Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ышаныс һәм дуҫлыҡ күпере булһын
"Көнсығыш мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныуҙың көсәйеүе ғәжәп түгел", — ти шәрҡиәтселәр

Башҡортостан ике йыл инде республика тарихында булмаған ҙур ҡоласлы, ил өсөн оло әһәмиәткә эйә сараға төрлө ҡитғаларҙан киләсәк ҡунаҡтарҙы ҡаршы алырға әҙерләнә. Тиҙ үҫешеүсе биш илдән (Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай, Көньяҡ Африка Республикаһы) торған төркөмдө ҡыҫҡаса БРИКС (инглизсә BRICS) тип атауҙың да хикмәте бар. Беренсенән, ул төркөмгә ингән ил исемдәренең баш хәрефтәренән барлыҡҡа килгән, икенсенән, атама яңғырауыҡлы, өсөнсөнән, ул инглиз транскрипцияһында (Bricks) "кирбес" тигән һүҙгә бик яҡын. Киләсәктә донъя иҡтисадының һәм фонд баҙарының үҫеше тап ошо илдәрҙең уңышлы аҙымдарынан, бәләкәй генә "кирбес"тәрҙән төҙөлөүе ихтимал.
Быға ғәжәпләнергә лә ярамайҙыр, сөнки, ысынлап та, был илдәрҙә донъя иҡтисады өсөн мөһим ресурстар тупланған. Мәҫәлән, Бразилия ауыл хужалығы продукцияһына бай, Рәсәй — минераль ресурстар "батша"һы, Һиндостан — арзан интеллектуаль, ә Ҡытай иң арзан хеҙмәт ресурстары менән маһая ала, Көньяҡ Африка Республикаһы тәбиғәт байлыҡтарына хужа. Халыҡ һанының күплеге хеҙмәттең арзанайыуына килтерә, шуға ярашлы, иҡтисад үҫешенә лә ҙур этәргес яһала.
Был илдәр донъялағы ҡоро ерҙең — 25, халыҡтың 40 процентын тәшкил итә, тулайым эске продукты — 15,435 триллион доллар. Ҡайһы яҡтан ғына алып ҡараһаң да, уларҙың йоғонтоло, көслө тәьҫирен тойорға мөмкин. БРИКС-тың берҙәм иҡтисади блок булдырыу өсөн ҡеүәте лә, мөмкинлеге лә етерлек.
2015 йылда республикабыҙҙың баш ҡалаһында БРИКС һәм Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының (ШОС) сираттағы халыҡ-ара саммиттары үтеүе, оло яуаплылыҡ өҫтәүҙән тыш, Башҡортостанды сит ҡитғаларға танытыу яғынан да әһәмиәтле.
ШОС Ҡытай, Рәсәй, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстан лидерҙары тарафынан 2001 йылда ойошторола. Төп маҡсаты — дәүләттәр араһында үҙ-ара ышанысты, дуҫлыҡты көсәйтеү, уртаҡ мәсьәләләрҙе хәл итеү. Күреүегеҙсә, ШОС-ҡа, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән тыш, Ҡытай ҙа ингән.
Бөгөнгө ҡорҙа һүҙ тап ошо хеҙмәттәшлекте, күршелек мөнәсәбәттәрен нығытыу, бер-береңә яҡынайыу, ҡыҙыҡһыныу теләген көсәйтеү мөмкинлектәре хаҡында барасаҡ. “Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар менән таныш булығыҙ: Ғәйнислам Ибраһимов — БДУ-ның шәрҡиәтте өйрәнеү кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты, Айрат Баһауетдинов — философия кафедраһы доценты, философия фәндәре кандидаты, Рәсәй философия йәмғиәтенең ғилми секретары, Илүсә Әхмәҙуллина — аспирант, ҡытай теле белгесе, О Кен Хи — корея теле уҡытыусыһы, Чжай Цзе — ҡытай теле уҡытыусыһы.

