Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дуҫлыҡ ептәрен нығытып...
“Башҡорттарым,
уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
Арабыҙҙа наҙандар күп, белгән һирәк.
Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,
Эй, туғандар, наҙанлыҡтан
ҡурҡыу кәрәк!” —
тигән бөйөк башҡорт мәғрифәтсе-шағир Мифтахетдин Аҡмулла (1831–1895). Был шиғри юлдар һәр милләттәшебеҙгә яҡшы таныш. Аҡмулланың үҙ халҡының киләсәген ҡайғыртып, белем-ғилемгә өндәп әйткән һүҙҙәре күптәргә тормош девизы булып киткәндер. Башҡорт халҡын юғары мәҙәниле, әҙәпле итеп күрергә тырышыу, ошо фекерҙе һәр әҫәрендә тигәндәй алғы планға ҡуйыуы Аҡмулланы тәрән фекерле, фәлсәфәүи шиғырҙар яҙыуға килтергән.
Бөйөк мәғрифәтсе Башҡортостан сиктәрендә генә туҡталып ҡалмай, ул үҙенең китап тейәлгән арбалы аты менән ҡаҙаҡ далаларына ла сығып китә. Шулай итеп, ҡаҙаҡтар араһында ла белем нурын сәсеп, ул тарафтарҙа аҡын булараҡ танылыу яулай. Башҡорттар ғына түгел, ҡаҙаҡтар ҙа, татарҙар ҙа Мифтахетдин Аҡмулланы үҙ иткән. Шуға ла мәғрифәтсе-шағирҙың төрки халыҡтары араһындағы дуҫлыҡ ептәрен нығытыуҙа тотҡан өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

Шиғырҙарында — тәбиғәт моңо

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, шағирә Әнисә Таһирова — береһенән-береһе сағыуыраҡ, тәрән хискә ҡоролған ике тиҫтәгә яҡын китап авторы.
Заманында шиғриәткә яңы ғына аяҡ баҫҡан өмөтлө ҡәләм оҫтаһына Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов, фатихаһын биреп, былай тип яҙа: “Уның шиғырҙары шау моңдан яралған. Ул, үҙе йырлаған ҡайындары, ҡарлуғастары, ҡоралайҙары һәм, әлбиттә, сәскәләре кеүек, тәбиғәт балаһы. Барлыҡ шиғырҙарында ла ошо тәбиғәт моңо, тәбиғәт наҙы, тәбиғәт һағышы...”
Әнисә Таһирова башҡорт поэзияһында тәүгеләрҙән булып М. Хәй мөрәжәғәт иткән сонет жанрында уңышлы ижад итә. Шағирә бынамын тигән поэмалар, элегиялар ҙа тыуҙырҙы. Тәржемә өлкәһендә лә уңышлы эшләй замандашыбыҙ.
“Йөрәк йәдкәре” китабына ингән Анна Ахматова, Марина Цветаева шиғырҙарының бар тулылығында, хистәргә хилаф ителмәгән тәржемәләре уҡыусылар тарафынан йылы ҡабул ителде. Ошо көндәрҙә күркәм юбилейын ҡаршылаусы шағирә әле лә яңы әҫәрҙәре менән әҙәбиәтебеҙҙе байыта килә.

Әҫәрҙәре быуын тәрбиәләй

Бала күңеле — аҡ ҡағыҙ, тиҙәр бит. Ә инде ошо ҡағыҙға яҙмалар индереү ҙур яуаплылыҡты талап итә, йәғни былар барыһы ла шәхес үҫтереүҙә мөһим урын тота.
Яҙыусы Фәүзиә Рәхимғолова ла был өлкәлә уңышлы хеҙмәт итте. Фәүзиә Абдулла ҡыҙы сығышы менән Ишембай районының Йәнырыҫ ауылынан. Бәләкәйҙән үк етемлектең әсе һурпаһын татып үҫә. Һуғыш йылдарында заводта эшләй, тыныс тормошта иһә мәктәптә уҡыта, һуңынан ғүмеренең арыу өлөшөн матбуғатҡа арнай.
Яҙыусы төрлө йәштәге балалар өсөн тәғәйенләнгән әҫәрҙәрендә ата-әсәгә мөхәббәтте, кешеләргә ихтирамлы ҡарашты үрнәк итеп ҡуя. Балаларҙың хеҙмәткә тартылыуын, белемгә ынтылыуын, яҡшы эштәр башҡарыуын хуплаһа, ялҡаулыҡты, тиҫкәре ҡылыҡтарҙы көлкө аҫтына ҡуя. Фәүзиә Рәхимғолованың әҫәрҙәрендә әле бер генә быуын тәрбиәләнмәҫ, сөнки улар баланы шәхес итеүҙә көслө ярҙамсы булып тора.

