Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яңғыраһын моңло сазың!
Яңғыраһын моңло сазың!Ғалим, музыка белгесе, композитор, йырсы Риф Сөләймәнов 40 йылдан ашыу инде халыҡ йырҙарын йыйыу, уларҙы нотаға һалыу, башҡарыу, тарихын өйрәнеү кеүек үтә лә мауыҡтырғыс хеҙмәт менән шөғөлләнә. Был һөнәрҙең ҡиммәтен, уның башҡорт сәнғәтен үҫтереүҙәге юғары бурысын ҡабатлап әйтеп тороуҙың, бәлки, кәрәге лә юҡтыр, сөнки халыҡ йырҙары кеүек бөйөк рухи байлыҡты ябай һүҙҙәр менән генә баһалап еткереп булмай. Уны аңлау, йөрәгең менән ҡабул итә белеү өсөн, моғайын, бала саҡтан уҡ ошо моңдо көн дә ишетеп, күңелеңә һеңдереп йәшәү бәхете зарурҙыр. Ә Риф Сафа улын ошо бәхет тыуғансы уҡ көтөп торған. Йәғни ул үҫкән мөхит шундай: ата-әсәһе, бер туған ағаһы йыр-моңға бай, уларҙы оҫта башҡарыусы була.

Риф Сөләймәнов Салауат районының Лағыр ауылында донъяға килә. Был ауылдың башҡорт сәнғәтенә Хәбир Ғәлимов кеүек данлыҡлы йырсыны биргән төбәк булыуы күптәргә билдәлелер. Шулай уҡ бында йәшәгән халыҡ тотошлай моң һөйөүсән. Бөгөнгө быуын йәштәре араһында исеме республикаға билдәле йырсы Фәриҙә Ғаззалова ла ошонда тыуып үҫкән. Ә мәҡәләнең геройы Риф Сөләймәнов башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыуы ғына түгел, уны фән күҙлегенән сығып өйрәнеүе менән дә данлыҡлы.
Риф Сафа улы Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында 1970 йылдан алып эшләй. Ошо йылдар эсендә ул башҡорт йырҙарын йыйыу, нотаға һалыу, дәреслектәр әҙерләү буйынса һанап бөткөһөҙ эш башҡарған. Шул уҡ ваҡытта институттың бөтә тантаналарында ла халыҡ йырҙарын башҡарыусы, музыка ҡоралдарында уйнаусы булды. Нисәмә йыл буйы беҙҙең институтта “Ҡобайыр” тип аталған халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле эшләп килде. Уны музыкаль яҡтан хеҙмәтләндереү кеүек яуаплы бурыс һәр саҡ Сөләймәновтың иңендә ине. Ҡайһы бер сараларға Риф Сафа улы үҙенең ғаилә ансамблен дә йәлеп итте. Уның бик ихлас күңелле, мөләйем ҡатыны Һылыубикә ханым, балаларын, ейәндәрен алып, институттың ансамбле менән берлектә республика кимәлендәге сараларҙа ла ҡатнаша килде. Был инде — ғаилә башлығының ҙур бәхете лә, ғорурлығы ла, тиер инем.
Риф Сөләймәнов 1968 йылда, Ҡазан дәүләт педагогия институтының музыка-педагогика факультетын тамамлағас, СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр булып эш башлай. Артабан уны өлкән ғилми хеҙмәткәр итеп күсерәләр. 1973–1976 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһының Урал ғилми үҙәге аспирантураһында уҡып, 1987 йылда “Ырғыҙ-Кәмәлек башҡорттарының йыр жанрҙары (композиция нормалары һәм уларҙың үҫеш юлдары)” тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1986 йылда Риф Сөләймәновты СССР-ҙың Композиторҙар союзына алалар.
Уның ҡырҡҡа яҡын ғилми хеҙмәте баҫылып сыҡҡан. Егерменән ашыу ғилми экспедицияла ҡатнашып, өс меңләп халыҡ йырын һәм уларҙың музыка ҡоралында яңғырашын яҙып алған, 500-ләп халыҡ йырын нотаға һалған Риф Сафа улы. Ул яҙған көйҙәр белгестәр тарафынан ыңғай баһа алып, профессиональ музыканттар тарафынан концерттарҙа уйнау өсөн ҡабул ителгән.
Ғалимдың нотаһы менән нәшер ителгән “Урал халыҡ ижады ынйылары”, “Башҡорт думбыраһы”, “Ырғыҙ-Кәмәлек башҡорттары йырҙары” һәм “Башҡорт музыка сәнғәте” (III том) тигән хеҙмәттәрен бик күренекле фәнни ҡаҙаныштары тип әйтергә кәрәк.
Р. Сөләймәнов — үҙе эшләгән институттың “Башҡорт халҡының музыка сәнғәте” тигән 18 томлыҡ коллектив хеҙмәтенең ғилми етәксеһе һәм яуаплы башҡарыусыһы ла. 1987 йылдан башлап — Башҡортостандың халыҡ йырҙары, халыҡтың йыр ижадын үҫтереү һәм таратыу буйынса музыка йәмғиәтендә идара ағзаһы. Радио һәм телевидениела, концерттарҙа һирәк башҡарылған халыҡ йырҙарын, әйтештәрен йырлап ишеттерә. Һәр ваҡыт үҙ йырҙарын үҙе үк думбырала уйнап башҡара. Бындай һөнәрҙәре менән ул республикала берәү тиһәк, һис тә яңылыш булмаҫ. Шул уҡ ваҡытта Риф Сафа улы башҡорт думбыраһын һәм ҡылҡумыҙын уйлап табыу патентына ла эйә. Уның проекты буйынса был инструменттар эшләп тә сығарылды.