— Республикабыҙҙа үтәсәк юғары кимәлдәге халыҡ-ара саммиттарҙың әһәмиәте тураһында һүҙ сыҡҡанда, уның Башҡортостандың дәрәжәһен, абруйын күтәреүгә булышасағы, стратегик йүнәлештәр билдәләүҙә, иҡтисади сәйәсәтте ойоштороуҙа, донъяла БРИКС-тың миссияһын баһалауҙа зарурлығы һис икеләнеү тыуҙырмай. Әле Өфө һәм Өфө районы биләмәләрен төҙөкләндереү, транспорт инфраструктураһын тәртипкә килтереү, Конгресс-холды, "Нефтсе" мәҙәниәт һарайын үҙгәртеп ҡороу һәм ҡунаҡханалар төҙөү буйынса эш бара. Республика етәксеһе әйтеүенсә, саммиттарҙы беҙ анһат һәм тыныс, олоғара сығымдарһыҙ үткәрә алабыҙ.
Һеҙ, шәрҡиәтте өйрәнеүселәр, халыҡ-ара оло йыйындың әһәмиәтле яғын ниҙә күрәһегеҙ?
Ышаныс һәм дуҫлыҡ күпере булһынА. Баһауетдинов. Халыҡтарҙың аралашыуы, иҡтисади һәм рухи бәйләнештәр урынлаштырыуы һәр дәүерҙә лә баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә. Бына ҡасандан бирле республикабыҙҙа туризмды нисек үҫтереү тураһында баш ватабыҙ, ошондай оло йыйындарҙа нигеҙ һалына ла инде башланғыстарға. Фәнде үҫтереүгә, телдәрҙе өйрәнеүгә, белгестәр әҙерләү ихтыяжына иғтибарҙы арттырыуға ла этәргес буласаҡ ул.
Телдән дә көслө, үткер, ышаныслы ҡорал юҡтыр. Ул бит — аралашыу, аңлашыу сараһы булыуҙан тыш, милләттең рухи байлығын, меңдәрсә йыллыҡ тәжрибәһен йыйған ҡәҙерле хазина. Беҙ Башҡортостанда берҙән-бер шәрҡиәтте өйрәнеү кафедраһының, үҙәгенең һәм түңәрәгенең Башҡорт дәүләт университетында ойошторолоуы менән ғорурбыҙ. Ғәйнислам Дәүләтбай улының тырышлығы менән тип өҫтәһәк тә урынлы булыр, сөнки һәр изге эштең дә башлап йөрөүсеһе, лидеры була бит.
Ышаныс һәм дуҫлыҡ күпере булһынҒ. Ибраһимов. Һүҙҙе университеттың башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетында 2008 йылда Көнсығыш телдәре кафедраһы асылыу ваҡиғаһынан башламаҡсымын. Ғилми һәм уҡыу эшмәкәрлегенең киңәйеүе менән бәйле, ул аҙаҡ Көнсығыш илдәрен өйрәнеү фәне (шәрҡиәт) кафедраһы итеп үҙгәртелде. Ә былтыр университеттың Шәрҡиәт үҙәге булдырылды. Маҡсатыбыҙ изге — Рәсәй һәм донъялағы ғилми белем биреү киңлегенә нығыраҡ үтеп инеү, халыҡ-ара кимәлдә хеҙмәттәшлекте көсәйтеү, сит ил студенттарын күберәк йәлеп итеү һәм, әлбиттә, социаль тотороҡлолоҡто һаҡлау, халыҡтарҙың рухи һәм мәҙәни яҡтан байығыуына булышыу. Беҙҙә ғәрәп, фарсы, төрөк телдәре буйынса белгестәр әҙерләнә. Бынан алты йыл элек ҡытай теле дәрестәре уҡытыла башланы. Яңыраҡ корея телен өйрәнеү буйынса факультатив асылды.
