Сәхнәлә — хәрби ансамбль01.02.2019
Республика етәксеһе Радий Хәбиров Өфөлә Рәсәйҙең халыҡ артисы, генерал-майор Виктор Елисеев етәкселегендәге Милли гвардия ғәскәрҙәренең академия йыр һәм бейеү ансамбле концертында булды.

Мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереүгә тос өлөш индергәне, күп йыллыҡ ижади эшмәкәрлеге өсөн Виктор Елисеев Башҡортостандың Почет грамотаһы, ә ансамбль коллективы төбәк Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Тантанала Ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы секретары Алексей Касьянов дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Был кистә сәхнәгә шулай уҡ республи­каның сәнғәт оҫталары — Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов һәм Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле сыҡты.

Ойоштороусылар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор М. Шайморатов иҫтәлегенә ихтирам билдәһе итеп концерт программаһына башҡорт хәрбиҙәре бейеүен дә индергән.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика