Бонус от республики. Башкортостан формирует условия для привлечения серьезных инвесторовПрезидент Башкортостана Рустэм Хамитов в интервью журналистам "РГ" оценил экономический потенциал региона и назвал перспективные точки роста республики.
Российская газета: Рустэм Закиевич, что можно сегодня сказать об экономическом "пульсе" Башкортостана?
Рустэм Хамитов: Я только что получил данные по экономике республики за январь - октябрь 2011 года. Индекс промышленного производства составил 109,6 процента, при этом по всем видам и отраслям промышленного производства объемы растут. В строительстве это 109 процентов, в сельском хозяйстве - 140, оборот торговли - 105 процентов. Сократилось количество безработных. Эти цифры свидетельствуют о хорошем самочувствии республики и ее динамичном развитии, практически все показатели выше среднероссийских.
// Уҡынылар: 98 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Аҡ торна” конкурсына йомғаҡ яһалды

Тәржемәсе телдең тәмен белә...Быйыл апрелдә төрки телле шиғриәт әҫәрҙәрен тәржемә итеүселәрҙең “Аҡ торна” халыҡ-ара конкурсы шиғриәт һөйөүселәрҙең киң ҡатламын төрки телдәр ғаиләһенә ингән телдәрҙең береһендә, әйтәйек, азербайжан, алтай, башҡорт, ғағауз, долган, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, ҡарасәй-балҡар, ҡырғыҙ, ҡырым татарҙары, ҡумыҡ, нуғай, татар, тофалар, тыва, төрөк, төркмән, үзбәк, уйғыр, урум, хакас, сыуаш, шор, яҡут телдәрендә яҙылған әҫәрҙәрҙең урыҫ телендәге тәржемәһе менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйғайны.
Тәүге тапҡыр үткәрелеүсе бәйге, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Яҙыусылар союзы, “Мәҙәниәт” телеканалы (Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының филиалы), “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы, “Бельские просторы”, “Ағиҙел” әҙәби-нәфис журналдары менән берлектә, “Имидж-консультант” консалтинг компанияһы тарафынан үткәрелде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 155 тапҡыр // Тотош уҡырға
Фекерҙәребеҙ беректеГәзит уҡыусыларыбыҙ менән Күгәрсен районындағы осрашыуҙар данлыҡлы Хоҙайбирҙе ауылы клубында башланды.
— Беҙҙең төбәк кешеләре гәзит-журналдарҙы яратып уҡый. Мин үҙем иң башта район баҫмаһын ҡарап сығам да “Башҡортостан”ды уҡыйым. Ғилемгә ынтылған кеше, бигерәк тә йәш быуынға белем биргән педагогтар гәзитте мотлаҡ уҡырға тейеш, — тине район хакимиәте башлығы Фәрит Мусин һәм төбәктәге ижтимағи, бигерәк тә социаль өлкәләге ыңғай үҙгәрештәрҙе телгә алды. Хоҙайбирҙеләр ҙә яңы клублы буласаҡ. Тағы бер мөһим, изге эш ҡылынған районда — Күгәрсен етәкселәре ябылырға тейешле ун мәктәпте һаҡлап ҡала алған!
Ком: 0 // Уҡынылар: 198 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шағирҙың һуңғы төйәгендәМәғрифәтсе, шағир Мифтахетдин Камалетдиновтың (Аҡмулла) ижады башҡортҡа ғына түгел, ҡаҙаҡҡа, үзбәккә һәм башҡа төрки халыҡтарға ла яҡын. Ул ғилем таратҡан ерҙәрҙә әле лә исемен ололап телгә алалар, ижадын өйрәнәләр. Мәғрифәтсенең һуңғы төйәге — Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһында иһә биш йыл һайын Аҡмулла байрамын уҙғарыу йолаһы йәшәй.
Быйыл сараға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Вәлиәхмәт Бәҙретдинов етәкселегендәге Өфө ғалимдары делегацияһы, Аҡмулланың яҡташтары, Силәбе башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, өлкәнең Мәҙәниәт министрлығы һәм Мейәс ҡалаһы хакимиәте вәкилдәре, бында йәшәүсе милләттәштәребеҙ йыйылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 134 тапҡыр // Тотош уҡырға
Танышлыҡ башлана ғына әлеКисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Малайзия делегацияһы менән осрашты. Был ил вәкилдәре быйыл йәй республикала булып, эшлекле тәҡдим алып киткәйне. Икенсе осрашыуҙа яҡтар аныҡ эштәргә юл асырҙай һөйләшеү алып барҙы.
Рөстәм Зәки улы сәләмләү һүҙендә ҡунаҡтарҙы Башҡортостандың социаль-иҡтисади хәле, Рәсәй Федерацияһында тотҡан урыны, хеҙмәттәшлек өсөн мөмкинлектәр менән таныштырып китте. Ул әлегә ике ил араһындағы сауҙа әйләнеше бер миллион доллар самаһы булыуын, әммә уны бер нисә тапҡырға арттырыу өсөн шарттарҙың бихисаплығын билдәләне.
– Беҙ инвесторҙар менән эшләүгә ныҡлы иғтибар бүләбеҙ һәм айырыуса уңайлы шарттар булдырыуға ынтылабыҙ, – тип билдәләне Рөстәм Зәки улы. – Республика төрлө яҡлы хеҙмәттәшлеккә лә әҙер. Шуға артабанғы эштәребеҙҙең һөҙөмтәле булырына ышанам.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, төбәккә инвестиция йәлеп итеү әүҙем бара. Былтыр уның күрһәткесе 5 миллиард долларҙан ашыу булған. Башҡортостан менән хеҙмәттәшлекте Германия, Сауд Ғәрәбстаны,Япония, Көньяҡ Корея һәм башҡа илдәр йылдам үҫтерә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 155 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