Белгестәрегеҙгә ихтыяж бармы, диплом алғас, ҡаңғырып эш эҙләп йөрөмәйҙәрме, тип һораусылар булыр. Күреп тораһығыҙ, донъялағы илдәр араһында хеҙмәттәшлек көндән-көн арта. Элек ябыҡ тип һаналған ҡапҡалар асыла, рухи бәйләнештәр нығый. Ғөмүмән, бөтә донъя Көнсығыш менән хеҙмәттәшлек итергә, яҡшы мөнәсәбәт урынлаштырырға тырышҡан мәлдә телдәрҙе өйрәнеүҙән отабыҙ ғына, тип уйлайым. Делегациялар килгәндә лә тел белгестәренең ярҙамына таянабыҙ. Китапханала, боронғо ҡулъяҙмалар фондында, архивтарҙа, ғилми-тикшеренеү институттарында, министрлыҡтарҙа беҙҙең кисәге студенттарҙы күрергә мөмкин.
Йәштәребеҙ килешеү төҙөлгән илдәр университеттарында белемен камиллаштыра. Төркиә, Иран, Ҡытай, Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстанға һалынған эҙҙәрҙең һыуынғаны юҡ. Ҡазан, Мәскәү илселектәре, консуллыҡтары менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ, шәрҡиәтсе-ғалимдарҙы оҫталыҡ кластары, семинар һәм “түңәрәк өҫтәл”дәргә саҡырып, аралашып йәшәйбеҙ.
— Көнсығыш мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу көсәйеүенең сәбәбе ниҙә?
А. Баһауетдинов. Кешенең рухи үҫеше — мәңгелек процесс, ул үҙ-үҙеңде аңлауға, камиллаштырыуға йүнәлтелгән. Төрлө быуаттарҙа төрлө халыҡтарҙа әхлаҡи ҡағиҙәләр һәм ҡанундар барлыҡҡа килгән. Был рухи тәжрибә художестволы ижад емештәрендә нығытылған. Хәҙерге заманда Көнсығыш мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныуҙың бығаса булмағанса күтәрелеше күҙәтелеүе ғәжәп түгел. Ғалимдар был илдәрҙең тарихын, мәҙәниәтен һәм рухи үҫешен яңынан күҙҙән үткәрә, төбөнә төшөп өйрәнергә тырыша. Кешелек үҙен солғап алған мөхиттә урынын, тәғәйенләнешен аңларға теләй, тәбиғәт менән гармонияға ынтыла (Көнбайыш кешеһенә тап ошо етмәй ҙә инде). Шулай итеп, меңәр йылдар донъя, Йыһан, үҙе менән гармонияла йәшәгән Көнсығыштың боронғо аҡылына мөрәжәғәт итеү зарурлығы тыуа. Көнсығыш аҡылы тураһында "Көнсығыштан — яҡтылыҡ" тигән боронғо формула йәшәй. Заратустра, Будда, Конфуций, Мөхәммәт пәйғәмбәр үҙҙәренең тормош тәжрибәһендә гуманистик ғилем барлыҡҡа килтерҙе.
Тарихтан белеүебеҙсә, күсмә тормош шарттары, этносәйәси үҙгәрештәр, исламды ҡабул итеү халыҡтарҙың яҙмышына, шулай уҡ башҡорттарҙың үҙаңына, ҙур йоғонто яһаған.
— Көнсығыш менән уртаҡлыҡ нимәлә сағыла тип уйлайһығыҙ?
А. Баһауетдинов. Башҡорт дәүләте ойошҡан мәл ҙур үҙгәрештәр башланған осорға тура килгән. Көнсығыш цивилизацияһына хас рухи донъяның Башҡортостанда күптән тамыр йәйгәне, тарихи хәтерҙең йәшәүе билдәле. Ғөмүмән, Көнсығыш менән уртаҡлыҡты күп нәмәлә күрергә була.
