Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эй, башҡортом,йәй намаҙлыҡ! Теләк телә сәждәлә…
Эй, башҡортом,йәй намаҙлыҡ! Теләк телә сәждәлә…Аллаһу – Раббул ғәләмин*.

Күктә серле тамғалар бар,
Күктә – сихри буяуҙар,
Күрә уны бары ла тик
Ҡәлептәре уяуҙар.
Күктәр – затлы,
Ҡатлы-ҡатлы!
Ҡабатлайым шуға мин:
Собханаллаһ!
Собханаллаһ!
Аллаһу – Раббул ғәләмин.

Күктә матур яҙыуҙар бар,
Күктә – көслө доғалар.
Тик һиҙгерҙәр уҡый уны,
Ғәмһеҙҙәргә юҡ улар!
Күктә – серҙәр!
Изге һүҙҙәр
Ҡабатлайым шуға мин:
Әлхәмдүлилләһ!
Әлхәмдүлилләһ!
Аллаһу – Раббул ғәләмин.

Күктә оло ғилемдәр бар:
Аҡыл етмәҫ сикһеҙ аң!
Күктән яуа бәрәкәттәр
Аң булһаң, уяу булһаң!
Күктә – бәхет,
Көрси-тәхет!
Ҡабатлайым шуға мин:
Аллаһу әкбәр!
Аллаһу әкбәр
Аллаһу – Раббул ғәләмин.
_________
Раббул ғәләмин* (ғәр.) – Ғәләмдәр хужаһы

Урам булып…
(Өфөлә Салауат Юлаев һәм
Зәйнулла Рәсүлев урамдары тоташҡан урын бар)
Һеҙ бергәлер унда,
И остаздар
(Йәндәр күккә аша!)!
Урам булып
Килеп күрештегеҙ
Сал быуаттар аша.
Рухи батыр менән
Рухи батша –
Әйтерһең дә,
Ҡалҡан:
Аҙан булып
Илгә яңғыраған,
Ғәскәр булып
Ҡалҡҡан!

***
Минең халҡым аҡ
биләүгә төрөп
Ҡаршы ала тыуған бәпесте.
Күңелдәре яҡты булған өсөн
Ярата ул шулай аҡ төҫтө!

Минең халҡым йола,
әҙәп һаҡлап,
Аҡ мендәргә килен төшөрә,
Сәфәр сығыр булһа
аҡ юл теләй,
Ап-аҡ һөттән ризыҡ бешерә.

Минең илем – әүлиәләр иле!
Фатихалы был ер шуғалыр:
“Аллаһ!” – тиеп улар
зекер әйткән,
“Халҡым!” –
тиеп ҡылған доғалар!

Әүлиәләр – Хоҙай бәндәләре:
Һинең атай, минең олатай.
Сабыйҙарға ҡара: нисек улар
Доғаларҙы ихлас ҡабатлай!
Әүлиәлек беҙҙең ҡанда бит ул!
Аҡ намаҙлыҡ халҡым
түшәһен!
Аҡһаҡалы булып ошо ерҙең,
Ағинәйе булып йәшәһен!

Эй, башҡортом!

Эй, башҡортом, кей түбәтәй!
Эй, башҡортом, әйт аҙан!
Ата-бабалар йолаһын
Тергеҙәйек ҡайтанан!

Эй, башҡортом,
йәй намаҙлыҡ!
Теләк телә сәждәлә,
Ил-йортобоҙ тыныс булыр,
Урап үтер мең бәлә.

Эй, башҡортом,
тарт тиҫбеңде,
Әйт һин: “Аллаһу әкбәр!”
Киң ҡөҙрәте менән Хоҙай
Бар халҡымды бүләкләр!

Эй, башҡортом, тот ураҙа,
Эй, башҡортом, сал ҡорбан.
Йөрәгеңдә иман артһын,
Күңелеңдә – миһырбан.

Эй, башҡортом,
ҡалдыр ил тип,
Доға ҡылырлыҡ бала,
Ошо изге еребеҙгә
Хужа булырлыҡ бала!
Лә иләәһә илләллаһ!
Лә иләәһә илләллаһ!

*Дилара Рафиҡова көйө.

