Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тыуған мөхите көс биргән
Тыуған мөхите көс биргәнӘсғәт Йәнбәков Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылында Ҡотлоғужа менән Маусуфаның ғаиләһендә өсөнсө сабый булып донъяға килә. Был үҙенсәлекле ғаиләлә алты бала тәрбиәләнә. Үҙенсәлеге шунда: йыр-моң, ҡурай, гармун уйнау, йыйылып бейеү — ундағы ғәҙәти күренеш. Һәр кешенең буласаҡ һөнәре барыбер бала сағына, тыуған ояһына, нәҫел-нәсәбенә бәйле, минеңсә. Атаһы Ҡотлоғужа ағай баһадир кәүҙәле, һабантуйҙарҙа ал бирмәҫ көрәшсе, тирә-яҡта дан тотҡан оҫта ҡурайсы, йырсы, бейеүсе, йор һүҙле була. Әммә 1962 йылда һуғыш яраларынан 48 йәшендә генә вафат була.

Бәләкәйҙән ошо мөхиттә үҫкән Әсғәт тә сәнғәткә тартыла: биш йәштә ҡурайҙа, гармунда уйнарға өйрәнә, халыҡ йырҙарын йырлап үҫә. Ишмырҙа һигеҙ йыллыҡ мәктәбен, IX – X класты Баймаҡ интернатында тамамлай. Ҡазан ҡалаһында йәшәүсе инженерлыҡ-төҙөлөш институты профессоры Әбделхаҡ Байғотлин олатаһы ауылға килгәнендә Әсғәтте үҙе эшләгән юғары уҡыу йортона инергә өндәй. Ҡазанға барып, имтихандарҙы уңышлы тапшыра ул. Ләкин күңеле тартмай, ҡайтышлай Өфөлә сәнғәт институтына имтихан биреп, уҡырға керә.
“Мин институтта сәнғәт серҙәренә генә түгел, тормош һабаҡтарына ла өйрәндем”, — ти ул аҙаҡ. Күпте күргән тәжрибәле уҡытыусылар ун ете йәшлек матур теремек егеттә, бәлки, буласаҡ халыҡ артисын күргәндер. Әммә иң мөһиме — тәбиғәттән бирелгән һәләт һәм бала саҡта уҡ ғаиләлә, мөхиттә һалынған ғиллә. Сығарылыш спектаклдәрендә уға төп ролдәрҙе ышанып тапшыралар: М. Шатровтың “Йәйге семестр”ында — Гвоздев, Х. Ибраһимовтың “Еҙнәкәй”ендә — Низами, К. Гольдониҙың “Ике хужа хеҙмәтсеһе”ндә Сильвио ролдәре. Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшкә ҡалдырырға теләйҙәр. Ләкин ул, уйлап та тормайынса, тыуған төйәге — Сибай башҡорт драма театрына юллама ала ла шунда эш башлай, Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә. 1975 йылда дипломлы белгес туған театрында йәнә эшкә тотона. Ауырғазы районының Мораҙым ауылы ҡыҙына — курсташы Рәмзиә Ҡудашеваға өйләнә. Бер-бер артлы өс балалары донъяға килә. Розалия, Арыҫлан, Яҙгөлгә матур тәрбиә, юғары белем бирәләр.
Үкенескә ҡаршы, ҡатыны, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Рәмзиә, улы Арыҫлан яҡты донъяларҙа юҡ инде... Йәндәре йәннәттә булһын!
Әсғәт йәш сағында тартыныусан, оялсан булһа, йылдан-йыл ҡыйыулана, асыла бара... Уның ҡыйыулығына аптырарһың: яҡташтары алдында һынау тотоуҙарҙың, сәхнәгә сығыуҙарҙың икеләтә яуаплы икәнен белгән бит ул, әммә ошо юлды һайлауҙы, күрәһең, күңеле үҙ иткән...
Профессиональ сәхнәлә тәүге роле — Ғ. Әхмәтшиндың “Кем һуң ғәйепле?”һендә — В. Орлов, Артабан Ә. Мирзаһитовтың “Әсәләр көтәләр улдарын”да — Тайфур, “Әсәйемдең сал сәстәре”ндә — Арыҫлан, И. Йомағоловтың “Яр буйындағы усаҡтар”ында — Саяр, Н. Ғәйетбайҙың “Төн”өндә — Рәми Ғарипов, “Абау, кем ята унда?”һында — Даян, М. Садиҡованың “Бергенәм-гөлгөнәм”ендә Вардчес Шакбазян һәм башҡа бик күп ролдәр, ҡабатланмаҫ образдар ижад итә. М. Буранғоловтың “Башҡорт туйы” спектаклендә Буранбай була, ә Юлдыбай роле өсөн БАССР-ҙың 70 йыллығына арналған “Театр яҙы” фестивалендә “Иң яҡшы актер” номинацияһында еңеү яулай.
