Мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн билдәләйек

28-02-2017, 03:30 // Информация // Баҫып сығарырға
Матур ғаилә – ил ҡото. Ошо хәҡиҡәтте раҫлап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1 мартта Башҡорт ғаиләһе, мөхәббәт һәм тоғролоҡ темаһына арналған кисә ойоштора.
Бармы беҙҙә ил ҡото? Янамы ғаилә уты? Саф мөхәббәт һәм тоғролоҡтоң сере нимәлә? Яҙҙың тәүге көнөндә Өфөнөң “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ошо һорауҙарға яуапты бергәләп эҙләрбеҙ.
Сәхнәгә Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил, Иглин, Мәсетле райондары вәкилдәре – балаларында милли рух тәрбиәләгән, әҙәп-әхлаҡты өҫтөн ҡуйған, милли кәсептәрҙе үҫтергән, башҡорт мәҙәниәтен юғары кимәлгә күтәргән ғаиләләр сығасаҡ.
Бынан тыш, тамашасыларҙы Сибай дәүләт театр-концерт берләшмәһе артистары, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө, билдәле эстрада йондоҙҙары – Нәсимә һәм Азамат Тимеровтар, Миңзифа һәм Артур Туҡтағоловтар, ҡумыҙсы Зәйнетдиновтар ғаиләһе сәләмләр.
Милли биҙәүестәр, аҫалы балаҫтар, хуш еҫле бал, быйма һәм кейеҙ әйберҙәр күргәҙмәһе лә эшләйәсәк.
“Матур ғаилә – ил ҡото” фестивале киске сәғәт етелә башлана. Инеү бушлай. Тамашаға рәхим итегеҙ!