Тәбиғәт башҡорттар өсөн һәр саҡ берҙән-бер ысынбарлыҡ һаналған. Кеше уның ҡанундарына буйһонған, һәләкәттәргә тарымай йәшәргә, яраҡлашырға тырышҡан. Ҡырағай атты эйәләштергән мәлдән алып кеше малсылыҡ менән шөғөлләнә, күсмә тормош менән йәшәй башлай. Был кешенең тәбиғәттән айырылып сығып, үҙаллылыҡҡа ынтылышлы, маҡсатҡа йүнәлешле эшмәкәрлеге тураһында һөйләй. Күсмә тормош менән йәшәүсе халыҡтарҙы берләштергән, яҡынайтҡан көнкүреш шарттары, тирмәләр төҙөлөшө, ут-усаҡ роле, уларҙа тормоштоң дауамын күреү һәм башҡа оҡшашлыҡтарҙы дауам итергә булыр ине.
Беҙҙең эраға тиклем беренсе мең йыллыҡта Башҡортостан биләмәһендә ялан культураһының уға ғына хас усағы үҫешкән. Тарихи-мәҙәни үҙенсәлектәре буйынса Көнбайыш мәҙәниәтенән дә, Көнсығыштыҡынан да айырылған. Башҡортостан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, бөтә Урта Азия, Волга буйы, Алтай халыҡтарының тарихи яҙмышының тығыҙ бәйләнештә йәшәүе хаҡында миҫалдар бик күп. Ялан халыҡтарының берҙәм донъяһы булғанлығы бәхәсһеҙ.
Ҡәбиләләрҙең туҡтауһыҙ күсеп йөрөүенә, низағлашыуына ҡарамаҫтан, боронғо төрки осоро тотороҡло һаналған. Тап шул мәлдә скифтар, һундар тарафынан емерелгән дәүләт культтары тергеҙелгән, биләмәләр сиге билдәләнгән. Төньяҡта малсылыҡ, көньяҡта ултыраҡ игенселек шөғөлө нығынған.
— Башҡорттарҙың сәйәси тормошона йоғонто яһаған ҡатмарлы тарихи ваҡиғаларҙы ла иҫәпкә алыу кәрәктер, моғайын. Шуларҙың бер нисәһе менән таныштырһағыҙ ине, Айрат Марат улы.
А. Баһауетдинов. Боронғо төрки дәүерендә сауҙа ҙур әһәмиәткә эйә булған. "Ебәк юлы" тип аталған сауҙа эшмәкәрлеге ошо осорҙа сәскә атҡан. Башҡортостан биләмәһе аша үткән сауҙа бәйләнеше халыҡтарҙы бер-береһенә ныҡ яҡынайтҡан. Дипломатик мөнәсәбәттәр ҙә нығынған, хатта төрлө халыҡ һәм ҡәбиләләр татыулыҡты һаҡлап ҡалыу өсөн ҡыҙ бирешкән, улын өйләндергән.
Монгол-төрөк ҡәбиләләренең беҙҙең төбәктең сәйәси тормошона ҙур йоғонтоһон билдәләмәй булмай. Алтын Урҙаның бер нисә быуат дауамында сәйәси һәм мәҙәни-этник процесты көйләүе күп нәмә хаҡында һөйләй. Шуныһы ғәжәп: был ваҡытта халыҡтар араһында ыҙғыш, һуғыш күҙәтелмәй. Тыныс тормош хужалыҡтың сәскә атыуына, сауҙаның йәнләнеүенә, ҡала төҙөлөшөнөң үҫешенә тәьҫир итә. Күсмә һәм ултыраҡ тормошто яраштырып алып барған, иген сәскән һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгән, сауҙа һәм дипломатия өсөн бик уңайлы урынды тотҡан Башҡортостанда ҡала төҙөлөшөнә иғтибар арта. Шулай итеп, IХ–ХVII быуаттар арауығында күсмә тормош менән йәшәүселәрҙең Көнсығышҡа йоғонтоһо ҙур була. Алтын Урҙа тарҡалыу менән ҡайһы бер дәүләт берекмәләре барлыҡҡа килә.
Ҡан ҡойошло бәрелештәр, һуғыштар менән барған ҡатмарлы этносәйәси процестар башҡорт халҡы хәтерендә оҙаҡ йылдарға уйылып ҡала.
