Интернетта – Ғаиләне ҙурлаған ярышҒаиләһенә иҫерткес эсемлектәр индермәгән, ҡунаҡ һәм байрамдарҙы айыҡ үткәргән, милли рухлы, балаларын туған телендә тәрбиәләгән өлгөлө ғаиләләрҙе конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ! Үҙҙәре ҡушылырға ҡыймаһа, туғандары һәм дуҫтары тәҡдим итә ала!
Ком: 0 // Уҡынылар: 42 тапҡыр // Тотош уҡырға
Поэмалар конкурсы дауам итә!Ҡәҙерле дуҫтар! Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы, Мәҙәниәт министрлығы һәм “Ағиҙел” журналы менән берлектә, “Минең данлы Башҡортостаным!” тип аталған поэмалар кон­курсы иғлан итте. Был конкурс Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырыла һәм республикабыҙҙың 100 йыллығына арнала. 18 йәше тулған һәр ижадсы унда ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Конкурсҡа заявкалар һәм ҡулъяҙмалар soyuz.pisate­lei@mail.ru электрон адресы буйынса февралдән октябрь айына тиклем ҡабул ителә. Әйткәндәй, быға тиклем бер ҡайҙа ла баҫылмаған поэмалар ғына унда ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Ноябрҙә халыҡ шағирҙарынан торған жюри һәр поэманы баһаларға һәм йомғаҡ яһарға тейеш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 29 тапҡыр // Тотош уҡырға
Быға тиклем балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәтенә иғтибар юҡлыҡ һиҙелде. Әммә Башҡортостан Яҙыусылар союзы тарафынан иғлан ителгән яңы конкурс ҡәләм тирбәтеүселәрҙе был йәһәттән дәртләндерер һәм шәп әҫәрҙәр яҙылыуына булышлыҡ итер тигән өмөт бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 242 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар буйынса комиссия, тәҡдим ителгән эштәрҙе ҡарағандан һуң, конкурста ҡатнашыуға түбәндәгеләрҙе үткәрҙе:
Ком: 0 // Уҡынылар: 155 тапҡыр // Тотош уҡырға
Комбайнсыларҙы ярышҡа көтәләрБашҡортостан Хөкүмәте 2017 йылғы ураҡта иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән иген йыйыу комбайндары, үҙйөрөшлө сапҡыстар операторҙары, йөк автомобилдәре, сөгөлдөр йыйыу комбайндары водителдәре, туңға һөрөү механизаторҙары, шулай уҡ Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары, ауыл хужалығы техникумы уҡыусылары араһында икенсе республика конкурсын үткәреү тураһында иғлан итте. Хөкүмәттең ошо туралағы бойороғо Интернет селтәрендәге хоҡуҡи мәғлүмәт порталында донъя күрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 238 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Zaman” – “Яңы йондоҙ”ҙа“Zaman” этнопроекты “Яңы йондоҙ” телешоуының өсөнсө миҙгелендә ҡатнаша. Мәскәү коллективы Башҡортостанды сағылдыра. Тапшырыу майҙа төшөрөлгән, эфирға иһә
августа сыға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 172 тапҡыр // Тотош уҡырға
Август-сентябрь айҙарында Мәғариф министрлығының башланғысы менән ойошторолған “Китап һөйөүсе атай-әсәй – китап һөйөүсе ил” конкурсының республика этабы үтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 180 тапҡыр // Тотош уҡырға
Булыр илдең балаларыГүзәл тәбиғәтле Бөрйән ере “Урал батыр” эпосын һөйләү буйынса XIX республика йәш сәсәндәр конкурсында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итте. Матур сарала республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән, күрше Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан 29 айырым бәйгесе һәм 29 команда көс һынашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 322 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баҫманың март һанына күҙәтеү

“Ватандаш” журналының март һанында тарихи материалдар төп урынды алып тора, сөнки тарихи ерлек ҙур: 1919 йылдың мартында Башҡортостан РСФСР составында барлыҡҡа килгән беренсе республика була. Ошо уңайҙан баҫма Башҡортостан дәүләт китап палатаһы директоры Азат Ярмуллиндың “Килешеү мөнәсәбәттәренең беренсе тәжрибәһе” исемле мәҡәләһе менән асыла. Унда Башҡортостан милли дәүләтселегенең формалашыу этаптары сағылдырыла. Мәҡәлә Сталиндың Башҡорт автономияһын таныу тураһында телеграммаһы, Әхмәтзәки Вәлиди төҙөгән Башҡортостан автономияһы картаһы һәм башҡа тарихи документтарҙың һүрәттәре менән байытыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 263 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡорт йыры Норвегияла яңғыраясаҡ“Заман” этно-проекты, Европалағы утыҙҙан ашыу илдән конкуренттарын артта ҡалдырып, “Liet international” халыҡ-ара музыкаль конкурсының һигеҙ финалсыһы иҫәбенә инде. Сара апрель уртаһында Норвегияның Кеутукейну ҡалаһында үтәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 259 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 Алға
Бит башына