Бушлай, вәт!24.01.2019
Ишембай районының Этҡол ауылында ике көн буйы ауыл клубы гөрләп торҙо. Бында виртуоз ҡумыҙсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Миңлеғәфүр Зәйнетдинов килеп, ҡумыҙҙы тотоп та ҡарамаған этҡолдарҙан бынамын тигән ансамбль төҙөгән.

Бөтә донъяға билдәле ҡумыҙсыны күрергә, унан оҫталыҡҡа өйрәнергә тип ауылдың йәше лә, ҡарты ла йыйылған мәҙәниәт йортона. Миңлеғәфүр Зәйнетдинов оҫталыҡ дәрестәре биреп, һәр теләгән кешене бушлай уйнарға өйрәткән. Хәҙер ауылдың үҙ ҡумыҙсылар ансамбле бар. Унда Этҡолдың ағинәйҙәре, мәктәп уҡыусылары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре инә – барлығы егермегә яҡын кеше.

“Донъяға билдәле оҫтаның беҙгә килеүен ауыл халҡы бик йылы ҡабул итте. Дәррәү йыйылышып, уйнарға өйрәндек. Үҙем дә ихлас үҙләштерҙем был уйын ҡоралын. Хәҙер клубта концерт үткәрһәк, бынамын тигән әҙер сығыш бар”, – тине Этҡол ауылы хакимиәте башлығы Нәсимә Әйүпова.




Вернуться назад

Яндекс.Метрика