Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡ композиторы ине
Халыҡ композиторы инеРеспублика мәҙәниәте һәм сәнғәте ауыр юғалтыуҙар кисерә: һуңғы биш-алты ай арауығында ғына бер-бер артлы Башҡортостандың талантлы шәхестәре Нәжиб Асанбаев, Зинира Атнабаева, Филарит Бакиров, беҙҙе ташлап, баҡыйлыҡҡа күсте. Һайлаған һөнәрҙәренә тоғро ҡалып, фиҙакәр хеҙмәт иткән, үҙ ижадтары менән халыҡтың һөйөүен һәм ихтирамын яулаған арҙаҡлыларыбыҙ булды улар.

Вафатына ете көн үткән Тәлғәт Шәриповты ла шул рәткә индерер инем. Әйткәндәй, уның юғары дәрәжәләре лә, дәүләт наградалары ла булманы, “Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре” исемен дә бик һуңлап ҡына бирҙеләр, әммә үҙенең үлемһеҙ йырҙары менән композиторыбыҙ беҙҙең тормошта мәңгелеккә урын алды.
Тәлғәт Шәрипов Саҡмағош районының Имәнлеҡул ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Хеҙмәткә берегеп, һуғышҡа киткән атай-ағайҙарын алмаштырып, колхоз эшенең бөтә нескәлектәрен белеп үҫкән малай йәштән гармунда уйнарға өйрәнә, концерттарҙа ҡатнаша. Һуңғараҡ Өфө сәнғәт училищеһында уҡый, бер үк ваҡытта музыка мәктәбендә эшләп тә йөрөй, аҙаҡ Халыҡ ижады үҙәгендә, 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында хеҙмәт итә, 1-се педагогия училищеһында уҡыта. Бәләкәйҙән егәрле ғаиләлә үҫкән бала бер эштән дә ятһынып тормай. Әйткәндәй, уның ҡустыһы Рәшит Муса улы Шәрипов — оҙаҡ йылдар заводта эшләп, “Социалистик Хеҙмәт Геройы” тигән исемгә лайыҡ булған кеше.
Тәлғәт Шәрипов менән мәжлестәрҙә бергә ултырырға, төрлө кисәләрҙә ҡатнашырға тура килгеләне. Ул баян тарта, ә тормош иптәше Факия апай моңло итеп йыр һуҙа. Тәлғәт ағай шул тиклем ихлас итеп уйнай, бөтә булмышы менән йырҙың көйөн йөрәге аша үткәреп, хисләнеп-илһамланып һыҙҙыра баянын...
“Һәүәҫкәр композитор” мөһөрө һуғылған ижадсылар араһында иң әүҙем эшләгәне Тәлғәт Шәрипов булғандыр. Ул — 400-ҙән ашыу йырҙың авторы, Рәғиҙә Янбулатова либреттоһына яҙылған музыкаль комедия, хор һәм вокаль ансамблдәре өсөн яҙылған тиҫтәгә яҡын әҫәр, бер нисә драма спектакленә көй ижад иткән композитор. “Имәндәр шаулай”, “Янғантау баҫҡыстары”, “Юлдарым һиңә бара”, “Һин онотма” кеүек йырҙарын кемдәр генә белмәй икән.
Тәлғәт Муса улына быйыл 1 ғинуарҙа 85 йәш тулғайны. Ошондай юбилей булһа, ғәҙәттә, матбуғат, телевидение, радио шаулай, ә был юлы ләм-мим... Әлбиттә, ныҡ сырхаулап түшәктә ятҡан кешегә ижад кисәһе лә, башҡа юбилей саралары ла кәрәкмәй, әммә бөтә ғүмерен халыҡҡа хеҙмәт итеүгә биргән ижадсы, күпме кешене уҡытып сығарған остаз тәбрикләүгә лайыҡ түгел инеме ни?! Был хаҡта композитор тыуған райондың етәкселәре лә, башҡа рәсми органдар ҙа онотҡан, ахырыһы.
Мәрхүм менән хушлашырға кеше күп килмәне. Күрше-күләне йыйылды, Мәҙәниәт министрлығынан, район хакимиәтенән вәкилдәр булды. Башҡортостандың Композиторҙар союзы рәйесе Айрат Ғайсинға оло рәхмәт — шул көндә үҙе етәкләгән музыка мәктәбендә “Һуңғы ҡыңғырау” байрамы үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, йәһәтләп килеп еткәйне.
Үҙенән-үҙе башланып киткән матәм митингында күберәк күршеләре сығыш яһаны, мәрхүмдең тормошто яратыуы, хәстәрлекле атай, йүнсел йорт хужаһы булыуы хаҡында һөйләп үттеләр. Үҙҙәре йәшәгән Төҙөүселәрҙең 2-се урамына (Өфөнөң Дим биҫтәһендә) Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, халыҡ композиторы Тәлғәт Шәрипов исемен бирергә кәрәк тигән бик урынлы тәҡдим әйтелде. Мәҙәниәт министрлығы ла, рәсми органдар ҙа, йәмәғәтселек тә был фекерҙе хуплар тигән ышаныс бар.
Бөгөн Тәлғәт Шәриповтың вафатына ете көн тула, мосолманса әйткәндә, “етеһе”. Һоҡланғыс кеше, тынғыһыҙ ижадсы, өлгөлө ғаилә башлығы, белемен башҡаларға ихлас өләшкән остаз тураһындағы яҙмаларым бер аҙ моңһоу ҙа килеп сыҡты шикелле.
Яҡын кешеңде юҡһынғанда уның хаҡында төрлөһөн уйлап, барыһын да иҫкә төшөрәһең инде. Тормош хәҡиҡәте шулай бит!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Батырхан
    Батырхан от 30.05.2013, 23:24
    Ысынлап та , Тәлғәт ағай Шәрипов мәҙәниәт "түре"ндә урын алыр шәхес ине. Уның хеҙмәте тейешле баһаланманы. " Кеше ниндәй булырға тейеш ?" тип һораһалар, мин :" Тәлғәт Шәрипов һымаҡ !"- тип яуаплар инем. Фәнил Ҡоҙаҡаевҡа мәҡәләһе өсөн рәхмәт !






Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы

Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Бурандарҙа сыныҡҡан... Әбйәлил районының Ишҡол ауылына, Шәйехзада Бабич исемендәге республика...

Тотош уҡырға 90

Ветеран (Хикәйә)

Ветеран (Хикәйә) 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Иртә менән оператив кәңәшмәгә баш мөхәррир бүлмәһенә йыйылып, түрҙәге йомшаҡ креслоһына сумып...

Тотош уҡырға 128

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 54

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 107

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 114

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 155

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 137

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 342

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 173

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 123

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 76

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 135