Ижадсының “меңйәшәр солоғо”23.01.2019

Белорет районының Инйәр ҡасабаһындағы мәҙәниәт йортонда шағирә, яҙыусы Әнисә Аҫылғужинаның З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә баҫылған “Меңйәшәр солоҡ” китабының исем туйы булды. Был – ижадсыға ҙур бүләк. Әҫәрҙәре халыҡ тарафынан яратып уҡылып, киң билдәлелек яулаған әҙибәне ҡотларға Әбйәлил, Архангел, Учалы райондарынан ҡәләмдәштәре, ағинәйҙәр ҡоро, яҡташтары, уҡыусылары, хеҙмәттәштәре, ғаиләһе, туғандары йыйылды.

Әнисә Аҫылғужина ошо ра­йондың Ноҡат ауылында тыуған. Инйәр ҡасабаһының 1-се урта мәктәбендә уҡыусыларына баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте серҙәрен өйрәтә. “Китап” нәшриәтендә “Йәйҙәремде яратам”, “Тауҙар моңо”, “Ғүмер бер генә” исемле китаптары донъя күргән. Юғары категориялы уҡытыусы – Яныбай Хамматов исемендәге премия лауреаты ла.

Әнисә Аҫылғужинаның уҡыусы­лары шиғырҙарын башҡорт һәм рус телдәрендә яттан һөйләп ишеттерҙе. Китап туйы шатлығы менән уртаҡлашырға һәм ҡотларға сәхнә түренә ағинәйҙәр ҡоро, Әбйәлил районының “Йәйғор”, Белорет районының “Урал ынйылары” ижади берекмәләре, Мәүлит Ямалетдин, Мәүлит Кәримов, ауылдаштары күтәрелде. Уларҙың ҡотлауҙары йырҙар, бейеүҙәр менән үрелеп барҙы, ҡурай, гармун, баян моңдары яңғыраны.

“Мәңгелек солоҡ” исемле китабының төп идеяһы – тотош илде ялмап алған золом осорон, нахаҡҡа рәнйетелгәндәрҙең исем-шәрифтәрен килер быуынға еткереү, тип билдәләне яҙыусы. Әсәһе яғынан олатаһы иңенә төшкән ауыр яҙмыш һынауы – уны ҡулға алыу осорон сәхнәлә һәүәҫкәр артистар бар ысын­барлығында асып уйнап күрһәтә алды. Оло быуын тамашасылары улар йөҙөндә ошондай йәберләүгә дусар булған ата-бабаларын, әсәй-өләсәйҙәрен иҫтәренә алып тетрәнде.

Һәр әҫәрендә ярылып ятҡан ер-һыуына, теленә, халҡына һөйөүе һәм уға тоғролоғо Әнисә Аҫылғужинаны әҙәбиәткә алып килде. Тынғыһыҙ, уңған ҡатын, “Мәңгелек солоҡ” повесын ҙуры­раҡ күләмдә романға әйләндереп, уның тамамланып килеүе тура­һында хәбәр итеп, яҡташтарын, әҙәбиәт һөйөүселәрҙе ҡыуан­дырҙы.

Барыһы ла ижадсыға ижад ҡомарының һүнмәүен, әленән-әле йәнгә шифа, күңелгә дауа булған яңы китаптарының сығыуын теләне. Афарин, Әнисә Аҫыл­ғужина!


Вернуться назад

Яндекс.Метрика