Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һутлы телле ижад
Һутлы телле ижадОкеандарға тиңләмәйем — тәрәнһең һин,
Айға-көнгә тиңләмәйем — гүзәлһең һин,
Ҡаяларға тиңләмәйем — ғорурһың һин,
Эй, бәхетле, мәрхәмәтле башҡорт теле!
(«Башҡорт теле»)

Хәҙерге башҡорт теле юғары үҫешкән, күп функциялы яҙма әҙәби тел һанала. Башҡорт әҙәби телен формалаштырыуҙа яҙыусыларҙың роле айырыуса ҙур. Уны үҫтереүҙә М. Аҡмулла, М. Өмөтбаев, М. Ғафури, Д. Юлтый, Һ. Дәүләтшина, Б. Бикбай, Р. Ниғмәти, С. Агиш, М. Буранғолов, Ж. Кейекбаев, М. Кәрим, Н. Мусин һәм башҡа бик күп әҙиптәрҙең өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Был әҙиптәр араһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишеваның ижады айырым урын биләй.

Ысынлап та, телдең әһәмиәте, халыҡ тормошондағы урыны сикһеҙ... Донъя филологияһына, дөйөм тел ғилеменә нигеҙ һалыусы атаҡлы немец ғалимы Вильгельм фон Гумбольдт был хаҡта бына нимә ти: “Тел кешеләрҙең бөтә эшмәкәрлегенең нигеҙендә ята. Тел кешене шәхес иткән”.
Башҡорт халыҡ мәҡәлдәрендә лә телдең донъяуи әһәмиәте хаҡында бик тапҡыр әйтелгән: “Иле барҙың теле бар”, “Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ ҡәҙерле булыр”.
Милли телдең үҫеше ошо телдә ижад ителгән матур әҙәбиәттең үҫеш кимәле менән туранан-тура бәйләнгән.
Был йәһәттән Зәйнәб Биишеваның ижадында халҡыбыҙҙың тарихы һәм мәҙәниәте, донъяға ҡарашы, психологияһы, менталитеты юғары художестволы кимәлдә һүрәтләнгән. Миҫал итеп халыҡ тормош көткән, көн иткән ерҙең тәбиғәтен һүрәтләү стилен алырға мөмкин. “Кәмһетелгәндәр”, “Яҡтыға” трилогияһының беренсе романы, түбәндәгесә башланып китә: “Төн. Башҡорт ҡыҙының тәңкәле еләне шикелле, күҙҙең яуын алып, йымылдап торған аяҙ күктә алтын табаҡтай тулған ай йөҙә. Таллыҡта һандуғастар сутылдаша. Тирәк башында кәкүк саҡыра. Күләүектә тәлмәрйендәр баҡылдаша. Оло Эйек йылғаһы, үҙенең мәңге шат, шаян йырҙарын һандуғас моңдарына мансып, ҡыуана-көлә бер өҙлөкһөҙ сылтырап аға ла аға. Ағастар, сәскәләр, хайуандар, хатта ҡоштар ҙа йомшаҡ, еләҫ елдән һөйөлөп, көндөҙгө эҫе кәмегәнгә һөйөнөп, байрам итә. Иҫ киткес рәхәт, гүзәл яҙғы төн тышта. Ә өйҙә, Емештәрҙең өйөндә, бөтөнләй икенсе күренеш. Тәбиғәткә нимә?! Кеше яҙмышында уның ҡайғыһы бармы ни! Үҙе гүзәл, мөһабәт, шат булғас, шул еткән уға. Өй эсе ҡараңғы. Кескәй генә тәҙрәләр. Уның да яртыһы ҡарындыҡ менән ҡапланған...”
Трилогияның икенсе романы “Оло Эйек буйында” әҫәрендә шул уҡ тәбиғәтте һүрәтләү менән башлауҙы күрәбеҙ.
Зәйнәб Биишеваның көслө рухлы шәхес булыуы хаҡында халыҡ шағиры Рауил Бикбаев түбәндәгесә яҙған: “Шиғырҙарында һәм поэмаларында ла, “Серле ҡурай” кеүек сәхнәне шаулатҡан драмаларында ла, атаҡлы трилогияһында ла Зәйнәб Биишева көслө рухлы шәхестәр яҙмышы аша төрлө яҡлап халҡыбыҙ яҙмышын, уның ерҙә үҙ-үҙен раҫлауы өсөн туҡтауһыҙ көрәшен ҙур талант менән күрһәтә алды. Зәйнәб Биишева кеүек шәхестәр халыҡтың һүҙ сәнғәтенә яңы гәүһәрҙәр өҫтәп кенә ҡалмай, уның алдына яңы бурыстар ҡуя, ҡыуандырып ҡына ҡалмай, уйландыра, күңеленә йәм менән бергә яңы ғәм өҫтәй, ил хәстәре менән йәшәргә өйрәтә, бер ҡулы менән йыр яҙһа, икенсе ҡулы менән сабыйҙарҙың сәңгелдәген, милләттең, илдең, бишеген бәүетеп, уларға ил моңон еткерә”.
Зәйнәб Биишеваның матур әҙәбиәттә тел берәмектәренең образ тыуҙырыуҙағы функцияһын оҫта ҡулланыуын уның төрлө жанрға ҡоролған бөтә әҫәрҙәрендә юғары кимәлдә реалләштереүен күрәбеҙ. Миҫал итеп, яҙыусының проза әҫәрҙәрендә фразеологик берәмектәрҙең һүрәтләү сараһы сифатында образдар тыуҙырыуҙағы урынын күрһәтергә мөмкин. Миҫалдар: “Хәбирҙең башын ашап старшина булды инде ҡомһоҙ Собхан; ә шулай ҙа сүптән сүмәлә яһап өйрәнгән бәндәләр күбәйҙе хәҙер; Ҡормош бай ата күркә кеүек бер ҡыҙарып, бер буҙарып китте”.