Мәскәүҙәрҙе һөйөндөргән

“Их, ниндәй ҡыҙыҡ актер тормошо. Теге йәки был образды ижад иткәндә, һин берсә илайһың, берсә һөйөнәһең, тормоштоң үҙе менән йәшәйһең. Быны башҡалар аңлай алмай шул”, — тип яҙып ҡалдырған Башҡортостандың халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы Бәҙәр Йосопова.
Башҡорт академия драма театры 1955 йылда Мәскәүҙә үткән башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһына дүрт спектакль алып бара. Бәҙәр Йосопова шуларҙың өсөһөндә уйнап, тамашасыларҙы һөйөндөрә. Мостай Кәримдең “Яңғыҙ ҡайын” драмаһында — агроном Зөләйха Иштуғанова, Мәжит Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр”ендә — Мәсрүрә, Антон Чеховтың “Ваня ағай”ында тол ҡатын Мария Васильевна Войницкая ролендә оҫталығын күрһәтә.
Бәҙәр Йосопова, театр эшмәкәрлеге менән бер рәттән, йәмәғәтселек эштәрендә лә ҡайнап йәшәй. Ун йылға яҡын ул Бөтә Рәсәй театр йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе идараһының рәйесе вазифаһын башҡара, халыҡ депутаттарының Өфө ҡала Советына ете тапҡыр депутат итеп тә һайлайҙар. Театр сәнғәтен үҫтереүҙә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн ике орден һәм миҙалдар менән наградлана. Ә шулай ҙа уның ижади эшмәкәрлегенә ҡарата иң ҙур баһа — халыҡ хәтере. Яңы быуын артистары Бәҙәр Йосопова кеүек сәхнә оҫталары биләгән кимәлгә ынтылыу өсөн сәмләнеп ижад итә.

Алтын ҙур булмай

— Йә, ҡустым, һинең ниндәй һөнәрҙәрең бар? Нимәләр эшләй беләһең? — тип һорайҙар театр училищеһына имтихан бирергә килгән Әхәт Уразмәтовтан.
— Бейей ҙә беләм, йырлай ҙа беләм, шиғыр ҙа һөйләйем, гармунда ла уйнайым, — ти ҙә бар һәләтен күрһәтә башлай. Имтихан алыусыларға малайҙың сығышы оҡшап ҡала.
— Бөтәһе лә бик һәйбәт тә бит. Тик бына буйы ғына... ҡыҫҡараҡ, — тип ҡуя береһе.
Аптырағандан атаһының буйы хаҡында һорайҙар. Әхәт иһә юғалып ҡалғандарҙан түгел. Уҡытыусылар араһындағы иң оҙон буйлыһына күрһәтеп:
— Һеҙҙең кеүек барҙыр, — ти.
— Былай булғас — үҫә, — тип ҡыуаналар.
Бына шулайыраҡ хәлгә тарый Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Әхәт Уразмәтов.
Кәтүкте белмәгән кеше юҡтыр ул бөгөн. Үҙе кеүек бәләкәй аҙымдар менән атлап, муйынына шарф урап, түбәтәйен кейеп сәхнәгә сығыуы була — тамашасылар көлөргә тотона. 80 йәшлек юбилейын билдәләүсе юмор оҫтаһы, филармонияла халыҡты йыйып, илатҡансы көлдөрөргә йыйына, тиҙәр.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы

Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Бурандарҙа сыныҡҡан... Әбйәлил районының Ишҡол ауылына, Шәйехзада Бабич исемендәге республика...

Тотош уҡырға 88

Ветеран (Хикәйә)

Ветеран (Хикәйә) 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Иртә менән оператив кәңәшмәгә баш мөхәррир бүлмәһенә йыйылып, түрҙәге йомшаҡ креслоһына сумып...

Тотош уҡырға 125

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 53

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 107

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 114

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 155

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 137

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 342

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 173

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 122

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 76

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 135