Ғ. Ибраһимов. Беҙҙең эраға тиклем VII–VIII быуаттарҙа ла күсмә халыҡтың бер-береһенә йоғонтоһо ҙур булған. Мәҫәлән, Көнсығыштың ялан ерҙәренән күсенгән һундарҙың Рим империяһы тарҡалыуын тиҙләтеүе һәм Европа халыҡтары тарихында яңы бит асыуы билдәле. Быуаттар дауамында ялан ҡәбиләләренең Көнсығыш коалицияһын етәкләгән һундар ошо төбәк халыҡтары яҙмышына иҫ киткес көслө тәьҫир иткән, айырыуса был баҫымға Ҡытай, Урта Азия, Иран, Төньяҡ Һиндостан илдәре эләккән. Төп өлөшө хәҙерге Башҡортостан биләмәһе, Төньяҡ Ҡаҙағстан аша үткән. Тап ошо тарихи осорҙа төрөк ҡәбиләләре көс йыя башлай. V–VIII быуаттарҙа иң тәүге төрки Орхон-Енисей яҙмаларында халыҡтарҙың бер-береһе менән бик тығыҙ мөнәсәбәттә йәшәүе сағылған. Таштарҙың бер яғындағы яҙмалар — төрки, икенсе яғындағыһы ҡытай телендә яҙылыуы ла күп нәмә хаҡында һөйләй.
Телдәрҙе өйрәнеү әлеге цивилизация заманында ла бик кәрәк. Ошо тәңгәлдә бөгөн Ҡаҙағстанды өлгө итеп ҡуйыр инем. Уҡыу йорттарында ҡытай, япон һәм башҡа телдәрҙе өйрәнеү юғары кимәлдә ойошторолған. Алға ҡарап йәшәр өсөн телдәрҙе белеү, башҡа милләттәрҙең мәҙәниәте, тарихы, менталитеты менән тәрәнерәк танышыу зарур.
— Бөгөнгө ҡорҙа ҡатнашыусы ҡытай ҡыҙы Чжай Цзе менән кореялы О Кен Хи ханымдың урыҫ телендә иркен аралашыуы телде белеүҙең ни тиклем мәртәбәле, әһәмиәтле икәнлегенә ишара түгелме ни? Әйҙәгеҙ, һүҙҙе уларға бирәйек.
Ышаныс һәм дуҫлыҡ күпере булһынО Кен Хи. Мин Мәскәүҙә уҡығанда төрлө милләт вәкилдәре менән аралаштым. Урыҫ теленең байлығына, матурлығына һоҡлана-һоҡлана, уны тәрәнерәк белергә, яҡшыраҡ һөйләшеп өйрәнергә тырыштым. Һәр хәлдә, ошо бөйөк телде үҙләштереүем арҡаһында бөгөн һеҙҙең менән күҙмә-күҙ әңгәмәләшеп ултырам да инде, бик бәхетлемен. Һеҙҙең йәштәрҙең дә корея телен, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, тарихын өйрәнергә теләүе ҡыуандыра. Ғөмүмән, ХХI быуатта телдәрҙе өйрәнеү халыҡтар дуҫлығын нығытыуға, донъя именлеген һаҡлауға лайыҡлы өлөш индерәсәк тип уйлайым. Һәр тел — үҙе мөғжизә, яңы асыш, һүҙ байлығы. Уны тәрәнерәк өйрәнгән һайын халҡының тарихына, мәҙәниәтенә, мәғарифына ҡыҙыҡһыныу ҙа, ихтирам да көсәйә. Беҙҙе хайран ҡалдырған яҡтары, үҙенсәлектәре лә етерлек.
Ышаныс һәм дуҫлыҡ күпере булһынЧжай Цзе. Башҡортостан студенттары ҡытай телен өйрәнеүгә һис битараф түгел. Беҙҙең иероглифтарҙы өйрәнеүҙең еңелдән булмағанын яҡшы аңлайым. Ҡытай теле ғилемендә килештәр ҙә, ваҡыт та, һан төшөнсәһе лә юҡ. Ә һүҙҙәрҙең тәртибе ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, студенттарҙың ҙур ихласлыҡ менән ҡытай "хәреф"тәрен өйрәнергә, телде үҙләштерергә ынтылыуы хөрмәт уята. Ә Илүсә кеүек тәүәккәл башҡорт ҡыҙҙары күптәрҙең "танауына сиртте" — телде өйрәнеп кенә ҡалманы, кандидатлыҡ диссертацияһы өҫтөндә ныҡышмалы эшләне.