Башҡорт телендә фразеологик берәмектәр матур әҙәбиәттә киң ҡулланыла, Зәйнәб Биишева әҫәрҙәрендә улар образлылығы, тапҡырлығы, ыҡсымлығы, стилистик мәғәнә биҙәлештәренең күп төрлөлөгө менән айырылып тора, йәғни уларҙың халыҡсанлығы яҙыусының стиль үҙенсәлеген билдәләй. Йәнә бер нисә миҫал килтерәйек: “Бибисара абыстай Сәрбиямалға Айһылыуҙы ошо арала башлы-күҙле итергә тороуҙары хаҡында бик кинәнеп һөйләне. Зимагор Закирҙы ете быуынынан төшөп әрләй-ҡарғай башланы”.
Зәйнәб Биишева, әҙәбиәтебеҙҙең бөтә жанрҙарындағы актив ижад иткән күп яҡлы яҙыусы булараҡ, башҡа яҙыусыларҙан айырылып тора: беренсе сиратта ул — талантлы прозаик, монументаль әҫәр — “Бер ғүмерҙең тарихы” исемле трилогияның авторы. Зәйнәб Биишева тиҫтәнән ашыу повесть яҙған (“Көнһылыу”, “Дуҫ булайыҡ”, “Сәйер кеше”, “Уйҙар, уйҙар” һ. б.). Ул шулай уҡ драма әҫәрҙәре яҙыу менән дә шөғөлләнде. Уның “Нәҙер”, “Гөлбәҙәр”, “Серле ҡурай” драмалары театр сәхнәләрендә ҙур уңыш менән барҙы. Зәйнәб Биишева — башҡорт әҙәбиәтендә үҙенсәлекле хикәйәләр һәм хикәйәттәр ижад итеүсе лә. “Далала таң”, “Өс кис”, “Юлда”, “Мөхәббәт һәм нәфрәт”, “Һөнәрсе һәм Өйрәнсек” һәм башҡа әҫәрҙәре уҡыусыларға киң билдәле. Зәйнәб Биишева үҙен ялҡынлы публицист итеп тә танытты. Аҙаҡ килеп, ул балалар өсөн дә күп яҙҙы.
Зәйнәб Биишева әҫәрҙәрендә телдең тик халҡыбыҙға хас булған эмоциональ-экспрессив саралары бик оҫта ҡулланылған: ҡыр кәзәһе шикелле теремек, ай кеүек көләс, ҡарлуғас һымаҡ эшсән ҡыҙ ине бит уның бисәкәйе. Байгилде менән беҙ матур булманыҡмы ла егәрле булманыҡмы! Еләк кеүек үҫтек, ен кеүек эшләнек. Бөгөн бирнә сиккән ҡыҙ шикелле, биҙәй башҡорт туғай, далаһын. Улар дауыл шикелле өйөрөлөп бейейҙәр, бөтәһе лә уларға ҡарап һоҡлана.
Зәйнәб Биишева башҡорт әҙәбиәтен һәм башҡорт әҙәби телен байытыуға һәм үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индерҙе. Әммә уның әҙәби мираҫы, ижадының тел һәм стиль үҙенсәлектәре бик әҙ тикшерелгән. Әҫәрҙәренең художестволы үҙенсәлегенә арналған фундаменталь хеҙмәттәр әлегә тиклем донъя күрмәне. Башҡорт әҙәбиәтенең классик әҙибәһе, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева хаҡында уның ижадына торошло яңы ғилми хеҙмәттәр ижад ителер тигән өмөттәбеҙ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 79

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 91

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 121

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 108

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 304

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 150

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 105

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 63

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 117

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Мәшһүр шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлиди, эмиграцияға китер алдынан “Башҡорт халҡына хушлашыу хатын” яҙып,...

Тотош уҡырға 150

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..”

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..” 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнөндә, шәхестең ижадына, тормош...

Тотош уҡырға 159

Беҙ бәхетле милләт булырбыҙ

Беҙ бәхетле милләт булырбыҙ 08.02.2019 // Әҙәбиәт

Рустар олоғая барған һайын “Старость – не радость” тигән һүҙҙәрҙе йышыраҡ ҡабатлай. Үҙебеҙсә...

Тотош уҡырға 122