Эксперттар, һеҙ ҡайҙа?

24-03-2017, 03:47 // Информация // Баҫып сығарырға
Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсына ярашлы эштәрҙе баһалау өсөн эксперттар һайлай. Быны ул үҙенең Йәмәғәт советы менән берлектә тормошҡа ашыра.
Йәмәғәт эксперттар иҫәбенә инеү өсөн юғары һөнәри белемгә, йәштәрҙең башланғыстарына булышлыҡ итеү һәм дәүләт йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу өлкәһендә эш тәжрибәһенә эйә булырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта баһаланған проекттарға бер ниндәй ҙә мөнәсәбәтең булмау шарт. Резюмены 1 апрелгә тиклем grant@fadm.gov.ru электрон почтаһына ебәрергә. Бәйгегә йомғаҡ 1 майҙа яһала.
Экспертлыҡҡа кандидат булған кешегә шулай уҡ дәүләт йәштәр сәйәсәтен тор­мошҡа ашырыу өсөн яуаплы төбәк баш­ҡарма власть органынан, юғары уҡыу йортонан йәки йәштәр йәмәғәт ойошмаһынан кәмендә ике рекомендация тапшырырға кәрәк. Ошонан һуң дәғүәсе менән онлайн-әңгәмә үткәрелә.
Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы бер нисә этапта уҙғарыла. Тәүгеһе – коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында грант ярҙамы алыуға дәғүәсе­ләрҙе Интернет аша һайлап алыу, икен­сеһе – Бөтә Рәсәй һәм округ йәштәр форумдарында проекттар конкурсы, өсөнсөһө – айырым кешеләр араһында грант ярҙамы алыуға дәғүәселәрҙе Интернет селтәре аша һайлау.