И. Әхмәҙуллина. Иероглифтар, ысынлап та, тәүҙә баш ҡатырғыс кроссворд кеүек тойола ине. Аңлауы анһат түгел. Телде өйрәнеү өсөн ҙур теләк кәрәк. Ҡытайҙа белем алыу минең өсөн оло ғилем мәктәбе булды, әле лә фән өҫтөндә шөғөлләнеүемде дауам итәм. Моғайын, был мауыҡтырғыс та, һикәлтәле лә юл ғүмерлеккә булыр...
— Йәштәр үтә ҡыйыу хәҙер. Бәлки, Илүсәнең артынан эйәреүселәр ҙә табылыр, Ғәйнислам Дәүләтбай улы?
Ғ. Ибраһимов. Быйыл ҡытай теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу буйынса 11 кешенән торған төркөм йыйырға ниәтләйбеҙ. Уҡырға инеү өсөн урыҫ теле, география, тарих фәндәренән Берҙәм дәүләт имтихандары баһалары иҫәпкә алынасаҡ. Йәштәр "ҡытай теле менән ҡайҙа барырға, эш табып булырмы икән?" тип хәүефләнмәһен. Белгестәргә ихтыяж ҙур, тәржемәсе, консультант урындары етерлек. Ә һин, Илүсә, уҡыуҙы тамамлағас, тәүҙә ҡайҙа эшкә урынлаша алдың?
Ышаныс һәм дуҫлыҡ күпере булһынИ. Әхмәҙуллина. Медицина ҡорамалдары менән сауҙа итеүсе фирмаға тәржемәсе итеп саҡырҙылар. Коллективта мөнәсәбәт тә, эш хаҡы ла зарланырлыҡ булманы. Ҡытай халҡының рухи байлығын, тарихын, меңдәрсә йыллыҡ тәжрибәһен йыйған бөтмәҫ хазинаһын өйрәнеүҙән ҡәнәғәтлек кисерәм.
Тел тылсымы — башҡа илдәрҙең ҡапҡаларын асыусы, киң донъяға алып сығыусы, мөнәсәбәттәрҙе көйләүсе асҡыс та. Бразилия, Рәсәй, Һиндостан һәм Ҡытай — иҡтисади интеграция ҡеүәте яғынан бик көслө илдәр, улар менән иҫәпләшмәү мөмкин түгел. Мәҫәлән, Ҡытай иҡтисад үҫеше яғынан донъяла икенсе урынды тотһа, Һиндостан — эске тулайым продукты буйынса дүртенсе урында. Башҡа категорияларҙа ла улар һыр бирмәй. Боронғо Төрки осоронда һалынған бәйләнештәрҙе әле яңыртҡанда, элекке тамырҙарыбыҙға таяныу һис тә яҙыҡ булмаҫ.
О Кен Хи. Беҙҙең халыҡтарҙы бәйләүсе дәүләт мәнфәғәттәренән, сауҙанан, тыныслыҡты һаҡлауҙан тыш, йәнә кешелеккә хас бер ҡиммәт бар, ул да булһа — философия. Атай-әсәйгә тәрән ихтирам, ҡартлыҡты хөрмәтләү һәм ҡәҙерләү, олоно — оло, кесене кесе итеү — борондан ҡалған изге йола.
Әхлаҡи юғарылыҡ, халыҡ рухы, тарихтың яҡты, данлы биттәре менән бергә уның фажиғәле яҡтарын да иҫтә тотоу, тыуған ергә оло мөхәббәт — халыҡтарыбыҙҙы берләштереүсе, яҡынайтыусы ғәжәп матур төшөнсәләр. Уларға ҡарата мөнәсәбәтебеҙ ҙә үтә етди, яһалмалылыҡ һис тә хас түгел. Халыҡтың әхлаҡи яҡтан боҙолоуы дәүләтте тарҡалыу сигенә килтереп еткереүе ихтимал. Телен, мәҙәниәтен кер төшөрмәй һаҡлай алған милләт кенә бәхетле, көслө.
Чжай Цзе. Минеңсә, Башҡортостан ерендә саммиттарҙың үтеүе һис тә осраҡлы түгел, уның тарихи нигеҙе, ерлеге бар. Ә юғары кимәлдәге йыйындар — хеҙмәттәшлеккә киң юл асыусы сара ғына.
