Башҡортостанда бер йыл эсендә юл төҙөүгә 15 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ошо турала белдерҙе.
Уның әйтеүенсә, ҙур проблема тыуҙырған төп юлдарҙың барыһы ла тиерлек Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ҡатнашлығында тикшерелде, теркәлде һәм планға индерелде. Көҙ киң йәмәғәт­селек йәлеп ителеп, ошо пландың тормошҡа ашырылыу дәрәжәһе баһаланды.
– Бер йыл эсендә юлдарҙы тулыһынса нормаға ярашлы хәлгә килтереү мөмкинлеге булманы, әл­биттә. План төҙөлдө. Уға ярашлы киләһе өс йылда М-5, М-7, Өфө – Ырымбур федераль трас­салары төҙөкләндереләсәк, – тине Рөстәм Мәрҙәнов. – Ете-һигеҙ йыл эсендә республика, муниципаль-ара юлдар тәртипкә килтерелергә тейеш.