Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бала саҡтың яҡты донъяһы
Бала саҡтың яҡты донъяһыБашҡорт шиғриәтендә бына ярты быуат инде гәлсәрҙәй саф бер тауыш — Сафуан Әлибай тауышы — тау шишмәһеләй сылтырап, киң донъяға ағыла ла ағыла. Беҙ был тауышҡа, үтә лә тәбиғи, тыйнаҡ, яғымлы ижадҡа шул тиклем өйрәнеп бөткәнбеҙ һәм, үкенескә, уның уңыштарын, табыштарын ваҡытында күреп, әйтер һүҙебеҙҙе әйтеп тә бармайбыҙ. Ә ул, атаҡлы Салауат һандуғастары һымаҡ, шөкөр, һаман-һаман үҙ йырын йырлай ҙа йырлай. Йырламай буламы һуң: ул бит — изге Салауатыбыҙ төйәгендә тыуып үїкән Салауат рухлы, Рәми йөрәкле шағир. Шиғриәтебеҙҙә күптән инде үҙ урынын, үҙ моңон, үҙ юлын тапҡан, айырыуса балалар әҙәбиәте үїешенә ғәйәт ҙур өлөш индергән үҙенсәлекле шәхес булып танылды Сафуан Әлибай.

Эйе, Сафуанды беҙ иң элек балалар шиғриәтенең оїтаһы, республикабыҙҙың балалар матбуғатын үїтереү эшенә оҙаҡ йылдар ихлас хеҙмәт иткән бер эшмәкәр тип беләбеҙ. Ләкин башта шуны әйтеп үтергә кәрәк: уның ижадында лирик шиғриәт өлгөләре лә ғәйәт ҙур урын алып тора. Төрлө йылдарҙа донъя күргән "Артылыш", "Ҡойон", "Йырлап ҡалайыҡ әле", "Йылдарым — йырҙарым", "Һандуғаслы яҙҙарым" һымаҡ шиғырҙар, йырҙар, поэмалар тупланған йыйынтыҡтары — шуға дәлил. Йәнә килеп, ысын мәғәнәһендә йырсы-шағир ҙа әле ул. Нисәмә тиїтә йыр яҙылған уның һүҙҙәренә! Шулар араһында "Сермәнемдең ниндәй серҙәре бар?", "Сәрмән", "Тамсы тама", "Гелән һөйләй үҙенсә" һымаҡ халыҡсан, популяр йырҙар ҙа бар. Шағирҙың күренекле композиторҙар Заһир Исмәғилев, Рим Хәсәнов, Роза Сәхәүетдинова, Роберт Ғәзизов, Нур Дауытов, Абрар Ғабдрахманов, Илшат Хәлилов, Рәшит Йыһанов һәм башҡалар менән ижади хеҙмәттәшлеге милли йыр сәнғәте өсөн ғәйәт емешле булды. Быға бер ҙә ғәжәпләнәһе түгел, сөнки Сафуандың үҙенә Аллаһ Тәғәлә тағы бер оло талант бүләк иткән: уны беҙ сыңлап торған сағыу тауышлы йырсы булараҡ та беләбеҙ. Заманында яңғыҙы ла, хәләл ефете Фәрҙиә ханым менән бергәләп тә йырлаған йырҙарын тыңларға насип булды. 1991 йылда шағирға "Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре" тигән юғары исем бирелде. Ләкин, нисек кенә булмаһын, Сафуандың ижади мөмкинлеге балалар әҙәбиәте өлкәһендә тулыраҡ та, тәрәнерәк тә асылғандыр тип уйлайым. Ул 1968 йылда баїылып сыҡҡан "Беҙҙең юлдаш — яҡты ҡояш" тигән шиғырҙар йыйынтығынан башлап хәҙерге көнгә тиклем йәш дуїтарына, кескәйҙәр донъяһын яҡтыртыуға тоғро булып ҡалды. Балалар өсөн шиғырҙар, йырҙар, поэмалар менән бергә "Айыу бабай йоҡламай", "Серле сәйәхәт", "Салауаттың тауышы", "Алтын бал ҡорто" кеүек мауыҡтырғыс сәхнә әїәрҙәре ижад итте. Ә "Тылсымлы шар" исемле шиғри йыйынтығы уға ҙур уңыш килтерҙе: 1996 йылда Сафуан Әлибайға ЮНЕСКО-ның Г.-Х. Андерсен исемендәге халыҡ-ара дипломы тапшырылды.
2009–2010 йылдарҙа, шағирға 70 йәш тулыр алдынан, Башҡортостан "Китап" нәшриәте уның ике томлыҡ "Һайланма әїәрҙәр"ен баїып сығарҙы. Икенсе томына тулыһынса балалар өсөн шиғырҙар һәм йырҙар тупланған. Бында шулай уҡ поэма, хикәйәт, әкиәт жанрында ижад ителгән әїәрҙәр ҙә, А.С. Пушкин, С.Я. Маршак шиғырҙарының тәржемәләре лә индерелгән. Том төрлө йәштәге балаларға, шулай уҡ үїмерҙәргә тәғәйенләнгән.
