштерҙе, улар унда ирле-ҡатынлы Мирғәзиз менән Мәҙинә ролдәрен башҡарҙы.
Тик ғүмер тигәнең уҙа тора, үҙенең һынауҙарын бирә килә икән. Рәмзиә менән Әсғәт ғаиләһен дә был һынау урап үтмәне... Күпме кеше яҙмышын, күпме кеше ғүмерен үҙ йөрәгең аша үткәрергә кәрәк артисҡа. Тик ул яҙмыштарҙың нисек бөтәсәген алдан белеп уйнайһың ролдәрҙе. Ә бына үҙ яҙмышыңды һис кенә лә белеп булмай шул. Рәмзиә бер йәйге гастролдәрҙән һуң сирләп ҡайтты. Бына шул сире уға башҡаса эшләргә лә, йәшәргә лә мөмкинлек бирмәне. Ул ирен, балаларын ҡалдырып, мәңгелеккә китеп барҙы. Рәмзиәһен юғалтҡандан һуң, Әсғәт тә оҙаҡ ҡаңғырып, ҡанаты ҡайырылған ҡоштай, ҡасандыр уйнаған роле Сәғиҙулланы хәтерләтеп оҙаҡ ҡына шаңҡып йөрөгәндә, тормош йәнә ауыр һынау ҡуйҙы. Инде үҫеп еткән улы өйләнеп, бик арыу ғына эшләп йөрөгән мәлендә, ни сәбәптәндер, был донъянан китеп барҙы. Тормоштоң был әсе, уҫал, ауыр киҫәүе Әсғәттең бөтөнләй билен һындырҙы, аңын томаланы, йәшәү йәмен юғалттырҙы. Уны төрлө сир урап алды. Яратҡан эшен, уйнаған һәм уйнаясаҡ ролдәренән айырылырға мәжбүр итте.
Шулай итеп, беҙҙең Әсғәтебеҙ ҙә 2012 йылдың июлендә ике ҡыҙын, туғандарын, яратҡан тамашасыларын, дуҫтарын, уйнаған һәм уйналасаҡ ролдәрен ҡалдырып, яҡты донъянан китеп барҙы. Башҡортостан театр сәнғәте, шул иҫәптән Сибай, Стәрлетамаҡ, Башҡорт академия драма театрҙары Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмзиә Ҡудашева һәм халыҡ артисы Әсғәт Йәнбәков, уларҙың улы Арыҫланды ваҡытһыҙ юғалтып оло ҡайғы кисерҙе. Улар беҙҙең күңелдәрҙә оҙаҡ, бик оҙаҡ һаҡланыр.
Рауил ГАЛИН.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Илдан
    Илдан от 10.10.2012, 16:08
    Башкортса " Галин" булмайзыр ул,э?






Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы

Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Бурандарҙа сыныҡҡан... Әбйәлил районының Ишҡол ауылына, Шәйехзада Бабич исемендәге республика...

Тотош уҡырға 90

Ветеран (Хикәйә)

Ветеран (Хикәйә) 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Иртә менән оператив кәңәшмәгә баш мөхәррир бүлмәһенә йыйылып, түрҙәге йомшаҡ креслоһына сумып...

Тотош уҡырға 128

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 54

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 107

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 114

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 155

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 137

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 342

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 173

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 123

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 76

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 135