***
Ил өҫтөндә иң яманы:
Эскән бисә,
Ирҙән-иргә, ҡулдан-ҡулға
Күскән бисә.
Ил өҫтөндә иң яманы:
Эскән ирҙәр,
Ҡатын-ҡыҙҙың фиғеленә
Күскән ирҙәр.
Ил өҫтөндә иң яманы:
Эскән бала,
Беләгенә ағыу ҡаҙап
Үҫкән бала.
Эсһә бисә, эсһә ирҙәр,
Эсһә бала,
Был донъяла ҡыуанырлыҡ
Ниҙәр ҡала?!

Йәннәтле бул, милләтем!
– Йә, Мөхәммәт (с.ғ.с.),
Әйтсе, зинһар, ниҙә һинең зиннәтең?
–Таныуымда, табыуымда
Хаҡ Тәғәлә ҡөҙрәтен!
– Йә, Мөхәммәт (с.ғ.с.),
Әйтсе, зинһар, ҡайҙан һинең көс-дәртең?
–Таныуымдан, табыуымдан
Хаҡ Тәғәлә йәннәтен!
– Йә, Мөхәммәт (с.ғ.с.),
Табырмы һуң йәннәтеңде милләтем?
– Мин өҙөлөп саҡырырмын:
“Өммәтем!
Өммәтем!
Өммәтем!”



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы

Ҡыҙыл буйы шағирә ҡыҙын ҙурланы 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Бурандарҙа сыныҡҡан... Әбйәлил районының Ишҡол ауылына, Шәйехзада Бабич исемендәге республика...

Тотош уҡырға 90

Ветеран (Хикәйә)

Ветеран (Хикәйә) 22.02.2019 // Әҙәбиәт

Иртә менән оператив кәңәшмәгә баш мөхәррир бүлмәһенә йыйылып, түрҙәге йомшаҡ креслоһына сумып...

Тотош уҡырға 128

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө”

“Крыловҡа ғашиҡтар көнө” 19.02.2019 // Әҙәбиәт

Илеш районының үҙәк һәм балалар китапханаһының ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәреү маһирлығына халыҡ...

Тотош уҡырға 54

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған?

Төхвәт Йәнәбиҙән ниндәй серҙәр ҡалған? 16.02.2019 // Әҙәбиәт

Яҙыусы, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Төхвәт Йәнәбиҙең тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан уның һеңлеһенең...

Тотош уҡырға 107

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ

Иҫән саҡта иғтибарлы булайыҡ 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Теҙеп һанай башлаһаң, беҙҙең быйылғы юбилярҙар күп кенә икән. “Ағиҙел” журналының тәүге һанында...

Тотош уҡырға 114

“Йәнем аҡ нур минең,  Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...”

“Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға ғашиҡ булмағандар һарандар...” 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Мөхәббәттән, беләм, тыуғанмын мин, Саф хистәрҙән генә яралған. Йәнем аҡ нур минең, Ә нурҙарға Ғашиҡ...

Тотош уҡырға 155

Күңеле тулы  һөйөү ине...

Күңеле тулы һөйөү ине... 15.02.2019 // Әҙәбиәт

Ул “мөхәббәт шағиры” булды....

Тотош уҡырға 137

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым

Әсәйемде ҡосаҡлап иланым 14.02.2019 // Әҙәбиәт

Танылған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовты китап уҡыусылар республикала ғына түгел, сит илдәргә лә...

Тотош уҡырға 342

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш!

Яҡшығолов уҡыуҙарында ҡатнаш! 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Мең ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән райондарҙа Башҡорт автономияһы башында торған шәхес, шағир...

Тотош уҡырға 173

Грант күләме тос, кем алыр?

Грант күләме тос, кем алыр? 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға, үҫтереүгә Башҡортостан Башлығы грантына дәғүә...

Тотош уҡырға 123

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына

Бөркөт өсөн офоҡ ята йәйрәп, Ҡунһа осоп ҡая башына 13.02.2019 // Әҙәбиәт

Сатирик-шағир Камил Фазлый (Камил Нәжми улы Фазлетдинов) Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылында...

Тотош уҡырға 76

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ?

Әҙәби премияға кемдәр лайыҡ? 12.02.2019 // Әҙәбиәт

Күгәрсен районында Зәйнәб Биишева исемендәге әҙәби премияның 2018 йылғы лауреаттарын бүләкләү...

Тотош уҡырға 135