Иҫ киткес ҙур рухи байлыҡ туплаусы, исеме халыҡ теленән төшмәҫлек ғалим, моңло күңел ул Риф Сафа улы. Хеҙмәттәре Хөкүмәтебеҙ тарафынан да юғары баһаланған: ул — Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры.
Үҙенең оҙаҡ йылдар дауамында туплаған тәжрибәһе, эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһендә Риф Сафа улы 2005 йылда “Башҡорт халыҡ йырҙары (жанрҙарҙы аныҡлау системаһы)” темаһына Санкт-Петербургтағы Рәсәйҙең сәнғәт тарихы институтында докторлыҡ диссертацияһы яҡлап, фән юлында тағы юғарыраҡ баҫҡысҡа үрләне.
Хеҙмәт һөйгән, моң яратҡан ябай ауыл балаһының бына ошондай бейеклектәрҙе яулауы үҙе бер батырлыҡ түгелме ни!?
Тағы ла иғтибарға лайыҡ бер йүнәлеш: ғалим һәр төбәктең йыр-моң айырымлыҡтарына махсус хеҙмәт арнай. Әйтәйек, “Төньяҡ-көнсығыш башҡорттары йырҙары”, “Көньяҡ-көнбайыш башҡорттары йырҙары”, “Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары йырҙары” тип аталған хеҙмәттәре һәр төбәктең музыкаль үҙенсәлектәрен барлауға бағышланған. Бында, әлбиттә, бик нескә белгес булыу кәрәклеген һәр кем тойомлайҙыр.
Бөгөнгө мәҡәләлә Риф Сафа улының тағы ла бер бик мөһим эшмәкәрлегенә туҡталғым килә. Алдараҡ уның башҡорт халыҡ йырҙарын йыйыу һәм уларҙы ғилми яҡтан тикшереү, эшкәртеү кеүек теоретик белем талап иткән мөһим шөғөлө хаҡында бәйән итһәм, хәҙер был белгестең, бик әҙерлекле булыуына ла ҡарамаҫтан, үҙе генә атҡарып сыға алмаҫтай ғәмәленә лә туҡталып китеүҙе урынлылыр, тип иҫәпләйем. Риф Сөләймәновтың халыҡ инструменттары тураһында һүҙ. Ул — башҡорт думбыраһы, саз, ҡылҡумыҙ, мандолина кеүек ҡыллы музыка ҡоралдарының яңыса моделдәрен уйлап табыусы ла. Ижад емештәре өсөн патент алып, өлгө даналарын эшләтеп, төрлө концертта даими сығыштары менән билдәле. Ләкин авторҙы башҡорт сәнғәте өсөн үтә лә кәрәкле булған ҡоралдарҙың күпләп эшләп сығарылып, мәктәптәргә, ғөмүмән, балалар коллективтарына, махсус музыка уҡыу йорттарына тарала алмауы әсендерә. Уның хыялы — дәүләт ярҙамында, шулай уҡ сәнғәтебеҙ үҫешенә битараф булмаған хәлле зыялыларыбыҙ булышлығы менән шул музыка ҡоралдарын әҙерләп сығарыу оҫтаханаһы асыу. Махсус цех булмаһа, оҫталарҙың эшендә үҙем дә ҡатнашмаһам, был музыка ҡоралдарының тейешле зауыҡҡа өлгәшеүен күҙаллап булмай, тип борсола ул бөгөн.
Әлбиттә, был һис тә тормошҡа ашмаҫтай хыял түгел. Риф Сафа улы кеүек белгестең беҙҙең арала булыуына тейешле баһа бирелеп, уның ғәмәли эшмәкәрлегенә, йәғни үҙе эшләгән музыкаль инструменттарҙы етештереүенә аҡ юл асылһа, милләтебеҙҙең үҫеп килгән быуыны моңдан һәм музыка шөғөлөнән мәхрүм булмаҫ ине, моғайын.
Сәнә САБИРЙӘНОВА,
хеҙмәт ветераны,
Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы

Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Бурандарҙа сыныҡҡан... Әбйәлил районының Ишҡол ауылына, Шәйехзада Бабич исемендәге республика...

Тотош уҡырға 90

Ветеран (Хикәйә)

Ветеран (Хикәйә) 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Иртә менән оператив кәңәшмәгә баш мөхәррир бүлмәһенә йыйылып, түрҙәге йомшаҡ креслоһына сумып...

Тотош уҡырға 128

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 54

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 107

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 114

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 155

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 137

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 342

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 173

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 123

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 76

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 135