Советтар Союзы осоронда ҡытайҙар урыҫ телен ҙур теләк менән өйрәнде, йыр-моңон үҙ итте. Туғанлыҡ хисе ниндәй көслө ине, тип юҡһынып хәтерләй торғайны атай-әсәйем дә. Һеҙҙә асыҡ йөҙлө, күңелсәк, матур халыҡ йәшәй. Ниндәй милләттән булыуына ҡарамаҫтан, кешеләр һәр ерҙә лә бер төрлө, әллә ни күҙгә ташланырлыҡ айырма күрмәйем. Мәскәүҙә ҡытай телен уҡытҡан осорҙа ла үҙемә бик яҡшы дуҫтар таптым. Рәсәй университеттары эргәһендә Конфуций мәктәптәренең асылыуы ла тиккә түгелдер, рухи тәжрибә, мәңгелек ҡиммәттәр, гуманистик ғилем кешене ғүмер баҡый үҙенә тартып торасаҡ. Сәбәбе ябай: бер-береһенән айырым, үҙаллы цивилизацияның булыуы мөмкин түгел.
— Боронғо Ҡытайҙы бер мәлгә генә күҙ алдына килтерәһе ине...
Чжай Цзе. Боронғо Ҡытай мәҙәниәтендә ата-бабалар культының мөһим урын алыуы билдәле. Серле күк көмбәҙенә лә ихтирам ҙур булған. Боронғо Ҡытай мәҙәниәтенең идеалы — Тәртип. Ә иң бөйөк ҡаҙаныштарының береһе — ҡағыҙ эшләү. Беҙҙең эраға тиклем V–III быуаттарҙа календарь системаһы камиллаштырылған, аҙаҡ күк йөҙө картаһы төҙөлгән. Ҡытайҙар тәү башлап ебәктә яҙырға өйрәнгән, әммә үтә ҡиммәт булыуы һөҙөмтәһендә киң таралыу алмаған. Ошо дәүерҙә китапханалар ойошторола, философия мәктәптәре барлыҡҡа килә. Әле лә Ҡытай тормош кимәле, иҡтисад үҫеше буйынса алдынғы илдәрҙән һис ҡалышырға теләмәй, үҙ йөҙөн һәм ҡеүәтен һаҡлау өсөн бар тырышлығын һала.
— Йәштәрҙе тел ғилемен өйрәнеүгә бөгөн нимә этәрә? Абруйлы профессияларҙың күплеге лә уларҙы һайлаған юлдарынан яҙлыҡтыра алмай шикелле.
А. Баһауетдинов. Ҡытай студенттарының университетта ныҡышмалылыҡ менән урыҫ телен өйрәнеүенә, диссертациялар яҙыуына, егәрлелек, отҡорлоҡ күрһәтеүенә һоҡланырлыҡ, әлбиттә. Хатта иң ҡатмарлы, билдәһеҙлек хөкөм һөргән 90-сы йылдарҙа ла ике ил араһындағы фәнни хеҙмәттәшлек дауам итте. Ҡытай йәштәре белем алыуҙы ғына маҡсат итеп ҡуймай, ә үҙҙәренең Ватаны, халҡы, традициялары менән таныштырыуҙы ла мөҡәддәс бурысы итеп һанай. Яңыраҡ ҡына 15-кә яҡын студенттың университетта күркәм байрам ойоштороуы — шуға асыҡ миҫал.
Ғ. Ибраһимов. Төркиәлә уҡығанда төрлө ил йәштәренең телдәрҙе ихлас өйрәнергә тырышыуын тойҙом. Ҙур китапханала донъяла сыҡҡан бөтә китапты табып уҡыу мөмкинлеге хайран ҡалдырҙы.
Бер саҡ Кореянан килгән Юнг Сонг Ли тигән егеттең "Башҡорт теле һүҙлеге"н аҡтарып ултырыуын күрҙем. "Төрөк һәм башҡорт телдәре араһында, дөйөм уртаҡлыҡтан тыш, айырма ла юҡ түгел икән. Бына һеҙҙә "тәлмәрйен" тигән һүҙ бар, ә беҙҙә юҡ. Ҡайҙан килеп сыҡҡан ул?" — тип төпсөнә. Ошо хәлдән һуң төрөк теле аша башҡорт телен өйрәнеүсе кореецҡа ихтирамым йәнә артты.