Шиғырҙарҙы уҡыйһың да, балалар донъяһының ниндәй саф, ихлас булыуына, кескәйҙәрҙең ҡыҙыҡһыныусанлығына, ысынбарлыҡты үҙҙәренсә генә танып белә алыуына һоҡланаһың. Ә был сафлыҡ, ихласлыҡ донъяһын тыуҙырыу өсөн тормошҡа, әйләнә-тирәгә ана шул балалар күҙе менән баға белергә кәрәктер. Был донъяға ғәжәпләнеүе хаҡында автор үҙе лә әйтә биреп ҡуя.
Хайран ҡалдым әле бөгөн
Уҡыусылар эшенә.
Аңғармаїтан килеп индем
Мин әкиәт эсенә, —
ти ул "Хайран ҡалдым" тигән шиғырында. Ә бында мәктәптәге ғәҙәти бер ваҡиға — өмә тураһында һүҙ бара. Ниндәй күҙ менән күрәһең бит әле ул ваҡиғаны. Шағирҙың күңел күҙе бөтөнләй башҡаса шул. Таубатыр, Урманбатыр, Елбатыр, Ҡош батшаһы кеүек әкиәт геройҙары булып күҙ алдына баїа өмәлә ҡатнашыусы уҡыусылар. Сафуан Әлибай ижадында, ғөмүмән, балаларға ғына хас фекерләү, фантазия, әкиәт алымдары йыш ҡына шиғыр поэтикаһының айырылғыһыҙ бер өлөшө булып килә.
Сафуан Әлибай шиғырҙарында кешеләр ҙә, тәбиғәт донъяһы ла изгелекле, бында ысын-ысынында бер-береңә яҡынлыҡ, яҡшылыҡ тойғоһо өїтөнлөк итә. Шағир өсөн туған тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, ер-һыуҙарыбыҙҙы һаҡлау, ҡурсалау — мөҡәддәс бурыс.
Үҙе бер тылсымлы донъя ул бала саҡ. "Уға һағынып та, талпынып та барып етерлек түгел... Шулай ҙа мөғжизә бар ул: бала саҡ... ҡаласаҡ. Ул саф булып, көләкәс булып, шаян булып, наян булып үҙең менән ҡа-ла-саҡ!" — ти шағир томдың инеш һүҙендә. Был һүҙҙәрҙе дауам итеп, шуны әйтер инем: юҡ, үҙең менән генә түгел, барлыҡ йәш дуїтарың менән, башҡорт балалар әҙәбиәтенең яҡты бер бите булып ҡаласаҡ һин тыуҙырған был тылсымлы, саф донъя.
Сафуан Әлибайҙың "Һайланма әїәрҙәр"енең балаларға арналған был II томы, һис һүҙһеҙ, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ тип иїәпләйем.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы

Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Бурандарҙа сыныҡҡан... Әбйәлил районының Ишҡол ауылына, Шәйехзада Бабич исемендәге республика...

Тотош уҡырға 90

Ветеран (Хикәйә)

Ветеран (Хикәйә) 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Иртә менән оператив кәңәшмәгә баш мөхәррир бүлмәһенә йыйылып, түрҙәге йомшаҡ креслоһына сумып...

Тотош уҡырға 128

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 54

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 107

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 114

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 155

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 137

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 342

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 173

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 123

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 76

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 135