1981 йылда Әсғәт Ҡотлоғужа улы Йәнбәков “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы”, 1991 йылда инде “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.
Әсғәт Йәнбәков үҙен оҫта, үҙенсәлекле йырсы, ҡурайсы, баянсы итеп тә танытты. Ижадының был яғы йыр-моңло тамашаларҙа сағыу балҡырға, сатирик, лирик, драматик, трагик ролдәрҙе сикһеҙ ышандырырлыҡ итеп уйнарға мөмкинлектәр асты. Тамашасы хөкөмөнә сыҡҡан спектакль — бик оҙайлы, ауыр хеҙмәт емеше ул!
Сибайҙа 23 йыл эшләү дәүерендә донъя, урыҫ, татар, башҡорт классикаһынан ҡуйылған спектаклдәрҙә башлыса төп ролдәрҙе башҡара Әсғәт Йәнбәков. Образдары актерҙың өлгөрөп етеүен, ижад диапазоны киңәйеүен һәм төрләнеүен күрһәтә...
1996 йылда Стәрлетамаҡта башҡорт театры асылғас, уның художество етәксеһе Гөлдәр Ильясованың саҡырыуы буйынса Йәнбәковтар Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсеп килә. Яңы ижади мөхит, яңыса талаптар, яңы тамашасы. Талантлы һәм тәжрибәле артист яңы театрҙа өр-яңыса балҡып китә. Бындағы тәүге роле — Н. Иҫәнбәттең әҫәре буйынса эшләнгән “Һижрәт” спектаклендә Ғилметдин мулла. Ҡатмарлы, трагик йылдар хаҡындағы тамашала Әсғәт Йәнбәков үҙ геройының аяныслы ла, көлкөлө лә яҡтарын оҫта һынландырҙы. Театрлаштырылған тамаша, төрлө байрамдарға арналған ҡала концерттары ла Әсғәт Йәнбәковһыҙ үтмәй торғайны.
Туған халҡы, тирә-йүн, мөхит, тәбиғәт, Хоҙай Тәғәлә уны тап актер итеп тыуҙырған, ышанған, көткән. Бөтә был өмөт-ышаныстарҙы аҡланы туғаным, фамилиялашым, ҡорҙашым, рухи аҙашым — Башҡортостандың халыҡ артисы Әсғәт Йәнбәков.
Абруйлы шәхес, халҡыбыҙҙың атаҡлы улы, билдәле һәм һәләтле актерыбыҙ, көслө рухлы матур Кеше булып, туғандарының, балаларының, дуҫтарының, тамашасыларының күңелендә, хәтерендә мәңге һаҡланыр...
Рәмил ЙӘНБӘК.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы

Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Бурандарҙа сыныҡҡан... Әбйәлил районының Ишҡол ауылына, Шәйехзада Бабич исемендәге республика...

Тотош уҡырға 88

Ветеран (Хикәйә)

Ветеран (Хикәйә) 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Иртә менән оператив кәңәшмәгә баш мөхәррир бүлмәһенә йыйылып, түрҙәге йомшаҡ креслоһына сумып...

Тотош уҡырға 125

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 53

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 107

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 114

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 155

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 137

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 342

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 173

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 122

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 76

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 135