Чжай Цзе. Башҡорт һәм ҡытай телдәре араһында ла уртаҡлыҡ күп. Мәҫәлән, мин һеҙгә "ни һау" (һаумыһығыҙ!) тип өндәшкәс, һүҙһеҙ ҙә аңланығыҙ бит. Сабыйҙарығыҙҙың "нәнәй ҙә нәнәй" тип өндәшеүҙәре лә күңелгә бик яҡын тойола.
Ғ. Ибраһимов. Заманында бөтә Азия кешеһе тигәндәй мәҙрәсәләребеҙгә уҡырға килгән, сөнки белем кимәле юғары булған, төрөк, фарсы, ғәрәп телен яҡшы белгән мөғәллимдәр уҡытҡан. Беҙҙең шәрҡиәт үҙәге, тап ошо мәнфәғәтте күҙҙә тотоп, сит ил студенттарын республикабыҙға йәлеп итеү, ғилми үҙәктәр, университеттар менән даими бәйләнеш булдырыу йүнәлешендә эшләй ҙә инде. Университет етәкселегенә лә фәнде үҫтереүҙә күрһәткән теләктәшлеге, ярҙамы өсөн ҙур рәхмәт!
Махсус белемле шәрҡиәтселәр әҙерләү өсөн күп милләтле һәм конфессиялы йәмғиәттә юғары мәҙәниле, әүҙем, гармониялы үҫешкән шәхес тәрбиәләү ҙур әһәмиәткә эйә.
Ә БРИКС һәм ШОС саммиттарының уңышлы үтеүенә, төрлө ҡитғаларҙа йәшәүсе халыҡтарҙы бер-береһенә яҡынайтыуына, оҙаҡ йылдарға етерлек дуҫлыҡ күперҙәре һалыуына шикләнмәйбеҙ. Һис һүҙһеҙ, оло йыйындарҙың шауҡымы ил ниғмәттәрен арттырыуға хеҙмәт иткән фән өлкәһенә лә, студенттар тормошона ла ҡағылмай ҡалмаҫ. Халыҡтың мәңге тере тарихы булған телдең әллә күпме кешеләрҙе аралаштырырына, республикабыҙҙы бар донъяға таныттырырына, үҙенең иң үтемле ижад һәм хеҙмәт ҡоралы икәнен йәнә бер ҡат раҫларына ышанам.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 78

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 91

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 121

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 107

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 304

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 150

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 105

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 62

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 115

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты

Башҡорт халҡына хушлашыу хаты 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Мәшһүр шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлиди, эмиграцияға китер алдынан “Башҡорт халҡына хушлашыу хатын” яҙып,...

Тотош уҡырға 150

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..”

“Заманым тип тамаҡ ярмаһам да, заман ярып үтте йөрәкте!..” 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуған көнөндә, шәхестең ижадына, тормош...

Тотош уҡырға 158

Беҙ бәхетле милләт булырбыҙ

Беҙ бәхетле милләт булырбыҙ 08.02.2019 // Әҙәбиәт

Рустар олоғая барған һайын “Старость – не радость” тигән һүҙҙәрҙе йышыраҡ ҡабатлай. Үҙебеҙсә...

Тотош уҡырға 122