Йәнгә дауа ҡыштың саф тыны27.01.2019
Шиғри тәнәфес, дуҫтар!

Хөрмәтле замандашыбыҙ, шиғри күңелле уҡытыусы Сәкинә Тотманованың һоҡланғыс ижадынан бер шиғыр тәҡдим итәбеҙ.


Аҡ ҡар менән бар(ы)һы онотолдо,
Әйтерһең дә, көҙҙәр булмаған...
Яраланған йөрәк көҙгө һағыш,
Көҙгө моңдар менән тулмаған...

Һауаларҙан яуа аҡ өмөттәр,
Аҡ шатлыҡтар ҡаплай ер өҫтөн...
Һыуыҡ тимә! Ауылға йәм өҫтәп,
Мөрйәләрҙән ҡалҡа аҡ төтөн...

Ағастарҙы ап-аҡ бәҫ ҡаплаған,
Зыңлап китер кеүек, ел иҫһә...
Гәлсәр тынлыҡ аша ишетелә
Аҡ ҡар вальсы, үҙе мөғжизә...

Ә төндәрен ап-аҡ ерем иҙрәп,
Ғәжәп ай нурына ҡойона...
Шул нурҙарҙа янып ҡылау яуа,
Йондоҙ яуа кеүек тойола...

Төндәр ҡара түгел, сихри зәңгәр
Төҫтәр менән улар һуғылған...
Ҡышҡы төндөң серле матурлығы
Йөрәгемә минең уйылған!

...Аҡ ҡар менән көҙҙәр онотолдо...
Йәнгә дауа ҡыштың саф тыны...
Туңған йөрәктәрҙе иретерлек
Тылсым тулы ҡыштың һалҡыны!


Вернуться назад

Яндекс.Метрика